kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Дәрес өлгөһө. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле. Синонимдар.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Башҡорт теленән дәрес өлгөһө. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы төҙөлгән

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Дәрес өлгөһө. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле. Синонимдар.»

Предмет: Башҡорт (дәүләт) теле

Класс: 6

Тема: Башҡортостан – дуҫлыҡ иле. Синонимдар.

Маҡсат:

1) Башҡортостан тураһында белгәндәрҙе камиллаштырыу; синонимдарҙы иҫкә төшөрөү.

2) Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу. Синонимдарҙы таба белеү.

3) Тыуғае еребеҙгә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.


Дәрес этаптары

Уҡытыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

1. Сәләмләү.

(1 мин)


- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

Мин Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы.

- Бөгөнгө эшебеҙ бик уңышлы булыр тигән теләктә дәресте башлайыҡ.

Уҡытыусыны сәләмләйҙәр.

2. Психологик комфорт тыуҙырыу. Шиғыр уҡыу.

(3 мин)

- Уҡыусылар, дәресте артикуляцион күнегеү менән башлап ебәрәйек:

Халыҡ дуҫлығы нимә ул?

Ул бит тыныслыҡ була,

Халыҡ дуҫлығы нимә ул?

Ул бит берҙәмлек була.

- Афарин, уҡыусылар.

- Ә хәҙер иғтибар менән шиғырҙы тыңлағыҙ.

Төрлө-төрлө телдә һөйләшһәк тә,

Төрлө-төрлө милләт булһаҡ та,

Тик бер беҙҙең тыуған илебеҙ,

Тик бер беҙҙең тыуған еребеҙ.

- Был шиғырҙа ниндәй таныш һүҙҙәрҙе осраттығыҙ?

- Был шиғыр нимә тураһында?

- Ә нимә һуң ул дуҫ, дуҫлыҡ?

- Был һүҙҙе әйтеү менән ниндәй ассоциациялар тыуа?

Ә нимә ул халыҡтар дуҫлығы?

- Бик яҡшы, афарин, уҡыусылар!

Тиҙәйткес өҫтәндә эш.






Шиғырҙы тыңлау.




Уҡыусыларҙың яуаптары.


дуҫ – ярҙам – берҙәмлек

3. Теманы билдәләү.

( 6 мин)

- Ҡәҙерле уҡыусылар, ошо шиғырға ҡарап, бөгөнгө дәрестең темаһын әйтеп ҡарайыҡ әле. Нимә тураһында һөйләшербеҙ икән?

- Эйе, дөрөҫ. Бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән Г. Юнысованың «Башҡортостан – дуҫлыҡ иле» исемле шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Милләттәрҙең дуҫ һәм татау йәшәүҙәре тураһында һөйләшәсәкбеҙ һәм тағы ла бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр беләсәкбеҙ.


- Мин һеҙгә ике мәҡәл әҙерләнем:

Дуҫ һөйөнһөн, дошман көйөнһөн.

Дуҫ әйтһә –ҡалма, дошман әйтһә-барма.

- Был мәҡәлдәр нимә тураһында?

- Ни өсөн ҡайһы бер һүҙҙәр ҡалын итеп билдәләнгән? Нисек уйлайһығыҙ был ниндәй һүҙҙәр?


- Афарин, дөрөҫ, уҡыусылар!

- Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө дата һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ. Матур, дөрөҫ итеп ултырабыҙ.

- Таҡтаға күҙ һалайыҡ һәм темабыҙға ҡағылышлы ҡағиҙәне уҡып китәйек.


- Уҡыусылар, таҡтаға ҡарайыҡ. Бында бөгөнгө дәрестә ҡулланыласаҡ һүҙҙәр күрһәтелгән.

- Мин уҡыйым, һеҙ минең арттан ҡабатлағыҙ.

Һүҙлек эше:

кәмһетеү – унижение

көн күрә – живет

бәхет һанап – считая счастьем

ҡора – строит

терәк– поддержка

киләсәк – будущее


- Уҡыусылар, ошо һүҙбәйләнештәр менән һөйләмдәр төҙөп, дәфтәрҙәргә яҙайыҡ. Яҙып тамамлағас, һөйләмдәрҙе бер – бер артлы төркөмдә уҡып, тикшереп сығабыҙ.

- Афарин.

Уҡыусылар яуабы:

- Башҡортостантөрлө милләттәрҙең дуҫ йәшәүҙәре тураһында.





Дуҫлыҡ тураһында..

Был синонимдар.



Дата менән тема яҙалар


Ҡағиҙә уҡыйҙар.





Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштерәләр







Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр

(Төркөмдәрҙә эш).

4. Яңы белемде практикала ҡулланыу. (24 мин.)

- Уҡыусылар, дәреслектәрҙе 30-се битте асып, 14-се күнегеүҙе табайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа “Башҡортостан – дуҫлыҡ иле” исемле шиғыр. Хор менән уҡып үтәйек.


- Төркөп эсендә һөйләмдәрҙе бер – бер артлы, сылбыр буйлап уҡыйбыҙ, тәржемә итәбеҙ. Һүҙлек һүҙҙәре тәржемә итеүҙә ярҙам итер.

- Беренсе төркөм беренсе куплетты уҡып, тәржемә итә.

- Икенсе төркөм икенсе куплетты уҡып, тәржемә итә.


- Текст буйынса һорауҙар төҙөп ҡарайыҡ. Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар бар, һәр берегеҙ карточкаға үҙенең һорауын яҙа.


- Хәҙер бер – берегеҙгә һорауҙы сылбырлап уҡыйбыҙ һәм яуап бирәбеҙ.


- Афарин, уҡыусылар. Бик шәптәрҙән булып сыҡтығыҙ.

- Хәҙер дәфтәрҙәрҙә 15-се күнегеү, тип яҙып ҡуйҙыҡ. Бирелгән һүҙҙәрҙе синонимик рәттәргә тарҡатып яҙабыҙ. (Дөрөҫ ултырабыҙ)

(Бер нисә уҡыусының эшен тикшереп китергә)


- Уҡыусылыр, ә һеҙ Башҡортостанда йәшәгән халыҡ тураһында беләһегеҙме икән. Тикшерәйек әле. Эште башлайыҡ, рәхим итегеҙ таҡтаға! Һеҙгә

Милләт исемдәренә там килгән һүрәттәрҙе табайыҡ.

- Икенсе эш төрөн эшләп үтәйек. Һүҙҙәрҙең синонимик парҙарын табайыҡ.


- Афарин! Бик яҡшы!






Уҡыйҙар, тәржемә итәләр. (Төркөмдәрҙә эш).




Һорауҙарҙы яҙыу.



Яуап биреү.





Дәфтәрҙәрҙә эш.




Иғтибар таҡтала.

Learningapps сайтындағы күнегеүҙе үтәйҙәр.


5. Рефлексия.

(5 мин)

- Уҡыусылар!Шулай итеп бөгөнгө дәресебеҙҙә алған белемдәрҙе тикшереп, минең һорауҙарына яуап биреп китәйек.

1. Башҡортостан ниндәй ил?

2. Башҡортостанда ниндәй халыҡтар йәшәй?

3. Был халыҡ нисек йәшәй?

4. Илгә килгән бәләләрҙе халыҡтар нисек еңә?


- Афарин, уҡыусылар.

- Шулай итеп, ҡәҙерле уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимәләр белдек?


Уҡыусылар яуаптары.







Һорауға яуап бирәләр

6. Өйгә эш биреү.

(2 мин)

- Көндәлектәрҙе астыҡ, киләһе дәрескә өйгә эш яҙып алайыҡ. Таратма материалдарҙағы ребустарҙы сисеп, мәҡәлдәрҙе яҙып килегеҙ.

- Өйгә эш буйынса һорауҙар бармы?

Көндәлектәренә өйгә эште яҙып алалар.

7. Баһалау.

(1 мин)

Дәресте баһалау өсөн бәләкә генә тест эшләйек.

1. «Башҡортостан – дуҫлыҡ иле» шиғырының авторы кем:

Е. М. Кәрим

Б. Г. Юнысова

Г. Р. Ғарипов

2. Әхирәт һүҙенең синонимын тап.

И. иптәш

У. сибәр

С. бейек

3. Сибәр һүҙенең синонимын тап.

Р. иптәш

Ш. матур

К. дуҫ

Яуаптарҙан ниндәй һүҙ сыҡты? Был билдә менән килешәһегеҙме?

Тест эшләү, үҙҙәренең эштәрен баһалау.

8. Йомғаҡлау.

(2 мин)

- Уҡыусылар! Дәрестә бик актив булдығыҙ! Тырышып эшләгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һау булығыҙ!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 6 класс

Скачать
Дәрес өлгөһө. Башҡортостан – дуҫлыҡ иле. Синонимдар.

Автор: Кинзягулова Гульшат Фарисовна

Дата: 06.12.2016

Номер свидетельства: 366694


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства