Башҡортостан шихандары
(Дәрес-сәйәхәт)
Башҡортостан шихандары
(Дәрес-сәйәхәт)
Маҡсат. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған тәбиғәт ынйылары менән
якыныраҡ танышыу , балаларҙа улар менән һоҡланыу, ғорурланыу тойғолары уятыу
Йыһазландырыу. Башҡортостан Республикаһының картаһы, слайдтар, шихандарҙың фотоһүрәтләмәләре, атластар.
Дәрес барышы
I. Инеш өлөш.
Уҡытыусы. Ырыҫлы, гүзәл Башҡортостан — ғәйәт үҙенсәлекле тәбиғәт
мөғжизәләренә ифрат бай төбәк.Улар бик күп сәйәхәтселәрҙе, белгестәрҙе
үҙенә ылыҡтыра. Уралдың көнбайыш итәге буйлап һуҙылған боронғо ҡаҙылма рифтар күптәрҙең иғтибарын тарта. Улар 30-50 метр бейеклектәге түңәрәк яңғыҙаҡ тауҙар теҙмәһен хасил итә. Был тауҙар эреле-ваҡлы бесән кәбәндәренә оҡшаш. Халыҡта һәм әҙәби телдә лә уларҙы "шихан" тип йөрөтәләр.
Көньяҡ Уралда булған алтмышлап шихан бөтә Башҡортостан буйлап төнь-
яҡтан көньяҡҡа табан һибелеп ултыра.Төньяҡта, Свердловск өлкәһе сигендә,
Дыуан, Салауат райондары ерҙәрендә,мәҫәлән, Барғужа, Абдулла, Таҙтүбә,
Дыуан, Өлкөндө, Бобровка кеүек яңғыҙ тауҙар күрһәтелә.) Уларҙың бейеклеге 70 метр самаһы, нигеҙенең әйләнәһе 250-300 метр, был йомро тауҙарҙың итәге
текә. Әшә ҡалаһынан төньяҡтараҡ Ҡаратау тауҙары (урыны картала күрһәтелә)
яңғыҙаҡтарҙың сынйыр ҡуласаһын өҙә. Ҡаланын көньяғында иһә, Эҫем йыл-
ғаһының һул яҡ яры буйлап, улар тағы пәйҙә була һәм Ырымбур өлкәһе сигенә
еткәнсе (географик атаманың урыны картала күрһәтелә) көньяҡҡа табан
һуҙыла. Иглин, Архангел, Ҡырмыҫҡалы,Ғафури райондарында Айып, Ҙур
Йыланлы, Әмир, Түбәнге Ләмәҙ, Үтәгән, Ҡуҙғанаҡ, Нағанаҡ һәм башҡа
атамалылары ултыра. (Картала урындары күрһәтелә.)
Башҡортостандың яңғыҙаҡ тауҙарының хайран ҡалдырырлыҡ иң бейектәрен өйрәнеп әҙерләгән материалдары менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында тәбиғәт яратыусы дуҫтарығыҙ һеҙҙе "Шихандар донъяһы" сәйәхәткә саҡыра.
II. Дәрестең төп өлөшө
1-се уҡыусы. Географик һәм фәнни әҙәбиәттә Стәрлетамаҡтан көнсығышҡа
ҡарай урынлашҡан ҙур янғыҙ тауҙар айырыуса яҡшы билдәле. Сәйәхәтебеҙҙе
улар араһынан ин бәләкәй һәм иң төньяҡта ятҡан шихан — Йөрәктауҙан баш-
лайыҡ. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көнсығышҡа табан ете саҡрым алыҫлыҡта
урынлашҡан.(Физик картала урыны күрһәтелә.) Шиханды ситтән ҡарағанда,йөрәк һымаҡ түңәрәк булып күренә, ә тауҙың түбәһе конус формалы,битләүҙәре текәрәк, ләкин ҡаялары ҡырлы түгел. Йөрәктау шиханының буйы 1 км, киңлеге 850 метр самаһы,абсолют бейеклеге 338 метр, уртаса дингеҙ кимәленән 220 метр самаһы тәшкил итә. Ул бигерәк тә матур, мөһабәт күренә, ташлы текә битләүҙәре
замок стеналарын хәтерләтә. Сусаҡ тауҙың ипкендәре сәселмә ташлы тоҡомдар менән ҡапланған. Йөрәктауҙың төньяҡ итәгеңдә кескәй генә шишмә сығанаҡтары урғылып сыға, уларҙын береһе көкөртлө булыуы менән билдәле. Шихантауҙың көньяғы урыны-урыны менән бик һирәк осраусы төрҙәр —Гельм астрагалы, башаҡлы кәмә япраҡ кеүек үләндәр һәм сәскә атыусы декоратив үлән үҫемлектәре — һары умырзая, зәңгәр сәскә менән ҡапланһа, төньяҡ битләүҙәре йүкәнән, имәндән, ҡара сағандан торған киң япраҡлы урман һәм селек, тубылғы, дала сейәһе, тәпәш миндалдән торған ҡыуаҡтар менән ҡапланған. Бында хайуандар донъяһы ла бик бай. Йөрәктау шиханы 1985 йылда тә-
биғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.
2-се уҡыусы. Юлыбыҙ Йөрәктауҙан көньяҡҡа ҡарай 3 километр арауығында урынлашҡан Ҡуштау шиханына йүнәлеш ала. (Урыны картала күрһәтелә).
Әйткәндәй, ул Башҡортостандағы иң ҙур шихантау. Уның оҙонлоғо 3,5 километр, киңлеге 1 километр, абсолют бейеклеге 357 метр, уртаса бейекле 251 метр. Исеме "Ҡуштау" булһа ла тау үҙе асылда өс түбәле оҙонса һырт. Әммә алыҫтан ҡарағанда ул ҡуш тау һымаҡ күренә, сөнки өсөнсө түбә бәләкәйерәк. Ҡуштауҙың битләүҙәре текәрәк, шуға күрә улар ҡапыл убалы тигеҙлек рельефына күсә. Шихандың итәгендә имән, саған, йүкә, ҡарама ағастары үҫә; был тауҙа тимьян, себер сәскәһе, күк умырзая, урман елбәгә осрай, уларҙын күбеһе "Башҡортостан-
дың Ҡыҙыл китабы"на индерелгән.
3-сө уҡыусы. Сәфәребеҙҙе тағы ла көньяҡҡараҡ бороп, Шәкетау шиханының урынына йүнәләбеҙ. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан көньяҡ-көн-
сығышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта Һәләүек йылғаһының түбәнге ағымының ун яҡ ярында урынлашҡан. (Картала географик урыны күрһәтелә.) Шәкетау шиханының нигеҙ оҙонлоғо 1 километр, бейеклеге иһә 210 метр самаһы тәшкил итә. Шәкетау тарихи атамаһы рус телендә әйтелештә һәм яҙылышта, үкенескә ҡаршы, Шахтау формаһында боҙолоп йөрөтөлә. Дөрөҫ, Шәкетау тигән әйтелеш рус теле өсөн ауырыраҡ, әммә уның шах (шаһ) һүҙенән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ.
Белгестәр әйтеүенсә, 1945 йылдан алып Стәрлетамаҡтағы "Сода" производство берекмәһе шиханды цемент,сода, кер йыуыу порошогы етештерергә сеймал алыу өсөн ҡуллана башлаған. Әйткәндәй, Европалағы иң ҙур ҡеүәтле Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты иҫ китмәле гигант Шәкетаузың бары тик 65 йыл эсендә бөтөнләйгә юҡҡа сығарҙы. Бөгөн шуныһы үкенес Шәкетау шиханы Ер йөҙөнән мәңгелеккә юғалды. Уны хәҙер бер нисек тә кире ҡайтарып булмай!
4-се уҡыусы. Сәйәхәтебеҙ Шәкетауҙан 8 саҡрым көньяҡтараҡ урынлашҡан
Торатау шиханында туҡталайыҡ.
Торатау — Стәрлетамаҡ шихандарының ин көньяҡтағыһы һәм ин бейеге.(Картала географик урыны күрһәтелә.) Шихантауҙын оҙонлоғо 1,2 саҡрым самаһы, ә киңлеге 800 метр. Абсолют бейеклеге 402 метрға еткән. Торатау —юрматы ырыуының "изге" тауы һаналған, сөнки Торатау башҡорт халҡының боронғо тарихы менән айырыуса ныҡ бәйле. Торатауҙа борон башҡорт ҡәлғәләре булған, уның атамаһы ла нәҡ шул хаҡта мәғлүмәт һаҡлай. Төп компонент — "тора" һүҙе әүәлге замандарҙа "крепость, ҡала, нығытмалы торлаҡ" мәғәнәһендә ҡулланылған. Торатау, тимәк, "ҡәлғәтау" тигәнде аңлата. Шихантауҙын көньяҡ-көнбайыш битлә-
үендә ҙур булмаған мәмерйәләр бар.Торатау итәгенә һыйынып Туғар-Салған
күле йәйрәп ята. Тауҙың битләүҙәрендә 100 төрҙән артыҡ үлән үҫемлектәре,
бигерәк тә һирәк осраусы үҫемлек төрҙәре - Гельм астрагалы, Карелин астрагалы, елем үлән һ.б. үҫә. Торатау шиханы 1965 йылда геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. Ләкин, үкенескә ҡаршы, тәбиғәт хазинаһы булған Торатауҙан да урындағы хужалыҡтар төҙөлөш өсөн таш ташыуын дауам итә.
Уҡытыусы. Артабан яңғыҙ тауҙар Мәләүез, Көйөргәҙе райондары ерҙә-
рендә тап була: Аламай, Төньяҡ Ергән. Ергән, Терекле, Күмертау, Ҡунаҡбай
тауы һәм башҡалар.
Бөтә был шихандар - 230 миллион йылдар элек пермь осороноң күренекле рифтары, ул замандарҙа бик йәш булған Урал тауҙарының көнбайыш өлөшөн
йыуған боронғо диңгеҙ эҙҙәре. Улар аҡэзбизле тоҡомдарҙан тора һәм диңгеҙ
фаунаһы өсөн хас булған күп, төрлө-төрлө ҡалдыҡтарҙы һаҡлай.
Билдәле булыуынса, ташкүмер дәүерендә, Ерҙә һөтимәрҙәр ҙә, ҡоштарҙа булмаған һәм һаҙамыҡтарҙа ҡаҙаяҡ һәм ҡырҡбыуын ағастары үҫкән, ә ҡоро
ерҙә тик стегоцефал тигән гигант кеҫәрткеләр йәшәгән саҡта, бөтә Көнбайыш Башҡортостан ере һай ғына йылы диңгеҙ һыуы менән ҡапланған булған. Бары тик Урал тауҙарының әлеге үҙәк өлөшөндә генә ул заманда ук утрауҙар теҙмәһе һуҙылған.
Пермь дәүере башланғас, Уралдың күтәрелеүе көсәйгән. Утрауҙар урынында тотош тау теҙмәһе хасил була ,уның бейеклеге бер нисә километрға етә. Уралдан көнбайышҡа табан ер ҡабығы һығылып, диңгеҙ тәрәнәйә төшкән. Әммә бындай түбәнһеү һыҙатының киңлеге әллә ни ҙур булмаған, ярҙан 60 — 70 километр эскәрәк диңгеҙ төбө тағы һайыҡҡан. Һай һәм тәрән һыу сигендә, рифтар барлыҡҡа килтереүсе диңгеҙ хайуандарына бик уңайлы йәшәү шарттары хасил булған. Тәрән диңгеҙҙән килгән ағымдар уларға аҙыҡ булырҙай туҡлыҡлы матдәләр килтергән.
Бында йәшәгән брахиоподтар, мидиялар, диңгеҙ лилиәләре (ләләләре),гастроподтар, һыуҙан углекислый кальций йотоп, үҙҙәренең һөлдәһен төҙөгән.Аҫҡы пермь дәүере аҙағына һай урындарҙа шул һөлдәләрҙән ҡеүәтле рифтар үҫеп сыҡҡан. (Мәрйен рифтарының коллекция-күргәҙмәһе карала.) Был теҙмә Урал алдынын көнбайышы буйлап йөҙҙәрсә километрға һуҙыла. Һуңғараҡ
ул рифтар тотошлай гипс, ангидрид,аш тоҙо менән ҡатнаша. Рифтар һыҙатының ҡайһы бер өлөштәре генә, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ шихандары ла, ер ҡабығы күтәрелгән урынға тап килеп,ер өҫтөнә ҡалҡып сыға.
Ҡаҙылма рифтар — әлеге көндә Тымыҡ һәм һинд океандарындағы коралл
утрауҙарға оҡшаш һәм Ер шарында һирәк осрай торған күренеш. Шунлыҡтан
улар геологтарҙы бик ҡыҙыҡһындырған өлкә. Халыҡ-ара геологик конгрестарҙа
(1937, 1975, 1984, 1991 йылдар) ҡатнашыусылар ҙа Стәрлетамаҡ шихандарын
килеп күреп, танышып, хайран ҡалды һәм сикһеҙ һоҡланыуын белдерҙе.
III. Нығытыу.
Уҡытыусы. Беҙҙең ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сәйәхәтебеҙ аҙағына яҡынлаш-
ты. Ә хәҙер, уҡыусылар, алынған белем кимәлен тикшереп баһалау маҡсатында
экрандағы кроссворд һорауҙарына яуапбиреп, аҙыраҡ ял итеп алайыҡ.
Кроссворд һорауҙары.
Башҡортостанда урынлашҡан иң ҙур шихан.
Пермь осороноң ҡаҙылмалары.
Башҡортостан шихандарын өйрәнеүсе тәүге ғалим.
Республикабыҙҙа урынлашҡан иң бейек һәм дөрөҫ конуслы шихан.
Башҡортостандағы район?
| | Ҡ | У | Ш | Т | А | У |
| | | Р | И | Ф | | |
Л | Е | П | Е | Х | И | Н | |
| Т | 0 | Р | А | Т | А | У |
Д | Ы | У | А | Н | |
IV. Йомғаҡлау. Беҙҙеңсә, Башҡортостан цемент, сода етештереү өсөн кәрәкле сеймалдың башҡа сығанаҡтарына ла бик бай. Мәҫәлән, Инйәр ауылы биләмәһендә Белорет-Шишмә тимер юлы буйлап бик ҙур мергелдәр ятҡылығы бар. Уларҙы тиҙ арала үҙләштерергә донъяла тиңе булмаған Стәрлетамаҡ шихандарын киләсәккә һаҡлап ҡалдырыу мөмкинлеге бирер ине.
Хөрмәтле уҡыусылар! Республиклибыҙҙағы тәбиғи шихандарҙы күҙ ҡа-
раһылай һаҡлайыҡ. Уларҙың ер йөҙөнән юғалыуына инде һис тә юл ҡуймайыҡ. Сөнки бындай геологик һәм геоморфологик музей ҡомартҡылары Ер йөҙөндә бик һирәк һәм бөтә донъя өсөн фәнни-ғилми әһәмиәткә эйә. Шуға күрә лә уларға ҡарата айырыуса һаҡсыл, хәстәрлекле мөнәсәбәт талап ителә.
Шулай итеп, ер кендеге, ил тарихының асҡысы һәм халыҡ яҙмышының тере шаһиттары булған ғәжәйеп шихан-һәйкәлдәр менән киләсәк быуын
кешеләре лә һоҡланһын һәм ғорурланһын!
1