kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

8 класта “М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы (I бүлек). Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.” темаһына дәрес конспекты

Нажмите, чтобы узнать подробности

8 класта “М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы (I бүлек). Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.” темаһына дәрес конспекты.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«8 класта “М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы (I бүлек). Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.” темаһына дәрес конспекты»







8 класта “М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһы (I бүлек). Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.”

темаһына күрһәтелгән

асыҡ дәрес конспекты




Маҡсаттар:

  • М.Кәримдең биографияһын, үтелгән әҫәрҙәрен хәтергә төшөрөү, “Үлмәҫбай” поэмаһының I бүлеген өйрәнеү. Бер һәм ике составлы һөйләмдәр тураһында төшөнсә биреү.

  • Образға ҡылыҡһырлама биреү, бер һәм ике составлы һөйләмдәрҙе айыра, телмәрҙә ҡуллана белеү һәләттәрен үҫтереү. Бөтә төр универсаль уҡыу эшмәкәрлектәрен үҫтереү.

  • Илебеҙҙе һаҡлап, дәһшәтле һуғышта еңеп сыҡҡан батырҙарға ихтирам, хөрмәтләү хистәре тәрбиәләү.


Йыһаз: Мультимедиа проектор, интернет селтәренә тоташҡан компьютер, (уҡытыусы сайты, скайп менән эш).

Үткәрҙе: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы







Дәрес барышы

  1. Ойоштороу мәле

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайып, дәресебеҙҙә ижади уңыштар теләйек. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡтар ҙа бар, уларға ла, эштәрендә уңыштар теләп, йылмайып тәбрикләйек.

II. Маҡсат һәм бурыстар билдәләү, мотивация тыуҙырыу

Алдарығыҙға иғтибар менән ҡараһағыҙ, унда башҡорт орнаменты төшкән ҡағыҙҙар күрерһегеҙ. Уларҙы һеҙгә ошо серле һандыҡ килтергән. Дәрес буйына әле ул һеҙгә үҙенең хиҡмәттәрен, серҙәрен күрһәтәсәк, һәр бер эшегеҙҙе билдәләп барасаҡ.

Бына уларҙың тағы ла береһе - хат. Мин һеҙгә уҡыйым, кем йәки нимә тураһында һүҙ барғанын аңлаһағыҙ, ҡулығыҙҙы күтәреп яуап бирерһегеҙ.


“Фронтҡа китәм, иптәштәр”, тип,

Ижадын ташламаған,

Ҡурҡыныс һуғыш ҡырында

Шиғырҙар ижад иткән.


Ҡаты итеп яраланып,

Госпиталгә эләккән.

“Өсөнсө көн һыҙлай был ярам”, - тип,

Шиғыр яҙған хаста сағында.


Иҫән сыҡҡан утлы һуғыш юлын,

Һыҙлаһа ла тәрән яраһы.

Иле өсөн, башҡорт халҡы өсөн

Хоҙай һаҡлағандыр күрәһең.


Урыҫтағы Пушкин, Толстой кеүек,

Ҡырғыҙҙағы Сыңғыҙ Айтматов,

Татарҙағы Туҡай, Таҡташ, Йәлил,

Мостай Кәрим -беҙҙең ғорурлыҡ.

  • Кем тураһында һүҙ бара?

  • Тимәк, беҙ бөгөн кемдең ижадын өйрәнәсәкбеҙ?

  • Эйе, дөрөҫ, М.Кәрим ижадын. Һеҙгә уның тағы ла бер шиғырынан өҙөк уҡып ишеттерәм. Ошо шиғыр буйынса бөгөн ниндәй темаға һүҙ алып барыуыбыҙ асыҡланасаҡ.

Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,

Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,



Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн-

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

  • Дәрестә нимә тураһында һүҙ барасаҡ?

  1. Әҙәбиәттән белемде актуалләштереү, яңы тема менән үтелгән тема араһында бәйләнеш булдырыу

1) М.Кәрим, уның ижады тураһында түбән кластарҙа үтелгәндәрҙән нимәләр әйтә алаһығыҙ? Ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Бөтә был мәғлүмәттәрҙе йомғаҡлап, М.Кәримдең тормош, ижад юлы буйынса үҙенең проект эше менән _________________сығыш яһай (алдан эш бирелгән).

Уҡытыусының йомғаҡлауы. Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәрим әҙәбиәттең барлыҡ жанрҙарында ла ижад иткән: шиғриәттә, прозала һәм драматургияла.

2) Бөгөн М.Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһының I бүлеге менән танышасаҡбыҙ.

Дәфтәрҙәрҙе астыҡ, число, теманы яҙып ҡуябыҙ.

  • Беҙҙең алда ниндәй маҡсаттар тора?

  • Нимә һуң ул поэма?

  1. Проблемалы ситуация тыуҙырыу

  1. Поэманың исеменән үк кем тураһында һүҙ барғанын әйтә алаһығыҙмы?

  • Ярай, поэманың I бүлеге менән танышайыҡ. Ысынлап та шулаймы икәнен белербеҙ. Дәреслектең 125-се битен астыҡ. Уҡыу барышында ошондай һорауҙарға яуап уйларға кәрәк. Эште төркөмдәрҙә башҡарабыҙ.

  • 1-сө төркөм өсөн эш. Поэмала кем тураһында һүҙ бара? Кем ул Үлмәҫбай?

  • 2-се төркөм өсөн эш. Уға ниндәй сифаттар хас? Ошо һорауҙарға яуап биргәндә, әйткәндәрегеҙҙе иҫбатлап, дәлилләп барырға кәрәк. (Мәҫәлән: уңған, уңғанлығы уның ҡайҙарҙа күренә?)

  • 3-сө төркөм өсөн эш. Ни өсөн автор геройға Тимеркәй түгел, Дамир түгел, ә Үлмәҫбай, тип исем биргән?

  1. Яңы белемде тәүге тапҡыр үҙләштереү

1) Уҡыусыларҙың поэманы үҙ аллы уҡыуы, уҡытыусы уҡыуы, уҡыусыларҙан уҡытыу

  1. Әҙәбиәттән яңы теманы үҙләштереү буйынса тәүге тапҡыр эшмәкәрлек

Һорауҙарға яуап биреү

-Кем ул Үлмәҫбай?

-Уға ниндәй сифаттар хас?

  • Батыр (ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ, ҡуш йөрәкле)

  • Етеҙ (шәпле, тиҙ)

  • Хәйләкәр (тапҡыр,)

  • Төплө

  • Йор телле

- Ни өсөн автор геройға Үлмәҫбай тип исем биргән?

  1. Метапредмет бәйләнеш тыуҙырыу

Уҡыусылар, рус әҙәбиәтендә лә тап ошондай ҡурҡыу белмәҫ, етеҙ, йор телле һалдат тураһындағы поэма бар. Уның авторын билдәләргә беҙгә серле һандыҡ ярҙам итер. Ул да булһа Александр Твардовскийҙың “Василий Теркин” поэмаһы. Мин һеҙгә “Үлмәҫбай” поэмаһының тап беҙ уҡыған өлөшөнөң тәржемәһенә оҡшаған урынынан уҡып күрһәтәм “Василий Теркин” поэмаһын.

Бьется Теркин,

В драке зоркий,

Утирает кровь и пот.

Изнемог, убился Теркин,

Но и враг уже не тот.


В самый жар вступает драка.


Немец горд.

И Теркин горд.

Раз ты черт,

Так сам я - черт!


Ты не знал мою натуру,

А натура - первый сорт.

Кто одной боится смерти -

Кто плевал на сто смертей.

Пусть ты черт. Да наши черти

Всех чертей

В сто раз чертей.


Бей, не милуй. Зубы стисну,

А убьешь, так и потом

На тебе, как клещ, повисну,

Мертвый буду на живом.


Ах, ты вон как! Драться каской?

Ну не подлый ли народ!

Шундай итеп тасуирланған был образ. Һуғыш тынып торған арала гармунын тартып ебәрә, бөтә һалдаттар уның эргәһенә йыйыла.




  1. Ял итеү минуты

- Беҙ ҙә унан ҡалышмайыҡ. Матур дәртле башҡорт көйөнә бейеп ял итеп алайыҡ. Арағыҙҙа бейеүселәр күпме? Бынан һуң тағы ла артып китер, тип ышанам.

(Хәрәкәттәр күрһәтеү)

  1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте темалары араһында бәйләнеш тыуҙырыу.

-Поэманың тексын тәрәнерәк өйрәнәйек әле. Астыҡ 126-сы битте. Мин һеҙгә текстағы ошо һөйләмдәрҙе яҙып алдым (таҡтала). Улар ябаймы, ҡушмамы?

Һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ, грамматик нигеҙҙәренең аҫтарына һыҙығыҙ. (Таҡтала бер уҡыусы эшләй.) Нимә ул грамматик нигеҙ?

-Яҡшы.

  • Күркәләнеп сығып киттем.

  • Штабҡа илтәләр.

  • Яуапты тапҡыр ҡайтарам.

  • Бына күрәһеңме быны?

Презентацияла һөйләмдәр.

-Хәҙер был һөйләмдәргә иғтибар итәбеҙ. Уларҙың да грамматик нигеҙен табайыҡ.

  • Мин күркәләнеп сыҡтым.

  • Һалдаттар штабҡа илтәләр.

  • Мин яуапты тапҡыр ҡайтарам.

  • Бына һин күрәһеңме быны?

  1. Яңы теманы билдәләү

Ошо ике төркөм һөйләмдәр бер-береһенән нимә менән айырылалар?

Уларҙы нисек атап була? Тимәк, башҡорт теленән тема нисек яңғыраясаҡ? Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйҙыҡ. Ниндәй маҡсаттар ҡуябыҙ алға?

  1. Башҡорт теленән яңы теманы тәүге тапҡыр үҙләштереү

Мин һеҙҙең иғтибарығыҙға тик бер составлы һөйләмдәрҙән генә төҙөгән тексымды тәҡдим итәм.

(Слайд)

Еңеү көнө

9 Май. Совет һалдаттары Берлинда. Рейхстагта Еңеү байрағы. Шатлыҡ ҡатыш күҙ йәштәре. Аллы-гөллө сәскәләр. Дәртле йыр-моң. Көтөп алған Еңеү көнө.

- Һөйләмдәрҙе ҡарайыҡ әле: ҡайһы баш киҫәк составы ғына бар бында. Тимәк, бер составлы һөйләмдәрҙе ниндәй ике төргә бүлеп була.

-Уҡыусылар, был кескенә текста нимә тураһында һүҙ бара? Оҡшанымы. Бына ошонда күренә инде бер составлы һөйләмдәрҙең телмәрҙәге роле. Уларҙың тәьҫир итеү көсө ныҡ. Сөнки баҫым иң кәрәкле һүҙҙәргә генә төшә.

-Еңеү көнөн тап беҙ уҡыған Үлмәҫбайҙар килтергән дә инде. Күп ҡорбандар, күп көс түгеп яулаған улар беҙгә был Еңеүҙе. Ил буйынса улар бер, ике, өс түгел, йөҙләгән, меңләгән, миллионлаған булғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей. Ләкин улар бар әле беҙҙең арабыҙҙа. Мин һеҙгә ошо һанаулы, иҫән, арабыҙҙа булған Үлмәҫбайҙарға - ветерандарға Рәхмәт хаты яҙырға тәҡдим итәм.

Серле һандыҡ беҙгә тағы ла ярҙамға килә. Бына ул. (Ҡағыҙҙа план) Түбәндәге план буйынса эшләйбеҙ:

  • Кемгә һәм нисек өндәшәһегеҙ? (Хөрмәтле, ҡәҙерле)

  • Нимәләр өсөн рәхмәт әйтәһегеҙ? (Яҡты таңдар, тыныс тормош, ирек)

  • Нимәләр теләр инегеҙ? (ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы)

Рәхмәт хаты яҙырға серле һандыҡ һеҙгә өс минут ваҡыт бирә. Ижади уңыштар һеҙгә.

-Афарин, бик матур рәхмәт һүҙҙәре килеп сыҡҡан. Уларҙы былай ғына ҡалдырмайыҡ. Бөгөн бер генә ветерандың күңелен күрә алһаҡ та, беҙ улар алдындағы мәңгелек бурысыбыҙҙы аҙ ғына, өлөшсә булһа ла ҡайтарыр инек, шулаймы. Беҙҙең мәктәп уҡыусылары ярҙам күрһәткән ветеран Мөхәммәтфатих ағай Аитовҡа еткерергә тәҡдим итәм был һүҙҙәрҙе. Бының өсөн Скайп видеоэлемтәгә инәбеҙ. _____________, рәхим ит.

- Фатих ағай, ошондай бәйләнешкә инергә риза булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һау-сәләмәт булығыҙ.

- Беҙ улар алдында мәңгелек бурыслы. Ҡулыбыҙҙан килгән ярҙам: ярҙам күрһәтеү, байрамдар менә ҡотлау, хәлдәрен белеп тороу. Аҙ ғына булһа ла күңел, йөрәк йылыһы менән уртаҡлашыу.

IX. Яңы белемде үҙләштереү кимәлен билдәләү.

Яҡшы, беҙ һеҙҙең менән “Үлмәҫбай” поэмаһының I бүлеген уҡыныҡ, “Ике һәм бер составлы һөйләмдәр” темаһын үттек. Темаларҙы ни кимәлдә үҙләштереүегеҙҙе белер өсөн, сайтымдағы ошо тесты эшләп алайыҡ. Һәр кем үҙаллы эшләй, аҙаҡтан парҙар менән алышып тикшерәбеҙ.

XI. Рефлексия

1) -Дәрестә ҡайһы эш төрҙәрен башҡарыуы һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?

Алдығыҙҙағы башҡорт орнаменты төшөрөлгән ҡағыҙҙар менән билдәләй барырһығыҙ. Эшмәкәрлегегеҙ оҡшаһа - түңәрәген, был эш төрө ауырлыҡтар тыуҙырһа - дүрт мөйөшлөһөн һәм оҡшамаһа – өс мөйөшлөһөн күтәрәһегеҙ.

  • “Үлмәҫбай” поэмаһы өҫтөндә эшләү (уҡыуығыҙ, һорауҙарға яуаптарығыҙ, рус телендәге поэма менән танышыу)

  • Ял минуты

  • Парҙарҙа эшләү - рәхмәт хаты яҙыу, ветеранға еткереү

  • Төркөмдәрҙә эшләү-текст төҙөү бер составлы һөйләмдәрҙән

  • Тест эшләү

  • Серле һандыҡ оҡшанымы?

-Дәрестә эшләүегеҙгә билдәләр ҡуйыр өсөн, Серле һандыҡ биргән жетондарҙы һанағыҙ. Кемдә иң күбеһе?


  1. Өй эше биреү, иструктаж

Өс төрлө кимәлдәге өй эше тәҡдим итәм:

  • Үлмәҫбайҙың һүрәтен төшөрөргә, 5-6 бер составлы һөйләм төҙөргә

  • Үлмәҫбайға телдән ҡылыҡһырлама бирергә, “Еңеү” темаһына 5-6 бер составлы һөйләм төҙөргә

  • Бер составлы һөйләмдәрҙән Үлмәҫбай тураһында хикәйә төҙөргә

-Ҡатнашыуығыҙ, активлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт.

















Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 8 класс

Автор: Муллағәлиева Ләйсән Ришат ҡыҙы

Дата: 21.05.2017

Номер свидетельства: 417405


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства