kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Телебеҙ - халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тел. Туған тел. Әсә теле. Ниндәй бөйөк тылсымлы мәғәнәгә эйә был һүҙҙәр !

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Телебеҙ - халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы.»

Ғаиләм – ҡәлғәм

Инша





Һәр бер кеше бәхетле йәшәргә хыял итә. Бик күп кешеләр бәхетте ғаиләлә күрәләр. Иң беренсе уйҙарың, донъяға ҡарашың, тыуып үҫкән ереңдән, йәшәгән йортоңдан ғаиләңдән башлана. Тыуып үҫкән йортоң иң беренсе йәһәттән, ул һинең ғаиләң, бөтә булмышың һәм яҙмышың. Һәр бер кешенең тормошонда ғаилә ҙур бер роль уйнай. Минең өсөн ғилә әсәйҙән башлана. Бала донъяға тыуғас та иң беренсе әсәйҙең яғымлы тауышын, яратыуын, йылыһын тоя. Әсәй кеше ҡатын – ҡыҙ булараҡ бөтә яҡтан да һәләтле,уңған кеше. Әммә иң мөһиме һәм иң яуаплыһы – ул ғилә усағының йылыһын һүндермәүендәлер.Сөнки әсәй кеше ғаиләлә йылылыҡты һаҡлаусы һәм яҡлаусы. Нескә күңелле, әммә шул уҡ ваҡытта үҙенән күрә көслө лә әсәйҙәргә өй эштәре, ашарға бешереү, йыйыштырыу, бергә өй эштәрен эшләшеү кеүек байтаҡ эштәр иңдәренә ята. Әсәйҙәрҙең шулай бөтә яҡлап та өлгөрөүҙәренә хайран ҡалам. Шуғалыр ҙа беҙҙең өйҙә тыныс, йылы. Әлбиттә әсәйҙәр бер үҙҙәре генә бындай йылылыҡты булдыра алмайҙар. Матур ныҡлы ғаилә булһын өсөн, бөтә ғаилә ағзалары бер – береһенә ҡарата ихтирамлы һәм түҙемле булырға тейеш тип уйлайым. « Бер – береңә ярҙам итеп, ҡәҙерләп торғанда ғына ғаилә ныҡлы була ул », - ти әсәйем.

Һәр бер ғаилә үҙҙәренсә ниндәй ҙә булһа ғаилә байрамдары үткәрә. Беҙ ҙә атайым, әсәйем һәм туғандарым менән төрлө байрамдар, ярыштар үткәрәбеҙ. Төрлө йырҙар йырлайбыҙ, уйнайбыҙ, рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Ә шулай ҙа иң яратҡаны тәбиғәт ҡосағында булыу. Ҡышын саңғыла йөрөйбөҙ, йәйен һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынабыҙ. Балыҡ ҡармаҡларға ла өлгөрәбеҙ. Көҙөн бәшмәк йыйып, төрлө салаттар әҙерләйбеҙ. Салаттар шул хәтле тәмле килеп сыға, телеңде йоторлоҡ. Ошондай күңелле ваҡиғалар беҙҙең ғаиләбеҙҙе тағы ла ныҡыраҡ яҡынайта һәм күңел түрендәге нескә генә ҡылды ҡалынайтып, бәхетле итә. Ныҡлы ғаилә усағы һәр кешенең тормошонда иң ҙур һәм мөһим роль уйнайҙыр был донъяла. Бер кеше лә ғаиләһеҙ йәшәй алмай. Минең өсөн дә ғаилә иң беренсе урында тора. Сөнки мине унда һәр саҡ түҙемһеҙләнеп көтәләр һәм йылмайым ҡаршы алалар. Беҙҙең ғаиләбеҙ – ул беҙҙең терәгебеҙ. Шуға күрә лә « Ғаиләм - ҡәлғәм», - тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 6 класс

Скачать
Телебеҙ - халҡыбыҙҙың иң ҙур хазинаһы.

Автор: Зайнуллина Мадина Ахатовна

Дата: 01.12.2017

Номер свидетельства: 441695


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства