kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Статья на тему: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың этник мәҙәниәт компетенцияларын үҫтереү һәм формалаштырыу"

Нажмите, чтобы узнать подробности

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уыусыларҙың этник мәҙәниәт компетенцияһын үҫтереү һәм формалаштырыу." темаһы буйынса статья

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Статья на тему: "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың этник мәҙәниәт компетенцияларын үҫтереү һәм формалаштырыу"»


Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың этник мәҙәниәт

компетенцияһын үҫтереү һәм формалаштырыу

Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Бөрйән муниципаль районы Байназар дөйөм

белем биреү учреждениеһы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мәһәҙей

филиалының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы


Туған тел – ул һәр милләттең иң ҡиммәтле хазинаһы,тәрбиә һандығы,халыҡтың рухиәтен байытыусы,аралашыу һәм фекер алышыу сығанағы.Туған телеңде белмәйенсә тороп, башҡа халыҡтарҙың телдәрен өйрәнеү мөмкин дә түгел.Быға күпер ,әлбиттә,тик туған тел аша ғына һалына.Бөйөк тел ярҙамында сал быуаттар төпкөлөнән һәр халыҡтың ҡабатланмаҫ тарихы, милли мәҙәниәте,йәшәйеш үҙенсәлектәре,ғөрөф-ғәҙәттәре,йолалары,быуындан быуынға тапшырылып,һаҡланып ҡала килә.Әсәләр үҙ балалары менән туған телдә донъяның иҫ киткес матурлығы, күп төрлө билдәләре һәм сағыу күренештәре хаҡында әңгәмә ҡора.Шуға күрә беҙ туған телебеҙҙе күҙебеҙҙең ҡараһылай яҡларға һәм һаҡларға тейешбеҙ.Туған теле барҙың туған рухы ла бар.Был турала оноторға ярамай. Түкмәй-сәсмәй генә киләһе быуынға халҡыбыҙҙың рухиәтен байытыусы ,быуындарҙы быуындарға ялғаусы туған телебеҙҙе ҡиммәт итеп тапшырырға бурыслыбыҙ.

Беҙҙең мәктәбебеҙҙең уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегендә уҡыусыларға рухи-әхлаҡи,интернациональ һәм патриотик тәрбиә биреү дәрестәрҙә һәм кластан тыш сараларҙа күп төрлө заманса технологиялар һәм алымдар ярҙамында алып барыла.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм башҡа тел дәрестәрендә уҡыусыларҙың күңелендә әхлаҡи-патриотлыҡ, кешелеклелек,әҙәплелек һыҙаттары,башҡа милләттәргә , республикабыҙҙың тарихына, ғөрөф-ғәҙәт,йолаларыбыҙға ихтирам менән ҡарау һәм ҡыҙыҡһыныу хистәре уяна.Байрамдарҙа уҡыусылар милли кейемдәр кейеп, туған телдә йырлап-бейеп, ҡурай моңо оҙатыуында шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙарын яттан һөйләп, ата-әсәләрҙе, килгән ҡунаҡтарҙы хайран итәләр.Беҙ мәктәптә уҡыусыларға этник мәҙәни белем биреүгә ныҡлы иғтибар бирәбеҙ.Ауылыбыҙҙың, районыбыҙҙың, республикабыҙҙың күренекле кешеләре менән осрашыуҙар,тыуған яғыбыҙҙың төрлө тарихи һәм тәбиғи мөйөштәренә экскурсиялар, уҡыусыларҙың конкурстарҙа,ярыштарҙа,байрамдарҙа,халыҡ ансамблдәре,бейеү коллективтары смотр-конкурстарында ҡатнашыуҙары, дәрес-әңгәмәләр үткәреү һәм башҡа тәрбиә һәм уҡытыу формалары тормошҡа ашырыла.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар халыҡ әкиәттәре,йомаҡтар,мәҡәлдәр,тиҙәйткестәр,һанашмаҡтар менән танышалар.Халҡыбыҙҙың героик эпостарын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирелә.

Уҡыусыларҙың этник мәҙәниәт компетенцияһын байытыуҙа тыуған яҡты өйрәнеү төп сара булып тора.Улар тарих,сәнғәт,мәҙәниәт,тыуған яҡ әҙәбиәте менән ныҡ ҡыҙыҡһына. Гражданлыҡ тәрбиәһен биреү өлкәһендә тыуған яҡты өйрәнеү-бик яҡшы мәктәп. Халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында һаҡланып килгән тарихи һәм мәҙәни тәжрибәһенә таянып ҡына бөгөнгө йәш быуын тулы ҡанлы тормош алып бара ала икәнлеге бик дөрөҫ.

Беҙҙең мәктәптә минең етәкселектәге бик бай тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Уҡыусыларыбыҙ үҙ шәжәрәһен,ауылыбыҙҙың бай тарихын яҡшы белә.Һәр уҡыусы бик ҙур теләк менән үҙҙәренең нәҫел шәжәрәһен төҙөйҙәр,реферат,иншалар яҙалар.

Халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында еңеүенең 70 йыллығын байрам иткән көндәрҙә, беҙҙең уҡыусыларыбыҙ, үҙҙәренең еңеүсе олаталарының фотографияларын тотоп, ауылдаштарыбыҙ менән бергә “Үлемһеҙ полк” байрағы аҫтында сафтарға теҙелеп урамдан үттеләр.Бындай саралар һәр йәш кеше күңелендә өлкән быуынға хөрмәт менән ҡарау хисе тәрбиәләй, патриотлыҡ тойғолары уята.

Мәктәп музейында уҡыусыларға ҡыҙыҡлы экскурсиялар ойошторам.Шулай уҡ улар менән берлектә экспонаттар йыйыу эше даими рәүештә алып барыла. “Кәкүк сәйе”, “Кәкүк төкөрөктәре”, “Һабантуй”, “Боҙ оҙатыу”, “Еп иләү”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Уңыш байрамы”, “Ҡаҙ өмәһе” кеүек үҙебеҙҙең яҡтағы байрамдарҙы,йолаларҙы өйрәнәбеҙ һәм үткәрәбеҙ. Милли мәҙәниәтте,милли йолаларҙы өйрәнеүгә ылыҡтырыу уҡыусыларҙы изгелеккә,бер-береһен хөрмәт итергә,аңларға,яуаплылыҡҡа һәм башҡа иң матур дөйөм кешелек сифаттарына эйә булырға ынтылыш бирә.


Милли байрамыбыҙ һабантуйҙың әһәмиәте бик ҙур.Был байрам дуҫлыҡ,татыулыҡ,берҙәмлек байрамына әүерелә.Был байрам һәр кем күңелендә ҡунаҡсыллыҡ,хеҙмәткә һөйөү,дуҫлыҡ,гуманлылыҡ тойғоһо тәрбиәләй.

Башҡорт теле дәресендә ерле материалды файҙаланыу уҡыусыларҙы рухи яҡтан үҫештерә.Бындай мәғлүмәттәр уҡыусыға тыуған яҡтың матурлығын һәм байлығын күрә белергә,үҙенең Кесе Ватанының үткәнен һәм бөгөнгөһөн тәрән аңларға ярҙам итә.Дәрестәрҙә тыуған Башҡортостаныбыҙ тураһындағы киң мәғлүмәт сараларын һәм әҙәбиәтте киң ҡулланам.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу программаһы уҡыусыларҙың рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен байытыуға нигеҙләнгән.Уҡытыусы үҙе лә халҡының туған телен,әҙәбиәтен һәм мәҙәниәтен яҡшы белергә тейеш.Ул бит һәр уҡыусы,шәхес күңелендә милли ғорурлыҡ тойғоһо уята,йүнәлеш бирә.Уҡытыу-тәрбиә эшендә уҡыусыға үҙ аллы үҫешһен өсөн яҡшы уңайлыҡтар булдырыу этник үҙ-ара бәйләнеш системаһында беҙҙең эштә приоритет булып тора.

Башҡорт фольклоры уҡыусыларҙы тәрбиәләүҙә ҙур әһәмиәтле урын биләй.Башҡорт халыҡ әҫәрҙәре уҡыусыларҙың аҡыл үҫешенә,эстетик һәм әхлаҡи тәрбиә биреүҙә ыңғай йоғонто яһай. Шәхесте үҫтереүҙә туған телебеҙгә,тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш булдырыуҙы оноторға ярамай. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәре - улар тормош,мәҙәниәт һәм тәрбиә дәрестәре.

Намыҫ,ышаныслылыҡ,кешелек дәрәжәһе,ғаиләгә,мәктәпкә,Ватанға һөйөү,гражданлыҡ… Дәрестәрҙә был юғары сифаттарҙы тәрбиәләү эше беҙҙең мәктәптә яҡшы ҡуйылған.Бөйөк Ватаныбыҙға,уның тарихының һәм мәҙәниәтенең героик биттәренә арналған дәрестәр үткәрелә.Уҡыусыларыбыҙ тарихи китаптар,ваҡытлы матбуғат баҫмаларын яратып уҡыйҙар.Радио һәм телевизорҙан ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар ҡарайҙар.Күбеһенсә бындай эштәр өйгә бирелә.Уҡыусыларыбыҙ кластан тыш сараларҙа,мәктәп,район,төбәк-ара конкурстарҙа ҡатнашып,призлы урындар яулайҙар.

“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре ” ҡанунын тормошҡа ашырыу барышында беҙҙең мәктәп уҡытыусылары уҡыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли йолалары нигеҙендә тәрбиәләүгә ныҡлы иғтибар бүләләр. “Дан йырлайым һиңә,Ватаным!”, “Минең яратҡан уҡытыусым”, “Ғорурланам һинең менән,тыуған Башҡортостаным!”, “Ер хужаһы” һәм башҡалар; төрлө темаларға туған телдә шиғыр ятлаусылар конкурсы, “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр конкурсы, “Балалар әҙәби картаһы” республика конкурсы, “Минең Рәми” яттан шиғыр һөйләүселәрҙең республика Интернет-видеоконкурсы,шағир һәм яҙыусыларҙың юбилейҙарына арналған республика конкурстарында бик теләп ҡатнаша уҡыусыларыбыҙ.

Туған әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың китап уҡыуға ынтылышы бермә-бер арта бара. Үҙ туған телеңдәге ҡыҙыҡлы китаптарҙы уҡыу китап уҡыуға ынтылышты арттыра ғына. Туған телдә уҡыу уҡыусыларҙы рухи-әхлаҡи тәрбиәләү дәрестәре икәнлеген оноторға ярамай.

Минең уҡыусыларым предметым буйынса мәктәп,муниципаль һәм төбәк-ара олимпиадаларҙа,төрлө кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференцияларҙа йылда ла ҡатнашып,яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте,Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиадаларҙа минең уҡыусыларым йылда ла муниципаль кимәлдә призлы урындар яулайҙар.Былтырғы уҡыу йылында 9-сы кластан минең уҡыусым Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте фәненән беренсе урын яулап,төбәк-ара олимпиадала,унан алдағы йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында уҡыусым беренсе урын яулап,төбәк-ара олимпиадала ҡатнашты.Башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй Дистанцион олимпиадаһында ике уҡыусым еңеүсе булып,дипломға лайыҡ булдылар. “Кейекбаев уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһында бер уҡыусым еңеү яулап, беренсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.Башҡорт теленән эҙләнеү эштәре муниципаль,республика конкрстарында минең уҡыусыларым бик теләп ҡатнашалар һәм һәр ваҡыт юғары уңыштар яулайҙар.

Шулай итеп,беҙ,туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары,илебеҙҙең ысын патриоттарын тәрбиәләйбеҙ һәм уҡытабыҙ,мәктәбебеҙгә,районыбыҙға,тыуған республикабыҙға,туған телебеҙгә,Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һөйөү һәм ихтирам тойғолары тәрбиәләйбеҙ.Ғаиләнән,мәҙәни ҡиммәттәрҙе,мәҙәниәтте,тарихты,төрлө милләт халыҡтары менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлауҙан башланған этник мәҙәниәт белеме- уҡыусыларҙа әхлаҡи-патриотик һыҙат булдырыуҙың төп нигеҙе.Уҡытыусының төп маҡсаты- ул үҙ иленең булдыҡлы,һәр яҡлап үҫешкән,гармониялы граждандарын тәрбиәләү.Йәмғиәт тормошона әҙерлекле,эшһөйәр,яңы заман технологиялары менән эш итә белгән,күп милләтле тыуған илебеҙҙең патриоты булырлыҡ,үҙ туған телен һәм әҙәбиәтен,мәҙәниәтен,үҙ халҡының күп быуатлыҡ тарихын,бай этник йолаларын яҡшы белгән,уларҙы һаҡлаған,дәғүәселеккә һәләтле һөнәр эйәләре- шәхестәр тәрбиәләү-беҙҙең һәр беребеҙҙең бурысыбыҙ.
























































































Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Прочее

Автор: Сайда Габдинуровна Саяхова

Дата: 01.05.2023

Номер свидетельства: 630638


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства