2015 ЙЫЛ- ӘҘӘБИӘТ ЙЫЛЫ
Ш ӘЙЕХЗАДА БАБИЧТЫҢ
ТЫУЫУЫНА - 120 ЙЫЛ
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
ДҮРТӨЙЛӨ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОН
ХАКИМИӘТЕНЕҢ МӘҒАРИФ БҮЛЕГЕ
Мин бәхетле тыуған еремдә
(“Республикама дан йырлайым” конкурсына)
Башҡарыусы:
Дүртөйлө районы муниципаль район
урта дөйөм белем биреү учреждениеһы
Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
7-се класс уҡыусыһы М өхәмәтова Эльза
Етәксеһе:
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы
- Башҡарыусы: Дүртөйлө районы муниципаль район урта дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы М өхәмәтова Эльза Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы
- Башҡарыусы: Дүртөйлө районы муниципаль район урта дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы М өхәмәтова Эльза Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы
- Башҡарыусы: Дүртөйлө районы муниципаль район урта дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәскәү урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы М өхәмәтова Эльза Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәдиева Илүсә Әсғәт ҡыҙы
Ш ӘЙЕХЗАДА БАБИЧ ИЖАДЫ БУЙЫНСА ҺҮРӘТЛЕ ВИКТОРИНА
Һүрәттәрҙең исемен дөрөҫ атаһаң, Ш.Бабич шиғырҙарының исемен белерһең
Ҡаҙ бәпкәләре
Өй эсендә, ишек босмағында,
Бер ҡаҙ ултыра алтын ояла.
Аҡ сымылдыҡ менән ҡороп ҡуйған.
Оҡшатамын наҙлы кейәүгә.
Түшәктәрең алтын, юҡтыр зарың,
Балаларың көмөш күкәйҙә.
Күкәйҙәрен тишеп сығыуҙарын
Тыныс ҡына ултырып көт әйҙә.
Ҡурайҡайға
Һыҙҙырт, ҡурай, үткән ҡайғыларҙы,
Өҙҙөрт, ҡурай, йөрәккәй ҡылдарын,
Һиҙҙерт, ҡурай ҡайнар тойғоларҙы,
Һөйҙөрт, һөйләп башҡорт моңдарын
Ҡышҡы юлда
Их, рәхәт шыуа сана, юрта ат талғын ғына,
Яҡ-яғымда киң ялан йоҡлап ята тып-тын ғына.
Алдымда аҡ ҡар йәйелгән, ялтырап ап-аҡ булып,
Ынйы-мәрйендәр сәселгән өҫтөнә ваҡ-ваҡ булып.
Скрипка
Әй минең һыҙғыслы нәмәм, әй матур кәкре муйын!
Әй күңелдең наҙлы урынынан урын тотҡан уйын.
Мин ғашиҡ булдым һиңә, әй скрипка, әйҙә һыҙ!
Әлдә һин бар, юҡһа донъям мәғәнәһеҙ һәм файҙаһыҙ.
Ҡыҙ
«Ҡыҙ» тигәс тә күңелгә ҡыҙған тимер баҫҡан кеүек.
Йәш йөрәкте ҡайнатып,
ут ташҡыны ташҡан кеүек.
Охотник
Ап-аяҙ бер яҙ көнөндә ҡырҙа йөрөнөм көн буйы,
Ҡалманы йөрөлмәйенсә сәхрә, урман, күл буйы.
Мин бер үҙем йөрөмәнем: бер бик матур эт – Моська бар,
Һәм дә ау аулап йөрөүсе бер охотник дуҫ та бар.
Мандолин
Эй үҙәк өҙгөс тауышлы, моңло, зарлы мандолин,
Килсе, моңлансы өҙөп бер,
мин дә тыңлап моңланыйм.
Һин минең йән серҙәшем,
йән моңдашымһың, мандолин!
Сергә бөткән, моңға бөткән
зарлы тауышың йәнгә им.
Ярғанат
Ниңә көндөҙ османың һуң,
әй аҡылһыҙ ярғанат?
Хәл йыйыр, йоҡлар ваҡытта һин йөрөйһөң осҡолап.
Һин оса тип, төн ағармаҫ, һәм ҡояш ҡайтмаҫ кире
Уңмаған һин, әйләнәңде ҡаплаған ғәфләт сире!
Ике аҡҡош
Күк ҡабағы асылған бер нурлы төндә
Күренде ике аҡҡош көньяғында.
Төштөләр ҡаңғылдашып осоп барып,
Зәңгәр офоҡ аҫтындағы серле күлгә.
Кәзә менән дуңғыҙ
«Был дуңғыҙға төшөндөрөп булмай
Икән», - тип тып-тыныс кәзә йүнәлде.
Барып дуҫтарына дуңғыҙ, һөйөнөп:
«Кәзә мәлғүнде еңдем» – тип һөйләнде.
Ике шәкерт
Бер бүлмәлә ике шәкерт дуҫ ҡына торған була,
Эстәре бошҡанда йырлап, уйнаған, көлгән була.
Керһә алдарына ҡыҙ, дуҫлыҡтары сиктән аша:
«Ҡыҙҙы мин ҡосам элек»,- тип дөп тә дөп йоҙроҡлаша!
Тын төн
Тын ғына, тып-тымыҡ бер төн ине,
Шишмәкәй шылтыр-шылтыр-шылтыр ине...
Мин ятамын, шул тынлыҡта уйлай-уйлай,
Ике күҙем йондоҙ һайын ырғып йөрөй.
Һабантуй һәм милли байрамдар
Май халыҡты баҫыуға ҡыуыр, һыйырҙай безләтер,
Көндәрен бушҡа ебәрмәй, көн дә
көн дә эшләтер.
Майҙы үткәргәс халыҡтар, аш менән июнь етер,
Милли байрамдар килерҙәр, бик хозур йыйын етер.
Эй китап
Ап- асыҡ тор һәр ваҡытта, эй китап, баҡһам һиңә,
Ысын, асыл нигеҙле ерҙән күп белемдәр бир миңә!
Эй китабым, эй китап, миңә ҡыл һин хитап,
Һин генә башымдағы сүп-сарҙы алырһың утап.
Гөл сәсәктәре
Тармаҡ – тармаҡ булып һабаҡтары,
Үҫеп ултыра бер гөл янымда;
Тере, йәшел, ҡуйы япраҡтары
Ҡаплап алған һәр бер яғын да.
Шул япраҡҡайҙарҙың араһынан
Атып сыҡты бер көн өс сәсәк;
Бер-береһенән береһе еҫле сәсәк,
Ҡарап туйыуҙарҙан тыш сәсәк.