Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение
средняя общеобразовательная школа им А.Ф. Михайлова д.Николаевка
муниципального района Уфимский район Республики Башкортостан
Рассмотрено На заседании метод.совета Протокол №1 от 28 августа 2020г. | Согласовано Зам. директора по ВР _С.С.Артемьева 2 сентября 2020г. | Утверждаю Директор школы О.Ю.Храмова Приказ № 227-ОД от 2 сентября 2020г. |
Рабочая программа
кружка «ЙӘНШИШМӘ»
для 4 класса
на 2019-2020 учебный год
Составитель программы:
Мавлетбаева Мунира Альтафовна,
учитель высшей категории
2020
Аңлатма яҙыу.
« Йәншишмә” түңәрәгенең эш программаһы.
Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).
Төҙөүсеһе:Мәүлитбаева Мөнирә Әлтәф ҡыҙы.
Дәреслек: Дәүләтшина М.С.,Н.Н.Кинйәбаева,Г.М.Садыкова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2018.
Программа кимәле : базис.
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты: Ғәбитова З. М., Толомбаев Х. А. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. – Өфө: Башҡортостан, 2006.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты : Дәүләтшина М.С., Н.Н.Кинйәбаева,Г.М.Садыкова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2018.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2018.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Николаевка дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:
Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар.
Балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү.
Грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү.
Республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү.
Программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу. Башҡортса телмәр төҙөү.
Уҡыу - уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
һорауҙарға яҙма яуаптар ;
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың түңәрәктә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Күсереп яҙыу-4
Һорауҙарға яуап-2
Диктант-2
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
1.Башҡортостан-тыуған илем.-2 с.
Бөтә балалар өсөн ҙур байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, Башҡортостан тураһында белемде тәрәнәйтеү. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау).Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.
2.Беҙҙең ғаилә-2 с.
Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Минең шәжәрәм.Шәжәрә төҙөү . Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.
3.Башҡорт халыҡ аштары 1 с.
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу.Бал,икмәк,ҡымыҙ,бауырһаҡ,ит аҙыҡтары тураһындаһөйләшеү.
4. Башҡорт халыҡ кейемдәре 1 с.
Башҡорт халҡының милли кейемдәре тураһында мәғлүмәт биреү,ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре өлгөләре менән таныштыры
5.Башҡорт халыҡ ижады 8 с.
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
6.Төҫтәр 1 с.
Төҫтәр тураһында төшөнсә .Ҡылым Уның заман мәғәнәләре.
7.Тиҙҙән Яңы йыл 1 с.
Яңы йыл тураһында йырҙар,шиғырҙар өйрәнеү.
8.Беҙ һанайбыҙ 5 с.
Һандар тураһында төшөнсә.Беҙ һанайбыҙ.Һандарҙың төркөмсәләре.Беҙ уйнайбыҙ.Һанашмаҡтар,әйтемдәр.
9.Уҡыу әсбаптары 1 с.
Уҡыу әсбаптары тураһында белешмә биреү,һүҙҙәр ятлау.
10.Һаумы,һаумы әкиәт! Рәүеш. 4 с.
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
11.Йырлайыҡ бергә.2с.
Башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлау,уларҙың эстәлеге тураҙында әңгәмәләшеү.
Башҡортостан,тыуған ил тураһында йырҙар өйрәнеү.Ярҙамсы һүҙҙәр,уларҙың мәғәнәләре.Һөйләм.
12.Йорт хайуандары һәм ҡоштары 3 с.
Йорт хайуандары һәм ҡоштары. Ҡарға бутҡаһы байрамы.Йомаҡтар.Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.
Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә баш һәм эйәрсән киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.
13. Һаумы,һаумы “Аҡбуҙат”!1 с.
Аҡбуҙатта ҡунаҡта.Журналдарға күҙәтеү.
14.Милли байрам-Һабантуй.1 с
Балалар һабантуйы.
15.Һаумы,йәй! 1 с.
Тәбиғәткә сәйәхәт.Экскурсия.
IV класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.
«Башҡортостан » темаһы буйынса тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға- күлдәре, кейем- һалымы, ижады тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү.
Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү.
Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.
Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;
Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау.
КУРСТЫ ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ ШӘХСӘН, ТАНЫП БЕЛЕҮ ҺӘМ МЕТАПРЕДМЕТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ
Предмет һөҙөмтәләре:
- башҡорт теленең башҡорт милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдыра;
- өн һәм хәрефте айыра;
- әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ тыңлай, йөкмәткеләрен һөйләй;
- башҡорт телендә йырҙар йырлай;
- таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләй белә;
- башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙа;
- текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе күсереп яҙа;
- телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде еткерә ала;
- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙа;
- 3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙа ала.
Метапредмет һөҙөмтәләре:
- аудирование һәм уҡыу: телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте(коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер) адекват ҡабул итә;
- төрлөсә уҡыу күнекмәләренә эйә була (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);
- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге арта (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурслары); һүҙлектәр менән иркен ҡуллана ала;
- уҡыусы диалог төҙөй белә;
- картина буйынса һөйләй ала;
- үҙе, ғаиләһе йә дуҫтары тураһында һөйләргә, уҡыған тексты аңлы һөйләй;
- ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй ;
- ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп ҡысҡырып уҡый белә;
- был тексты үҙ аллы аңлы уҡый;
- унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡый;
- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа бирә белә;
- башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләренә эйә була;
- бер телдән икенсеһенә тәржемә итә ала.
Шәхси һөҙөмтәләр:
- башҡорт теленә ҡарата ихтирам тәрбиәләнә;
- аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә була һәм үҙ фекерен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштерә;
- үҙ телмәрен күҙәтә һәм уны баһалау күнекмәләренә була;
- алынған белем күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белә;
- телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша ала, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡуллана.
Тематик план 4 класс.
№ | Бүлек темалары | Диктант | Ижади эштәр |
1 | Башҡортостан-туған илем-2 с | | |
2 | Беҙҙең ғаилә-2 с | | 1 |
3 | Башҡорт халыҡ аштары-1 с | | 1 |
4 | Башҡорт халыҡ кейемдәре-1 с | | |
5 | Башҡорт халыҡ ижады-8 с. | | |
6 | Төҫтәр-1 с. | | 1 |
7 | Тиҙҙән Яңы йыл-1 с. | 1 | 1 |
8 | Беҙ һанайбыҙ-5с. | | |
9 | Уҡыу әсбаптары-1 с. | 1 | |
10 | Һаумы,һаумы әкиәт-4 с. | | 1 |
11 | Йырлайыҡ бергә! 2 с | | |
12 | Й орт хайуандары һәм ҡоштары 3 с. | | |
13 | Һаумы,һаумы, “Аҡбуҙат!»1 с. | | |
14 | Милли байрам-Һабантуй 1 с | | |
15 | Һаумы,йәй! 1 с | | |
КАЛЕНДАРЬ ТЕМАТИК ПЛАН
№ | Тема | Сәғәт. һаны | Үткәреү ваҡыты | Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре |
| календ. | факт. |
Башҡортостан - туған илем (2 сәғ) |
1 | Башҡортостан – минең тыуған республикам. | 1 | 4.09 | | Картина буйынса һөйләү, әңгәмәлә ҡатнашыу, ҡурай моңдарын тыңлау. БР Дәүләт гимнын өйрәнеү. |
2 | Әйҙә танышайыҡ! Өндәр һәм хәрефтәр. | 1 | 11.09 | | Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау.Үҙең менән таныштыра белеү. Башҡорт исемдәренең килеп сығышы. |
Беҙҙең ғаилә (2 сәғ) |
3 | Беҙ татыу ғаилә. | 1 | 18.09 | | Аудиояҙманан диалог тыңлау, һорауҙарға яуап биреү. Диалог төҙөү. |
4 | Минең шәжәрәм. Исем | 1 | 25.09 | | Артикуляцион күнегеүҙәр башҡарыу. Шиғыр өҫтөндә эшләү:тасуири уҡыу, тәржемә итеү .Диалог төҙөү. |
Башҡорт халыҡ аштары(1 сәғ) |
5 | Башҡорт халыҡ аштары | 1 | 2.10 | | Башҡорт халыҡ аштары тураһында мәлғүмәт туплау. Проект өҫтөндә эш. |
Башҡорт халыҡ кейемдәре (1сәғ). |
6 | Башҡорт халыҡ кейемдәре. | 1 | 9.10 | | Яңы һүҙҙәрҙе уйын ярҙамында үҙләштереү. |
Башҡорт халыҡ ижады (8 сәғ) |
7 | Башҡорт халыҡ ижады | 1 | 16.10 | | Башҡорт халыҡ ижады өлгөләре менән танышыу.Китаптар күргәҙмәһенә күҙәтеү. Тиҫтерҙәрҙе тыңлау,үҙ фекереңде дөрөҫ итеп әйтеү,яҡлау. |
8 | Әкиәттә ҡунаҡта.Исемдәрҙең килештәр менән үҙгәреше | 1 | 23.10 | | Проект өҫтөндә эш. Тема буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Әкиәттәр тыңлау. |
9 | Башҡорт халыҡ уйындары. | 1 | 6.11 | | Диалогта ҡатнашыу. Башҡорт халыҡ уйындарын өйрәнеү. |
10 | Һанашмаҡтар. Сифат | 1 | 13.11 | | Һанашмаҡтар менән танашыу, йыйыу, ятлау, уйындарҙа ҡулланыу |
11 | Һамаҡтар. Сифат дәрәжәләре | 1 | 20.11 | | Һамаҡтар менән танышыу, йыйыу, ятлау |
12 | Тиҙәйткес-телемде төҙәткес | 1 | 27.11 | | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтеү. Диалогта ҡатнашыу. |
13 | Мәҡәлдәр.Ҡылым. | 1 | 4.12 | | Мәҡәлдәр йыйыу. Тематика буйынса төркөмләү.Китапсыҡтар яһау. |
14 | Һынамыштар. Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ- юҡлыҡта килеүе. | 1 | 11.12 | | Һынамыштар йыйыу. Тематика буйынса төркөмләү |
Төҫтәр (1сәғ) |
15 | Төҫтәр. Ҡылым. Уның заман мәғәнәләре | 1 | 18.12 | | Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү, һүҙбәйләнештәр төҙөү. Әкиәт күрһәтеү. |
Тиҙҙән Яңы йыл(1сәғ) |
16 | Тиҙҙән Яңы йыл. | 1 | 25.12 | | Яңы йыл тураһында йырҙар өйрәнеү, шиғырҙар ятлау |
Беҙ һанайбыҙ (5сәғ) |
17 | Һандар. | 1 | 15.01 | | Башҡортса һанарға өйрәтеү. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү, һандарҙы дөрөҫ яҙыу һәләтен үҫтереү. |
18 19 | Беҙ һанайбыҙ. Һандарҙың төркөмсәләре. | 2 | 22.01 29.01 | | Һүрәттәр буйынса һөйләү, һанау. Тәртип һандарының яһалышын аңлау. Тема буйынса һүҙҙәр үҙләштереү, дөрөҫ яҙыу |
20 21 | Беҙ уйнайбыҙ. | 2 | 1502 12.02 | | Яңы һүҙҙәрҙе уйын ярҙамында үҙләштереү. Яңы уйындар өйрәнеү, һанашмаҡтар ятлау. |
Уҡыу әсбаптары (1сәғ) |
22 | Уҡыу әсбаптары. Алмаш | 1 | 19.02 | | Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ әйтеү, күрһәтеү. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу |
Һаумы, һаумы, әкиәт! (4сәғ) |
23 24 25 | Һаумы, һаумы, әкиәт!Рәүеш. | 3 | 26.02 5.03 12.03 | | Әкиәттәр тыңлау, уҡыу, сәхнәләштереп күрһәтеү |
26 | Мин әкиәт ижад итәм | 1 | 19.03 | | Әкиәт ижад итеү |
Йырлайыҡ бергә! (2сәғ) |
27 | Башҡорт халыҡ йырҙары. Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре | 1 | 2.04 | | Башҡорт халыҡ йырҙары тарихы. Тыңлау. Өйрәнеү |
28 | Йырлайыҡ бергә! Һөйләм. “Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. | 1 | 9.04 | | Йыр өйрәнеү (“Зонтик”). Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. |
Йорт хайуандары һәм ҡоштары (3сәғ) |
29 | Йорт хайуандары. | 1 | 16.04 | | Тема буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Шиғырҙар ятлау |
30 | Йорт ҡоштары. “Ҡарға бутҡаһы” байрамы. | 1 | 23.04 | | Шиғырҙар ятлау, башҡорт халҡының йолалары менән танышыу. |
31 | Йомаҡтар Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. | 1 | 30.04 | | Өлгө буйынса текст төҙөү. Һүрәттәр төшөрөү. Йомаҡтар сисеү, ребустар төҙөү. |
Һаумы, һаумы, “Аҡбуҙат”! (1сәғ) |
32 | “Аҡбуҙат”та ҡунаҡта | 1 | 7.05 | | Журналдарға күҙәтеү |
Милли байрам- Һабантуй (1сәғ) |
33 | Балалар һабантуйы. | 1 | 14.05 21.05 | | Ярыштарҙа ҡатнашыу. Башҡорт халҡының йолалары менән танышыу. |
Һаумы,йәй! (1сәғ) |
34 | Тәбиғәткә сәйәхәт. Экскурсия | 1 | 30.05 | | Тәбиғәткә ҡосағына сәйәхәткә сығыу, уйындар уйнау. |