kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Творчество земляка Рашита Назарова

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ма?сат: Я?ташыбы?, ша?ир Р?шит Назаровты? тормошо ??м ижад юлы мен?н таныштырыу, ши?ыр?арын                      тасуири у?ыу ??л?тт?рен ??тере?, ??енс?леген а?латыу, ша?ир ижадына ?ы?ы??ыныу, тыу?ан ере??, хал?ы?а ??й??, ?орурланыу той?о?о т?рби?л??.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Творчество земляка Рашита Назарова»

Ауырғазы районы муниципаль районының

Талбазы ауылы 3-сө һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе











Шағир – йондоҙ

Яҡташыбыҙ Рәшит Назаров ижадына арналған әҙәби кисә













Үткәрҙе: Вәлитова Г.Ф.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы







Талбазы-2009







Маҡсат: Яҡташыбыҙ, шағир Рәшит Назаровтың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыу, шиғырҙарын тасуири уҡыу һәләттәрен үҫтереү, үҙенсәлеген аңлатыу, шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу, тыуған ереңә, халҡыңа һөйөү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: Р.Назаровтың китаптары, портреты, биографик папка, плакат, магнитофон, кассета, ТВ, диск.

Дәрес барышы: I Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ, уҡыусылар, ултырығыҙ.Кешелек донъяһы башланғандан бирле донъяға күпме сәсәндәр, шағирҙар, һүҙ: оҫталары тыуған.Улар халыҡтың ғорурлығы ғына булып ҡалмай, милли мәҙәниәттең символына әүерелгән.Донъя күләмендә күренер оло таланттар башҡорт улдары һәм ҡыҙҙары араһында ббулған һәм буласаҡтар.

- Уҡыусылар, һеҙ һүҙ оҫталары, ижадсылыр тураһында күп беләһегеҙ.Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрәйек, ниндәй яҙыусыларҙы, шағирҙарҙы беләһегеҙ?

- М.Кәрим, З.Биишева, Р.Ғарипов, Ш.Бабич, М.Аҡмулла

- Афарин, уҡыусылар.Ә беҙҙең Ауырғазы еренәнг сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе беләһегеҙме?

- С.Рәхмәтулла, Ғ.Ибраһимов, Ә.Әсәҙуллина,Р.Назаров.

- Быйыл 1 ноябрҙә яҡташыбыҙ, шағир Рәшит Назаровтың тыуыуына 65 йыл тула.Бөгөнгө дәресебеҙҙе беҙ уның ижадына арнайбыҙ.Һеҙҙең алда уның ижадына арналған материалдар.

Иҫтә ҡалдырырға еңеләерәк булһын өсөн беҙ логик-мәғәнәүи модель төҙөйбөҙ.Һеҙҙең алда аҡ ҡағыҙ биттәре ята.Өҫкә число, теманы яҙып ҡуябыҙ.

Ун өсөнсө октябрь.

Йөрәгемде һеҙгә илтәм! Р.Назаровтың тормошо һәм ижады.

  • Ике һыҙыҡ һыҙабыҙ.Береһенең осона тормошо, икенсеһенә ижады тип яҙабыҙ.

  • Р.Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында Фатима һәм Сәйетбаттал Назаровтарҙың ғаиләһендә донъяға килә.

( Т.Ю.Төрөмбәт ауылы 1944 й. тип яҙып ҡуябыҙ)

  • Уның Тыуған яғына арналған шиғырҙары бик күп. “ауылыма “ шиғырын Розалина уҡып күрһәтә.

Өршәк буйҙарында һыуҙа йөҙөп,

Ялан гиҙеп тыуған еремдә,

Бәхет йылылығын үҫтем һиҙеп,

Йөрәгемдең иң-иң түрендә….

  • Афарин, Розалина.

  • Рәшит тыуған ауылында ябай бала булып үҫә.Ауылда мәктәптә уҡый.Класташтары, уҡытыусыларының хәтерләүҙәре буйынса ул күп уҡый, тәбиғәт ҡосағында йөрөргә ярата. Ул 11 йәшендә тәүге шиғырын яҙа.Ә хәҙер шағирҙың беренсе уҡытыусыһы З.Ибраҡованың һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.(ТВ.Г.Батталова “Йөрәк” фильмы)

  • Бына, 1962 йылда уға ни бары17 йәш, ошо йылда ул 265 шиғырын яҙа. “Япраҡ”,”Бәхет”,”Баҫыуҙа таң”,”Йөрәк”.Иң билдәәле шиғырҙарының береһе “Йөрәк! Тип атала.Уны Инесса уҡып ишеттерә.

Йыртып астым күкрәгемде ,

Йолҡоп алдым йөрәгемде,

Һәм йомарлап устарыма,

Илттем уны дуҫтарыма…

  • Афарин, Инесса. Был шиғырҙы Савельев САС сыуаш теленә тәржемә иткән.Наташа Тарасова уҡый.

Таҡтала шиғыр буйынса һүҙлек эше: хурланыу, хис.

- Шиғыр нимә тураһында?Әңгәмә.

(И.Ю.һыҙығына “Йөрәк “ шиғыры 1962 й.тип яҙабыҙ)

- Танылған шағир Н.Нәжми үҙенең бер мәҡәләһендә Р.Назаровты былай тип иҫенә төшөрә.Эльвира уҡый.” Класта уҡып йөрөгән Төрөмбәт ауылы малайын Яҙыусылар союзына саҡырттыҡ.Был ғәжәйеп малайҙы үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәһебеҙ килә ине. Ул килде, беҙ шиғырҙарын уҡыныҡ, ул өндәшмәй тик ултырҙы.Б.Бикбай: Үҙең Рәшит, үҙең Назаров- ике ҙур шағирҙың исемен бергә ҡушҡанһынң,онотма”-тине”

  • Уҡыусылар, Б.Бикбай ниндәй ике ҙур шағирҙы күҙ уңында тотто икән?

  • Р.Ниғмәти, Н.Нәжми.

Р.Назаровтың ижадын өйрәнеүсе дуҫы Әсхәл әхмәт Хужа бына нисек хәтерләй.Алина:

Стәрлетамаҡта уҡып йөрөгән саҡта, уҡырға инеүселәр исемлегендә Назаров фамилияһын күреп ҡалдым…”(Китабы)

(Т.Ю.һыҙығына Әрме хеҙмәте тип яҙабыҙ)

- Ул Силәбе өлкәһенең Злотоуст ҡалаһында хеҙмәт итә.Унда ла ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй.Һалдат тормошо, бурысы, ил, Ватан хҡында уйланыуҙары аша “Һалдат тормошо”,”Мин һалдатмын”,”Бәңхет йыры” шиғырҙарын яҙа.Эдик уның шиғырын уҡып үтә.

Мин һалдатмын.Илдең бер һалдаты.

Яңы дуҫтар- бөркөт кеүектәр,

Кемдер үҫкәс һалдат була.әбеҙ

Һалдат булып тыуҙыҡ ҡырҡ дүрттәр.

Афарин,Эдик.Хеҙмәттә ул һалдат тормошо хаҡында ғына ь яҙып ҡалмай,ауыл, әсәһе хаҡында ла яҙа.

  • 1965 йыл Р.Назаров әрме хеҙмәтендә булғанда Китап нәшриәте “Таңды ҡаршылау “ тигән йыйынтығын сығара.

(Т.Ю. –“Таңды ҡаршылау” 1965 й)

- Шул йылды ул ялға ҡайта, ауылдаштары Рәшит ҡыйыуланған тип ғәжәпләнә.Ә иң мөһиме береһенән береһе көслө шиғырҙарын алып ҡайтҡан.Уларҙы ҡәләмдәштәре бүлешеп алып икенсе китабын сығарыу хәстәрен күрә башлай.Таланттың үҫәһе лә үҫәһе ине лә бит, яҙмыш уны бөтөнләй икенсе яҡҡа үҙгәртә лә ҡуя.Армияла Рәшит ауырып китә һәм Төрөмбәткә ҡайта.Ауырыуынан арынған сҡта Өршәк йылғаһы буйында йөрөй, ижад донъяһына сума.






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 8 класс

Скачать
Творчество земляка Рашита Назарова

Автор: Валитова Гульнафис Фларисовна

Дата: 13.03.2016

Номер свидетельства: 305030


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства