Әҙәби-музыкаль кисә
Мостай Кәрим- тыуған ер йырсыһы
Тема: Мостай Кәрим – тыуған ер йырсыһы
Маҡсаттар:
Мостай Кәрим ижадын өйрәнеүҙе, биографияһы менән таныштырыуҙы дауам итеү; поэзия, проза, драматургия әҫәрҙәренә байҡау яһау;
Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу;
Әҙип ижадына ҡыҙыҡһыныу, уның әҫәрҙәре аша илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: проектор, компьютер, “Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” фильмы, презентация, “Яҙмыштан уҙмыштар” йыры , М. Кәрим портреты, китаптары.
Кисә барышы:
Инеш.
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡыусылар, коллегалар! Беҙҙең ғорур Башҡортостаныбыҙ данлыҡлы шәхестәргә бик бай. Улар беҙҙең илебеҙҙе Рәсәй кимәлендә, хатта сит илдәрҙә лә данлай. Шундай шәхестәрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим. 20 октябрҙә уның тыуыуына 95 йыл була. Шул сәбәпле бөгөн беҙ әҙәби музыкаль кисәгә йыйылдыҡ.
Төп өлөш.
1-се уҡыусы .
Башҡортостан – иҫ киткес гүзәл республика. Тәбиғәт байлыҡтары, файҙалы ҡаҙылмалары, хайуандары – барыһы бар был ерҙә. Шулай ҙа иң ҙур байлығы булып уның киң күңелле халҡы тора.
Ошо бай ерҙә ниндәй генә таланттар үҫеп сыҡмаған. Шуларҙың береһе- Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.
2-се уҡыусы “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын яттан һөйләй.
3-сө уҡыусы Мостай Кәримдең биографияһы менән таныштыра.
Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы класта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра.
Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы.
1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.
1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана.
Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа.
Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы. Лайыҡлы рәүештә башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып һанала. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон — оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре быға дәлил.
Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М. С. Кәримов — Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР - ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР — ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ — ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.
Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды.
Уҡытыусы. Мостай Кәримдең бик күп шиғырҙары тыуған ил темаһына бағышланған. Шиғырҙарында ул тыуған ергә булған һөйөүе, Башҡортостандың Рәсәй менән бергә бәрәкәтлектә йәшәүе хаҡында яҙа.
Рус түгел мин. Ләкин – россиянмын.
Россияның һыуын эскәнмен.
Сағылдарҙа имән нисек үҫһә,
Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен.
М. Кәримдең бик күп шиғырҙарына йырҙар яҙылған.
“Яҙмыштан уҙмыштар” йырын тыңлау.
М. Кәрим шиғырҙар ҡына түгел, ә сәсмә әҫәрҙәр ҙә яҙа.
- Беҙ уның ниндәй повестары менән таныштыҡ?
“Оҙон-оҙаҡ баласаҡ” фильмынан өҙөк ҡарау.
Мостай Кәрим драматург булараҡ та киң билдәле. Уның “Айгөл иле”, драмаһы, “Ай тотолған төндә”, “Ташлама утты, Прометей” трагедиялары, “Ҡыҙ урлау”, “Йәйәүле Мәхмүт” комедиялары тамашасыға киң билдәле.
“Айгөл иле” драмаһынан инцинировка.
Йомғаҡлау.
Салауатлы,беҙ Мостайлы халыҡ-
Шуның менән бары әйтелә.
Яҙмышыбыҙ шулай – был бәхетте
Алып булмай һорап йә теләп. (Ирек Кинйәбулатов)
Литературно-музыкальный вечер
Тема: Мустай Карим – певец земли родной.
Цели:
Продолжить знакомство с биографией, творчеством Мустая Карима, обзор поэзии, прозы, драматургии;
Совершенствовать башкирскую речь обучающихся;
Воспитывать любовь к творчеству Мустая Карима, чувство патриотизма через его произведения.
Оборудование: проектор, компьютер, фильм “Долгое-долгое детство”, минусовка песни, портрет М. Карима, презентация, выставка книг.
Ход занятия:
1-й ученик рассказывает о богатствах Башкортостана, о знаменитых людях, что один из них – Мустай Карим.
2-й ученик наизусть рассказывает стихотворение «О березовом листе»
3-й ученик знакомит с биографией народного поэта Башкортостана
Учитель дает общую характеристику поэзии.
Ученик 11класса исполняет песню, написанную на слова М. Карима.
Анализ прозы М. Карима, просмотр сюжета фильма «Долгое-долгое детство»
М. Карим как драматург. Постановка сцены из драмы «Страна Айгуль»
Подведение итогов, рефлексия.