kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

МБОУ СОШ №101 Демского района г.Уфы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Я, Дильмухаметова Диля Ражаповна, родилась 29 ноября 1984 года в д. Абдулмамбетово Бурзянского района. В 2002 году окончила Абдулмамбетовскую среднюю школу. С 2002 года обучалась в Сибайском институте Башкирского Государственного Университета, который окончила в 2007 году и получила полное высшее образование. Общий стаж 7 лет. С сентября 2014 года работаю учителем в средней школе №101 Демского района г. Уфы

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«МБОУ СОШ №101 Демского района г.Уфы»












(Оҫталыҡ дәресе)














Тема: «Бал ҡорто – халҡыбыҙ мөғжизәһе».

Маҡсат: бал ҡорто һәм бал тураһында мәғлүмәт биреү, күҙәтеүсәнлек, иғтибар, һүҙ байлығын үҫтереү, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһаз: кәрәҙҙәр, слайдтар, йыр.


Сараның барышы.

Ҡурай моңо яңғырай.


Мин бөгөнгө оҫталыҡ дәресемде боронғо кәсептәрҙең береһе ҡортсолоҡҡа бағышлайым һәм тема былайыраҡ яңғырай: “Бал ҡорто – халҡыбыҙ мөғжизәһе”. Бал темаһы 4, 7, 8, 9 кластарҙа үтелә. Дәресебеҙҙең девизы: “Умарта һаны шарт түгел, күстәрең көслө булһын”. Ошо девизға ярашлы бал ҡорттары ролендә умарталарға бүленеп эшләйәсәкбеҙ. 1-се умарта, 2-се умарта.... Ә мин үҙем умартасы ролендә. Мин һеҙҙең бал ҡорттары кеүек эшсән, хеҙмәт һөйөүсән булыуығыҙға ышанам. Ҡыҫҡаһы, эшкә тотондоҡ. Кәрәҙҙәрҙе тултыра башланыҡ.

1-се эш Йомаҡтар сисеү.


1-се умартаға.

1) Гөл баҡса,

Гөл баҡсала бер мунса

Шул мунсаға һыу ташый

Нескә билле Гөлниса.

(Умарта, бал ҡорто)


2-се умартаға.


Йылан түгел – саға

Ҡош түгел – оса.

(Бал ҡорто)


3-сө умартаға

Алтындай һарыҮҙе татлы

Әйҙә ҡабып ҡал

Ул булыр (?)

(Бал)


Йомғаҡ яһау.


Бал йыйыуҙы дауам итәбеҙ. 2-се эш.

Бал тураһында белемдәрҙе арттырып алайыҡ, һорауҙарға яуаптар тотайыҡ.

1-се умарта

1) Балдың химик составы. Ул нимәләрҙән тора. (Бал составында тимер, баҡыр, марганец, кремний, хлор, кальций, калий, натрий, фосфор, алюминий, магний инә), 18 % һыу, 35 % глюкоза, 40 % фруктоза, 0.1 % аҡһым бар.

2-се умарта. Умартасының эш ҡоралдарын һәм кейемдәрен һанап китегеҙ.



3-сө умартаға эш.

Бал ҡорттары ниндәй продукттар бирә, һәм балдан тағы ла ниндәй препараттар эшләйҙәр?


Йомғаҡ яһау. Бал йыйыу бик шәп бара. Былай булғас балды күп кенә аласаҡбыҙ икән.


3-сө эш. Ижади һәләттәрегеҙҙе тикшереп ҡарағым килә. Мин шиғырҙың 2 юлын әйтәм, ә һеҙ дауам итеп бөтөрөп ҡуяһығыҙ. Кемдеке ҡыҙығыраҡ булыр икән. (1-һе яҙып ултыра)

1-се умарта.

Баҡсабыҙҙа умарталар

Йәй буйы ултыралар.

(Бал ҡорттары алһыҙ-ялһыҙ

Уларҙы тултыралар).



2-се умарта.

Кәрәҙҙәре балға тулғас

Атай баҡсанан сыҡмай.

(Төтәткәсе булғанғалыр,

Ҡорттары уны һис саҡмай).


3-сө умарта.

Үсекмәйем, бал ҡорттары

Яратмаһа ла мине.

(Атай ғына беҙҙе бер үк

Балдан өҙмәһә ине).


Йомғаҡ яһау.


4-се эш. Һынамыштарҙы беләһегеҙме?

Мин башлайым, ә һеҙ аҙағын әйтергә тейешһегеҙ.

  1. Бал ҡорттары кейәне асыҡ ҡалдырһа, (ҡыш йылы була)

  2. Ҡыш көнө ағаста бәҫ булһа, (бал уңа).

  3. Бал ҡорттары иртән иртүк осмаһалар, (көндөҙ ямғыр буласаҡ).

  4. Умартанан туп-тура осоп сыҡһалар, (көндәр аяҙға торасаҡ.)

  5. Бал ҡорто әйләнеп ҡайтһа, (ямғыр яуа.)





5-се эш. Синквейн төҙөү. Бөтә умарталарға бал ҡорто һүҙе бирелә.

1) бал ҡорто

2) ике сифат

3) 3 ҡылым

4) 4 һүҙҙән торған һөйләм

5) нимә менән ассоциациялана.




6-сы эш. Грамматик эш. (Тамыр һүҙҙәрҙе табырға)

1) бал һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәрҙе табырға. (һуҙынҡыларҙы үҙгәртеп һүҙ төҙөргә)

2) умарта һүҙенә тамырҙаш һүҙҙәр табырға

3) бал ҡортона ҡылымдар табырға.




7-се эш. Бергәләп осабыҙ. Был һорауҙар бөтә умарталарғаларға ла. Әҙәби викторина.

а) Бал ҡортон тикшереү буйынса медциналағы өлкә?

(апитерапия)

б) Авторын әйтергә.

Өлгөрмәҫлек ташып бал ҡорто-

Йүкәләрҙән һыҙылып бал тама!

Йүкәләрҙән һыҙылып бал тамғанда

Ҡулың барыр нисек балтаға.

(Р. Бикбаев)

в) “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ” әкиәтенең авторы кем? (Ж. Кейекбаев)

г) Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

Мәҡәлдәр.

Бер тамсы дегет бер мискә балды боҙа.

Балың булмаһа ла, телең баллы булһын.

Бал сабата йоттора.

Бал булыуын булһа, себендәре әҙер тора.

Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.

Бала саҡ – баллы саҡ.

Балаң балаһы балдан татлы.

Баллы һүҙ баш әйләндерә.

Балын яратҡас, ҡортон да ярат.


д) А.Йәғәфәровваның бал ҡорто тураһында ниндәй әҫәре бар? (“Нәҙекәйбил”)

е) Бал аббревиатураһы нимәне аңлата?

ж) Неологизмдар араһында ниндәй яңы һүҙҙәр барлыҡҡа килде? (кәрәҙ)

з) Ниндәй бал төрҙәрен беләһегеҙ?

к) Беҙ бал ҡортоноң төҫөн көндәлек тормошта ҡайҙа күрә алабыҙ. («Билайн”)

л) Балды нимәлә һаҡлайҙар? (батман)

м) Батман һүҙе тағы нимә аңлата? (Башҡорт халҡында май һәм балды үлсәү өсөн үлсәү берәмеге булып тора)

н) “Башҡорт балы” картинаһының авторы? (Әҙиә Ситдиҡова, 1967 йылда яҙылған).

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр артҡандан арта бара. Бал өлгөрөү менән бал баҙарҙары эшләй башлай. Күп кенә бал төрҙәрен осратырға була. Табыш өсөн генә умартасылыҡ менән шөғөлләнеүселәр әҙ түгел. Балдың күләмен арттырыу маҡсатында тәбиғи балға крахмал, мел һ.б. матдәләр ҡушып, сифатын боҙоп, халыҡты алдайҙар.

Ә бына нисек, алданмай ғына, тәбәиғи балды һатып алырға була? Ә хәҙер һеҙгә шундай проект эше тәҡдим итәм. Һәр бер умартаға бал таратам. Һеҙ уның сифатын билдәләгеҙ һәм ниндәй ысулдар менән?


Йомғаҡлау. Балдарҙы иҫәпләү.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!





































Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Прочее

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Прочее

Скачать
МБОУ СОШ №101 Демского района г.Уфы

Автор: Дильмухаметова Диля Ражаповна

Дата: 01.12.2015

Номер свидетельства: 260341


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства