Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
өҫтәмә профессиональ белем биреү
дәүләт автономиялы мәғариф учреждениеһы
Башҡортостан Республикаһының
Мәғарифты үҫтереү институты
(Шағир Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала)
Нуриман районы Яңы Күл ауылы
урта дөйөм белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙының
ижади эше (кластан тыш сара өлгөһө)
ӨФӨ - 2011
Шағир Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы кластан тыш сара программаһы
ХӘТЕР ҺЫНАШ
Маҡсат: 1. Ғ.Сәләмдең ижадына байҡау яһау.
2. Ғ. Сәләмдең ижадына һөйөү тәрбиәләү. Уның
әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа кешелекле,
итәғәтле, тәртипле булыу сифаттары
тәрбиәләү.
Уҡыусыларҙы ижади эҙләнеү эшенә йәлеп итеү.
3. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, фекерләү
ҡеүәһен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: Тамаша залы байрамса биҙәлгән. Талғын музыка яңғырай. Ғ.Сәләм портреты, китаптар күргәҙмәһе, Компьютер технологиялары ҡулланыу: мультимедиа проекторы(презентация күрһәтеү өсөн), интерактив таҡта. Мультимедиа проекторы аша күрһәтеү өсөн әҙерләнгән слайдтар:
“Ун ғүмергә бөтмәҫ йәшәү дәрте
Йөрөтәм мин йөрәк түрендә!”
Ғ.Сәләм
“Һин яҙмаҫһың инде,
Ҡайтмаҫһын да,
Күпме көтһәм дә күҙ талдырып”
Б.Бикбай
“Ҡыҫҡа ғүмерҙе лә онотолмаҫлыҡ,
Файҙалы итә бел һин, иптәш!”
Б.Бикбай
“Иртә үлем генә күңелдәрҙән
Юя алмаҫ һине, Ғ. Сәләм.
Шағир ғүмере йылдар менән түгел,
Шиғыр ғүмере менән үлсәнә”
Х.Кәрим
Ойоштороу мәле:
Уҡытыусы һүҙе:
Кешеләрҙе ғүмер оҙонлоғо ғына
Оҙаҡ йәшәтмәне, йәшәтмәҫ;
Ҡыҫҡа ғүмерҙе лә онотолмаҫлыҡ,
Файҙалы итә бел һин, иптәш!..
(Мультимедиа проекторы аша Ғ. Сәләмдең портреты, төрлө йылдағы фоторәсеме, китаптарының күргәҙмәһе, шиғырҙарҙан өҙөктәр күрһәтелә башлай. Талғын музыка яңғырай).
1
Һүҙем тормошҡа сикһеҙ ғашиҡ, йәшәүҙе ҡайнар һөйгән, илгә, халыҡҡа күберәк хеҙмәт күрһәтеү уйы менән янып йәшәгән Сәләм Ғәлим улы Ғәлимов тураһында булыр...
Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙ һеҙҙе Ғ. Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Хәтер һынаш” исеме аҫтында барасаҡ кластан тыш сараға саҡырҙыҡ. Был сарала Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-11-се класс уҡыусыларынан торған ике команда ҡатнашасаҡ. Әйҙәгеҙ, командаларҙы сәхнәгә саҡырайыҡ! Көслө алҡыштар менән ҡатнашыусыларҙы сәхнә түренә күтәрелеүҙәрен һорайым! Рәхим итегеҙ! (музыка яңғырай, командалар сәхнәгә күтәрелә).
Белеүебеҙсә, 18 ғинуарҙа Ғ. Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тула. Беҙ бөгөн уны иҫкә алырға йыйылдыҡ. Бөгөн ошо тамаша залына Ғәлимов Сәләмдең тормошо һәм ижадына битараф булмаған белгестәр йыйылған. Рәхмәт! Бөйөк шағирҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙ һорала. Ултырығыҙ...
Конкурсыбыҙ 5 турҙан торасаҡ. Һәр турҙың талаптары юғары буласаҡ. Конкурсанттарҙы уйындың шарттары менән таныштырам:
- Һәр команданың үҙ исеме, девизы, эмблемаһының булыуы – төп шарттарҙың береһе. Сәләмләү. Жюри ағзаларына, ҡаршы командаға һәм көйәрмәндәргә теләктәр әйтеү.
- Ғ. Сәләмдең тормошон һәм ижадын яҡшы белеү.
- 8,10-сы кластарҙа үтелгән әҫәрҙәренең йөкмәткеһе менән яҡшы таныш булыу.
- Поэманан өҙөктө ятҡа һөйләү (уҡыусылар теләге буйынса)
- Поэманан өҙөктө сәхнәләштереү.
Жюри ағзалары менән дә танышыу ваҡыты килеп етте: (музыка яңғырай). Сәләмләйек:
1. Район хакимиәте мәғариф бүлегенең милли телдәр буйынса методисы Гүзәл Ибраһим ҡыҙы Рәхмәтуллина.
2. Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Закуан ҡыҙы Заһиҙуллина.
3. Мәктәп директоры урынбаҫары Зәлифә Хәниф ҡыҙы Хәйретдинова.
4. Мәктәп директоры урынбаҫары Гүзәлиә Нәзир ҡыҙы Солтанова.
Тәүге тур “Сәләм” тип атала. Капитандар (капитандар 11-се кластан һайланылған) команда составы менән таныштыра. Таныштырыу барышында мультимедиа проекторы аша уҡыусылар
2
әҙерләгән слайдтар күрһәтелеп бара.
ӨЛГӨ:
Капитан: Беҙҙең команда “МЕТЕОР!”. Ғ. Сәләмгә арналған мәҡәлә һәм иҫтәлектәрҙең барыһында ла тип әйтерлек ошо һүҙҙе осратырға була... Шағир үҙенең бөтә йөрәк йылыһын һәм бөтә көсөн халҡыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт итеүгә бирҙе.
Профессор Андреев әйтеүенсә: “... Сәләм үҙ шәхси тормошо өсөн күпте алырға түгел, бәлки тормош өсөн үҙенән күберәк бирергә тырышты”.
Команда составы бергә әйтә: беҙҙең девиз: “Шоңҡар булып осорбоҙ урмандағы бөтә һуҡмаҡ, бөтә аранан”. Ә был беҙҙең эмблема (эмблемала шоңҡар һүрәте төшөрөлгән).
Ҡаршы командаға теләгебеҙ: “Кем еңер, кем еңелер – быны жюри ағзалары белер. Еңһәк тә, еңелһәк тә, һәр саҡ татыу булайыҡ”.
Жюри ағзаларына: “ Ғәҙеллек ҡайҙа ла кәрәк. Ғәҙел булыу – ҙур талант” .
Көйәрмәндәргә: “Алҡыштарҙы йәлләмәгеҙ. Булығыҙ беҙҙең менән.”
2-се тур – “Тапҡырҙар” конкурсы (шағирҙың тормошо һәм ижадына бәйле һорауҙар бирелә. Уҡыусылар тиҙ арала һорауға яуап ҡайтарырға бурыслы).
1-се командаға һорауҙар:
1. Шағирҙың бөгөнгө көндә лә актуаль булған әҫәрҙәрен һанағыҙ?
2. Поэмаларын һанағыҙ?
3. Сәйҙел ниндәй әҫәр геройы?
4. “Шоңҡар” поэмаһы нисә бүлектән тора?
5. Ғ. Сәләмдең тыуған районы, ауылы.
6. 5 шиғырын һанағыҙ.
7. Ниндәй уҡыу йорттарында уҡый?
8. “Бала” поэмаһының яҙылыу датаһы.
9. Башланғыс ижад осоро.
10. Башҡортостан яҙыусыларының Беренсе съезында сығыш яһағанда, яҙыусыларҙы нимәгә өндәй?
2-се командаға һорауҙар:
1. Башҡортостан яҙыусыларының Беренсе съезы ҡасан була?
2. Кем Ғ. Сәләмде метеор менән сағыштырған?
3. Юмористик шиғырҙарын һанағыҙ.
4. “Өс йыр” поэмаһының һәр йыры нисек атала?
5. Ҡайһы шиғырында “ситлектә ҡартайған ыласын ҡоштоң йәшәреүе, яңынан тыуыуы” темаһы кәүҙәләндерелә?
3
6. “Кирбес һәм ...” әҫәрҙең икенсе өлөшөн тамамлағыҙ.
7. 1928-1930 йылдарҙа ҡайҙа эшләй?
8. Студент йылдарында ниндәй әҫәрҙәрен яҙа?
9. “Дуҫымдың үлеме” шиғырының авторы кем?
3-сө тур. “Сәләм тыуҙырған образдар”. (Алдан өйгә эш бирелде - Һәр команда ике поэманан өҙөк ятлап, сәхнәләштереү өлкәһендә эшләне.) Команданың капитандарына конверт тапшырыла. Бында уларға бер поэманан өҙөктө яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү эше тәҡдим ителә.
1-се конверт: “Бала” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
“Шоңҡар” поэмаһынан бер бүлекте сәхнәләштереү.
2-се конверт: “Шоңҡар” поэмаһынан өҙөктө ятҡа һөйләү.
“Бала” поэмаһынан бер бүлекте сәхнәләштереү.
(командалар әҙерләнгән арала музыкаль пауза тәҡдим ителә)
Тиҙҙән әсәйҙәр байрамы етә. Улар хөрмәтенә 8-се класс уҡыусыһы Ф. Чанышеваның “Бала өсөн” шиғырын уҡый
Бар хәсрәтем, бар хәстәрем- бала өсөн,
Хөрмәтем дә, хеҙмәтем дә - бала өсөн.
Үкенеүҙәр, үтенеүҙәр – бала өсөн,
Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн- бала өсөн.
Утҡа-һыуға уҡталыуым- бала өсөн,
Сығар юлдан туҡталыуым- бала өсөн.
Таңдан элек ҡайнар аш та- бала өсөн,
Тәгәрәгән ҡайнар йәш тә- бала өсөн.
Иртә-кисем, йөрәк хисем- бала өсөн,
Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм- бала өсөн.
Янам, түҙәм, көйәм, күнәм- бала өсөн,
Ғорур башты түбән эйәм- бала өсөн.
4-се тур. “Ҡаурый ҡәләм”. Һәр команда Ғ. Сәләмгә арнап шиғыр яҙа. Шиғырҙың һәр юлы түбәндәге хәрефтәрҙән башланырға тейеш:
С....
ә....
л....
ә....
м....
4
Музыкаль пауза. “Ҡаурый ҡәләм” түңәрәге ағзалары үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары менән сығыш яһай.
Бик борон-борон замандан
Китап изге һаналған.
Уны күп уҡыған кеше
Тормош серҙәрен асҡан.
Белемле, ғилемле булыу
Кәрәк һәр бер әҙәмгә.
Белемһеҙ ул йыраҡ китмәҫ,
Тапаныр тик бер ерҙә.
“Аҡыл менән йәшәй белеү
Кәрәк,” – тигән Аҡмулла.
Уның васыятын тотоп,
Уҡыһын ине һәр бала.
Башҡортостан илебеҙҙә,
Күп танылған шағирҙар.
Дөрөҫ йәшәргә өйрәткән
Беҙҙе апай-ағайҙар:
Аҡыллы, намыҫлы булыу,
Тәртипле һәм әҙәпле,
Түҙемле, йомарт булырға,
Именле, кешелекле.
Олоно оло итергә,
Кесене кесе итеү.
Тормоштоң ауыр сағында,
Баш эймәй алға китеү.
Шул йырсыларҙың береһе –
Мәжит Ғафури булған.
Халыҡ шағиры исемен
Иң беренсе ул алған.
Тыуған илебеҙҙең данын
Таратҡан Мостай Кәрим.
Уның шиғырҙарын уҡып,
Алам намыҫ һәм имен.
Зәйнәб апайыбыҙ яҙған
“Емеш” исемле китап.
Емеш кеүек батыр рухлы
Булырмын уға ҡарап.
Аманат итеп ҡалдырған
Шиғыр-ҡобайырҙарын.
Яҡшылыҡҡа өндәп яҙған
Рәми ағай йырҙарын.
Башҡорт халҡының тарихын
5
Белеү беҙҙең өсөн мотлаҡ.
Һәҙиә апайҙың “Ырғыҙ”ы
Тарихҡа тулған ҡомарт.
“Башҡортостан-баш йортобоҙ,”-
Тип маҡтаған Хәсән Назар.
Илебеҙҙе маҡтап яҙған
Сәсәндәр ҡобайырҙар.
Аҡмуллалар, Буранғолдар,
һәҙиәләр, Сәләмдәр.
Шиғриәт көсөн күңел йылыһы итеп
Миңә һәр саҡ бирәләр.
Шиғырҙар ижад итәмен
Изге ниәтем менән.
Яҡты хыялдарға сумып
Шул саҡтарҙа китәмен.
Ижад итеү – хистәр ташыу,
Ижад итеү – нур бөркөү.
Рухың менән күңелеңде,
Йөрәгеңде яҡтыртыу.
Розалия Ғималетдинова,
11-се класс уҡыусыһы
5-се тур – капитандарға арнала. һәр команда ҡаршы команда капитанына Ғ. Сәләмдең биографияһынан 5 һорау әҙерләй. Капитандар дөрөҫ яуап ҡайтарырға тейеш. Яңғыраған һорауға яуапты белмәһә, үҙ командаһы ярҙамға килә.
Алып барыусы: хөрмәтле конкурсанттар, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм килгән ҡунаҡтар. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән Ғ. Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Хәтер һынаш” исеме аҫтында барған кластан тыш сарала ҡатнаштыҡ. Был сара аҙағына ла яҡынлашты. Конкурсанттарыбыҙ был эшкә яуаплы ҡаранылар. Бик матур итеп сығыш яһанылар. Афарин!
Һүҙҙе жюри ағзаларына бирәм. Рәхим итегеҙ. (жюри ағзаларының сығышы, урындарҙы билдәләү, бүләкләү.)