kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

"Ымлыҡтар" темаһына дәрес конспекты.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был конспектты дәрестә ҡулланырға мөмкин. Ҡыҙыҡлы мәғләмәттәр индерелгән.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«???????? (2)»

ТЕМА: Ымлыҡтар.





Маҡсаттар:

 - ымлыҡтар һәм уларҙың мәғәнәләре тураһында төшөнсә биреү, телмәрҙәге ролен билдәләү, үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү, белемде практик ҡулланыу;

- логик фекерләү һәләтен , дөрөҫ һөйләү телмәрен, байлығын үҫтереү;

- бер-береңә хөрмәт тәрбиәләү.

























































Дәрес барышы

Ойоштороу мәле.

Дәрес темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

  1. Һаумыһығыҙ. Хәйерле көн. Ултырығыҙ.



  • Бөгөн нисәһе? (21 февраль).

  • Ниндәй көн? (Халыҡ-ара тыуған телдәр көнө).

  • Аҙнаның ниндәй көнө? (Шаршамбы көнө).

  • Йылдың ниндәй миҙгеле? (Ҡыштың һуңғы айы).

  • 1 аҙнанан ниндәй миҙгел тыуа? (Яҙ миҙгеле).

  • Ҡыш айҙарын һанап сығайыҡ әле. (Декабрь, ғинуар, февраль).

  • Яҙ айҙары: март, апрель, май.

Һығымта: Беҙҙең ҡыш миҙгеле дауам итә, тиҙҙән яҙ миҙгеле тыуасаҡ, миҙгелдәр тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ, яңы тема менән танышырбыҙ.



2. Ҡош тауышын тыңлау.

- Был аудио яҙмала ниндәй тауыштар ишетерһегеҙ?

- Ә хәҙер, матур итеп ултырҙыҡ, иғтибар менән тыңлайыҡ. (Ҡош тауыштарын тыңлау).

(Ҡабатлатыу, таҡтала яҙҙырыу).



  1. Артикуляцион күнегеү:

  • Балалар , слайдта шиғыр бирелгән. Мин был шиғырҙы тасуири итеп уҡыйым, ә һеҙ иғтибар менән ҡарап барып был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ барғанын әйтерһегеҙ.

  • Яҙҙар килә көлә-көлә,

  • Ҡояш нуры йым-йым итә

  • Һәм йылғала шатор-шатор

  • Илай-илай боҙҙар китә.



  • Тәржемә итеү.

  • Был шиғыр нимә тураһында?

  • Ҡайҙан белдегеҙ?

  • Ниндәй миҙгел килә?

  • Ҡайҙан белдегеҙ?

  • Яҙын ниндәй үҙгәрештәр була? (Йылғалар аға, һыу таша, ағастарҙа япраҡтар күренә )

  • Ҡоштар, йәнлектәр донъяһында ниндәй үҙгәрештәр була? (Ҡышҡы йоҡонан уяналар).



Уҡытыусының тасуири уҡыуы, уҡыусыларҙың үҙ алға уҡыуы, хор менән уҡыу, башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен табып аҫтына һыҙыу һәм өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Сылбырлап уҡыу. Башҡорт телендәге үҙенсәлекле хәрефтәр булған һүҙҙәрҙе табып уҡыу.

- Йым-йым, шатор-шатор һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ?



  1. Яңы тема.

Эйе, дөрөҫ, Әйҙәгеҙ числоны һәм теманы дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. Ымлыҡты аңлатыу:

кешеләрҙең эш-хәрәкәткә ҡарата тойғоһон, кисерешен белдергән һүҙҙәр. Улар төрлө ҡош һәм хайуандар тауышына оҡшатып та яһала. (Китаптан ҡағиҙәне уҡыу).


Әйҙәгеҙ ошо һүҙҙәрҙе һәм  ымлыҡтарҙы ҡулланып  һәйләмдәр төҙөйөк,  ә нимәгә кәрәк ул телмәрҙә ымлыҡтар? Ымлыҡтар телмәрҙе матурлай, үҙенсәлекле яһай.


Матур яҙыу минуты.

-Дәфтәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ. Матур, төҙ ултырабыҙ.

Дәфтәрҙә йым-йым тигән һүҙҙе матур яҙыу.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре менән танышасаҡбыҙ.



Китап буйынса эш.

Ҡағиҙәне уҡыу. Тәржемә итеү. Һорауҙарға яуап биреү.

  1. 161-се бит 197-се күнегеү.

Дәфтәрҙә эшләү.


Шиғырҙан ымлыҡтарҙы күсереп яҙыу, мәғәнәләрен аңлатыу.

Ял минуты.

Поезд килә. Поезд килә.



Һығымта: ғыр-ғыр, мырт-мырт һүҙҙәре нимәне аңлата?



  1. "Кем беренсе ?" тип аталған уйын уйнайбыҙ.

Һүрәттәр менән эшләү:

- һүрәттәргә ҡарап ымлыҡтарҙы билдәләү.

- һөйләмдәр төҙөү.

Һығымта: кешеләрҙең хис-тойғоларын белдергән ымлыҡтар.

  1. Кем һәм нимә тауышы?” уйынын уйнап алабыҙ.

Төркөмдәрҙә эш:

-шиғырҙы уҡып ымлыҡтарҙы билдәләү;

-ымлыҡтар кем тарафынан әйтелә?

Һығымта: - Ымлыҡтарҙы телмәрҙә кешеләр генә түгел, ә хайуандар, йорт хайуандары, ҡырағай хайуандар ҙа, ҡош-ҡорттар ҙа ҡуллана.

  1. Диалог төҙөү.

Удивление – аптыраш: (ба, о, ну, ого)

 Восторг -  таң ҡалыу: (ах, ай.ура, браво, о) 

Страх, испуг -  ҡурҡыу (ай, ой, ух, ужас, кошмар)

 Сожаление – үкенес (увы, ах, ох)

 Недовольство – ризаһыҙлыҡ (эх, тьфу, у)

 Побуждения, призыв, запрет – тыйыу  (эй, ау, шабаш, цыц, тсс) 

Недоумение – икеләнеү (да ну, ну и ну)

Облегчение -  еңеллек һиҙеү (уф, ух).

  1. . Занимательная лингвистика

Интересно происхождение междометия Полундра!, которое относится к жаргону моряков и портовых грузчиков. Этот предостере¬гающий окрик означает «Берегись!» Скорее всего слово произошло от английского словосочетания under- падать вниз. Получается, что слово Полундра! - производное междометие.


Дәресте йомғаҡлау.

  • Бөгөн дәрестә үҙегеҙгә нимә алдығыҙ?

  • Дәрес һеҙгә оҡшанымы?


Баһалау.


  • Нияз һин үҙеңә нисә билдәһе ҡуяһың?

Өй эше. Биш ымлыҡ уйлап яҙырға һәм 1 һөйләм төҙөргә.

(Написать 4 междометия и составить 1 предложение с междометием).

































Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 4 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
"Ымлыҡтар" темаһына дәрес конспекты.

Автор: Нигамаева Кадрия Гульфатовна

Дата: 14.03.2018

Номер свидетельства: 461867


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

Распродажа видеоуроков!
ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства