kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Урок башкирского языка. Тема "Имя прилагательное ".

Нажмите, чтобы узнать подробности

Урок повторения и обобщения пройденных тем.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Урок башкирского языка. Тема "Имя прилагательное ".»

Тема: Сифат. Ҡыш миҙгеле.

Маҡсат: Сифат темаһын ҡабатлау, үҙләштерелгәндәрҙе системаға һалыу. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу. Тыуған яҡҡа, ҡышҡы тәбиғәткә, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, экран, проектор.

I. Дәрес барышы: Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ, уҡыусылар.

Башланып китте дәрес,

Беҙ матур ултырабыҙ!

Дүртле, бишле билдәләрен,

Көн һайын арттырабыҙ!

Психологик әҙерлек. Дәресте башлар алдынан, тәҙрәгә күҙ һалайыҡ әле, балалар.

- Бөгөн көн ниндәй?

- Һауа температураһы нисә градус?

- Бер – беребеҙгә ҡарап, дәрескә килгән ҡунаҡтарға ҡарап йылмаяйыҡ, кәйефтәребеҙ күтәрелде.

- Һинең кәйефең ниндәй төҫтә? (поднимают кружочки)


Төп өлөш.

II. Уҡытыусы: Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә шиғыр уҡып ишеттерәм. Ә һеҙ уйлап ултырығыҙ, был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара икән?

Ниндәй күңелле -
Йомшаҡ ҡар яуған!
Барлыҡ тәбиғәт
Аҡ шәл ябынған.
Бөтә ер ап-аҡ
Күңелдәр алсаҡ.
Ҡыштың был көнө
Иҫтә ҡаласаҡ.


Уҡытыусы: Уҡыусылар, шиғыр нимә тураһында, йә әйтегеҙ әле?

Уҡытыусы: Эйе, дөрөҫ! Шиғырҙа ҡыш тураһында һүҙ бара. Был шиғырҙың ҡыш тураһында икәнен ҡайҙан белдегеҙ? Ниндәй һүҙҙәр ҡулланылған ? Сифаттарҙы табайыҡ әле. Эйе, дөрөҫ.

Уҡытыусы: Шулай итеп, балалар, беҙҙең бөгөнгө дәрестен темаһы ниндәй?

Ә хәҙер дәфтәрҙәребеҙҙе асабыҙ. Бөгөнгө числоны һәм теманы яҙабыҙ. Егерменсе ғинуар. Класс эше. Сифат (ниндәй?) Ҡыш миҙгеле.

Уҡытыусы: Балалар, ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ? ( яуаптар) Эйе. Беҙ бөгөнгө дәресебеҙҙә ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшербеҙ, шулай уҡ сифат темаһын ҡабатларбыҙ.

III. Уҡытыусы: Бөтәгеҙҙә төҙ, дөрөҫ ултырығыҙ, бер-берегеҙгә ҡамасауламағыҙ.

Бөгөнгө дәресебеҙҙе беҙ сәйәхәт формаһында үткәрербеҙ. Ә сәйәхәт һүҙен нисек аңлайһығыҙ? Сәйәхәт һүҙе русса нисек була? Сәйәхәт – путешествие. Һеҙ сәйәхәт итергә яратаһығыҙмы? Ә ниндәй транспорт менән сәйәхәт итергә яратаһығыҙ?

Уҡытыусы: Хәҙер мин Һеҙгә йомаҡ әйтәм, ә һеҙ яуабын әйтегеҙ.

Кәкре муйын ағайҙар
Ҡарға батмай баралар.( саңғы)

Уҡыусылар беҙҙең транспорт әҙер. Беҙ һеҙҙең менән ҡышҡы тәбиғәткә сәйәхәткә сығабыҙ. Саңғыларыбыҙҙы кейәбеҙ һәм сәйәхәткә сығабыҙ. Юлда һеҙҙең менән төрлө эштәр эшләрбеҙ, уйындар уйнарбыҙ. Ә һеҙ ҡышты яратаһығыҙмы?

Уҡытыусы: Ә һеҙ ни өсөн ҡышты яратаһығыҙ?

Уҡытыусы: Мин ҡышты ҡар бурандары, һыуыҡтары булғанға яратам. Һеҙ ҡар яуғанын ғына күҙ алдына килтерегеҙ әле. Ниндәй матур! Бөтә донъя аҡ мамыҡ эсендә ҡала. Ниндәй саф һауа! Эйе, балалар, тышта йылдың иң матур миҙгелдәренең береһе. Ҡыш етеүен беҙ түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Ҡышҡы тәбиғәт тә үҙенсә матур. Шуға күрә күп шағирҙарыбыҙ ҡышҡа арнап бик күп шиғырҙар ижад иткәндәр?

- Уҡыусылар, ә һеҙ ҡыш тураһында ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? (ученики 2 – 3 стихотворения рассказывают)

- Ҡыш тураһында халыҡ та, үҙ тәжрибәһенән сығып, хаҡ һүҙҙәр – һынамыштар әйтә. “Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә” - тигәндәр.Нимә ул һынамыштар? Ә һеҙ ҡыш тураһында һынамыштар беләһегеҙме?

* Түбәнән йыш һәм оҙон боҙҙар аҫылынып торһа – мул уңышҡа.

* Ғинуар һыуыҡ булһа, июль йылы һәм ҡоро килер.

* Бурандар бик йышлаһа, июль ямғырлы булыр.

* Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була.

* Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була.

* Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.

Уҡытыусы: ҡыш беҙгә шулай уҡ үҙенең ҡар бурандары, һыуыҡтары, менән яңы йыл алып килә.

-Уҡытыусы: Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ҡышҡы урманға барып еткәнсе, беҙ текст өҫтөндә эшләйбеҙ.

Уҡытыусы: тексҡа ҡарайбыҙ ( экранда)

Һалҡын ҡыш етте. Көндәр ҡыҫҡарҙы. Тышта ҡар яуа башланы. Көслө буран сыҡты.

- Әйҙәгеҙ әле, уҡыусылар, бергәләп уҡыйыҡ (хор менән) Молодцы!

Хәҙер тексты рус теленә тәржемә итәбеҙ. Читаем по одному предложению и переводим текст на русский язык. Уҡыусылар: (перевод) Наступила холодная зима. Дни стали короче. На улице пошел снег. Начался сильный буран.

Уҡытыусы: Беҙ һеҙҙең менән ҡышҡы урманға килеп еттек. Уҡыусылар, беҙ урманға инә алмайбыҙ. Унда шлагбаум төшөрөлгән. Ул сифаттарға миҫалдар килтергәндән һуң ғына күтәреләсәк. Текстан сифаттарҙы табайыҡ (һалҡын, көслө). Сифаттарҙы табыр өсөн беҙ ҡағиҙәне иҫкә төшөрөп китергә тейеш. (А чтобы найти прилагательные нам нужно вспомнить определение). Сифат предметтың билдәһен белдерә. Ул ниндәй ? ни төҫлө? Ҡайһы ? һорауына яуап бирә.

Ниндәй миҫалдар килтерә алаһығыҙ. Например: матур, зур, бәләкәй, ҡара, аҡ, йыуан, тәмле.

- Уйын Серле ҡумта ( предметты алып уның сифатын әйтәләр)

Уҡытыусы: Ә сифаттар ни өсөн ҡулланыла икән? Был һорауға яуап бирер өсөн мин һеҙгә ике текст уҡыйым, һеҙ тыңлап ултырығыҙ .

1) Ҡыш килде. Ер өҫтөнә ҡар ятты. Көндәр бурандар менән сиратлаша. Быйыл ҡар күп. Урамдарҙа һырындар ята.

2) Һалҡын ҡыш килде. Ҡара ер өҫтөнә аҡ ҡар ятты. Һыуыҡ көндәр көслө бурандар менән сиратлаша. Быйыл ҡар күп. Урамдарҙа бейек һырындар ята. Балалар, һеҙгә ниндәй текст оҡшаны? Ни өсөн? Икенсе текст матур. Шулай итеп, сифатты телмәрҙә ни өсөн ҡулланабыҙ? Значит имя прилагательное является средством выразительности. Беҙҙең телмәребеҙҙе матурлай.

Уҡытыусы: Дөрөҫ, шлагбаум күтәрелде һәм беҙ ҡышҡы урманда. Ә беҙҙең алдыбыҙҙа һуҡмаҡ.( тропинка) Юлыбыҙҙы дауам итер өсөн 167 –се күнегеүҙе эшләйбеҙ, һүҙбәйләнештәр төҙөргә кәрәк. 2-3 һүҙбәйләнеште яҙып алырға.

Уҡытыусы: Бик һәйбәт! Беҙ һуҡмаҡты үттек. Һәм нимә күрәбеҙ. Балаларҙың уйнағанын ( картинка на экране) Балалар нимә эшләй? Улар уйнайҙар: санала, саңғыла шыуалар. Ҡар бабай яһайҙар. Әһеҙ ҡышҡы каникулда урманға ял итергә, уйнарға барҙығыҙмы? Нимәләр эшләнегеҙ? Эйе уҡыусылар саф һауала йөрөү шулай уҡ беҙҙең һаулығыбыҙҙы ла нығыта. Урманға сығып йөрөп килһәң кәйеф тә күтәрелә. Беҙ ҙә уйнап ял итеп алайыҡ.

«Ял итеү» яланына килеп еттек. Беҙ ҙә уйнап ял итеп алайыҡ. Парталарҙан сығып баҫтыҡ.

- Тышта ҡар яуа, ҡар яуа.

- Ниндәй саф һауа, саф һауа! -

Әйҙә сығайыҡ, сығайыҡ.

- Саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ.

- Ҡырға барайыҡ, барайыҡ. -

Юлдар ярайыҡ, ярайыҡ. -

Биттәр ал булыр, ал булыр.

- Күңелле ял булыр, ял булыр.



Уҡытыусы: юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Уҡыусылар ҡарағыҙ әле, беҙ күл буйына килеп сыҡтыбыҙ. Беҙҙең күлдең исеме ниндәй әле? Ни өсөн улай тигәндәр? Ҡыш көнө күл нимә эшләй? Балыҡсылар балыҡ тоталар мәке эшләп.

- Ә хәҙер, уҡыусылар, һеҙҙең менән Ҡарағайкүл буйында Балыҡсы” уйынын уйнап алайыҡ. Таҡтала һүҙҙәр элеүле тора. Һеҙ шулар араһынан тик сифаттарҙы ғына һайлап, “сифат” биҙрәһенә тултырығыҙ. Кем таҡтаға сыға? Һүҙҙәр: ап-аҡ , Яңы, көслө, ҡыҙыл, матур күбәләк, Ҡыш бабай һ.б.

IV. Йомғаҡлау. Ә хәҙер ҡайтырға ваҡыт. Сәйәхәтебеҙ тамам.

Ул һеҙгә оҡшанымы? Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙарҙа булдыҡ? Нимәләр эшләнебеҙ? Ниндәй теманы ҡабатланыбыҙ? Ниндәй йыл миҙгеле тураһында һөйләштебеҙ? Бөгөнгө дәрестә беҙ нимәләр белдек ?

1 ) Ҡыш темаһына һөйләштек .

2 ) Матур шиғырҙар һөйләнек .

3 ) Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөнөк .

4) Физминут эшләнек.


Кәйефтәрегеҙ нисек? Бына шыршы - ул «Кәйеф ағасы” һеҙ хәҙер ниндәй кәйефтә шундай смайликтар ҡуябыҙ шыршыға. Бына ниндәй беҙҙең матур «Кәйеф ағасы” килеп сыҡты.

Өй эше : 1. Сифаттарҙы ҡулланып, ҡыш тураһында бәләкәй генә инша яҙып килергә. 2. Ҡыш темаһына һүрәт төшөрөргә.

Баһалау. Бик күп эштәр эшләп өлгөргәнбеҙ икән . Молодцы, Афарин ! Ә хәҙер дәрестә эшләгәнегеҙ өсөн билдәләр ҡуйып китәйек : оценка ҡуйыла .
















Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 4 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Урок башкирского языка. Тема "Имя прилагательное ".

Автор: Еганшина Раина Сафовна

Дата: 20.10.2019

Номер свидетельства: 523436


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства