"Тыуған яғым - алтын бишек" темаһына асыҡ дәрес
Маҡсат: Тема буйынса яңы һүҙҙәр, фразалар үҙләштереү аша бәйленешле яҙма һәм һөйләү телмәрен үҫтереү;
Уҡыуслыларҙа тыуған яҡҡа, тыуған республиҡаға яратыу, ихтирам тәрбиләү һәм ғорурланыу тойгоһо уятыу.
Йыһазландырыу: Тыуған яҡ тәбигәте, Ағиҙел ҡалаһы - һурәттәр, видеотаҫма (йыр), кроссворд.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу мәле.
Хәйерле көн, уҡыусылар! Һаумыһыҙ!
II. Дежур уҡыусы менән әңгәмә
Бөгөн кем дежур?
Нисәнсе число?
Дәрестә кемдәр юҡ?
III. Дәрестең темаһын, маҡсатын аңлатыу.
Дәрестең темаһын белеү өсөн кроссворд сисеп алайыҡ.
Бында горизонталь буйынса бирелгән һүҙҙәр беҙҙең яҡта урманда, баҡсала үҫкән еләк-емеш, йәшелсәләр.
1. Ерҙә ята табаҡ
Исеме уның... (ҡабаҡ)
2. Был емеш бик файҙалы,
Өҙөп ал, аша әле,
Төҫө ҡыҙыл йә ҡара
Ҡыуаҡта үҫеп ҡыҙара.
3. Был йәшелсә ер аҫтында,
С витаминға бай, ҡыҙыл һәм тәмле була.
4. Эсе ҡып-ҡыҙыл,
Тышы йәм-йәшел.
5. Ете ҡат кейенгән,
Йоп-йоморо башлы булған
Был нимә, уйлап ҡара?
6. Урман аланында уҫә,
Баҡсала ла куп була.
| | | 1. | ҡ | а | б | а | ҡ |
2. | ҡ | а | р | а | ғ | а | т | |
| | | 3. | к | и | ш | е | р |
ҡ | а | р | б | ы | ҙ | | | |
| 5. | к | ә | б | е | ҫ | т | ә |
| | | 6. | е | л | ә | к | |
Беҙ бөгөн тыуған ҡалабыҙ Ағиҙел, беҙгә яҡын ғына ағып ятған Ағиҙел иылғаһы, ғөмүмән тыуған яҡ тураһында һөйләшәбеҙ.
Дәфтәргә бөгөнгө теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Тыуған яғым-алтын бишек.
Тағы ла тыуған яҡ тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
IV. Өйгә эште тикшереү.
Яуаптар:
1. Тыуған ерҙең әреме лә хуш еҫле.
2. Тыуған ер яҡын,
тыуған ил - алтын.
(Уҡыусылар тыуған яҡ тураһында өйҙә әҙерләп килгән мәҡәлдәрҙе уҡый.)
IV. Төп өлөш.
1) "Тыуған ер" темаһы буйынса һүҙҙәр, терминдар ҡабатлау;
2) Һуҙлек эше.
Тыуған ерем; йырлы ҡайындар иле; ғорур тауҙар; ҡылғанлы дала; сая бөркөт Салауттай...
3) Телмәр үҫтереү.
Уҡыусылар беҙ тыуған Башкортостаныбыҙ тураһында йыр беләбеҙ, иң тәүҙә ошо йырҙы йырлап алайыҡ. "Башҡортостан - тыуған ерем".
1. Башҡортостан - тыуған ерем.
Цырлы ҡайындар иле,
Күккә ашҡан ғорур тауҙар
Ҡылғанлы дала иле,
Ҡылғанлы дала иле,
Башҡортостан - тыуған ерем.
Һандуғастар өҙөлөп иле
Йылғалы, күлдәр иле.
Гөлсәкәлле, күубәләкле
Йәшел туғайҙар иле,
Йәшел туғайҙар иле,
Башҡортостан - тыуған ерем.
2. Бөйөк шағир Мостай иле,
Данлыҡлы Рәми ере
Сая бөркөт Салауаттай,
Һүнмәҫ башҡортом теле,
Һүнмәҫ башҡортом теле,
Башҡортостан - тыуған ерем.
4) Әле генә йырланған йырҙа "йылғалы", күлдәр иле тип йырланығыҙ. Беҙ йәшәгән ерҙә ниндәй йылға аға? (Яуаптар).
Ошо Ағиҙел йылғалы тураһында китаптағы "Йәмле Ағиҙел буйҙары" поэмаһынан өҙөк уҡыйыҡ.
а) уҡыу
б) һорауҙарға яуап:
- Был юлдарҙы уҡығанда нимә күҙ алдығыҙға килде?
- Һеҙҙә ниндәй хистәр уянды?
- Әсерҙең төп фекере;
- Автор нимә хаҡында уйландырырға теләй?
- Был поэма ниндәй: күңеллеме, моңһоумы, ялҡынлымы әллә уйға һаламы?
- Ниндәй йыр бар Ағиҙел исеменә?
(Яуаптар)
5) Ижады эш
Һәр партаға берәр һүрәт таратыла.
Ҡартинаға исем ҡушырға; терәк һуҙҙәре ҙә ҡуллынып, бәйләнешле текст төҙөргә.
Уҡыусылар, ошондай йәмле, бай республикала йәшәуебеҙгә сикһеҙ шатланабыҙ, ғорурланабыҙ. Һин ошо ерҙә йәшәйһең икән, был ерҙе, илде яратырға тыуған яҡ тарихын өйрәнергә бурыслыһың;
Илгә көслө рухлы, аҡыллы, белемле кешеләр кәрәк.
VI. Дәресте йомғаҡлау.
VII. Өйгә эш:
"Тыуған яғым - алтын бишек" тигән мини-инша яҙып алып килергә.