kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сафуан. Әлибай. Өсөнсөләр. Рәт һандары.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема: Сафуан Әлибай.” Өсөнсөләр” шиғыры.

 Маҡсат:  шиғырҙы тасуири уҡыу өҫтөндә эш; рәт һандары тураһында белем биреү; уҡыусыларҙы тәртипле, эш һөйөүсән, өлгө булырға саҡырыу; һүҙлек байлығын арттырыу.

Йыһазландырыу:  С.Әлибаевтың портреты, карточкалар,һүҙлектәр

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле:

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Бөгөн нисәнсе число? Аҙнаның ҡайһы көнө?

-Йәгеҙ, дәрес башында телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.

              Әсәй,өләсәй,ейәнсәр

              Өсәүләп сәй эсәләр.

              Сәйнүк сәйен эсеп бөткәс,

              Самауырға күсәләр.

2. Дәрестең маҡсатын асыу:

- Уҡыусылар, бөгөн беҙ  С. Әлибаевтың “Өсөнсөләр” тип аталған шиғырын өйрәнәсәкбеҙ.Өйҙә һеҙ был әҫәрҙе үҙ аллы уҡып килергә тейеш инегеҙ.Һүҙлек эшенән һуң, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәрербеҙ.

                                   Һүҙлек эше:

Күңелһеҙ- грустно

Уңғанбыҙ- тудолюбивые

Әйтерһең- как будто

Бе туғанбыҙ- родные

( Был һүҙҙәрҙе уҡыусылар һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар)

                                   С. Әлибаевтың биографияһы

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була. Артабан ул Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сафуан Әлибай күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була.

Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.

3. Тасуири уҡыу өҫтөндә эш:

- Уҡытыусы уҡый;

- 4-5 бала уҡый;

- шиғырҙы тәржемә итеү.                      

    Һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре:

Эште ҡуйып бер аҙға

Уҙғарабыҙ хәрәкәт

Боронғолар әйткәндәр:

“ Хәрәкәттә- бәрәкәт”.

( парта янына сығып,күнекмәләр яһайҙар)

Бер, ике – уңға борол

 Бер, ике – һул яҡҡа.

 Бер, ике – ҡулдарыңды

 Тейҙереп ал аяҡҡа.

Бер, ике ултырайыҡ

Бер,ике үҫәйек.

Бер, ике- түңәрәктән

Теҙелешеп үтәйек.

                                      Карточкалар менән эш:

 Мин хәҙер һеҙгә карточкалар таратып бирәм.Унда һандар яҙылған. Шул һандарға һеҙ

-ынсы (-енсе, -өнсө, -нсы, -нсе) аффикстары ҡушып яҙырға тейешһегеҙ. Әгәр ҙә һүҙҙә нәҙек һуҙынҡылар икән- нәҙек ялғау, ҡалын һуҙынҡылар икән- ҡалын ялғау ҡушыла. Былар рәт һандары тип атала.

Эште тикшереү.

Шиғырҙан рәт һандарын табыу.

                                 Әңгәмә:

Уҡыусылар, һеҙ класташтарығыҙ менән татыу йәшәйһегеҙме?

Үҙегеҙҙе бәләкәстәр өсөн өлгө тип атай алаһығыҙмы?

Йомғаҡлау:

-Беҙ бөгөн  дәрестә нимәләр белдек? Нимәгә өлгәштек?

-Эйе, дөрөҫ. Ә бәләкәстәрҙе беҙ ҡыйырһытмай, киреһенсә уларҙы һәр ваҡыт яҡлап, уларға һәйбәт өлгө күрһәтергә тейешбеҙ.

Өйгә эш биреү:

  • Ә өйҙә һеҙгә унға тиклемге рәт һандарын ятлап килергә кәрәк буласаҡ.

Ошоноң менән дәрес тамам.Һау булығыҙ! ( Көндәлектәргә билдәләр ҡуйыу)

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сафуан. Әлибай. Өсөнсөләр. Рәт һандары.»

Тема: Сафуан Әлибай.” Өсөнсөләр” шиғыры.

Маҡсат: шиғырҙы тасуири уҡыу өҫтөндә эш; рәт һандары тураһында белем биреү; уҡыусыларҙы тәртипле, эш һөйөүсән, өлгө булырға саҡырыу; һүҙлек байлығын арттырыу.

Йыһазландырыу: С.Әлибаевтың портреты, карточкалар,һүҙлектәр

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу мәле:

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә! Бөгөн нисәнсе число? Аҙнаның ҡайһы көнө?

-Йәгеҙ, дәрес башында телдәребеҙҙе шымартып алайыҡ.

Әсәй,өләсәй,ейәнсәр

Өсәүләп сәй эсәләр.

Сәйнүк сәйен эсеп бөткәс,

Самауырға күсәләр.

2. Дәрестең маҡсатын асыу:

- Уҡыусылар, бөгөн беҙ С. Әлибаевтың “Өсөнсөләр” тип аталған шиғырын өйрәнәсәкбеҙ.Өйҙә һеҙ был әҫәрҙе үҙ аллы уҡып килергә тейеш инегеҙ.Һүҙлек эшенән һуң, тасуири уҡыу күнекмәләре үткәрербеҙ.

Һүҙлек эше:

Күңелһеҙ- грустно

Уңғанбыҙ- тудолюбивые

Әйтерһең- как будто

Бе туғанбыҙ- родные

( Был һүҙҙәрҙе уҡыусылар һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуялар)

С. Әлибаевтың биографияһы

Сафуан Әфтәх улы Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Тирмән ауылында тыуған. Урта белем алғандан һуң, колхозда, тимер юлында эшләй, күрше Ҡалмаҡҡол ауылында китапханасы була. Артабан ул Салауат районының «Ленин байрағы» гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп саҡырыла. 1966 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Сафуан Әлибай күп йылдар «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһында эшләй: бүлек мөдире, яуаплы сәркәтип, мөхәррир була.

Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.

3. Тасуири уҡыу өҫтөндә эш:

- Уҡытыусы уҡый;

- 4-5 бала уҡый;

- шиғырҙы тәржемә итеү.

Һаулыҡ һаҡлау күнекмәләре:

Эште ҡуйып бер аҙға

Уҙғарабыҙ хәрәкәт

Боронғолар әйткәндәр:

“ Хәрәкәттә- бәрәкәт”.

( парта янына сығып,күнекмәләр яһайҙар)

Бер, ике – уңға борол

Бер, ике – һул яҡҡа.

Бер, ике – ҡулдарыңды

Тейҙереп ал аяҡҡа.

Бер, ике ултырайыҡ

Бер,ике үҫәйек.

Бер, ике- түңәрәктән

Теҙелешеп үтәйек.

Карточкалар менән эш:

Мин хәҙер һеҙгә карточкалар таратып бирәм.Унда һандар яҙылған. Шул һандарға һеҙ

-ынсы (-енсе, -өнсө, -нсы, -нсе) аффикстары ҡушып яҙырға тейешһегеҙ. Әгәр ҙә һүҙҙә нәҙек һуҙынҡылар икән- нәҙек ялғау, ҡалын һуҙынҡылар икән- ҡалын ялғау ҡушыла. Былар рәт һандары тип атала.

Эште тикшереү.

Шиғырҙан рәт һандарын табыу.

Әңгәмә:

Уҡыусылар, һеҙ класташтарығыҙ менән татыу йәшәйһегеҙме?

Үҙегеҙҙе бәләкәстәр өсөн өлгө тип атай алаһығыҙмы?

Йомғаҡлау:

-Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдек? Нимәгә өлгәштек?

-Эйе, дөрөҫ. Ә бәләкәстәрҙе беҙ ҡыйырһытмай, киреһенсә уларҙы һәр ваҡыт яҡлап, уларға һәйбәт өлгө күрһәтергә тейешбеҙ.

Өйгә эш биреү:

  • Ә өйҙә һеҙгә унға тиклемге рәт һандарын ятлап килергә кәрәк буласаҡ.

Ошоноң менән дәрес тамам.Һау булығыҙ! ( Көндәлектәргә билдәләр ҡуйыу)




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 3 класс

Скачать
Сафуан. Әлибай. Өсөнсөләр. Рәт һандары.

Автор: Динисламова Гульшат Гаяновна

Дата: 03.12.2018

Номер свидетельства: 488654


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства