kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Разработка урока по ОРКСЭ на тему ”Семейные праздники”

Нажмите, чтобы узнать подробности

ғаилә байрамдары  аша ғаиләгә,туғандарға аңлы ыңғай ҡараш,һөйөү тәрбиәләү,  байрамдарҙың ғаилә тормошондағы ролен күрһәтеү,  бүләкте дөрөҫ һайларға өйрәтеү,үҙ-ара дуҫлыҡ,татыулыҡ тойғоларын үҫтереү,һәр балала үҙ ғаиләһе өсөн ғорурлыҡ тойғолары тыуҙырыу.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Разработка урока по ОРКСЭ на тему ”Семейные праздники”»

Разработка урока по ОРКСЭ ,4 класс на тему”Семейные праздники”

Составила учитель начальных классов

МОАУ “СОШд.Юмагужино”Зилаирского района Республики Башкортостан

Аккужина Фарига Гатиятовна.



Тема. Ғаилә байрамдары

Маҡсат: ғаилә байрамдары аша ғаиләгә,туғандарға аңлы ыңғай ҡараш,һөйөү тәрбиәләү, байрамдарҙың ғаилә тормошондағы ролен күрһәтеү, бүләкте дөрөҫ һайларға өйрәтеү,үҙ-ара дуҫлыҡ,татыулыҡ тойғоларын үҫтереү,һәр балала үҙ ғаиләһе өсөн ғорурлыҡ тойғолары тыуҙырыу.

Йыһазландырыу:класс бүлмәһе байрамса биҙәлгән,төркөм менән эшләү өсөн карточкалар,презентация,ғаилә материалдары,һүрәттәр.

Дәрес барышы

  1. Психологик әҙерлек. Йыр “Әсәйем”

-Хәйерле көн,балалар,ҡунаҡтар!

Хәйерле көн уң күршем!

Хәйерле көн һул күршем!

Хәйерле көн уң дуҫтарым!

Ҡунаҡтар һәм уҡытыусым!

2.Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу

-Яҡшы кәйеф,изге теләктәр менән дәресебеҙҙе башлайыҡ.Дәресебеҙҙе иң ҡәҙерле кешебеҙ-әсәйебеҙ тураһында йыр менән башлап ебәрҙек.Тағы ла ҡәҙерле кешебеҙ кем әле?

-Атай!

-Әйе,атай ,әсәй һәм балалар бергә нимә тип атала?

-Ғаилә.

3.Маҡсатҡа сығыу

Слайд1. Ғаилә - ир,ҡатын,бала-саға һәм башҡа яҡын туғандарҙан торған кешеләр төркөмө.

Ғаилә ул бик оло һүҙ. Атай, әсәй, өләсәй, олатай – ғаиләнең иң хөрмәтле кешеләре. Сөнки улар һәр ваҡыт яҡындары тураһында ҡайғырталар, борсолалар.Ғаиләлә иң ҡәҙерле кешеләр йәшәй.

-Әйҙәгеҙ,үҙегеҙҙең ғаилә тураһында берәр генә ҡыуаныслы

хәбәр әйтеп китегеҙ әле.(Уҡыусылар тороп берәр һөйләм әйтәләр)(гәзит,китап,дипломдар күрһәтеп әйтәләр)

Слайд 2-видеоролик

Хәҙер беҙҙең кластан бер ғаилә тураһында яҡынданыраҡ танышып китәйек.

Ғаиләлә ҙур-ҙур,матур-матур ҡыуаныслы көндәрҙе лә билдәләп үтәләр.Уларҙы нимә тип атайҙар? -Байрамдар -Бөгөнгө дәрестең темаһын әйтегеҙ,хәрефтәр буталған.

ЫРАДМАРЙАБ ӘЛИАҒ (карточкалар)

Слайд 3 . Ғаилә байрамдары (Дәфтәргә яҙалар)

3.Маҡсатты хәл итеү.

Нимә ул байрам? ………. Ни өсөн байрам кәрәк? ..........

Ниндәй байрамдар була? Ғаилә байрамдарын әйт. .............

Слайд 4 Байрам-матур,ҡыуаныслы ваҡиғаға бағышланып үткәрелгән махсус көн

Төркөм менән эш.

1-се төркөм.

Тексты уҡы ла һорауға яуап әҙерлә.

Тыуған көн байрамы ҡасан үткәрелә башлаған?

Боронғо кешеләр тәбиғәттең һәр өлөшөнөң аллаһы бар тип уйлағандар һәм уларға табынғандар.Һыу,ут аллалары бар тип уйлағандар.Һунар уңышлы булыуын теләп,тормоштарын еңеләйтеү, мул уңыш алыу өсөн изге көстәрҙән ярҙам һорағандар,йырлағандар,бейегәндәр,маҡтау һүҙҙәрен әйткәндәр,хатта ашамлыҡтар һалғандар билдәле көндәрҙә хатта ял да иткәндәр.Шулай итеп байрамдар барлыҡҡа килгән.

Тыуған көн байрамын үткәреү бик борондан Европала башланған икән. Тыуған көн байрамы кешене яуызлыҡтан һаҡлау өсөн һәм йыл был кешегә тик уңыштар ғына алып килһен өсөн туғандары, дуҫтары, яҡындары араһында үткәреү өсөн тәғәйенләнгән булған.

2-се төркөм.

Тексты уҡы ла һорауға яуап әҙерлә.

Ни өсөн боронғо кешеләр тәбиғәттән ярҙам һорағандар?

Боронғо кешеләр тәбиғәттең һәр өлөшөнөң аллаһы бар тип уйлағандар һәм уларға табынғандар.Һыу,ут аллалары бар тип уйлағандар.Һунар уңышлы булыуын теләп,тормоштарын еңеләйтеү, мул уңыш алыу өсөн изге көстәрҙән ярҙам һорағандар,йырлағандар,бейегәндәр,маҡтау һүҙҙәрен әйткәндәр,хатта ашамлыҡтар һалғандар, билдәле көндәрҙә хатта ял да иткәндәр.Шулай итеп байрамдар барлыҡҡа килгән.

Тыуған көн байрамын үткәреү бик борондан Европала башланған икән. Тыуған көн байрамы кешене яуызлыҡтан һаҡлау өсөн һәм йыл был кешегә тик уңыштар ғына алып килһен өсөн туғандары, дуҫтары, яҡындары араһында үткәреү өсөн тәғәйенләнгән булған


3-сө төркөм. Тексты уҡы ла һорауға яуап әҙерлә.

Дәүләт байрамдары ғаилә байрамдарынан айырыламы?

Байрамдар өс төркөмгә бүленәләр:

1.Дәүләт байрамдары. Был байрамдар дәүләт тарафынан   иғлан ителеп календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән, халыҡ ял итә.Мәҫәлән 1 ғинуар-Яңы йыл,23 февраль, 8 март, 1 май, 9 май-Еңеү көнө.

2.Йәмәғәт байрамдары (дини байрамдар) -төрлө һөнәр эйәләре байрамдары-Уҡытыусылар,Ҡорбан байрамы, 1 сентябрь-Белем көнө.

3.Ғаилә байрамдары-тыуған көн,туй көнө.

4-се төркөм. Тексты уҡы ла һорауға яуап әҙерлә.

Йәмәғәт байрамдары ғаилә байрамдарынан айырыламы?Нимә менән айырыла

Байрамдар өс төркөмгә бүленәләр:

1.Дәүләт байрамдары. Был байрамдар дәүләт тарафынан   иғлан ителеп календарҙа ҡыҙыл төҫ менән билдәләнгән, халыҡ ял итә.Мәҫәлән 1 ғинуар-Яңы йыл,23 февраль, 8 март, 1 май, 9 май-Еңеү көнө.

2.Йәмәғәт байрамдары (дини байрамдар) -төрлө һөнәр эйәләре байрамдары-Уҡытыусылар көнө,Ҡорбан байрамы, 1 сентябрь-Белем көнө.

3.Ғаилә байрамдары-тыуған көн,туй көнө.

Ф И З М И Н У Т К А ҠУЛ САБЫУҘАР

-Кем атайға оҡшаған

-Кем әсәйгә оҡшаған

-Кемдең ғаиләһендә спорт яраталар

-Кемдең атай-әсәйҙән йәшерер сере юҡ

-Кем өйҙә ярҙам итә

-Кем ғаиләһен ярата (Һәр т ө р к ө м д ә н сығыш яһайҙар,һығымта )

Слайд 5 Байрамдар:

1.Дәүләт байрамдары -Еңеү көнө,Ватанды һаҡлаусылар көнө һ.б.

2.Йәмәғәт байрамдары- Уҡытыусылар көнө,Ҡорбан байрамы

3.Ғаилә байрамдары.- тыуған көн,туй көнө. (Дәфтәргә яҙалар)

Слайд 6

2008 йылдан алып 8 июль Ғаилә байрамы тип иғлан ителде.

Ғаилә байрамдарынан иң яратҡан байрамығыҙ ниндәй байрам? ......

Уны нисек үткәрәһегеҙ? …….

Быйылғы йылдың Рәсәйҙә исеме нисек атала 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде,беҙ ҙә үҙ һөнәрҙәребеҙҙе ҡунаҡтарға театрлаштырып күрһәтеп китәйек. Иң яратҡан ғаилә байрамығыҙ ниндәй байрам

Тыуған көндөң матур бер өлөшөнә туҡталып китәйек.Бөгөн беҙҙә тыуған көн байрамы. Бына һеҙгә тыуған көн иҫтәлегенә башлыҡтар бүләк итәйем кейеп алығыҙ. Үткән аҙнала Мораҙымдың 10 йәше тулды.Ул беҙҙе тағы ла байрамға саҡырҙы.

1.Уның әсәһе Мөнирә Маратовнаны саҡырайыҡ.24 март Яҙгөлдөң дә тыуған көнө.Әйҙәгеҙ уны ла алға саҡырайыҡ.(ҡотлау)

2..“Аҡ ҡалас” уйынын уйнарға сығалар

3. Балалар теләктәр әйтәләр

Бәхет,шатлыҡ теләйем,уңыштар юлдаш булһын,һаулыҡ теләйем,байрамың ҡотло булһын.

4.Класташтары исеменән бүләк тапшырыу.(Наҙгөл тапшыра)

Байрам һеҙгә оҡшанымы?Бик яҡшы.

-23 март бөтә халыҡ белгән тағы ла бер тыуған көн була.Ниндәй тыуған көн ул?

БАШҠОРТОСТАНҒА 100 ЙӘШ .

Тимәк,балалар тыуған көндәр кешенеке генә түгел,ә республиканыҡы ла,ҡала,ауылдың да була икән.

Нисек уйлайһығыҙ,байрам күңелле булһын өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

-Әйе,байрамды үткәреү өсөн уйындар ҙа әҙерләргә кәрәк икән.?

-Байрамды нимә боҙорға мөмкин …….

-Әҙәплелек ҡағиҙәләрен һаҡларға кәрәк. Байрамдың үткәреү планы нимәләрҙән троа

ПЛАНЫ

Матур саҡырыу ҡағыҙы.

Өйҙө биҙәргә

Ҡунаҡтарҙы ҡыуанып,асыҡ йөҙ менән ҡаршы алыу

Уйлап төҙөлгән меню

Ҡунаҡтарға күңелле булһын өсөн уйындар әҙерләү

Приздар

Байрам ваҡытын уйларға

Ҡунаҡтарҙы оҙатыу

Төркөм менән эш. Мәҡәлдәрҙе төҙөргә.

Карточкалар таратыу 1-се,2-се төркөмгә эш

Ғаиләм -

ҡәлғәм

Ағас тамырына

ҡарап үҫә

Аралар тыныс булһа

ғаилә ҡорос була

Атанан күргән

уҡ юнған,

Әсәнән күргән

тун бескән





3-сө, 4-се төркөмгә эш

Байрамдар ни өсөн кәрәк,тейешле һөйләмдәрҙе билдәлә

-Байрамдар тарихи ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрөргә,уларҙы яҡшыраҡ аңларға өйрәтә.

-Байрам быуындар арһындағы бәйләнеште нығыта (ҡартатай,оләсәй,әсәй-атай,бала)

-Байрамдар ял итеү өсөн кәрәк.

-Байрам үҙеңдең милләтеңдең йолаларын белергә өйрәтә

-Байрам башҡа милләт халыҡтарының мәҙәниәтен хөрмәт итергә өйрәтә

-Байрам беҙгә үҙ ғаиләң,халҡың,Тыуған илең өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләй

-Байрам ғаиләлә,йәмғиәттә бер-береңде яратырға, аңларға өйрәтә (ТӨРКӨМДӘР сығыш яһай)

Слайд 7 Мәҡәлдәрҙе иҫеңдә ҡалдыр

Ғаиләм-ҡәлғәм

Ағас тамырына ҡарап үҫә

Аралар тыныс булһа,ғаилә ҡорос була

Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән

БАЛАЛАРҘЫҢ СЫҒЫШТАРЫ.

МИНЕҢ ЯРАТҠАН ҒАИЛӘ БАЙРАМЫМ

Йомғаҡлау.

Дәрестән һеҙ ниндәй белем алдығыҙ Нимәләр оҡшаны

Ниндәй осраҡта байрамдар матур үтә?

Ғаилә ул йылы усаҡ. Ул ни тиклем ныҡлы булһа, уның йылылығы шул тиклем көслөрәк. Һәр ата-әсә үҙ балаларын изгелекле, шәфҡәтле, киләсәктә оло таянысы булыр тип өмөт итә.Ғаилә байрамдарын үткәгәндә яҡын кешеләр бер-береһенең иғтибарын,яратыуын тоя.Бер-берегеҙгә һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ,бергә үткәргән һәр бер көндөң ҡәҙерен белегеҙ! Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. 

Өйгә эш Беҙҙең ғаилә байрамы –һүрәт,шиғыр,фотолар килтерергә мөмкин.

Ғаиләлә байрамдар һәр саҡ үткәрелеп торһон,туғандар бер-береһе менән дуҫ,татыу йәшәһен!

ТЫУҒАН КӨН ЙЫРЫ .Балалар.бейей-бейей ҡарайҙар.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 4 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Разработка урока по ОРКСЭ на тему ”Семейные праздники”

Автор: Аккужина Фарига Гатиятовна

Дата: 20.02.2020

Номер свидетельства: 540460


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства