Тема: Өләсәйем һандығы (хәтирә- иҫтәлек)
Маҡсат: ата- баба аманаты, боронғо ҡоматртҡыларҙы һаҡлаусы өләсәй һандығы тураһында белем биреү, ғоррланыу хисе, ихтибар тәрбиәләү
Йыһазландырыу: матур итеп биҙәлгән һандыҡ, милли кейемдәге ҡурсаҡ, Ҡөрьән китабы, бьоронғо таҫтамал, тиҫбе һ.б.
Дәрес барышы: ( музыка)
- Ойоштороу мәле
Уҡытыусы:
Ауылдашың, дуҫың, танышыңды,
«Иҫәнмеһегеҙ!» - тиеп ҡаршыла.
Ошо һүҙҙән кәйеф күтәрелә,
Ошо һүҙҙән ниәт яҡшыра.
- Иҫәнмеһегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡытыусылар! Һаумыһығыҙ,хәйерле көн,кәйефтәрегеҙ нисек?
- (Уҡыусылар): Ҡояшлы иртә кеүек!
Дәүләт телен, башҡорт телен
Өйрәнергә тиеп килдек.
- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын белеү өсөн мин һеҙгә йомаҡтар әйтәм, ә һеҙ яуабын табып ҡарағыҙ.
Мин дәрестән арып ҡайтһам,
Йылмайып ҡаршы ала.
Самауыры- гел өҫтәлдә,
Ашығып ашын һала.
Кем ул?
-Күҙлек кейеп, кис ултырып,
Бәйләй ойоҡ- бейәләй.
Нисә ейән- бөтәһен дә
Һис рәнйетмәй, теүәлләй.
Атайым да, әсәйем дә
Унан кәңәш һорайҙа.
Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә
Ололоҡлап ҡарайҙар.
Кем ул?
-Тимәк, бөгөн беҙ дәрестә кемдәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Маҡсат: Өләсәйҙәр һәм ейәнсәрҙәрҙең аралашыуы, өлкән быуындың йәш быуынға халҡыбыҙ йолалары, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, оҫталыҡ серҙәрен тапшырыу. Өләсәйҙәр яҙмышы ил яҙмышы менән бер икәнлекте төшөндөрөү, уларға һөйөү һәм ихтирам хисе тәрбиәләү, улар менән ғорурланыу.
- Матур яҙыу минуты. Өләсәйҙәр- тормош йәме, донъя тотҡаһы