kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Уйын технологияһы

Нажмите, чтобы узнать подробности

Уйын технологияһын башланғыс класста ҡулланыу

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Уйын технологияһы»



Мастер класс.

  • Һаумығыҙ хөрмәтле коллегалар ! Үҙемдең сығышымды һорау – йомаҡ формаһында башлап ебәрәм.

  • Бына уйлап ҡарағыҙ әле , ни өсөн тәҙрәгә таш бәрһәң, селперәмә килеп ватыла ?

Кемдер - таштың ҙур булыуынан, тип әйтер. Ә ҡайһы берҙәрегеҙ – быяла һәр саҡ ватылыусан, тип яуаплар. Хатта, таш бәреүсенең ташты тура бәреүенән , тип иҫбатлар.

  • Ә яуабы ябай, сөнки тәҙрә ябыҡ, шуға күрә ул ватылды !

Тормошта ла шулай, беҙҙең һәр беребеҙ был донъяла бәхетле кеше булып йәшәү өсөн бөтә мөмкинселектәр бар, әммә ҡайһы ваҡыт беҙҙең бәхет тәҙрәләре - ябыҡ...

Бөгөнгө оҫталыҡ класымдың темаһын «Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа»- тип, атаным.

Башҡорт теле ,дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндә иң мөһиме башҡа милләт баларында ҡыҙыҡһыныу уятыу. Ҡыҙыҡһыныу булғанда ғына баларҙың уҡыуға теләктәре буласаҡ. Күп йыллыҡ эш тәжрибәмдә уйын технологияһын ҡулланыу, иң уңышлыһы тип таптым. Хәҙерге шарттарҙа ла белем биреүҙең иң актуаль бурысы булып телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереү тора.



  • Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ ?

  • Уйын технологияһын һеҙ эшегеҙҙә ҡуллананаһығыҙ ?

  • Һеҙ ниндәй уйын төрҙәренә өҫтөнлөк бирәһегеҙ ?

  • Теге йәки был уйындарҙы ҡулланғанда нимәгә ихтибар итәһегеҙ ?

  • Психологтар фекеренсә бала дәрестә алған белемде (мәғлүмәт) 80 % күреп – белеп (визуаль) үҙләштерә, тик 20 % ғына ишетеү аша ҡабул итә. Шуға күрә лә уҡыусыларға, айырыуса башланғыс кластарҙа уйынға ҡоролған күрһәтмә материалдар биреү отошлораҡ, тип уйлайым.

Эшемде еңелләштереү маҡсатында һәм балаларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән сығып, уйын техн. ҡулланып башланғыс класс уҡыусылары өсөн дидактик материал туплай башланым.

Дидактик материалдарҙы төҙөгәндә юғарыла әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алдым.

Һеҙҙе ошо эш тәжрибәм менән таныштырып үтәһем килә.



Ихтибар менән бында ҡарағыҙ.

Был эште башҡарыу өсөн

2 – се класс өсөн был материал уҡыу әсбаптары



  1. Тән өлөштәре

  2. Ағастар

Рефлексия

Шәмдәр. Бөтәһе лә яҡшы – йәшел – эш тәжрибәмдә ҡулланам

Яҡшы, тик аңлап етмәнем.- уйлап ҡарармын.

Оҡшаманы, кәйефем насар. – миңә оҡшаманы





Кеше ғүмере – серле бер донъя, уны 3 шәм яҡтырта: Өмөт, Ышаныс һәм Мөхәббәт. Төрлө сәбәптәр арҡаһында, шәмдәр һүнә, күңелдә бушлыҡ барлыҡҡа килә. Донъя ҡараңғылана, йәнде өшөтөрлөк ҡурҡыу, һағыш урын ала... Шул ваҡытта аҡты – ҡаранан, дуҫты – дошмандан айырыу ҡыйынлаша. Тик ҡурмағыҙ, төшөнкөлөккә бирелеп ҡул һелтәп, өмөтөгөҙҙе өҙмәгеҙ. Күңел түрендәге һүнеп барған шәмгә бәлкәй генә осҡон да етә. Донъя ҡабат яҡтыра, киләсәккә ышаныс тыуа.

Эйе, башҡорт теле проблемаһы киҫкенләшеп киткән хәлдә лә, юғалып ҡалмай, илебеҙ, телебеҙ, еребеҙ , - тип башыбыҙҙы ғорур тотоп алға бараһы ла, бараһы. Сөнки беҙ бала күңеленә белем осҡоно һалыусы, әйҙәүсе уҡытыусы. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа !!!














Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Прочее

Целевая аудитория: 3 класс

Скачать
Уйын технологияһы

Автор: Зайнуллина Мадина Ахатовна

Дата: 11.02.2024

Номер свидетельства: 645457


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства