kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Внеклассное мероприятие на тему: «?с?й??р-тормош би??ге»

Нажмите, чтобы узнать подробности

 Предлагаю вам сценарий воспитательного мероприятия «?с?й??р-тормош би??ге», посвящённый Дню матери.
Воспитательное мероприятие направлено на воспитание уважительного отношения к самому дорогому человеку –маме, на сплочение детей и родителей. Оформление: выставка сочинений о маме «С любовью о маме…»,
букет цветов, изготовленный учащимися класса, конверты с пословицами, конверты для писем-пожеланий голубого цвета, шары белого и голубого цвета  для украшения класса.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Внеклассное мероприятие на тему: «?с?й??р-тормош би??ге» »

Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам.

«Әсәйҙәр-тормош биҙәге»

Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.

Күрешеү бит шулай башлана

Һеҙҙең менән осрашҡанға, дуҫтар,

Күңелебеҙ шундай шатлана.

А.Б. Хәйерле көн ҡәҙерле ҡунаҡтар! «Әсәйҙәр көнөнә арналған «Әсәйҙәр-тормош биҙәге»- тип аталған бәләкәй генә кисәне башларға рөхсәт итегеҙ.

-------- Әсәйҙәргә бөгөн беҙҙең

Иң ҡәҙерле һүҙебеҙ.
Шат бейеүҙәр, матур йырҙар
Һеҙгә бүләк итеп
Әҙерләндек үҙебеҙ.


-------- Тал бишектәрҙе тирбәтеп

Кем ул көйҙәр көйләгән.

Әсәйҙәр бит, әсәйҙәр бит

ҡыҙыҡ әкиәт һөйләгән.

Беҙгә бөтә көсөн биреп

Наҙлап һөйөп үҫтергән.

Дауылдарҙа аҙашмаҫлыҡ

һис бөтмәҫлек көс биргән.

Бына шуға иң изге һүҙ

Әсәй һүҙе була ул!

Иң ҡәҙерле кеше ерҙә

Әсәй һүҙе була ул!


А.Б. - Әсәй! Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ. Әсәй һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.


А. Б. Әсәй күпме йоҡоһоҙ төндәр, борсоу һәм һағыш был һүҙҙә! Ғазап һәм тәрән борсолоуҙан ҡотолғоң килһә, уның күҙҙәренә генә ҡара. Шунда уҡ бөтә ҡайғы һағыштарың эреп юғала. Ул күҙҙәр шундай мөләйем һәм яғымлы. Әйтерһең бөтөн донъяның аҡылын һәм сабырлығын йыйған диңгеҙ.




------------- Әсәйем бөгөн эштән

Арып ҡайтты.

Шуға ла ул йоҡларға ла

Иртә ятты.

Өшөмәһен әсәкәйем,

Юрған ябам.

Баш аҫтына тағы ла бер

Мендәр һалам.

Эшем бөткәс карауаты

Тирәһендә

Ултырам да әсәйемдең

Эргәһенә.

Йоҡлатамын бишек йыры

Йырлап ҡына

Ә әсәйем йылмая ла

Күҙен йома.


(Йыр « »)

------------ Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй,

Изгелеге-үлсәү тапҡыһыҙ.

Ул әлбиттә йәшәү сығанағы,

Тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ.

А. Б. Әсәйҙең ҡулдары иң - иң йомшаҡ, иң - иң йылы, иң - иң ҡәҙерле ҡулдар. Шул яғымлы ҡулдар һиңә ҡағылыуы була, бөтә ҡайғыларың юғала.


-------------------- Әсәй наҙы беҙгә кәрәк

Йылы һүҙе, ярҙамы

Бөтә эштә лә өлгөрә

Әсәйҙең алтын ҡулы.


-------------- Бәлеш һала, туҡмас киҫә

Тәмле аштар бешерә:

Торт яһаһа өҫтәренә

йырлап сәскә төшөрә.

Аш - һыуына, тәм - томона

Бөтә халыҡ һоҡлана.

Шуға, алтынға тиң күреп,

Әсәй ҡулы маҡтала.


---------- Иң аҫылын йырҙарымдың

Йырлайым, әсәй, һиңә.

Гәлдәрҙән дә, йырҙарҙан да,

Сибәрһең, әсәй минең.


» йыры башҡарыла.)


--------- Беҙҙе наҙлап үҫтергәнгә

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!

һәр ваҡыт эшсән булғанға,

Әсәйҙәр, рәхмәт һеҙгә!


А.Б. Әсә йөрәге - иң тоғро һәм һиҙгер йөрәк. Унда бер ваҡытта ла яратыу хисе һүнмәй. Нисә генә, биш йәки илле, йәш булмаһын – әсәй һиңә һәр саҡ кәрәк. Уның һине иркәлеүе, күҙ ҡарашы кәрәк. Әсәне нығыраҡ яратҡан һайын, һиңә күңеллерәк һәм шатлыҡлыраҡ була.


--------- Әсә күңеле, һай һиҙгер-

Барыһын да белә бит ул.

Әсәйҙе һайлап алмайҙар

Берҙән - бер генә бит ул.

--------------: Кемебеҙҙә ниндәй шатлыҡ

Иң беренсе һин беләһең.

Оҙон юлды яҡын итеп

Ваҡыт табып һин киләһең.

---------- Кемебеҙҙә ниндәй ҡайғы

Әсәй, тәүҙә һин күрәһең.

ҡайғылырҙы таратырлыҡ

һүҙҙәр табып көс бирәһең.

---------------- Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,

Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.

«сә булған ерҙә тел йәшәрер,

Тик ырыҫтан торор тыуған ер.


------------------ Тыуған ил, Әсә. Икмәк.

Бөйөктәрҙең бөйөгө!

Ана шуларға һыйынып

Беҙ йәшәйбеҙ һөйөнөп.

Әсә беҙҙе тыуҙырған.

Әсә беҙҙе үҫтергән,

Әсә һөтө ғүмерлеккә

Етә торған көс биргән.



------------------ Еңеләйткән кеүек әсәй

Беҙҙең һәр бер һулышты

Өлкән йәшкә еткәндә лә

Беҙ әсәйгә бурыслы.

Йөҙөң һинең һәр ваҡыт та

Балҡып тора әсәйем.

Аш - һыуыңдан тәмле еҫтәр

Аңҡып тора әсәйем.


(«Әсәйҙәр бер генә» йыры башҡарыла.)


------------ Беҙ үҫкәндә күпме борсолоуҙар

Күргән әсәй ғүмер эсендә.

Онотмабыҙ, әсәй, мәңге һине,

Рәхмәт яуһын барыһы өсөн дә.


-------------- Әсәйем ҡәҙерлем,

Һиңә рәхмәт йырын йырлайым.

Оҙон ғүмер һиңә теләйем,

Әсәйем ҡәҙерлем.


(«Әсәйем. (һин беҙ тип йәшәйһең)») йыры башҡарыла.


-------------- Яҡты ҡояш балҡый күктә,

үҙе ҡайнар, үҙе яҡты,

әсәләрҙең ҡарашы ла

Нурлы итә тирә-яҡты.


---------- Бөрөләрҙе тирбәлдереп,

Йылы, йомшаҡ елдәр иҫә,

әсәләрҙең наҙлы һүҙе

Бәхетле һәм көслө итә.


---------- Иң йомшаҡ ҡулдар,

Иң көслө иңдәр-

Тик әсәйҙәрҙә,

Юҡ уға тиңдәр.

Әсәйҙәр күҙе –

Иң матур күҙҙәр,

Әсәйҙәр һүҙе-

Иң наҙлы һүҙҙәр.

Улар бирәләр

Иң дөрөҫ кәңәш,

Улар булалар

Иң яҡшы серҙәш.


------------- Йәшәү йәмен һеҙ

Биргән бит беҙгә,

Әсәйҙәр, рәхмәт,

Мең рәхмәт һеҙгә!


(« » йыры)



Ҡәҙерле әсәйҙәр! Һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләр6еҙ күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул,  шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.


        Һәр кемгә иң ғәзиз бер йән – әсәләр,

   Ғүмере бала юлына нур сәсәләр.

     Ниндәй генә булғанда ла балаһы,

Әсә өсөн бала – йөрәк алмаһы.

          Ул фәрештә, ул бөйөк зат – әсәйҙер.












































Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам.





«Әсәйҙәр-тормош биҙәге»






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 3 класс

Скачать
Внеклассное мероприятие на тему: «?с?й??р-тормош би??ге»

Автор: Юламанова Нурия Фларисовна

Дата: 30.10.2015

Номер свидетельства: 245822


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства