Науруз байрамы.
Сәхнәлә һике. Иҙәнгә һуғылған балаҫтар йәйелгән. Түрҙә мендәр өҫтөндә инәй ултыра. Ишек шаҡыйҙар. Ҡыҙҙар килеп инә.
Ҡыҙҙар . Һаумы, инәй. Хәлдәрегеҙ нисек?
Инәй . Аллаға шөкөр, әйҙүк! Түрҙән уҙығыҙ.
( Ҡыҙҙар ултырыша. Инәй доға ҡылып ала.)
Инәй . Йә, балалар, Науруз байрамы нисек башланды?
Элина . Бик яҡшы, инәй, бик күңелле башланды.
Лилиана. Бына һиңә, инәй, Науруз ашын ауыҙ иттерергә алып килдек.
( һауытта быҡтырылған бойҙай)
Инәй . (бисмилла әйтеп, ауыҙ итә). Һай рәхмәт төшкөрҙәре, ҡайһылай тәмле булған.
Бойҙай туҡлыҡ билдәһе,
Йылдың башы уң булһын,
Ризыҡтары мул булһын,
Игендәр шашып уңһын!
Ҡаҙандар ташып торһон!
Бир көндәрҙең һилен,
Илдәр булһын имен!
Аллаһү әкбәр!
-Ҡыҙҙар, борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип атағандар. Айҙар шулай исемләнгән: буранай, алағарай, һабанай,һатай, майай, урағай, һарысай, ҡарасай, ҡырпағай, аҡъюлай, һыуығай, шаҡай. Һәр ай, тәбиғәтенә, йәки кеше башҡарған эштәргә ҡарап, яҡынса дүрт өлөшкә бүленгән. Беренсе айҙа, буранайҙа, йыл башлана. Уны әҙерләнеп ҡаршы алғандар. Шуға күрә ирҙәр ат өсөн ҡамыт, эйәр, көрәктәр өсөн һаптар әҙерләгәндәр. Ғәҙәттә, ай башында буран ҡарҙы ишеп һала, соҡор-саҡыр тула, һырындарҙа ишелеп ята арҡандары. Шуға ла буранай айының тәүге аҙнаһы арҡанай исеме алған.
Буранайҙың икенсе өлөшөн ҡарғайөр тигәндәр. Был мәлдә ҡарғалар килә, ләкин ергә төшмәй, туп булып тупланып, ағас башында емләнә.
Буранайҙың һуңғы бүлеме- ҡыштың һуңғы бураны. Исеме- һырттыҡ.
Айгүзәл . Инәй, ә беҙ һырттыҡ буранын үсекләй беләбеҙ.
Илсиә. Һырттыҡ-һырттыҡ!
Аҡ балаҫты йырттыҡ!
Һырттыҡҡа- һыртым!
Сусҡаға — шыртым!
С.Лилиә. Һырттыҡ- тоҙҙоҡ,
Аҡ бишмәтте боҙҙоҡ,
Буҙ өҫтөндә буҙҙыҡ,
Ҡыштың ыштыр ыштанына
Ут төртмәгә туҙҙыҡ,
Өргөмәгә ҡуҙҙыҡ,
Ҡыш артына тоҙҙоҡ!
Гөлназ. Һырттыҡ, һинән ҡурҡмайбыҙ,
Һине һанға һуҡмайбыҙ.
Лилиана . Киндер үҫеп етһен әле,
Күл төбөнә төшһөн әле,
Талҡы талҡ итһен әле,
Тәрәбағас һелкһен әле,
Киле, төйгөс төйһөн әле,
Ел елпенеп, һөйһөн әле,
Ҡаба ҡап-ҡап тетһен әле.
Инәй . Һай, дөрөҫ үсекләйһегеҙ һырттыҡты. Беҙ ҙә урамға сыға алмай ултырғанда уны шулай үсекләй торғайныҡ. Халыҡ әйткән «Һырттыҡтан ҡурҡма, ҡытлыҡтан ҡурҡ».
Инәй . Йә , балалар, Науруз байрамы нисек бара?
Н.Лилиә.. Яҡшы, инәй, бик яҡшы.
Инәй . Ниндәй уйындар ойошторҙоғоҙ? Ниҙәр эшләнегеҙ?
Ильнара. Ат сабыштырыу уйыны үтте. Беҙҙең ырыу егеттәре беренселекте алды.
Юлиана . Миңә иң оҡшағаны ҡыҙ ҡыуыу булды. Хәлим ағай сабып барған көйө Нургөлдө ҡыуып етте лә, биленән ҡосаҡлап үҙенең эйәренә күсерҙе лә ултыртты.
Элина . Ул нимә ул! Иң ҡыҙығы арҡан тартышыу булды.
Инәй . Ай, бигерәк күңелле булған икән.
Лилиана . Инәй, әйҙәгеҙ Наурузбикә һайлайыҡ!
Инәй. Әйҙәгеҙ, балалар, көн торошон юрайыҡ. Кемегеҙ көн торошон күберәк юрай, шул Наурузбикә булыр. Башлағыҙ, ҡыҙҙар.
Юлиана . Ай ҡолаҡланһа,көн боҙола.
Рузана . Балыҡ өҫтә йөҙһә, ямғыр яуа.
Илсиә . Иртән ҡояшты болот ҡаплаһа, көн аяҙ булыр.
Айгүзәл. Эт ергә ятып аунаһа, көн боҙола.
Лилиана . Сәүкәләр ҡысҡырышһа- ямғырға.
Гөлназ. Торналар бейек осһа, көн аяҙ була.
Ильнара . Ҡарлуғастар түбәндән осһа, ямғыр була.
Айгүзәл. Ай салҡан тыуһа, көн һалҡыная.
Лилиана . Ҡаҙ һыңар аяғында баҫып торһа, көн һыуыта.
Инәй. Йә, балалар, иң күп юраусы кем булды?
Элина. Айгүзәл менән Лилиана. Икеһе лә тип-тигеҙ юранылар.
Инәй. Улайһа ҡул эштәрегеҙҙе күрһәтегеҙ. Кемдең ҡулы оҫта, шул Наурузбикә булыр.
( ҡул эштәре күрһәтәләр)
Инәй . Былар бер-береһенә һыр бирерлек түгел. Улайһа йырлап күрһәтегеҙ.
Ҡыҙҙар. Йырлаһындар, йырлаһындар.
(Йыр « «)
Инәй . Һай, афариндар.Икеһе лә яҡшы йырланы. Улайһа, мин йомаҡ ҡояйым әле.
Бәләкәй генә бер көсөк, өрмәй ҙә, ебәрмәй ҙә.
Лилиана . Йоҙаҡ.
Ҡыҙҙар . Ҡотлайбыҙ Наурузбикә булыуың менән.
(Ҡыҙҙар Наурузбикәгә елән кейҙерә, һырға тағалар, сәстәренә сулпы үрәләр.)
Айгүзәл .Бына хәҙер ысын Наурузбикә булдың.
Ильнара. Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ Наурузбикәнән йылдың нисек килерен юратайыҡ.
Бөтәһе бергә. Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ.
Наурузбикә . Яҡшы килер йылығыҙ,
Туҡ булыр һәр көнөгөҙ,
Ямғыр яуып, ҡояш сығыр,
Емешләнер гөлөбөҙ.
Илгә килер именлек,
Һау булырҙар уландар,
Иген ишелеп уңыр,
Ҡуйырырҙар урмандар.
Сырхау белмәҫ балалар,
Сәскә атыр далалар,
Олатай-өләсәйҙәр
Оҙон ғүмерле булыр,
Ҡурай моңо, йыр-көлөү
Илдә яңғырап торор.
Инәй . Амин, шулай ғына була күрһен инде. Юрағаның юш килһен! Науруз мөбәрәк булһын!
Наурузбикә . Әйҙәгеҙ. Иҫке һаламдан ҡурсаҡ эшләйек!
Ҡыҙҙар . Әйҙәгәҙ! Әйҙәгеҙ!
(Әҙер ҡурсаҡты биҙәйҙәр, кейендерәләр)
Наурузбикә . Бына ҡурсағыбыҙ әҙер. Әйҙәгеҙ, нимәнән арынырға теләйбеҙ, шуны әйтеп суҡтар тағайыҡ!
Элина . Бөтә ауырыуҙар ошо ҡурсаҡ менән янһын!
Айгүзәл . Илдәге бөтә яуызлыҡтар юҡҡа сыҡһын!
Юлиана . Беҙҙән китһен ярлылыҡ!
Гөлназ. Өҫтәлгә килһен муллыҡ!
С.Лилиә. Китһен оятһыҙлыҡ һәм хурлыҡ!
Илсиә . Юҡҡа сыҡһын аламалыҡ!
Бөтәһе бергә . Һау бул инде иҫке йыл,
Түргә баҫһын изге йыл,
Имен-аман йәшәйек,
Тыныслыҡ булһын быйыл!
Наурузбикә . Ярыш, ярыш башлана.
Кемдәр оҫта ҡурайсы,
Бейеүселәр, йырсылар,
Сығығыҙсы уртаға,
Күңелдәрҙе асайыҡ,
Уйыныбыҙҙы башлайыҡ!