kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Разработка внеклассного мероприятия "Весна!Пробуждение природы"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Был сара у?ытыу рус теленд? алып барыл?ан м?кт?пт?ге башлан?ыс класс у?ыусыларына т???йенл?нг?н.

Тема:Т?би??тте? теле асыл?ан са?.

Ма?сат:Информацион технологиялар,уйын-ситуациалар ?улланып я? ми?геле,уны? билд?л?ре,я??ы? т??ге с?ск?л?ре тура?ында балалар?ы? белемд?рен ны?ытыу,байытыу.

Т?п бурыстар:

1. “ Я?” тема?ы буйынса у?ыусылар?а ??йл?? к?некм?л?рен артабан ??тере?.

2.Диалогта ?атнашыр?а,фекер й?р?т?рг?,яуап бирерг? к?нектере?.

3.У?ыусылар?а экологик культура,рухи-?хл?ки сифаттар?ы т?рби?л??.

Йы?азландырыу:мультимедиа проекторы,  интерактив та?та, гербарий,  ?ы?ыл китап,я?алма с?ск?л?р,а?лан т?ш?р?лг?н плакат.

У?ыусы:?ар?ар  ирене,

                ?ыу?ар й?гер?е.

                Илап йыл?алар,

                Й?шт?р т?гелде.

                К?нд?р о?ая,

               Т?нд?р ?ы??ара,

                Был ?ай?ы ва?ыт,

                Й?, ?йтеп ?ара?(Я?.)

                                           Матур к?й а?ыла

  У?ытыусы :      Я? т?би??тте? и? матур ??м г?з?л са?ы.?ояш йылы нур?арын ?иб?.Йылы я?тан ?оштар ?айталар.А?астар  япра? яр?ылар,тау битт?ренд? ?л?нд?р к?ренде.Бар донъя й?шеллекк? к?мелде.

 Хор:  Я? килде,я? килде!( Слайд 2.)

У?ытыусы:Т?би??тте? теле асыл?ан са?.

                    Шыйы? ?ына й?шкелт буя?та,

                    ?йр?н?л?р т??ге ??? ?йтерг?

                    Т??ге япра?,т??ге  с?ск?л?р!

                     ?аумы, ?ояш,

                     ?аумы,я??ы  елд?р,

                     ?аумы?ы?ы?, т??ге тамсылар!

-?аумы?ы?ы? ???ерле балалар, ?уна?тар.Бе? б?г?н я? байрамына йыйылды?.

1-се у?ыусы:? ?асан кил? ул-

(   малай )     Я?бик? апай?

                       Килтер? уны

                       Бе?г?

                       ?ай?ы ай?

                       Апрель айымы?

                       ?лл? й?мле май?

2-се у?ыусы:Белм?й?е? ?алай,

                        Китк?с ?ыш бабай,

                        Ул ??е кил?-

                        Ва?ытын бел?.

3-с? у?ыусы:Ул килг?с бе?г?,

                        Й?м ?айта ерг?,

                        Иреп б?т? ?ар,

                        Асыла тау?ар.

  4-се у?ыусы: ?оштар?а ?айта,

   (?ы?)              Г?л-с?ск? ата,

                          Бына нисек ул

                          Я?бик? апай.

                         -? ?ин шуны ла

                         Белм?й?е? малай.

                 ?.Даян ?????рен?   “Я? ет?”  йырын баш?арыу.

У?ытыусы:? х??ер я? ай?арын и?к? т?ш?р?йек.

                                  Март.(Слайд 3.)

1-се у?ыусы:

Март иретк?с ?ар, бо??ар?ы,

Г?рл??ект?р а?тылар.

Март бул?анда ?айтыу шарт –тип

?оштар осоп ?айтталар.

                                   Апрель.(Слайд 4.)

2-се у?ыусы:

Апрель а?астар?а й?шел к?лд?к

Кей?ер?е,

Тир? я?ты й?шл?ндереп

 ?лг?р??.

                                   Май.(Слайд 5.)

3-с? у?ыусы:

Май?ы? к?лд?кт?ре с?ск?н?н

К????р?е ?амаштыра.

А?астарында к?н? буйы,

?оштары ?айрап тора.

У?ытыусы:  Я? – йылды? тылсымлы ??м серле ва?ыты.Бар донъя т?рл? тауыштар?а к?мелде.У?айлы ултыры?ы?.К????реге??е йомо?о?, х??ер бе? ошо серле тауыштар?ы ты?лайбы?.

                                      Аудиозапись ты?лау.

У?ытыусы:Балалар, ?е? нинд?й тауыштар ишеттеге??(Тамсылар тама,г?рл??ект?р а?а,?оштар ?айраша.)

?орау?ар:

-Ни ?с?н я? ете? мен?н ?ыйы?тар?ан тамсылар тама башлай?

-Ни ?с?н шаулап-г?рл?п шарлауы?тар й?гер??

-? ни ?с?н ?оштар ?айрай?ар?

            ?ош булып кейенг?н у?ыусы «?оштар остолар»уйынын  ?тк?р?.

    -Берг?л?п уйын уйнап алайы?.?улдары?ы??ы а??а т?ш?р?п ултыры?ы?.?ош исемд?рен ишетк?нд?,?оштар ос?ан ке?ек х?р?к?тт?р я?ар?а тейеш?еге?.И?тибарлы булы?ы?.

Остолар,остолар

?ар?алар остолар.

Остолар,остолар

?уяндар остолар.

С??к?л?р,терпел?р,

К?г?рсенд?р,себенд?р.

У?ытыусы:Афариндар.

У?ытыусы:   ? х??ер мин ?е??е урман яланына са?ырам.К????реге??е йомо?о?.(Матур к?й а?ыла.)

   -Килеп еттек,к????реге??е асы?ы?.?ара?ы? ?ле,нинд?й матур-матур с?ск?л?р ?аршы алды бе??е.(Слайд 6.)

-Урман яланында ??к?н с?ск?л?р мен?н танышып ?т?йек.

    1.   Бер ?ара?а? –к?к?ел т??л?,

          Бер ?ара?а? – ал ?ама?.

          ?е? кил??ге? ?ур?ып торам,

          ???п алыр?ы?ы? тиеп.

 -Нинд?й с?ск? тура?ында ??? бара?(Умырзая с?ск??е.)(Слайд 7.)

  -  Умырзая с?ск??е,  я? ми?гелен? юл аса.

   2.Был ??емлекте? и? т???? ?ары с?ск?л?ре, тик ?у?ынан ?ына япра?тары к?рен?. Япра?ты? бер я?ы шыма, ? икенсе я?ы ?аты була. Кипк?н япра?тар?ы й?т?л?г?нд? киптереп эсерг? ?ушалар.(?г?й ин? япра?ы.)

(Слайд 8.)

 3.Ап-а? с?ск? атам мин

Я? к?н?нд? урманда.

Ми?? бер ним? к?р?км?й,

К?л?г?лек бул?анда.(Ынйы с?ск??е.) (Слайд 9.)

4.?абарын?ы е?ел ген?

Яулы? ябынып

??? яланда

?ояшта янып.(Б?пемб?.)(Слайд 10.)

 -У?ыусылар,ошо с?ск?л?р тура?ында ним? ?йт? ала?ы?ы??(Я??ы? т??ге с?ск?л?ре.)

   Урманда,яландар?а ??еп ултыр?ан с?ск?л?р?е к?ре? мен?н кешел?р?е? улар?ы ???рг? тел?кт?ре тыуа.С?ск?л?р?е ???рг? яраймы?Ни ?с?н?

У?ыусы:С?ск?л?р?е ??м?ге?се,

               К?п торма?тар улар,?улыр?ар,

               К?метм?ге? ер?е? г?з?ллеген

               Улар я??ан ??й?? булыр?ар.

  У?ыусы:Умырзая ??м ынйы с?ск?л?ре ?ы?ыл китап?а индерелг?н.Был с?ск?л?р?е ?а?лар?а  к?р?к.

У?ытыусы:Я??ы? т??ге с?ск?л?ре тура?ында белемд?ребе??е ны?ытып ?уяйы?.(Интерактив уйын «Я??ы? т??ге с?ск?л?ре.) Слайд 11

  У?ытыусы:   Т?би??т ул ??емлект?р ген? т?гел,т?би??т ул ?оштар, йыл?алар,к?лд?р ??.?е? т?би??т ду?тары булыр?ы?ы? тип ышанам.

                Балалар баш?арыуында “Тамсылар”  бейе?е.

У?ытыусы:Балалар,бе??е? байрамыбы? а?а?ына ла килеп етте.

  ?г?р ?е?г? байрам о?ша?а,я? ми?геле тура?ында  белемд?реге??е  арттыр?ы? ти??ге?,ошо с?ск?л?р?е а?лан?а  “ултыртып” сы?ы?ы?.

           (У?ыусылар я?алма с?ск?л?р?е а?лан?а “ултырталар”.)

Байрамыбы? тамам.(У?ыусылар?а и?т?лекле б?л?кт?р тапшырыла.)

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Разработка внеклассного мероприятия на конкурс»

Был сара уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәге уҡыусыларға тәғәйенләнгән.


Тема:Тәбиғәттең теле асылған саҡ.

Маҡсат:Информацион технологиялар,уйын-ситуациалар ҡулланып яҙ миҙгеле,уның билдәләре,яҙҙың тәүге сәскәләре тураһында балаларҙың белемдәрен нығытыу,байытыу.

Төп бурыстар:

1. “ Яҙ” темаһы буйынса уҡыусыларҙа һөйләү күнекмәләрен артабан үҫтереү.

2.Диалогта ҡатнашырға,фекер йөрөтөргә,яуап бирергә күнектереү.

3.Уҡыусыларҙа экологик культура,рухи-әхләки сифаттарҙы тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:мультимедиа проекторы, интерактив таҡта, гербарий, Ҡыҙыл китап,яһалма сәскәләр,аҡлан төшөрөлгән плакат.


Уҡыусы:Ҡарҙар ирене,

Һыуҙар йүгерҙе.

Илап йылғалар,

Йәштәр түгелде.

Көндәр оҙая,

Төндәр ҡыҫҡара,

Был ҡайһы ваҡыт,

Йә, әйтеп ҡара?(Яҙ.)

Матур көй ағыла

Уҡытыусы : Яҙ тәбиғәттең иң матур һәм гүзәл сағы.Ҡояш йылы нурҙарын һибә.Йылы яҡтан ҡоштар ҡайталар.Ағастар япраҡ ярҙылар,тау биттәрендә үләндәр күренде.Бар донъя йәшеллеккә күмелде.

Хор: Яҙ килде,яҙ килде!( Слайд 2.)

Уҡытыусы:Тәбиғәттең теле асылған саҡ.

Шыйыҡ ҡына йәшкелт буяҡта,

Өйрәнәләр тәүге һүҙ әйтергә

Тәүге япраҡ,тәүге сәскәләр!

Һаумы, Ҡояш,

Һаумы,яҙғы елдәр,

Һаумыһығыҙ, тәүге тамсылар!

-Һаумыһығыҙ ҡәҙерле балалар, ҡунаҡтар.Беҙ бөгөн яҙ байрамына йыйылдыҡ.

1-се уҡыусы:Ә ҡасан килә ул-

( малай ) Яҙбикә апай?

Килтерә уны

Беҙгә

Ҡайһы ай?

Апрель айымы?

Әллә йәмле май?

2-се уҡыусы:Белмәйһең ҡалай,

Киткәс Ҡыш бабай,

Ул үҙе килә-

Ваҡытын белә.

3-сө уҡыусы:Ул килгәс беҙгә,

Йәм ҡайта ергә,

Иреп бөтә ҡар,

Асыла тауҙар.

4-се уҡыусы: Ҡоштарҙа ҡайта,

(ҡыҙ) Гөл-сәскә ата,

Бына нисек ул

Яҙбикә апай.

-Ә һин шуны ла

Белмәйһең малай.

Ҡ.Даян һүҙҙәренә “Яҙ етә” йырын башҡарыу.

Уҡытыусы:Ә хәҙер яҙ айҙарын иҫкә төшөрәйек.

Март .(Слайд 3.)

1-се уҡыусы:

Март иреткәс ҡар, боҙҙарҙы,

Гөрләүектәр аҡтылар.

Март булғанда ҡайтыу шарт –тип

Ҡоштар осоп ҡайтталар.

Апрель.(Слайд 4.)

2-се уҡыусы:

Апрель ағастарға йәшел күлдәк

Кейҙерҙе,

Тирә яҡты йәшләндереп

Өлгөрҙө.

Май.(Слайд 5.)

3-сө уҡыусы:

Майҙың күлдәктәре сәскәнән

Күҙҙәрҙе ҡамаштыра.

Ағастарында көнө буйы,

Ҡоштары һайрап тора.


Уҡытыусы: Яҙ – йылдың тылсымлы һәм серле ваҡыты.Бар донъя төрлө тауыштарға күмелде.Уңайлы ултырығыҙ.Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ, хәҙер беҙ ошо серле тауыштарҙы тыңлайбыҙ.

Аудиозапись тыңлау.


Уҡытыусы:Балалар, һеҙ ниндәй тауыштар ишеттегеҙ?(Тамсылар тама,гөрләүектәр аға,ҡоштар һайраша.)

Һорауҙар:

-Ни өсөн яҙ етеү менән ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама башлай?

-Ни өсөн шаулап-гөрләп шарлауыҡтар йүгерә?

-Ә ни өсөн ҡоштар һайрайҙар?

Ҡош булып кейенгән уҡыусы «Ҡоштар остолар»уйынын үткәрә.

-Бергәләп уйын уйнап алайыҡ.Ҡулдарығыҙҙы аҫҡа төшөрөп ултырығыҙ.Ҡош исемдәрен ишеткәндә,ҡоштар осҡан кеүек хәрәкәттәр яһарға тейешһегеҙ.Иғтибарлы булығыҙ.

Остолар,остолар

Ҡарғалар остолар.

Остолар,остолар

Ҡуяндар остолар.

Сәүкәләр,терпеләр,

Күгәрсендәр,себендәр.


Уҡытыусы:Афариндар.


Уҡытыусы: Ә хәҙер мин һеҙҙе урман яланына саҡырам.Күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ.(Матур көй ағыла.)

-Килеп еттек,күҙҙәрегеҙҙе асығыҙ.Ҡарағыҙ әле,ниндәй матур-матур сәскәләр ҡаршы алды беҙҙе.(Слайд 6.)

-Урман яланында үҫкән сәскәләр менән танышып үтәйек.

1. Бер ҡараһаң –күкһел төҫлө,

Бер ҡараһаң – ал һамаҡ.

Һеҙ килһәгеҙ ҡурҡып торам,

Өҙөп алырһығыҙ тиеп.

-Ниндәй сәскә тураһында һүҙ бара?(Умырзая сәскәһе.)(Слайд 7.)

- Умырзая сәскәһе, яҙ миҙгеленә юл аса.

2.Был үҫемлектең иң тәүҙә һары сәскәләре, тик һуңынан ғына япраҡтары күренә. Япраҡтың бер яғы шыма , ә икенсе яғы ҡаты була. Кипкән япраҡтарҙы йүтәләгәндә киптереп эсергә ҡушалар.(Үгәй инә япрағы.)

(Слайд 8.)

3.Ап-аҡ сәскә атам мин

Яҙ көнөндә урманда.

Миңә бер нимә кәрәкмәй,

Күләгәлек булғанда.(Ынйы сәскәһе.) (Слайд 9.)

4.Ҡабарынҡы еңел генә

Яулыҡ ябынып

Үҫә яланда

Ҡояшта янып.(Бәпембә.)(Слайд 10.)

-Уҡыусылар,ошо сәскәләр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?(Яҙҙың тәүге сәскәләре.)

Урманда,яландарҙа үҫеп ултырған сәскәләрҙе күреү менән кешеләрҙең уларҙы өҙөргә теләктәре тыуа.Сәскәләрҙе өҙөргә яраймы?Ни өсөн?

Уҡыусы:Сәскәләрҙе өҙмәгеҙсе,

Күп тормаҫтар улар,һулырҙар,

Кәметмәгеҙ ерҙең гүзәллеген

Улар яҙҙан һөйөү булырҙар.

Уҡыусы:Умырзая һәм ынйы сәскәләре Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.Был сәскәләрҙе һаҡларға кәрәк.

Уҡытыусы:Яҙҙың тәүге сәскәләре тураһында белемдәребеҙҙе нығытып ҡуяйыҡ.(Интерактив уйын «Яҙҙың тәүге сәскәләре.) Слайд 11

Уҡытыусы: Тәбиғәт ул үҫемлектәр генә түгел,тәбиғәт ул ҡоштар, йылғалар,күлдәр ҙә.Һеҙ тәбиғәт дуҫтары булырһығыҙ тип ышанам.

Балалар башҡарыуында “Тамсылар” бейеүе.

Уҡытыусы:Балалар,беҙҙең байрамыбыҙ аҙағына ла килеп етте.

Әгәр һеҙгә байрам оҡшаһа ,яҙ миҙгеле тураһында белемдәрегеҙҙе арттырҙыҡ тиһәгеҙ ,ошо сәскәләрҙе аҡланға “ултыртып” сығығыҙ.

(Уҡыусылар яһалма сәскәләрҙе аҡланға “ултырталар”.)

Байрамыбыҙ тамам.(Уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла.)


































Ҡулланылған әҙәбиәт.


1. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се синыф башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Х.А. Толомбаев. – Өфө: Китап, 2009

2. Ф.Х Ғөҙәй6уллина . Беҙҙең байрамдар : -Өфө: “Китап” нәшриәте,2004

3. Юнысова Г.А. Балаларға йөҙ йыр/ Йырҙар йыйынтығы.-Өфө: Китап,2003

























Просмотр содержимого презентации
«Презентация Microsoft Office PowerPoint»

Яҙ килде,яҙ килде!

Яҙ килде,яҙ килде!

МАРТ

МАРТ

АПРЕЛЬ

АПРЕЛЬ

МАЙ

МАЙ

умырзая

умырзая

ҮГӘЙ ИНӘ ЯПРАҒЫ

ҮГӘЙ ИНӘ ЯПРАҒЫ

ЫНЙЫ СӘСКӘҺЕ

ЫНЙЫ СӘСКӘҺЕ

БӘПЕМБӘ

БӘПЕМБӘ


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 3 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Разработка внеклассного мероприятия "Весна!Пробуждение природы"

Автор: Яркаева Светлана Константиновна

Дата: 02.03.2015

Номер свидетельства: 181263


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства