Данное мероприятие проводится ко дню 8 Марта
Просмотр содержимого документа
«?ылыу?ай конкурсы»
Һылыуҡай конкурсы
Халыҡ –ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ярыш-конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ.
Ҡыҙ күңеле –йыл миҙгеле,
Миҙгелдәрҙә-йәмлелек
Ил-йорт күрке- ҡыҙҙар үҫһен,
Тормош булһын мәңгелек.
Ҡыҙ кеше-илаһи зат, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә ул. Юҡҡа ғына ла яҙ башы март айында ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләмәйҙәрҙер.
Шулай итеп, бөгөнгө конкурсыбыҙҙа беҙҙең береһенән береһе матур ҡыҙҙарыбыҙ көс һынашасаҡ: үҙҙәрен бөтә яҡтан уңғанлыҡта, зирәклектә, тапҡырлыҡта күрһәтергә тейештәр.
Конкурс һөҙөмтәләрен баһалап ултырыусы жюри ағзаларын билдәләп үтәйек.
Конкурсты башлайбыҙ.
1-се шарт-Визит карточкаһы
Һәр ҡыҙ үҙе менән таныштыра.
Рәхим итегеҙ , һүҙ ҡыҙҙарға бирелә.
Конкурсыбыҙҙың 2-се шарты
Һеҙҙе королевский пирға саҡырғандар икән ти , өҫтәл төрлө-төрлө тәмле ашамлыҡтар менән тулған ти, ләкин уларҙың күбеһе К хәрефенә башланған ти, ошо ҡағыҙға яҙырға кәрәк кем күберәк яҙыр икән.
Конкурсыбыҙҙың 3-сө шарты Моделдәр күрһәтеү.
Күреүебеҙсә мода ай һайын тиерлек , миҙгел һайын үҙгәреп тора.Үҙебеҙ ҙә төрлө кейемдәр тегеп кейһәк бик яҡшы була.Ә хеҙер ҡыҙҙар фантазияға баймы икән ,беҙ командаларҙың моделдәрен ҡарап үтәйек
Конкурстың 4-се шарты.
Тормошта ҡыҙҙарға матурлыҡ ҡына түгел, батырлыҡ, көс тә кәрәк. Ә хәҙер һеҙгә бирелгән гәзитте бер ҡул менән, түшкә терәмәй генә усҡа йомарларға кәрәк. Кем алдан бөкләп бөтә-шул еңеүсе.
Конкурстың 5-се шарты.
Хәҙерге заманда магазин кәштәләре ҡатын-ҡыҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр менән һығылып тора, нимә генә юҡ , яп-ялтыр итеп тәҙрә, көҙгө таҙартыу әйберҙәре, посуда йыуыу , кер йыуыу кәрәк-яраҡтары һәм башҡа һәм башҡа әйберҙәр , кәҫә яғың ғына ҡалын булһын… Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ ошо әйберҙәргә реклама күрһәтмәкселәр.
Реклама күрһәтеү.
Конкурстың 6-сы шарты
Белеүебеҙсә бөтә ҡыҙҙар ҙа яҡшы хужабикә булырға һәм әсәйҙәренә ярҙам итергә тейештәр.Тәмле-тәмле бәлештәр, ҡаластар , ҡоймаҡтар… Бындай тәмлекәстәрҙе тик оҫта хужабикәләр генә бешерә беләлер. Беҙ ҡыҙҙарҙың аш-һыуға оҫталығын тикшереп ҡарайыҡ.
Оҫта хужабикә конкурсы
Конкурстың 7-се шарты.
Сәскә прическа яһау һәм кәңәштәр биреү.
Сәс һәр ҡатын-ҡыҙҙы биҙәүсе , матурлаусы.Тик сәскә ныҡ иғтибар кәрәк, уны матур итеп тәрбиәләргә, матур-матур прическалар эшләргә кәрәк. Ә беҙҙең ҡыҙҙар прическалар эшләү оҫталығын беләләрме икән
Конкурстың 8-се шарты.
Быйылғы йыл белеүегеҙсә, Кино йылы, шул уңайҙан киләһе конкурс “ Йәнһүрәт геройының исемен әйт” тип атала.
1) Пчела (Майя)
2) Муха (Цокотуха)
3) Курочка (Ряба)
4) Курица (Чернушка)
5) Воробей (Пудик)
6) Мышонок (Пик)
7) Крыса (Шушара)
8) Поросёнок (Пятачок)
9) Свинка (Хрю-хрю)
10) Кот (Базилио или Матроскин)
11) Пёс (Шарик)
12) Пудель (Артемон)
13) Удав (Каа)
14) Черепаха (Тортила)
15) Обезьяна (Чичи)
16) Пантера (Багира)
17) Лиса (Алиса)
18) Медвежонок (Вини Пух)
19) Крокодил (Гена)
20) Попугай (Карудо)
Әлбиттә байрам булғас ҡотлауҙар, йыр-бейеү уйын-көлкө лә булырға тейештер.Бер-беребеҙҙе ошондай гүзәл заттарҙың байрамы 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайыҡ.Һәр ҡыҙҙан
Музыкаль бүләк.
Һүҙ жюри ағзаларына
Беҙ бөгөн бик матур сара ҡараныҡ , ошо сараны беҙгә бүләк итеүсе һылыуҙарыбыҙға рәхмәт әйтәйек.