kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Эссе. Башҡорт балаһы - мин.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Эссе на башкирском языке.по творчеству Равиля Бикбаева

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Эссе. Башҡорт балаһы - мин.»

Башҡорт донъяһы бөйөк шәхестәргә бик бай һәм үҙенең талантлы улдары һәм ҡыҙҙары менән ғорурланып йәшәй. Улар араһында үҙенең күңел байлығы, тыйнаҡлығы, олпатлығы менән халыҡ күңелендә мәртәбәле урын алған Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, бер нисә орден-миҙалдар кавалеры, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, Башҡортостан Республикаһы гимны авторҙарының береһе, Ғ.Сәләм, Р.Ғарипов, З.Биишева, Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты шағир Рауил Бикбаев та бар.

Рауил Бикбаев бала сағының бик күңелле, ғүмергә онотолмаҫлыҡ алсаҡ, хәтирәле мәлдәрен, дала, йылға буйҙары күркен ғүмере буйы күңел түрендә һаҡлай. Ауылдарына терәлеп аҡҡан Соран йылғаһының яҙғы, йәйге, көҙгө йәмдәре генә ни тора!

Рауил Бикбаевтың ата-бабалары, әсәй-ҡартәсәйҙәре, нәҫеле кем булған икән? Шағирҙың шәжәрә ете быуыны шундай: Аҫылгәрәй – Бикбай – Ҡотлоәхмәт – Хәсән - Мөхәмәтша – Шәрәфетдин – Төхфәтулла – Рауил...

Рауил Бикбаев! Был исемде әйткәндә минең күҙ алдыма бар булмышы менән ижади хеҙмәткә бағышланған, әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыҙыҡлы, һоҡландырғыс тормош килә.

Рауил Бикбаев ижад менән студент йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. 1962 йылда «Ағиҙел» журналында “Вокзал” исемле тәүге поэмаһы баҫылып сыға. Ике йылдан һуң «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Ижадының төп темаһы булып халыҡ яҙмышы, туған теленең киләсәге, тирә-яҡ мөхиттең проблемалары тора.

Шағирҙың ғәзиз милләте һәм Башҡортостаны өсөн иң кәрәкле һүҙҙе иң тейешле ваҡытта әйтә белеүе минең күңелемә яҡын. Быға миҫал итеп бик күп шиғырҙарҙы, «Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!», «Халҡыма хат», «Баҙар балтаһы», «Система», «Барокамера»,«Хазина» һ.б. ҙур хеҙмәт башҡарҙы. Бына ошо тормошсан йөкмәткеһе, уй-фекерҙәрҙең гражданлыҡ ҡыйыулығы һәм яуаплылығы, һүҙҙең тәьҫир көсө Рауил Бикбаевҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исемде биреү өсөн ныҡлы нигеҙ булған тип уйлайым.

Талант һәм ҡаһарманлыҡ… Бына ошо ике сифаттың айырылғыһыҙ берлеге шағирҙың шәхес бейеклеген билдәләй ҙә инде. Һәр саҡ юғарылыҡҡа әйҙәүсе, кешеләрҙе илһамландырыусы ижады менән Рауил Бикбаев үҙе лә юғары дәрәжәләргә үрләне. Минеңсә, шағирҙың эш бүлмәһе – Башҡортостан, ә өҫтәле – Урал ташы булды. Бикбаевтың тәүгеләрҙән булып йәмғиәтебеҙҙе тетрәндерәсәк һәм зиһенде бығаулаясаҡ ваҡиғаларҙы алдан күреүе, алдан иҫкәртеүе, дөрөҫлөккә-хаҡлыҡҡа ҡурҡмайынса әйҙәп барыуы минең йөрәк түренә үтеп инде.

Мостай Кәрим шағир тураһында былай тигәйне: “Рауилдың “башлап яҙыусылар” ҡоронда йөрөгәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тәүге шиғыр китаптары күп тыуа, ләкин тәүге китабы менән бергә һөрәнләп әҙәбиәт донъяһына килгән шағир һирәк. Шул һирәктәрҙең береһе – Рауил Бикбаев”.

Рауил Бикбаевтың шиғырҙарын уҡығанда минең бәғерем өҙөлөп киткәндәй була, йөрәгемдең дөп-дөп типкәнен дә тоям. Шаҡый белә йөрәк ҡапҡаларын шағир ҡәләме. Үҙ мәлендә, кәрәк сағында шаҡый, ойомайһығыҙмы әле, тип, нескә итеп, хәстәрлекле итеп туҡылдата, сараһыҙлыҡ икән, ҡапҡаларҙы емерерҙәй булып дөмбөрләтә.

“Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында Башҡортостан халҡы өсөн Рәми Ғариповтарҙың шиғри мәктәптәрен лайыҡлы дауам иткән шағирҙарҙың береһе» - ти академик Ғайса Хөсәйенов шағир тураһында. Шағирҙың тыуған яҡҡа, Башҡортостанға, Ағиҙел йылғаһына арнап яҙылған бик күп шиғырҙары бар. Уның шиғриәтендә һәр кемде борсоған һорау бик үткер итеп бирелгән. Бигерәк тә тәбиғәттең ярлыланыуы, экологик хәүефтәр ныҡ борсой.

“Халҡыма хат” тигән поэмаһының мәктәп дәреслектәренә индерелеүе лә юҡҡа түгел. Тел, рух мәсьәләләрен күтәргән был әҫәр замана шауҡымы арҡаһында туған телдәрен өйрнеүҙән мәхрүм ителгән быуындан тыуған балаларҙы ла битараф ҡалдырмай. Улар араһынан әсенеп, үҙ телдәрендә уҡый-яҙа, һөйләшә алмау сараһыҙлығынан һыҙланып, туранан-тура шағирға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә булды. Рауил Бикбаев туған телебеҙҙең ҡороп барыуы хаҡында хафаланып уйлана, башҡорт балаларының, үҙ телдәренән яҙып, әсә телен белмәй үҫеүенә борсола. Телдең бөтөүе халыҡтың бөтөүе булыуын әрнеп иҫкәртә. Туған халҡын, ғәмһеҙлектән, моңһоҙлоҡтан, ялҡаулыҡтан ҡотолоп, уянырға саҡыра.

Рауил Бикбаевтың шиғырҙарын уҡыған саҡта, төрлө уйланыуҙарға, кисерештәргә батам, борсолоулы уйҙар ҡосағына сумам. Шағирҙың халҡына мөрәжәғәт иткән шиғырҙары көслө рух, юғары аһәңлелек менән һуғарылған. Ул һәр саҡ уйлана, борсола, бигерәк тә йәштәрҙе илебеҙ үҫеше өсөн тырышырға, ялҡауланмаҫҡа өндәй.

“Рауил Бикбаев үҙенең йәше буйынса ла, ижадының етлеккәнлеге менән дә башҡорт халҡының әйҙәп барыусы шағирҙарынан. Уның ижады, уның әҫәрҙәре, уның китаптары башҡорт халҡы тарихының, башҡорт йәненең айырылмаҫ бер өлөшө булып етеште. Башҡорт халҡы үҙенең бай, үҙенсәлекле тарихы, рухи байлығы, мәҙәни үҫеше менән Р.Бикбаев тигән шағирҙы тыуҙырған, үҫтергән, күтәргән булһа, бөгөн инде Башҡортостан да Рауил Бикбаев кеүек шағиры булыу менән бәхетле», - тип яҙҙы Гәрәй Рәхим.

Рауил Бикбаев шиғриәтендә кеше тормошо, бәхете, йәшәүҙең мәғәнәһе хаҡында уйланды, тик халыҡ бәхете өсөн булған хеҙмәт кенә кешене, уның ғүмерен ҙурлауын күрһәтте. Әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе талантлы шағир халҡыбыҙға, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә, милләтебеҙҙең бәҫен күтәреүгә тос өлөш индерҙе.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың Тыуған илен, туған телен, халҡын ысын күңелдән яратыуы көндәлек эшмәкәрлегендә һәм шиғырҙарында сағылғанын күрҙек. Шағир тыуған илде һөйөргә, илде, телде һаҡларға, үткәндәрҙе онотмаҫҡа өндәй, уның шиғырҙары беҙҙең өсөн оран булып яңғырай. Рауил Бикбаев ижады мәңгелек!










Эссе

Башҡорт балаһы – мин...







Эшләне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ғәлиуллина Тәслиә

Инсаф ҡыҙы




Баҡалы -2020


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Начальные классы

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 4 класс

Скачать
Эссе. Башҡорт балаһы - мин.

Автор: Галиуллина Таслия Инсафовна

Дата: 28.02.2021

Номер свидетельства: 574477


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства