kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мауглиға китап яҙабыҙ

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема: “Мауглига китап яҙабыҙ”

Маҡсат:

Коррекцион-белем биреү: 

  • һүҙгә өн анализы яһарға өйрәтеүҙе дауам итеү;
  • ваҡ моториканы һәм күреү иғтибары үҫтереү;
  •  ритмик хәрәкәтләнеү күнекмәләре камиллаштырыу;

Коррекцион - үҫтереүсе:

  • фонематик ишетеү һәләте үҫтереү;
  • өндөң әйтелешен нығытыу;
  •  күреүҙе ҡабул итеү һәләте, хәтер үҫтереү;
  •  һүҙлек байытыу;
  • бәйләнешле телмәр үҫтереү;

   Коррекцион - тәрбиәләү:

  • эшмәкәрлектә ыңғай эмоциональ аралашыу теләге тәрбиәләү;
  • коллективта эшләй белеү һәләте һәм теләге тәрбиәләү;
  • күтәренке кәйеф булдырыу;

Йыһазландырыу: көҙгөләр, өн символдары, һүрәттәр, модель – схемалар, сериялы һүрәттәр, туп, телевизор.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мауглиға китап яҙабыҙ»

Тема: “Мауглига китап яҙабыҙ”

Маҡсат:

Коррекцион-белем биреү: 

  • һүҙгә өн анализы яһарға өйрәтеүҙе дауам итеү;

  • ваҡ моториканы һәм күреү иғтибары үҫтереү;

  • ритмик хәрәкәтләнеү күнекмәләре камиллаштырыу;

Коррекцион - үҫтереүсе:

  • фонематик ишетеү һәләте үҫтереү;

  • өндөң әйтелешен нығытыу;

  • күреүҙе ҡабул итеү һәләте, хәтер үҫтереү;

  • һүҙлек байытыу;

  • бәйләнешле телмәр үҫтереү;

Коррекцион - тәрбиәләү:

  • эшмәкәрлектә ыңғай эмоциональ аралашыу теләге тәрбиәләү;

  • коллективта эшләй белеү һәләте һәм теләге тәрбиәләү;

  • күтәренке кәйеф булдырыу;

Йыһазландырыу: көҙгөләр, өн символдары, һүрәттәр, модель – схемалар, сериялы һүрәттәр, туп, телевизор.

Методик алымдар: психогимнастика, моделдәр ҡулланыу, күргәҙмә (слайдтар күрһәтеү), уйындар, хикәйә төҙөү, үҙаллы массаж.

Технологиялар: икт, триз, моделләштереү, һаулыҡ һаҡлау, уйын.

Һүҙлек эше: Африка, Маугли, сәйәхәтсе, тамырҙаш, етеҙ, хәйләкәр, электрон, флешка.

Индивидуаль эш: һәр баланың өн әйтелешен күҙәтеү.

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу моменты:

Логопед: Балалар, ҡарағыҙ әле, бөгөн беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ улар менән һаулыҡ һорашайыҡ һәм күңелле ял минуттары теләйек.

Балалар ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашалар, түңәрәккә торалар.


Психогимнастика:

Ҡояш бөгөн иртә торҙо,

Алтын нурҙарын һипте.

Уның йылы нурҙары

Бөтәбеҙгә лә етте.

Логопед: Балалар, кисә балалар баҡсаһына илдәр буйлап сәйәхәт иткән бер сәйәхәтсе килеп китте. Ул беҙгә алыҫ Африканан Мауглиның сәләмен еткерҙе. Балалар, Маугли беҙгә ҡыш тураһында һөйләп, китап яҙырға һораған. Африкала ҡыш юҡ бит. Тимәк Мауглига нимә тураһында китап яҙырға кәрәк?

Балалар: Ҡыш тураһында яҙырға кәрәк.

Логопед: Балалар, Мауглига ҡыш тураһында китап яҙабыҙмы?

Балалар: Әйҙәгеҙ яҙайыҡ.

Логопед: Тик Маугли уҡый белмәй, нисек итеп уға китап яҙайыҡ?

Балалар: Схемалар, моделдәр, һүрәттәр һәм таблицалар ярҙамында яҙайыҡ.

Логопед: Улай булғас эшкә тотонайыҡ. Китаптың беренсе битен асыу өсөн

иң тәүҙә телебеҙ менән уйнап алайыҡ. (Артикуляция күнегеүҙәре).

II. Төп өлөш.

Китаптың беренсе бите: “Ҡышҡы күңелле уйындар”.

Логопед:  Китаптың беренсе битендә беҙ нимә тураһында яҙайыҡ? Экранға ҡарағыҙ әле, был нимә? (ҡар бабай). Ә был нимә? (саңғы). Ә был? (сана).

(1-се слайдта ҡар бабай, саңғы, сана һүрәттәре).

Балалар: Ҡар бабай, саңғы, сана.

Логопед: Быларҙы беҙ нимәләр тип атайбыҙ?

Балалар: Ҡыш миҙгелен билдәләгән предметтар.

Логопед: Балалар, әйҙәгеҙ, ҡыш көнө һеҙ тышта ниндәй уйындар уйнайһығыҙ, нимәләрҙә йөрөйһөгөҙ, нисек ял итәһегеҙ, һөйләп үтегеҙ.

Балалар: Ҡыш мин санала тауҙан шыуам. Мин атайым менән саңғыла йөрөйөм. Мин ағайым менән ҡар бәреш уйнайым. Беҙ тышта ҡар бабай әүәләйбеҙ.

Логопед: Һеҙ Мауглига ҡыш миҙгелендә нимәләр менән шөғөлләнеүегеҙ тураһында һөйләнегеҙ. Хәҙер инде ул бының тураһында яҡшы беләсәк.

Логопед: Китаптың киләһе битенә күсеү өсөн беҙгә тылсымлы һүҙҙәр ярҙам итәсәк: “Ел, ел күтәрел, киләһе бит, һин асыл!”

(Балалар һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар һәм хәрәкәттәр менән күрһәтәләр: Ел, ел күтәрел: ҡулдарҙы өҫкә күтәреп болғатыу, киләһе бит, һин асыл: үҙе тирәләй әйләнәләр).

Китаптың икенсе бите: “Тамырҙаш һүҙҙәр”.

Логопед: Беҙ китаптың киләһе битенә күстек.Иғтибар менән тыңлағыҙ әле:

Ап-аҡ ҡына күбәләк

Төшә күктән күмәкләп,

Бер аҙ осоп йөрөйҙәр,

Усҡа ҡунһа ирейҙәр. ( Ҡар бөртөктәре )

Логопед: Мин һеҙгә нимә уҡыным?

Балалар: Йомаҡ.

Логопед: Йомаҡ нимә тураһында?

Балалар: Ҡар тураһында. (2-се слайд )

Уйын: “Яңы һүҙ уйлап тап!” (Туп менән уйын).

Логопед: Дөрөҫ, ә хәҙер тылсымлы туп менән уйнап алайыҡ. Уйын:“Яңы һүҙ уйлап тап!” Был һүҙҙәрҙә “Ҡар” һүҙе булырға тейеш.

Балалар: Ҡарлуғас, ҡарға, ҡарбуз, ҡарлы, ҡарһылыу, ҡар бабай, ҡарсыға, ҡартатай һ.б..

Логопед: “Ҡар” һүҙе менән бик күп һүҙҙәр беләһегеҙ икән. Был һүҙҙәр барыһы ла китаптың битенә яҙылып ҡуйылды.

Логопед: Мауглига “Ҡар” һүҙендә ниндәй өндәр “йәшәй” икән, әйтеп үтәйек. Бының өсөн беҙгә нимәләр ярҙам итер?

Балалар: ҡыҙыл һәм күк квадраттар ярҙам итәләр.

Логопед:  Беҙ ҡыҙыл һәм күк квадраттарҙы икенсе төрлө нимәләр тип атайбыҙ? Балалар: Өндәр символдары.

Ҡ А Р һүҙенә өн анализы яһау. (3-сө слайд)

Балалар:

1 – се өн Ҡ– тартынҡы - күк квадрат менән билдәләйбеҙ.

2 – се өн А – һуҙынҡы – ҡыҙыл квадрат менән билдәләйбеҙ.

3 – сө өн Р– тартынҡы - күк квадрат менән билдәләйбеҙ.

Логопед: Балалар, ни өсөн [Ҡ] һәм [Р] өндәрен күк төҫтәге квадрат менән билдәләнек? (4-се слайд)

Балалар: Сөнки [Ҡ], [Р] өндәре тартынҡы өндәр. Логопед: Ә [А] өнөн ни өсөн ҡыҙыл квадрат менән билдәләнек?

Балалар: Сөнки [А] өнө һуҙынҡы өн. (4-се слайд)

Логопед: Балалар түңәрәккә торайыҡ, ял итеп тә алайыҡ. (Балалар түңәрәккә торалар).

Балалар:

Тышта ҡар яуа, нидәй саф һауа! (Иркен итеп тын алыу – дөрөҫ тын алыуға күнегеү).

Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, (Түңәрәк буйлап саңғыла йөрөгән хәрәкәттәр эшләү).

Ҡырға барайыҡ, юлдар һалайыҡ, (атлау һәм тыпырлау).

Биттәр ал булһын, күңелле ял булһын! (Биттәргә үҙаллы массаж – устар менән ыуалау, ҡулдарҙы йәйеү).

Логопед: Китаптың киләһе битен асыу өсөн хаталарҙы төҙәтергә кәрәк буласаҡ. Китап хатаһыҙ булырға тейеш бит. Иғтибар менән тыңлағыҙ, минең хаталарымды төҙәтегеҙ: Ҡуян – ҡыйыу, ә айыу – бәләкәй. Был дөрөҫмө?

Балалар: Юҡ, дөрөҫ түгел.

Логопед: Ә нисек дөрөҫ итеп әйтергә була? Кем нисек уйлай?

Балалар: Ҡуян ҡурҡаҡ, ә айыу ҡыйыу. Ҡуян бәләкәй, ә айыу ҙур.

Логопед: Тимәк, беҙ китаптың был битенә нимәләр тураһында яҙабыҙ?

Балалар: Хайуандар тураһында яҙабыҙ.

Логопед: Ә һеҙ беҙҙең яҡта йәшәгән хайуандарҙы яҡшы беләһегеҙме?

Балалар: Эйе, яҡшы беләбеҙ.

Логопед: Балалар, ә хәҙер өҫтәл янына килеп берәр һүрәт алығыҙ. Иғтибар менән ҡарағыҙ, болотта модель – схемалар бирелгән. Һеҙ модель – схемалар буйынса хайуандар тураһында һөйләм төҙөп әйтегеҙ.

Балалар:

  • Тейен сәтләүек яра. (Нимә сәтләүек яра? - Тейен сәтләүек яра. Тейен нимә яра? - Тейен сәтләүек яра. Тейен ни эшләй? - Тейен яра)..

  • Ҡуян етеҙ йүгерә.

  • Бүренең тештәре үткер.

  • Төлкө хәйләкәр хайуан. (Нимә хәйләкәр хайуан? - Төлкө хәйләкәр хайуан. Төлкө ниндәй хайуан? - Төлкө хәйләкәр хайуан. Төлкө нимә ? – Төлкө хайуан).

Логопед: Һүҙҙәрҙе нимәләр менән билдәләнек?

Балалар: Квадрат, тура дүртмөйөш, өсмөйөш менән билдәләнек.

(5-се слайд )

Логопед: Квадрат менән нимәне билдәләнек? (предметты), тура дүртмөйөш менән? (предметтың хәрәкәтен), өсмөйөш менән? (предметтың билдәһен).

Логопед: Тимәк, беҙ нимәләр төҙөнөк?

Балалар: Һөйләмдәр төҙөнөк.

Логопед: Һөйләмдәрҙе имәләр ярҙамында төҙөнөк?

Балалар: Модель – схемалар ярҙамында төҙөнөк.

Логопед: Балалар, Маугли беҙҙең хайуандарҙың һүрәттәренә ҡарап, модель – схемалар ярҙамында улар тураһында күп нәмәләр өйрәнер, белер, тип уйлайым.

Хәҙер китаптың киләһе битен асыу өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтәйек.

Балалар: “Ел, ел күтәрел, киләһе бит, һин асыл!”

(Балалар һүҙҙәрҙе ҡабатлайҙар һәм хәрәкәттәр менән күрһәтәләр: Ел, ел күтәрел: ҡулдарҙы өҫкә күтәреп болғатыу, киләһе бит, һин асыл: үҙе тирәләй әйләнәләр).

Логопед: Балалар, китаптың был битен нимә менән тултырырбыҙ икән?

Балалар: Ҡыш тураһында хикәйә төҙөйөк.

Логопед: Ҡарағыҙ әле, мин һеҙгә һүрәттәр ҡумтаһы алып килдем. Ә хәҙер һүрәттәрҙе алып, уның буйынса һөйләргә кәрәк.

Таҡтала эш:

Һәр бер бала бер һүрәт алып һөйләй ( ике - өс һөйләм менән).

Логопед: Балалар, иғтибар менән һүрәттәргә ҡарағыҙ әле, нимә килеп сыҡты? Һүрәттәрҙе дөрөҫ ҡуйып һөйләнекме?

Балалар: Юҡ, дөрөҫ түгел.

Логопед: Ә кем һүрәттәрҙе дөрөҫ итеп ҡуйып, һөйләп ишеттерергә теләй? (Бер бала сығып һөйләй.) Балалар, (Камила) һүрәттәрҙән нимә төҙөп һөйләне?

.Балалар: (Камила) хикәйә төҙөп һөйләне.

Логопед: Китаптың һуңғы битендә хикәйә яҙылды. Хикәйә һеҙгә оҡшанымы? Мауглига ла оҡшар, тип уйлайым.

III. Йомғаҡлау.

Логопед:  Беҙ китапты нимә тураһында яҙҙыҡ?

Балалар: Ҡыш тураһында яҙҙыҡ.

Логопед: Маугли китаптан ҡарап ҡыш тураһында бик күп нәмәләрҙе белер.

Балалар, беҙ Мауглига ярҙам итә алдыҡмы? Беҙ ниндәй китап тултырҙыҡ?

Балалар: Электрон китап тултырҙыҡ.

Логопед: Ә электрон китап ябай китаптан нимәһе менән айырыла?

Балалар: Ябай китапты тотоп карап уҡыйһың, уны библиотеканан алып уҡырға була, ә электрон китапты флешкаларҙа, дискаларҙа һаҡлап була, компьютерҙа, ноутбукта һәм интернет селтәрҙәрендә уҡырға була.

Логопед: Ә китапты нисек һаҡлап тоторға кәрәк?

Балалар: Китаптың биттәрен бөкләмәй, йыртмай, таҙа, бөхтә ҡулланырға кәрәк. Логопед: Дөрөҫ уйлайһығыҙ.Ысынлап та китаптар беҙҙе күп нәмәгә өйрәтәләр. Юҡҡа ғына “Китапһыҙ йорт – тәҙрәһеҙ бүлмә”, тип әйтмәгән халыҡ мәҡәле. Һеҙ уҡырға өйрәнгәс, китапты күп уҡырһығыҙ, тип ышанам. Сөнки китапты күп уҡыған кеше күпте белә, мәктәптә яҡшы уҡый, тәртипле һәм тәрбиәле була. Китап менән дуҫ булайыҡ. Ә был китапты беҙ интернет селтәрҙәре аша Мауглига еткереүҙәрен һорарбыҙ. Рәхмәт, балалар. Беҙ һеҙҙең менән китап тураһында әле күп тапҡыр һөйләшербеҙ.





Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы

Бала үҫтереү үҙәге – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы
















Тәрбиәселәр өсөн асыҡ дәрес:

Мауглига китап яҙабыҙ”

(Дөйөм телмәре үҫешеп етмәгән өлкән һәм мәктәпкә

әҙерлек төркөмө балалары менән фронталь дәрес)









Әҙерләне һәм үткәрҙе:

уҡытыусы – логопед

Әминева Р.И.








Сибай – 2015 й.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Логопедия

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Мауглиға китап яҙабыҙ

Автор: Аминева Рашида Идрисовна

Дата: 04.05.2017

Номер свидетельства: 413292


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства