kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

З?йн?б Биишеваны? "??н?рсе ??м ?йр?нсек " хик?й?те буйынса йом?а?лау д?ресе (на башкирском языке).

Нажмите, чтобы узнать подробности

З?йн?б Биишеваны? "??н?рсе мен?н ?йр?нсек" хик?й?те буйынса йом?а?лау д?ресе.
Ма?сат:???р?е? идея-тематик й?км?тке?ен тулы ??л?штере? аша хе?м?тк? ??й?? хисе уятыу;фекерл?? ?е???ен ??тере?.
Йы?азландырыу:презентация,д?реслек,плакат,портрет.

Д?рес барышы:
1.Ойоштороу ?л?ш?.
2.?й эшен тикшере?.Ба?алау.
3.Тема буйынса эш.
??н?рсег? ??м ?йр?нсекк? характеристика.
М???л- ?йтемд?р ??нды?ын асыу.
?орау?ар?а яуаптар.
?ы?ымта.
4.Ял минуты.
5.Т?рк?мд?р?? эш.
6.Йом?а?лау ?л?ш?.
Ба?алау.
?йг? эш: "Х?рм?т т?б?-хе?м?т" тема?ына инша я?ыр?а.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«З?йн?б Биишеваны? "??н?рсе ??м ?йр?нсек " хик?й?те буйынса йом?а?лау д?ресе (на башкирском языке).»

VIII синыфта башҡорт әҙәбиәте дәресе

ТЕМА: "Зәйнәб Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте буйынса йомғаҡлау дәресе".

Әҙерләүсе: Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе­нең Мәһәҙей филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова.

Маҡсат: Уҡыусыларҙың хикәйәт тураһындағы фекерен, образдарға мөнәсәбәтен асыҡлау, хеҙмәткә һөйөү, халҡыңа кәрәкле кеше булып үҫеүгә ынтылыш, һөнәрмәндәр хеҙмәтенә ихтирам тәрбиәләү; үҙ аллы, телдән уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү.

Дәрестең девизы: "Яҡшынан - өлгө, ямандан ғибрәт ал". Йыһазландырыу: Дәреслек, таҡта, төҫлө мел, указка, портреттар, һорауҙар сәскәлеге, таблица, папка, уҡыусы һүрәттәре, һандыҡ, сәғәт, ағас һауыттар,кнопка, плакаттар.

Дәрес барышы: 1. Ойоштороу моменты.

- Әссәләмәғәләйкүм, уҡыусылар!

- Вәғәләйкүм әссәләм! (Уҡыусылар әйтә).

Бөгөн беҙ дәрестә Зәйнәб Биишеваның "һәнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтенә йомғаҡлау яһап, "Яҡшынан - өлгө, ямандан ғибрәт ал" мәҡәленең мәғәнәһен асыҡлаясаҡбыҙ.

Беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙгә кәрәкле, фәһемле нәмәләр хикәйәт буйынса дәрестә ала алабыҙ икән, уҡыусылар, беҙ үҙебеҙҙең

маҡсатыбыҙға ирешкән булырбыҙ. Дәфтәрҙә лә эш буласаҡ, шуға , дәфтәребеҙгә бөгөнгө датаны, теманы, дәрестең девизын яҙып «ҡуйығыҙ. Көндәлектәрегеҙҙе бер яҡ ситкә әҙерләп һалығыҙ.

Дәресебеҙҙә сәйәхәткә сығабыҙ.

Уҡыусылар! Беҙҙең республикала үткән йыл, белеүегеҙсә, ниндәй йыл тип Президентыбыҙ тарафынан иғлан ителеп үтте әле ул.

  • Имен баласаҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы (Уҡыусылар) .

  • Эйе, дөрөҫ, ә быйылғы 2013 йыл - Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы итеп иғлан ителде. Шуға күрә, һаулығыбыҙ ныҡ, үҙебеҙ көслө, ғәйрәтле, матур булыу өсөн тәбиғәткә сәйәхәткә саңғы менән сығайыҡ. Саңғыларҙы алдыҡ. Әҙерләндек. Беҙҙең тыуған мәктәбебеҙ - Мәһәҙей мәктәбен "Ҡояшлы утрау" тип атайыҡ. “Ҡояшлы утрау"ҙан изге теләктәр, уң юл теләп ҡуҙғалайыҡ. Беҙ “Күгәрсен районы" туҡталышына килеп еттек. Был райондың сиген һеҙгә картанан күрһәтергә кәрәк. Кем күрһәтергә теләй? (указка бирәм). Уҡыусылар, был райондың исеме азатлыҡ ҡошоноң исеменән алынған. Бик күп күренекле шәхестәр тыуҙырған төбәк булараҡ билдәле.

  • Республикабыҙҙың Президенты кем?

  • Рөстәм Зәки улы Хәмитов (уҡыусылар).

  • Эйе, ул бөгөнгө республикабыҙ хужаһы. Ул кайһы райондан, уҡыусылар?

  • Балтас районынан.

  • Шулай уҡ бик күп кешеләр Балтас районынан бит.

  • Халыҡ шағирҙарын иҫкә төшөрөп үтәйек. Дөрөҫ, (М.Ғафури, Н.Нәжми, М.Кәрим, Р.Ниғмәти, Р.Бикбаев, Р.Ғарипов, Сәйфи Ҡудаш, Ә.Атнабаев, Т.Йосопов, М.Кәримов, А.Игебаев һ.б.).

  • Ә халыҡ яҙыусылары кемдәр? (Уҡыусыларҙың яуаптары)

  • З.Биишева - халыҡ бәхете, халыҡ хеҙмәте, һәм, шуға бәйләп, уның әхлаҡи сифаттары тураһында яҙҙы.

Н.Мусин - тәбиғәт һаҡсыһы.

Ә.Хәкимов - тарихи әҫәрҙәр яҙа.

- Тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева 1908 йылда ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, республика С.Юлаев премияһы лауреаты З.Биишева тыуған. Был ауылда уға арнап музей асыл­ған. Үлемһеҙ яҙыусы тураһында музейҙа бай мәғлүмәттәр тупланған. Уны беҙ күп яҡлы талант итеп беләбеҙ: яҙыусы ла, драматургта,хатта шағирә лә. Уның ниндәй шиғыры бар әле? Эйе, "Башҡорт теле" шиғыры бөтәбеҙгә лә билдәле.

- Ул беҙҙең арала бармы әле?

- Ул 89 йәшендә Өфөлә 1996 йылда вафат булды.

- Уның китаптарын уҡығанығыҙ бармы? Кем уҡыны? (Яуап.)

Бына уның бер китабы һеҙҙең алда. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда яҙылған, "Гөрләүектәр араһында" хикәйәһе. "Оло Эйек буйында ' "Кәмһетелгәндәр", "Емеш" романы һ.б. әҫәрҙәре бар.

Уның әҫәрҙәрен алып уҡырға кәңәш итәм.

Юлыбыҙҙы дауам итәйек, "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте туҡталышына килеп еттек. Дәрес башында әйтелгән "Яҡшынан - өлгө, ямандан ғибрәт ал" мәҡәленең мәғәнәһен асыҡлау мәле килеп етте.

Был мәҡәлдең дөрөҫлөгөн кемдәрҙең йәшәү өлгөһөндә күрҙек, асыҡланыҡ. Дәрестә һөйләгәндәрҙән сығып, мин улар тураһында һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе лә ишеткем килә. Уларҙың өлгөһөндә беҙ тормошта нисек йәшәү юлын табырға тейешбеҙ. Һеҙ был хаҡта нисек уйлайһығыҙ? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарға яуап табыу өсөн әҫәрҙәге Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдарына ҡыҫҡа ғына итеп ҡылыҡһырлама биреп китәйек.

- Ҡылыҡһырлама һүҙен аңлайһығыҙмы?

Яҙып ҡуяйыҡ, ҡылыҡһырлама - характеристика.

Һөнәрсе

Таҡтаға 2 уҡыусы сыға, урында ла яҙабыҙ, һорауҙар ярҙамында түбәндәге схеманы төҙөйбөҙ).

Эш көршәк Өйрәнсек

нәфис, еңел, йоҡа

йәнен, йөрәген биреп

халыҡты шатландырыу уға хеҙмәт итә

илһам бирә, дәртләндерә

килбәтһеҙ, тупаҫ, тиҙ ватыла

еңел-елпе

табыш, аҡса табыу

байлыҡты һәнәрҙән өҫтөн ҡуя






  • Тимәк, уҡыусылар, кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?

  • Ни өсөн?

  • Эйе, ысынлап та, Һөнәрсе үҙе тураһында ҡайғыртмай, халыҡ өсөн эшләгән, эшенән йәм тапҡан. Күңел донъяһы бай, кешеләргә ышаныусан. Шуға күрә, әлбиттә, беҙҙең һәр беребеҙҙең уға, тик уға ғына оҡшағыбыҙ килеп тора. Киләһе туҡталышыбыҙ "Һөнәрмәндәр иле"нә килеп етте. Һеҙгә өйгә эшкә Һөнәрсенең эшләгән көршәген төшөрөп килергә ине. Әйҙәгеҙ, һүрәттәрегеҙҙе ҡарайыҡ.

  • Баһа.

Бына был Хасбулат олатайҙың һандығына оҡшаған. Унда быуын-быуындан килгән матур ҡомартҡылар һаҡланғанын белә инегеҙ. һүрәттәрегеҙ ҙә матурмы? Эйе, һеҙҙең һүрәттәрегеҙ миңә лә оҡшаны, һандыҡта һаҡланырлыҡ ҡомартҡымы?

- Ьеҙҙең көршәк, әлбиттә, ҡағыҙҙа ғына әле. Киләсәктә,бәлки,арағыҙ ҙа Һөнәрсе кеүектәр ҙә булыр. Ысын ҡомартҡы дәрәжәһендә булмаһа ла башланғыс эшегеҙ матур. Әйҙәгеҙ, уны ла һандыҡҡа башҡа ҡомартҡылар эргәһенә һалайыҡ.

Уҡыусылар, һәр төбәктең үҙ һөнәрмәндәре бар. Ағастан борон-борондан төрлө әйберҙәр: һандыҡ, һауыт-һаба һ.б. нәмә­ләр эшләгәндәр һәм улар быуындан-быуынға, ҡулдан-ҡулға күсә килә ҡомартҡы булып һаҡланғандар. Икенсе төрлө әйткәндә, мираҫ.

Бына беҙҙең Бөрйәндә лә оҫталар бик күп. Урман хужалы- ғында ошондай зауыҡлы әйберҙәр эшләйҙәр. Бына уларҙың бер нисәүһе. Тағы ла Өфөнөң "Ағиҙел" ағас эшкәртеү комбинатының һәм беҙҙең райондың цехының әйберҙәре хатта сит илдә лә билдәле

Байтаҡ ер үттек. Ял итеп алһаҡ та булалыр. Әйҙәгеҙ, ял итәйек. "Шаян ҡыҙҙар" булып алайыҡ. (Хәрәкәтле уйын).

Әйҙәгеҙ, йәй матурлығын иҫебеҙгә төшөрөп, "Сәскәлек" киоскыһына һуғылып китәйек. Берәмләп килеп, сәскәнең тажын өҙөп алаһығыҙ ҙа, һорауҙарға яуап бирәһегеҙ. Бер-нисә яуап бирелгән һеҙ дөрөҫ яуапты әйтергә тейешһегеҙ. Афарин!

Был туҡталышта ҙур әүҙемлек күрһәттегеҙ. Ҡайтып етер өсөн тағы бер-нисә туҡталышты үтер кәрәк.

Сираттағы туҡталыш "Башҡорт батырҙары - беҙҙең тарих", тип атала, Һөнәрсене халыҡ бер ваҡытта ла онотмаған, уның һымаҡ халыҡ хәтерендә мәңге ҡалыусы ниндәй башҡорт батырҙарын ләһегеҙ? Улар илем, ерем, халҡым тип йәшәгәндәр. (Батырша, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Зәки Вәлиди һ.б.).

4000 йыллыҡ тарихҡа эйә "Урал батыр" эпосы ла халыҡ терендә. Ул да легендалар иле Бөрйән менән бәйле, уҡыусылар. Изгелек менән яуызлыҡтың көрәше, һөҙөмтәлә изгелектең еңеүе сағыла был әҫәрҙә. Эйе, уҡыусылар, ысын батырҙар һис тә онотол­май.

Юлды өҙмәйек. Изгелек, хеҙмәт тураһында әйтем, мәҡәлдәр нөктәһен уңышлы үтһәк, мәктәпкә яҡынлашабыҙ. Мин башын әйтәм, һеҙ дауам итәһегеҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған икәүһен дәфтәрегеҙгә дәрес барышында яҙып ҡуйығыҙ. Көйлө таяҡты ебәрегеҙ, көй туҡтағанда көйлө таяҡ кемдә ҡала, шул мәҡәлде әйтеп бөтөрә.

- Изгелек ерҙә ятып ҡалмай.

  • Хеҙмәттә - хөрмәт.

  • Кем эшләмәй - шул ашамай.

  • Ит изгелек, көт яуызлыҡ.

  • һәр саҡ изгелек еңә.

  • Эше барҙың, ашы бар.

  • Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү ғәйеп.

  • Оҫтаның эше ҡиммәт.

  • Дандың төбө - хөрмәт, хөрмәт төбө - хеҙмәт.

  • Оҫта үлһә, ҡулы ҡалыр.

  • Эш һөйгәнде ил һөйгән.

Үҙегеҙгә иң оҡшаған 2 мәҡәлде дәфтәргә яҙып алығыҙ.

Хәрәкәттә - бәрәкәт, юлды дауам итеп, "Китап - белем шишмәһе" туҡталышына ла килеп еттек. Китаптың 203-сө битендәге "Мин тутыҡҡан ҡалай ҡоршаулы..." тигәндән алып 204-се биттәге "...артҡа ҡарап тормаған." тигән ергә тиклем цитаталы план төҙөйөк (телдән, өлгөрһәк яҙма рәүештә).

Цитаталы план:

1. Ете быуындан алып ҡулдан ҡулға күсеп килгән һандыҡ был. Ата-бабанан ҡалған ҡомартҡы...;

2. ...Ағас ижау сығып ятты. Уның артына мөгөҙ борғо күренде;

3. - Салауат батыр үҙенең ғәскәрҙәрен һуғышҡа саҡырған саҡта ошо борғоно ҡысҡырттыра торған булған;

4. - ... кайыш йүгән;

5. Яҫы ҡылыс өҫтәлгә сығып ятты;

6. ҡылыс та, эйәр менән йүгән дә - Ҡаһым түрәнеке. (Ошо рәүешле).

Ошо өлөштән тасуирлауҙы табайыҡ әле тиҙ генә. (205-се [биттәге "... Бына юғарыға табан оҙонсалап..." тигән урындан мөғжизәле сәскәләр... " тигән урынға тиклем тасуирлау).

  • Афарин! Дөрөҫ.

  • Ниһәйәт, "Изгелек, матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" исемле һуңғы туҡталышҡа килеп еттек.

Уҡыусылар! Киләсәктә кемгә оҡшарға теләр инегеҙ? Ни өсөн Өйрәнсек кеүек булғығыҙ килмәй? Аҡса кәрәк. Бай булһаң насармы ни? Эйе, дөрөҫ. һеҙҙең фекерҙәрегеҙ менән килешәм. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, беҙ дөрөҫ фекергә килдек һәм дәрес девизына яуап таптыҡ. Яҡшынан - өлгө, ямандан ғибрәт алып, дәресебеҙҙе тамамлайыҡ. Башҡортостаныбыҙҙан ситтә, Кавказ яҡтарындағы тау халыҡтарының тормошона бәйле ваҡиға менән һуғарылған "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте беҙгә ғүмергә һабак булһын.

Илаһи талант эйәһе, урмандан, тау-таштан буяуҙар табып, алһыҙ-ялһыҙ эшләүсе, халыҡ көнкүрешенә бик кәрәкле көр- шктәр эшләй торғас, үлеп киткән Һөнәрсегә оҡшарға тырышыусыларға ҡыуанам. Һөнәрсе үлгәс, уның көршәктәренә үҙ исемен яҙып һатып, көн күреүсе Өйрәнсектең ялған эше барыбер фашлана. Ә Һөнәрсе күптән үлһә лә, эше ҡала, шул уның исемен мәңгеләште­рә.

Ә һеҙгә әйтер һүҙем: халыҡҡа, илгә кәрәкле кешеләр булырлыҡ һөнәр һайлағыҙ һәм тағы ла бер теләгем: (бергәләп уҡыйбыҙ) Халкымды һөйөүҙән тыуыр һәр эшем", "Хыялдарыңды ысын ит!".

Ошоноң менән дәрес бөттө.

Баһалар.

Өйгә эш:

1. З.Биишеваның әҫәрҙәрен буш ваҡыттарығыҙҙа уҡығыҙ, уның тураһында мәғлүмәттәр йыйығыҙ.

2. Изгелек, хеҙмәт хаҡында мәҡәл-әйтемдәр яҙып килегеҙ.

Дәрес өсөн рәхмәт! Саңғыларҙы урынына ҡуйығыҙ, һау булығыҙ! Осрашҡанға тиклем!

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1. 8-се синыф өсөн "Туған әҙәбиәт" дәреслек хрестоматияһы. Ғ.Б.Хөсәйенов авторлығында, Өфө - 1997.

2. З.Биишеваның китаптары.

3. "Ватандаш" журналы. 200... йыл, № ....

4. Мәҡәл-әйтемдәр йыйынтығы.




Тема: "Булат Рафиковтың "Ахырызаман көткәндә" китабына шат-тапҡырҙар клубы".

Сараны әҙерләүсе:

Мәһәҙей муниципаль төп белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте мөғәллимәһе

Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова

Маҡсат:

Уҡыусыларҙы боронғо башҡорт халҡының яҙмышы, тормошо менән нығыраҡ таныштырыу, төплө мәғлүмәттәр биреү, мили походтарҙы аңлатыу, уҡыуға ылыҡтырыу, ҡыҙыҡһындырыу, өйрәтеү, күнектереү.

Әҙәбиәт:

Б.Рафиҡов "Ахырызаман көткәндә". Китап, Ө-1993.

Эш барышы:

А) Әҫәр уҡыусыларға 1-2 аҙна элек алдан бирелә. (8-9 синыфтар өсөн).

Б) Үҙҙәре өсөн кәрәк, тип табылған нәмәләрҙе әҫәрҙән табып алырға һәм яҙырға, йәиһә билдәләргә.

В) Б.Рафиҡов тураһындағы мәғлүмәтте белергә (биографик әҫәрҙәре).

Г) Алдан уҡ девиз, йыр, эмблема тураһында әйтергә.

Д) Синыфты 2 командаға бүлеү алдан иҫкәртелә.

Е) Был төркөмдә һүҙ XVIII быуат күренекле башҡорт батырҙары,

уларҙың яу юлы һүрәтләнгәнгә күрә, был быуатҡа ҡарата вакиға-

лар тураһында нығыраҡ уҡырға.

Ж) Китаптың исемләнешенә алдан иғтибар бирергә.

И) Үҙаллы эш темалары биреү (шиғырмы, хикәйәме, иншамы һай-

ларға).

К) Кисәгә' берәй йырсыны, сәсәнде саҡырыу.

КҮРГӘҘМӘ МАТЕРИАЛ:

1. Төрлө халыҡ йырҙары, яҙмалар.

2. Шул осорға бәйле әҙәбиәт (китаптар күргәҙмәһе).

3. Музей материалдары.

4. музыкаль паузалар ойошторорға мөмкин (һәр ике һорауҙан һуң).

Еңеүселәр бүләкләнә. Жюри һайлана. Жюри икенсе синыф уҡыусыларынан һайланырға мөмкин. Алдан уҡ бүлектәр әҙерләнә. Ьорауҙарҙың күпселеген уҡыусылар үҙҙәре әҙерләй. Жюринан да һорау булыуы мөмкин, һәр дөрөҫ яуапҡа - 5 балл.

КОМАНДАЛАРҒА ҺОРАУҘАР:

1 КОМАНДА:

1. Ҡыҫҡаса авторҙың биографияһы.

2. "Ахырызаман көткәндә" романында ниндәй ырыуҙар хаҡында һүҙ бара һәм күбеһенсә ниндәй ырыу тураһында яҙыла.

3. Юрматы - һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан (риүәйәтен һөйлә,"йүрмә" - һүҙенән).

4. Йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр.

5. Ниндәй бөйөк Уңғар илсеһенең исеме телгә алына.

6. Юрматы ырыуының яу ораны (Аҡтайлаҡ).

7. Һеҙҙең өсөн таныш булмаған боронғо көндә ҡулланылмаған көн­күрештән һүҙҙәр.

II КОМАНДА:

1. Рафиҡовтың ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ һәм ниндәй типтағы әҫәрҙәр яҙа (тарихи романдар "Ҡараһаҡал", фантастик әҫәрҙәр).

2. Юрматы ырыуы бөгөнгө көндә ниндәй районға ҡарай (Ишембай районы Һәләүек буйында барған ваҡиғалар).

3. Ниндәй бейҙәрҙең исеме телгә алына (Юрматы ырыуының бейе- Аҙнай, Бошман бей, Майҡы бей).

4. Әҫәрҙәге кейемдәр (иҫтәрендә булмаһа яҙһалар ҙа була. Камзул, түбәтәй, кәпәс, ...).

5. Үҙенең даны менән бөтә тирә-яҡҡа билдәле булған Монгол ханы- кем (Батый хан - ул кем).

6. Ҡыпсаҡ ырыуының яу ораны. ("Туҡсоба").

7. Һеҙҙең өсөн таныш булмаған, бөгөнгө көндә ҡулланылмаған һүҙҙәр. (Ҡатип алай, Сардөр, сипеү - һуғыш терминдары).

ДӨЙӨМ ҺОРАУҘАР:

1. Китап ни өсөн "Ахырызаман көткәндә" тип атала.

2. Әҫәр бөгөнгө көн менән ауаздашмы. (Ысынлап та ауаздаш. Бөгөнгө Башҡортостан хәле лә ҡурҡыныс аҫтында, ҡыл өҫтөндә генә тоған кеүек, был әҫәрҙәге Юрматы ырыуының, бөтә ырыуҙарҙың да хәле ауыр була. Батый хан бер ниндәй ҙә милләт менән иҫәпләшмәй, ҡаршыһына осраған һәр кем уның өсөн дошман).

Татар-монголдарҙың баҫып алыуы - улар өсөн Ахырызаман. Беҙҙең башҡорт халҡы өсөн!

3. Данлыҡлы "Йософ вә Зөләйха"ның авторы кем. (Ҡол Ғәли тураһында).

4. Командаларҙың бер-береһенә әҙерләнгән бүләктәре- һорауҙары, сәләмдәре, сюрприздары.

ЙОМҒАҠЛАУ.

а) Жюри һүҙе.

б) Алып барыусының һүҙе.

в) Кисә тураһында дөйөмләштереү.

г) Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу, еңелеүселәргә йыуатыусы бүләктәр.

ИЖАДИ ЭШТӘР ТЕМАҺЫ:

1. Башҡорттарҙың татар-монгол яуына тиклемге тормошо.

2. Кемдәр улар уңғарҙар.

3. "Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

һис бирмәгән башҡорт Уралын"

1) Теҙ сүгергә Бошман батыр, һинең ише дөйә түгел.

2) Башҡорттарҙың күренекле батыры Бошман бейҙең башҡорттарҙы яуға туплап йөрөүе.

3) "Иң ҙур аҡылһыҙлыҡ - яуыз эш итеү". (Ҡол Ғәли).

4) Ғилметдин әл-Башҡордиҙәр үҙ илендә түрә була алһа.


ТЕМА: Көҙгө бал. (кисә)

Мәһәҙей муниципаль төп дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова әҙерләне

МАҠСАТ: уҡыусыларҙа хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә ихтирам, йәшәү сығанағы-икмәккә хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; ата-әсәләрҙең уңыш йыйыуына, уҡыусыларҙың йәйге хеҙмәтенә йомғаҡ яһау; балалары менән ата-әсәләрҙе яҡынайтыу.

ЙЫһАЗЛАНДЫРЫУ: "һаумы, алтын көҙ!", "һаумы, икмәк бай- рамы” плакаттарын; икмәк тураһында мәҡәл, әйтемдәр; совхоз­дың урып-йыйыу эштәренә арналған "Икмәктең бөртөгө", "Иң-иң ҙур" стендтары, икмәк тураһында китаптар; "Көҙгө муллыҡ" темаһына рәсемдәр, аш-һыу күргәҙмәһе.

КИСӘ БАРЫШЫ .

"һаумыһығыҙ ауылдаштар" көйө аҫтында шиғыр уҡыла. Күңелдәргә яҡты нур өләшеп,

Шатлыҡ өҫтәп һәр-бер йөрәккә.

Үҙ муллығы менән көҙҙәр килә.

Йомғаҡ яһап йәйге хеҙмәткә.

Табындағы икмәк, һый, ниғмәтте.

Муллыҡ менән килә ергә көҙҙәр,

Көҙгө муллыҡ ҡына тантана

Көҙгө көндәр бик күңелле.

Бик күп емештәр бешә,

Помидор, ҡарбуз өлгөрә

Алмалар өҙөлөп төшә.

Арыш бойҙайҙар менән

Колхоз амбары тула

Яҡшы эшләгәс, уңыш күп,

Бар кеше лә бай була.

Бөгөн беҙҙә байлыҡ, муллыҡ, матурлыҡ байрамы. Халыҡта "Эш бөткәс, уйнарға ярай" тигән әйтем бар. Уйнар алдынан эшләгән эштәребеҙгә баһа биреп, аҙ ғына һөйләшеп алайыҡ. Быйылғы көҙ беҙҙе ҙур уңыш менән ҡыуандырҙы. Маҡтанырға ла, ҡыуанырға ла хаҡыбыҙ бар: бураларыбыҙ тулы, өҫтәлдәребеҙ һыйлы, эшебеҙ яҡшы, йөҙөбөҙ яҡты.

(Урып-йыйыу стендын ҡарау),

Ил терәге - иген үҫтереүселәр!

(Алдынғылар әйтеп үтелә),

Табын йәме икмәк менән, тиҙәр бит. Икмәк - ул бәхет, муллыҡ билдәһе. Бына шуға күрә иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы беҙҙә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар (икмәк-тоҙ тотторалар). "Икмәк - тормош нигеҙе" темаһына әҙәби-музыкаль монтаж башлана. "Ялан батыры" йыры яңғырай.

    1. се укыусы.

Икмәк - тоҙҙа - йөҙҙөң аҡлығы,

Икмәк- тоҙҙа муллыҡ төҙөлә,

Икмәк- тоҙҙа ҙурлыҡ билдәһе лә,

Имен үткән көндәр көсө лә.

    1. се укыусы.

Бөтөн килеш, ваҡланмаған килеш

Һаҡланһын, тип ныҡлы ҡулдарҙа,

Ер шарында түп-түңәрәк икмәк

Күсә килә йылдан-йылдарға.

    1. сө укыусы.

Атай -әсәй, Ватан һәм икмәк!

Был һүҙҙәрҙә тормош мәғәнәһе

Бәхет, хеҙмәт, ирек, йәшәү йәме -

(Әйтемдәр әйтелә). Икмәк - ул тереклек, йәшәү сығанағы. Тормоштоң нигеҙе икмәктә. Икмәк - алтындан ҡиммәт. Икмәк - барлыҡ әйбергә баш. Икмәк - табын ҡояшы.

    1. се укыусы.

Икмәк - колхоздың да, ғалимдың да, әҙиптең дә, һалдаттыңда, ҡорос ҡойоусы һәм шахтерҙың да - йөҙҙәрсә төрлө һәнәр эйәләренең хеҙмәте ул.

Икмәк - игенсенең йән йылыһы,

Ер-әсәгә ҡәҙер хөрмәте.

Йәшәү тамыры һәр йөрәктең,

Шуға ҡәҙерләйбеҙ икмәкте.

("Икмәк бөртөгө" стендын ҡарау).

    1. се укыусы.

Ямғыр ғына етәме һуң

Тир тамсыһы кәрәк ерҙәргә

Бураҙнанан алып ул тупраҡты

"Йәнем" тиеп кәрәк үбергә.


    1. сы укыусы.

Икмәк еҫе һеңгән ауылыма,

Мул ризыҡтар күркәм табында,

Бының өсөн һине, игенсе дуҫ,

Хөрмәт итәм, һиңә табынам.


7 - се уҡыусы.

Бишегендә әй талпына сабый,

Гүйә аҡҡош ҡанат ҡағына.

Тамағым туҡ. Шуға, игенсе дуҫ

Ысын күңелдән һиңә табынам.


8 - се укыусы.

Ҡоймаҡка тип әсәм ҡамыр иҙә

Яңы тартҡан ондоң ағынан,

Рәхмәт һиңә, беҙҙе туйҙырыусы

Игенсе дуҫ, һиңә табынам.


9 - сы укыусы.

Тамағы туҡ, өҫтө бөтөн һалдат

Постка баҫҡан - Ватан һағына,

Рәхмәт һиңә, беҙҙе туйҙырыусы

Икенсе дуҫ, һиңә табынам.


1 - се укыусы: Икмәк өсөн көрәш - тыныслыҡ өсөн көрәш ул.

2 – се укыусы: Икмәк - табынға нур һибеүсе, кешегә, илгә көс-кеүәт биреүсе иң мәрхәмәтле ҡояш.

3 - сө укыусы: Күктә ҡояш, ерҙә икмәк мәңгелек.

4 – се укыусы: Икмәккә битараф кеше - туң йөрәкле кеше.

5 - се укыусы: Йылындым, тип кейемен ташлаған - берләтә иҫәр, туйҙым тип, икмәген ташлаған - икеләтә иҫәр.

6 - сы укыусы:

Икмәк дан ул, икмәк-кеше көсө,

Беҙҙең йәшәү шунан башлана.

Икмәк ерҙә һәр нәмәгә башлыҡ,

Беҙҙең хеҙмәт сөнки баш уға.

7 - се укыусы:

һәр бер күҙҙә үҙен күреүсе,

Тәнгә, йәнгә, ҡанға, аңға.

Мәғәнәһен һәм көсөн биреүсе,

һәр бер эштең асылы,

һәр бер эшкә ҙур бүләк - икмәк.

"Тыуған илем, рәхмәт һиңә" йыры башҡарыла. (Н.Дауытов музыкаһы. К.Кинйәбулатова һүҙҙәре).

Яҙҙың йәме сәскә менән, көҙҙөң йәме көлтә менән", тиҙәр.

Хәҙер һүҙҙе килгән ҡунаҡтарға бирәбеҙ. (Улар үҙҙәренең уңыш йыйып алыуҙа ҡатнашыуҙары, икмәктең ҡәҙере тураһында һөйләйҙәр. Эш бөткәс уйнап алайыҡ. (Уҡыусылар өсөн уйындар).

1. Көҙгө букет эшләү.

2. Көҙгө кейем модаһын күрһәтеү.

3. "Көҙ" темаһына концерт номеры (йыр, шиғыр, көләмәстәр).

4. Ребус сисеү.











































Б - ҡуҙаҡлы культура (борсаҡ)

О - ағастың үҙәге (олон)

Т - майлы үҫемлек (тарма)

А - емеш (алма)

И - борсаҡтың бер төрө (ноҡот)

И - ашлыҡ (иген)

К - йәшелсә (кишер)

Ү - үлән (алабута).

      1. һәр иҙәнгә баҫҡан һайын әйтем әйтеү.

      2. Күҙ йомоп һүрәт эшләү.

      3. "Бәшмәк йыйыу" конкурсы.

      4. Көҙгө эштәрҙе сәхнәләштереү.

      5. Реклама.





Ата - әсәләр өсөн уйындар.

1. "'Көҙгө муллыҡ" аш-һыу күргәҙмәһенән реклама.

2. Викторина һорауҙарына яуаптар.

3. Йомаҡ ҡойоу.

4. Япраҡтарҙы танып белеү ярышы.

5. Концерт номеры.

6. Ашнаҡсы конкурсы.

7. Открытканан лото уйыны.

"Иң-иң ҙур" стендын ҡарау.

8. Сәй табыны.


Йомғаҡлау:

Алдағы көндәрегеҙҙә

Теләйбеҙ мул уңыштар.

Муллыҡта, рәхәт тормошта

Йәшәгеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!


Файҙаланылды:


1. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналынан Балаҡатай районы Әшәй төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Й.Аҫҡарованың материалы.

2. “Икмәк” темаһын яҡтыртыусы китаптар.























Татыу йәшәйбеҙ

Әсәйем аш бешергәндә

Нимәләр генә һалмай:

Кишер, кәбеҫтә һәм һуған-

Бер тәмләткес тә ҡалмай.

Әсәй бешергән ризыҡты

Тәмләп кенә ашайбыҙ.

Уға оҙон ғүмер теләп,

Бергә татыу йәшәйбеҙ.

Мин дә унан өйрәнәмен

Шулай бешеренергә.

Өй эштәрен белеү кәрәк

Ҙур үҫкән ҡыҙ кешегә.


Айгөл Ишемова, Мәһәҙей

мәктәбенең "Сатҡылар"

әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы,

9-сы класс уҡыусыһы.



Әсәй бешергән аш

Минең әсәйем уңған,

Аш та бешереп ҡуйған.

Уны тәмләп ҡараһам,

Телде йоторлоҡ булған.

Төшкө аш ашап алғас,

Йөҙөм нурланды минең.

Әсәйгә рәхмәт әйтеп ,

Өҫтәлдән тороп киттем.

Заһир Ғүмәров,

Мәһәҙей мәктәбенең "Сатҡылар" әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы,

8-се класс уҡыусыһы.


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Литература

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 8 класс.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Саяхова Сайда Габдинуровна

Дата: 20.03.2016

Номер свидетельства: 307884


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства