kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренә филологик анализ.

Нажмите, чтобы узнать подробности

ФДББС-ның яңы стандарттарына таянып Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренә филологик анализ.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренә филологик анализ.»

Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр әҫәренә филологик анализ.

Башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мәжит Ғафури (Ғәбделмәжит Нурғәни улы Ғафуров) 1880 йылдың 2 авгусында Башҡортостандың Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Елемҡаран ауылында хәлфә ғаиләһендә тыуған. Ете йәштән үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бер аҙҙан һуң Елемҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡып белем ала.

1898 йылда Троицк ҡалаһына барып, Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Бында ул прогрессив характерҙағы ваҡытлы матбуғат менән таныша, халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. 1904 йылда Ҡаҙанға килеп, “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. 1906 йылдың аҙаҡтарында М. Ғафури Өфөгә ҡайта һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға урынлаша.

Мәжит Ғафури – башҡорт совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы яҙыусыларҙың береһе. Халыҡ шағирының бигерәк тә Совет власы йылдарында яҙған проза әҫәрҙәре ҙур идея эстетик әһәмиәткә эйә. Улар яңы тормошҡа актив мөнәсәбәт һәм ғорурланыу пафосы менән һуғарылған. Шул уҡ ваҡытты Совет осоронда ла М. Ғафури яһы заман юғарылығын үткәндең серек әхлағын, капиталистик мөнәсәбәттәрҙе ябай хеҙмәт кешеһен социаль яҡтан ғына түгел, милли һәм дан яҡтан да иҙеүен, кәмһетеүен, кеше рухын емереүен, хатта уны аҡрынлап физик йәһәттән дә юҡҡа сығарыуын тәрән реалистик картиналарҙа күрһәткән. “Ҡара йөҙҙәр” повесы – яҙыусының ошо йәһәттән иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе. Дин бында кешене рухи иҙеү ҡоралы итеп күрһәтелә. Ул – капиталистик йәмғиәттең серек әхлағын яҡлаусы, хеҙмәт кешеһенең яҡты һыҙаттарын юҡҡа сығарыусы. М. Ғафури был повесын 1923 йылда уҡ яҙа башлай, әҫәрҙең күләме артыҡ ҙур булмауға ҡарамаҫтан, яҙыусы уны 1926 йылда ғына тамамлай. Әҙип уны ҡат-ҡат төҙәтә, айырым бүлектәрен яңанан яҙа.

Мәжит Ғафуриҙың был әҫәре реаллистик фактҡа нигеҙләнеп, үҙенең бала сағындағы хәтирәләргә, үҙе күргән ваҡиғаларға таянып, сюжетҡа ҡойоп, Сафия исемле апаһының бәхетһеҙ яҙмышынан сығып, был яҙмышты үҙ фантазияһы нигеҙендә үткерләштереп яҙа. Быны автор үҙенең “Тәржемәи хәлем” тигән автобиографик очергында асыҡлап та китә. Утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үткәннән һуң ғына автор ошо ҡот осҡос фажиғәле ваҡиғаға әйләнеп ҡайта. Повестағы ваҡиғалар XIX быуат аҙағында, мосолман ауылында бара.

Әҫәр уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы шәриғәт ҡанундары, ауыл муллалары һәм фанатиктары менән һуғарылған ысынбарлыҡ һүрәтләнә, һөйкөмлө, матур һәм эшһөйәр ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы асыла.

Повеста яҙылғанса, аҡыллы, эшһөйәр һәм матур ҡыҙ Ғәлимә үҙ ауылының иң яҡшы егете Закирҙы ихлас күңелдән ярата. Улар бәхетле ғаилә тормошо хаҡында хыяллана. Әммә көнсөлдәр-байҙар улдары һәм улар менән бергә мулла хәҙрәт һәм уның тирә-яғындағы фанатиктар йәштәрҙең ихлас, күңел һөйөүен күрә алмай һәм бөтә көс менән уларға өйләнергә ҡамасаулай. Уларҙың енәйәтселеген “фашлау” өсөн шәриғәт закондары алдында Ғәлимә менән Закирҙың ихлас әңгәмәһе лә етерлек булды. Уларҙы шәриғәт закондарын боҙоусылар, дин тотоусылар, ҙур гөнаһлылар тип иғлан итәләр һәм бөтә ауыл алдында ҡаты таң ҡалдыралар. Бынан тыш, Ғәлимә өсөн уның атаһы Фәхриҙең ҡәһәрләнеүе айырыуса ауыр була. Ҡарт Фәхри үҙенең өйөнән берҙән-бер ҡыҙын ҡыуып сығара. Ә уның һөйгәне ауылдан китергә һәм ҡалаға китергә мәжбүр була. Ауылдың бөтә матурлығы һәм эшһөйәрлеге менән билдәле Ғәлимә был “хурлыҡты” сығара алмай: ул аҡылдан яҙып, мәкелә батып үлә. Әммә ныҡ туҡылған һәм боҙолған Закир ҙа ауырый, ҡан төкөрөүгә етә: «уның эсендә ауырыу ултыра». Ғәлимә менән Закирҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесының төп геройҙары уҡыусыға ихлас шатлыҡ, ә кире персонаждар – тәрән ерәнеү һәм нәфрәт уята.

М. Ғафуриҙың был әҫәре әҙәби телдә яҙылған. Уның ғади, шул уҡ ваҡытта төрлө телдең һүрәтләү саралары: йәнләндереү, сағыштырыу, эпитеттарға бай, иҫкиткес матур теле балаларға ғына түгел, киң ҡатлау кешеләрен дә йәлеп итерлек. Жанрына килгәндә әҙип уны повесть тип билдәләп үтә, сөнки әҫәрҙең төп хәрәкәтен Ғәлимә образы алып бара һәм бер сюжет линияһы менән һуҙыла, уның ғына ауыр фажиғәле яҙмышын күрһәтәп китә. Повестың темаһы булып XIX быуаттың 90-сы йылдарында башҡорт-татар йәмғиәтендә ислам донъя ҡоролошо дин ҡанундарының ҡатын-ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышы.

«Ҡара йөҙҙәр» повесеның төп идеяһы итеп ауыл мәктәбендә уҡыған сағында яҙыусы үҙе шаһит булған реаль ваҡиғалар һүрәтләнәүен иҫбатлай. Автор повестың төп проблемаһы итеп геройҙарҙың аң-белемлелеге һәм наҙанлығы, ҡыҙҙың фажиғәле яҙмышын билдәләп үтә.

Мәжит Ғафури Ғәлимә менән Закирҙы язалағандан һуң булған хәлде тасуирлай ҙа ҡапыл героиняның үткәне хаҡында белешмә-эпизодтар бирергә тотона. Асылда фабуланың тышында ятыусы был эпизодттар Ғәлимәнең һөйкөмлө образын тыуҙыралар. “Өйгә инеү менән, өй эсе матурлыҡ тултырыусы, күңеллелек өҫтәүсе, йәнлелек арттырыусы”, бесән, ураҡ кеүек күмәк башҡарыла торған эштәрҙең үҙәгендә ҡайнаусы, дәртле, ҡыйыу һәм егәрле был ҡыҙ ваҡыты менән ғәжәп моңло итеп йырлай ҙа белә.

Йөҙөнә ҡара яғып урамда йөрөтөлгән Ғәлимә өсөн шуны иҫкә төшөргән бар нәмә ят. Шул хаҡта әйтелгән һәр һүҙ уның күңелен тетрәтә. Хатта яҡындарының йәлләүе лә уға ауыр тәҫьир итә. Автор Ғәлимәнең ҡылыҡтарын ентекле анализлай һәм уның холҡоноң аҡрынлап үҙгәрә барыуын эҙмә-эҙлекле күҙәтә: тәүҙә ул өйгә инмәҫкә тырыша, әсәһе килеп кергәндә лә “йәшен атҡан ваҡыттағы кеүек һиҫкәнеп” китә. Атаһын күргәс, ҡалтырана башлай. Сихырсы Ғилми ҡарсыҡ өшкөрөргә иткәс, тыныслығы юғала. Ә инде муллаларҙы, хәлфәләрҙе саҡырып өшкөрткәндә, аҡылдан яҙған була. Героиня хәлендәге был эҙмә эҙлекле үҙгәреште автор нигеҙле итеп күрһәтеүгә өлгәшә. Әгәр Ғали апаһының яҙмышының уйлай-уйлай үҫә, аңы асыла барһа, Ғәлимә, киреһенсә, иҫ-аҡылын юғалта бара һәм, аҙаҡ килеп, һыуға ташланып үлә.

Ғәлимә образы М. Ғафури ижадында ғына түгел, бөтә башҡорт әҙәбиәтендә художестволы яҡтан иң ныҡ, иң нескә эшләнгән образдарҙың береһе булып һанала.

Әҫәр 1923-1926 йылдарҙа яҙылғанға күрә архаизмдар бик күп, мәҫәлән: ғаҡаид (иҫке мәҙрәсәләрҙә уҡыла торған китап), ғибарә (өҙөмтә), ҡазеф (боҙоҡлоҡ өсөн таш менән атыу), сәрих (асыҡ), форсат (уңайлы ваҡыт, мөмкинлек), дирһәм (көмөш аҡса), таләбәләр (уҡыусылар, шәкерттәр), ҡасд итеп (теләп), хшуғ-хозуғ (ихлас) һ.б.

“Ул үҙенең һары сәскәләр төшкән шәлен ябынып, көн дә кейә торған ваҡ ҡына ҡыҙыл бөрсөклө аҡлы күлдәген, уның өҫтөнән быйыл ғына тектергән бишмәтен кейгәйене. Ул бында ингәс, һығылып төшкән тал сыбығы кеүек, тағы ла бөгөлә төштө. Бик уңайһыҙ хәлдә мөйөшкәрәк һыйынды. Бер нисә йыртҡыс бесәй уртаһына ситлектән йығылып төшкән бәләкәй генә һандуғас ниндәй ауыр бер хәлдә булһа, нисек ҡалтыранһа, Ғәлимә апай ҙа шулай ҡалтырана, нескә йөрәгенең тибеүҙәре бөтә кәүҙәһен ҡалтырата ине. Уның шул хәлдә тороуы миңә ҡыҙғаныс то моңло ла, матур ҙа булып күренде. Ошо минутта уның күҙенә ҡарағым, матур күҙҙәрен күргем килде...” Был юлдарҙы уҡығандан һуң авторҙы талантлы художник теймәй кем тейәһең?! Һүҙҙәр менән генә, бер ниндәй ҙә быйяуҙар ҡулланмайынса, ул шулҡәҙәр йөрәктә тетрәндергес уйҙар уята.

Повесть антоним, синонимдарға ла бай. “Уңай – ҡулай”, “хәрәкәт – ишарә”, “уҫаллыҡ – дошманлыҡ” кеүек саф, “оҙон – ҡуйы керпектәр” кеүек контекстуаль синонимдарҙа, “тәүфиҡлы – яуыҙ” кеүек антонимдарҙы һ.б. осратырға мөмкин. Шулай уҡ, сағыштырыуҙар ҙа “таш бағана кеүек”, “йәшен кеүек”, “ут кеүек”, “күҙҙәре ут кеүек”, “һарыҡ өҫтөнә ташланған бүре кеүек”, “ут кеүек ҡыҙған”, “ҡара сәүкә кеүек”, фразиалогик берәмектәрҙә  “ғәйеп булыу”, “төҫө боҙолоу”, “күҙ йөрөтөү”, “күҙен астыла”, “йәне юҡ”, “ашарҙай булып ҡарау” күп урынды биләп тора. Әнә шундай антоним, синоним, сагыштыру, менән бер рәттән, фразеологик берәмлектәре лә әҫәр телен тыуҙырыуҙа, уның тәьҫир көсөн билгеләүҙә мөһим роль уйныйҙар.

Әҫәр тура телмәрҙәр менән байытылып яҙылған. Шуны ла ихтибарға алырға кәрәк әҫәр тоташ диалог, монолог һәм төп герой Ғәлиҙең уйҙары менән теркәлгән.

“ - Юҡ, хәҙрәт, нахаҡ әйтәләр, беҙ һөйләшеп кенә ултыра инек.

  • Тик тор һин, ҡара йөҙ!..Бында килеп, оялмай һүҙ һөйләгән булаһың тағы!.” – диалогта күренеүенсә өндәш һүҙҙәр, бойороҡ ҡылымдарҙың ҡулланыуын таҫбирлайбыҙ.

“Әй, Закир, һин ҡайттыңмы ни? Һине көтә-көтә аптырап бөттөм... Бына был ҡаҙҙарҙың бер ояһы беҙҙең ҡаҙҙар бит, ҡаҙ өмәһе яһарбыҙ... Юҡ, юҡ!.. Һин кит, беҙҙе күрһәләр харап итерҙәр!.. – ултыр әле, ултыр... Улар килмәҫтәр. Ҡаҙҙар йөҙгәнен ҡарарбыҙ... Бәй, һинең йөҙөдә ҡара бөткән икән?” – кеүек монологтар бик күп. Был диалогтар, монологтар һорау, өндәү һөйләмдәре менән байытылған.

Закир менән Ғәлимәнең яратышып йөрөүҙәре лә, киләсәк тормош тураһындағы уй һәм пландары ла ауырыу Ғәлимәнең үҙ теле менән һөйләтелә. Бындай алым Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесы өсөн үҙенсәлекле алым булып тора, сөнки ул башҡа әҫәрҙәрендә был алымды ҡулланмай.

Әҫәр көслө лиризм менән һуғарылған. Тормош деталдәре геройҙың тирә яғын, психологик кисерештәрен асыуға ярҙам итерлек күләмдә килтерелгәндәр. Бына былар уның бөтөнлөгөнә, аныҡлығына һәм аҙағына саҡлы ҙур тулҡынланыу менән уҡыла торған әҫәр булыуына ныҡ ярҙам итә.

“Ҡара йөҙҙәр” әҫәрендә Мәжит Ғафури кеше психологияһын, эске кисерештәрен тәрән аңлап тасуирлай белеүсе яҙыусы икәнлеген күрһәтте. Бының асыҡ миҫалын әҫәрҙә Ғәлимәнең ата-әсәһе өйөнә ҡайтыу моментында һәм Закир ситтән йөрөп ҡайтҡас, Закир менән Ғәлимәнең һыу буйында осрашыу күренешендә, айырыуса оҫта нескәлек менән, тәрән кисерешле итеп яҙылыуынан күренә.

Геройҙарҙың яҙмышы шулай формалашыуында, хатта яла яғыусыларға дәрес бирә, улар быны шунда уҡ аңламаһалар ҙа, уларҙың наҙанлығы һәм геройҙарҙың бәхетенә көнләшеүе, ҡөрьәнгә һәм муллаларға уларҙың ғәҙеллегенә, һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүенә ышанмауға сәбәп була. Шулай Уҡ, Фәхри, Ғәлимәнең атаһы, үҙенең ҡот осҡос тәжрибәһендә халыҡҡа дини фанатизм йөрөтөүен аңлай.

Әгәрҙә Ғәлимәнең атаһы әҫәрҙең башынан уҡ был хәлдән яҡлаһа, яла яғыу кеүек хәлде ҡарар итмәһә, әгәрҙә дини фанатиктарҙан булмаһа, героиняның яҙмышы башҡаса килеп сығыр ине тигән уйҙа ҡалабыҙ.

Тормошта төрлө сетерекле хәлдәр була. Шуға күрә Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” повесе беҙҙе уйлап,  эшне тикшереп, аңлап ғәҙел хөкөм сығарырға кәрәклеген, кешеләрҙе берҙә юҡҡа нахаҡҡа рәнйетеүҙән кәрәкмәгәнлеген өйрәтә.

Шулай итеп, яҙыусы иҫке хөрәфәттәрҙең гуманизм принциптарына ҡаршы көрәшен күрһәтә, ҡарт кешелекһеҙлекте ҡаты ғәйепләй, ябай кешеләрҙең рухи матурлығын раҫлай.







Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Литература

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Прочее

Скачать
Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренә филологик анализ.

Автор: Габдрахимова Гузалия Фаниловна

Дата: 01.12.2022

Номер свидетельства: 618857


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства