Аккужина Фатиха Фатиховна,учитель башкирского языка и литературы МОБУ «СОШ д. Юмагужино»Зилаирского района РБ,
fatiha .akkuzhina @ yandex. ru
Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районының “Йомағужа ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе”
мәғариф бюджет учреждениеһы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Аҡҡужина Фәтихә Фәтих ҡыҙының
Темаһы. Ҡояш эҙләүсе шағир
9-сы класта үткәреү өсөн тәҡдим ителә
Йомағужа-2015
Тема. Ҡояш эҙләүсе шағир
Маҡсат. Уҡыусыларҙы Ш. Бабичтың лирикаһы менән таныштырыу,уның шиғриәтенең идея-эстетик тәьҫир көсөн асыу,мәғәнә биҙәктәрен асыу,эстетик зауыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландарыу.Шағирҙың портреты,китаптары күргәҙмәһе,магнитофон,мультимедиа проекторы,компьютер аша сығарылған һүҙҙәр,ксерокс аша күбәйтелгән шиғырҙар,дәреслек.
Дәрес барышы
Инеш. Уҡытыусы һүҙе. Кем һуң Ш.Бабич? Был һорауға, моғайын,барыбыҙ ҙа ябай ғына итеп шағир тип яуап бирербеҙ.Эйе,ул шағир,ысын мәғәнәһендә исеме баш хәреф менән яҙылырлыҡ оло Шағир булды. Шағир ғүмере йәшәгән йылдар менән түгел,ә халыҡ күңелендә йәшәгән шиғырҙар менән үлсәнә. Әгәр беҙ бөгөн дә уның исемен хөрмәтләп телгә алабыҙ,шиғырҙарын яратып уҡыйбыҙ икән, тимәк, шағир йәшәй әле. Уның шиғырҙарының
лирик геройы менән тәбиғәттең матурлығына һоҡланабыҙ,яҙғы шишмә тауыштарын тыңлайбыҙ, күктәргә үрләйбеҙ,сәскәләр гүзәллеген күрәбеҙ,киләсәккә ҙур өмөттәр бағлайбыҙ,күңелебеҙҙә көрәш дәрте уятабыҙ икән ,тимәк, шағир беҙҙең күңелдәрҙә мәңге тере.
Ш Бабич, егерменсе быуат башының йәш шағиры ,был донъяла ни бары 24 йыл ғына йәшәп өлгөрҙө.Ижад ғүмере иһә унан да ҡыҫҡараҡ булды.Үҙе әйтмешләй,ошо ҡыҫҡа ғына ғүмерен дә көрәшеп үткәрҙе ул.
Нимә өсөн көрәште һуң шағир? Нисек көрәште? Б ына беҙ бөгөн ошо һорауға бергәләп яуап эҙләргә тейешбеҙ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры,Бабич ижадын өйрәнеүсе ғалим Рауил Бикбаев шағир ижадының асылын аңлатып ошондай һүҙҙәр әйткәйне:”Шағир бөтә ғүмере буйы ҡояш көтәсәк,ҡояш эҙләйәсәк,яҡтылыҡты ҡаплап торған ҡара томандарҙы таратырға теләйәсәк,төрлөсә үрһәләнәсәк,шул яҡтылыҡҡа етеү өсөн төрлө юлдарҙа аҙашып буталып йөрөйәсәк һәм йыртып,йылдар буйы көткән ҡояшына килеп сыҡҡанда,уның сыуағына туйғансы бер һоҡланырға ла өлгөрмәйенсә, һәләк буласаҡ.” ( был һүҙҙәрҙе проектор аша күрһәтеү)
Шулай итеп беҙ ҙә Р Бикбаев менән бергәләп шағир ижадынан ҡояш эҙләйек.
Уҡыусылар менән әңгәмә барышы:
Таҡтаның бер яғына ҡояш һүрәте, уртаға Ш.Бабич портреты,икенсе яғына томан һүрәте эленә. Уҡыусыларға Ш Бабичтың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары таратып бирелә.
Ш.Бабич
портреты
мәғрифәтсе
йәш,алтын,дәртле
яҡтылыҡҡа ынтылыусы
ҡояш эҙләүсе шағир
башҡорт поэзияһының йондоҙо
йондоҙ
тормош, наҙанлыҡ ҡараңғылыҡ
яҡтылыҡ сығанағы
йылы биреүсе һөнәрһеҙлек һағыш
нур һибеүсе киләсәк,өмөт ярлылыҡ меҫкенлек
белемлелек
аҡ көн,ырыҫ,бәхет
- Шулай итеп,уҡыусылар,таҡтала нимә күрәбеҙ?
- Ҡояш.
- Нимә ул ҡояш?
- Яҡтылыҡ сығанағы,йондоҙ,йылы биреүсе, тормош сығанағы һ. б.
(уҡыусыларҙың яуаптары төрлөсә булырға мөмкин,яуаптар таҡталағы һүрәт янына яҙыла)
Бабич йәшәгән ваҡытта ҡояш булмағанмы ни? Әлбиттә,булған. Сөнки ул -мәңгелек,мәңге балҡый ,күҙ алдына килтерһәң ,бынан бик күп йылдар,быуаттар элек тә кешелек ҡояшҡа баҡҡан,шул уҡ бер ҡояшыбыҙ уларға нур һипкән. Әйҙәгеҙ,хәҙер Бабич шиғырҙарындағы ҡояш образына күҙ һалайыҡ.
Беренсе шиғыр1910 йылда яҙыл ған “ Зарланыу” шиғыры. Уҡыусылар шиғырҙы тәүҙә үҙ аллы уҡыйҙар,һуңынан бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый
Был шиғырҙа ҡояш тип ул нимәне атай?
Мәктәпте.
Шағирға был ваҡытта нисә йәш була?
15.
Ни өсөн ул мәктәпте ҡояш менән сағыштыра тип уйлайһығыҙ?
Сөнки ул был ваҡытта ситтә йөрөй,үҙенең шәкерт була алмауына,белеменең аҙлығына,наҙанлығына үкенә.
Шулай итеп,был шиғырҙа шағир өсөн белемлелек яҡтылыҡ булһа, наҙанлыҡ нимә ул?
Әлбиттә,томан. Наҙанлыҡты халыҡта юҡҡа ғына томаналыҡ тип атамайҙарҙыр инде ,күрәһең.(Таҡталағы томан һүрәте эргәһенә “наҙанлыҡ” тип яҙыла,ҡояш һүрәте эргәһенә-белем .)
Аң-белемгә саҡырыуҙы,наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәште ул ваҡытта нисек атағандар?
Мәғрифәтселек.(Был һүҙ Бабич портреты эргәһенә ҡуйыла.)
Хәҙер артабан шағирҙың 1911 йылда ижад ителгән “Күңел” шиғырына күҙ һалайыҡ.(Тасуири уҡытыу.)
Был шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? Ш иғырҙа лирик геройҙың ниндәй күңел кисерештәре сағыла? Н и өсөн уның күңеле әрней?
Сөнки ул тыуған еренән айырылған,уны ел осороп ҡараңғылыҡҡа ташлаған,һөнәрһеҙлек башына үткән.
Шулай итеп,был шиғырҙа шағирҙың күңеле үҙенә урын таба алмай үрһәләнә,ул һағыш,ҡаранғылыҡ ,һөнәрһеҙлек кеүек ҡара көстәр ҡамауында ҡалған.( Был һүҙҙәр томан һүрәте эргәһенә яҙыла.)
Был шиғырҙа ҡояш образы бармы?
Эйе,бар. Ул уны нурлы киләсәк,өмөт һүҙҙәре менән атай.(Был һүҙҙәр ҡояш һүрәте эргәһенә яҙыла.)
Хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа шағирҙың иң күренекле шиғырҙарының береһе 1914 йылда яҙылған “Халҡым өсөн “ шиғыры.Әйҙәгеҙ,бергәләп хор менән уҡыйыҡ әле. Сөнки был шиғырҙың һәр строфаһында тип әйтерлек йырлайым тигән һүҙҙәр осрай.
Шиғырҙа шағир йырҙарын ниндәй һүҙҙәр менән атай?
Ап-аҡ алтын йырҙарым,саф көмөштәй йырҙарым,сәскә төҫлө ,дәртле ҡайнар йырҙарым.ти.
Был йырҙарын ул кемдәр өсөн йырлай?
Алтын иле өсөн,үҙ туған,саф йөрәк,сәскәләй ҡыҙҙарға бай ,дәртле,көләс халҡы өсөн йырлай.
Шағир үҙенең был сағын ниндәй һүҙҙәр менән атай?
Йәш,алтын,ялҡын сағым.
Ысынлап та,был шиғырҙың һәр бер һүҙенән ҡояш һымаҡ дәрт,
ялҡын,ҡайнарлыҡ бөркөлөп торғандай тойола. У л хәҙер инде үҙенең йыр-шиғырҙарын тик халҡына арнаясағын төшөнгән дәртле йәш кеше. ( Бабич портреты янына “йәш”,”алтын”,”дәртле” һүҙҙәре ҡуйыла.)
Шағир нимә өсөн илай һуң?
Ярлы ,меҫкен,ҡыҙғаныс халҡы өсөн илай.
Эйе,ул йылдарҙа ябай халыҡтың хәле бик үк еңелдән булмай. Төрлө иҙеүҙәр, хоҡуҡһыҙлыҡ,һуғыш килтергән ауырлыҡтар,аслыҡ,ерһеҙлек
һәм башҡа бик күп афәттәр кисерергә тура килә башҡорт халҡына.
Был теманы Бабич үҙенең артабанғы поэзияһында ла дауам итә. Ләкин әле алда нимә булыры билдәһеҙ әле,ул киләсәк ярлылыҡ,меҫкенлек томаны артында.( Томан һүрәте эргәһенә “ярлылыҡ”,”меҫкенлек” һүҙҙәре яҙыла.)
Шағир киләсәк яҡты көндәргә өмөтөн өҙмәй,нимәнелер көтә әле.
Ә хәҙер “Көтәм” шиғырын алығыҙ.
Шиғырҙа шағир нимә өсөн ҡыуана?
Тыуған еренең иҫ киткес матур булыуына ҡыуана,моңло ҡурай,йәннәт нурындай тауҙар,ҡырҙар уның йөрәгенә моңдар бөркә.
Нимә өсөн уның күңеле өҙгөләнә?
Шундай матур,бай ерҙә йәшәп тә меҫкен хәлгә ҡалған халҡы өсөн янып-көйә ул.
Был шиғырҙа яҡтылыҡты күреп буламы?
Яҡтылыҡ аҡ көн һүҙе менән бирелгән.Шағир өсөн аҡ көн дәр-ырыҫлы,бәхетле көндәр килеүе ул,шиғырҙың аҙаҡҡы юлдарында
киләсәккә ышаныс ,өмөт сағыла. ( Ҡояш һүрәте эргәһенә “аҡ көн”,”ырыҫ”,”бәхет” һүҙҙәре яҙыла.)
Ә хәҙер уның иң матур шиғырҙарының береһе “ Ҡурайҡайға” шиғырын фонояҙманан тыңлайыҡ.
Был шиғырҙа шағир ҡурайға ниндәй һүҙҙәр менән өндәшә?
Ҡурай беҙгә халыҡ тарихының төрлө мәлдәре тураһында һөйләгән ке-ек. Ҡ урай моңдары менән беҙ йәмле Урал буйҙарын гиҙәбеҙ,уның матурлығына һоҡланабыҙ,тыуған Башҡортостаныбыҙҙың данлы тарихи үткәненә барып урайбыҙ кеүек.
Был шиғырҙа ҡояш таба алабыҙмы?
Нур яйнаһын,күктән йәм шаулаһын,йәм яҡтыһы тигән һүҙҙәр инде тормоштоң яҡтырыуын,ҡурайҙың күкрәп,һайрап уйнар мәлдәре аңлата. ( Шағир портреты янына “ яҡтылыҡҡа ынтылыусы” һүҙҙәре ҡуйыла.)
Шулай итеп Бабич поэзияһының төп идея-тематик йүнәлеше ниндәй?
Бабич үҙ ижадында халҡының ауыр тормошо өсөн өҙгәләнә,уны белемле ,ирекле итеп күрергә теләй,киләсәктә яҡты көндәр килеренә ышана.
Бабич ижадында ҡояш таптыҡмы?
Эйе,уның һәр бер шиғырында тип әйтерлек ҡояш кеүек ҡайнарлыҡ,аҡ көндәргә ышаныс,яҡтылыҡҡа ынтылыш күренә.
Рауил Бикбаев әйткәнсә, ул тормошта осраған ҡара томандарҙы таратырға юл эҙләйме?
Эйе,ул халыҡҡа наҙанлыҡтың,меҫкенлектең асылын төшөндөрөргә тырыша, киләсәккә өмөт менән ҡарарға өндәй.
Тимәк,ул эҙләгән ҡояшын таба алдымы икән?
Эйе,Бабич мәле еткәс һүҙе менән генә түгел,ҡулына ҡорал алып халыҡ азатлығы өсөн көрәшкә сығыусы ирек солтаны ла булды.
Тимәк, ошо көрәш юлында уның ғүмер ҡояшы һүнһә лә,шағир ижады һүнмәй,сөнки Бабич ысын мәғәнәһендә башҡорт поэзияһының йондоҙо. ( Бабич портреты эргәһенә “Башҡорт поэзияһының йондоҙо”тигән һүҙҙәр ҡуйыла.)
Дәресте йомғаҡлау.
Шулай итеп ,уҡыусылар,беҙ бөгөн күренекле башҡорт шағиры Ш.Бабичтың бер нисә шиғырын өйрәнеү аша уның поэзияһының асылына төшөнөргә тырыштыҡ,уның ижадын өйрәнеүсе ғалим,Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән бергә ҡояш эҙләнек.Ҡояш кем ул? Ш.Бабич-башҡорт поэзияһының йондоҙо.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Шәйехзада Бабич.Шиғырҙар,поэмалар.-Өфө,1985
Бикбаев Р.Т. Ш.Бабич.Тормошо һәм ижады.Өфө,1981
Шәйехзада Бабич.Фотоальбом.Өфө,1995