Дәрес прес-конференция
Тема: Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады
(VII синыф)
Дәрес прес-конференция
Тема: Мәжит Ғафуриҙың тормошо һәм ижады
Маҡсат: 1.Шағир шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү;
2.Уҡытыусыларҙа ябайлыҡ, халыҡ өсөн борсолоу, кешелеклелек
тәрбиәләү;
3.Уҡыусыларҙы эҙләнргә, ижади фекерләргә өйрәтеү.
Йыһазландырыу: шагирҙың портреты, китаптар күргәҙмәһе.
Дәрес барышы:
I.Уҡытыусының инещ һүҙе.
-Бөгөнгө дәресебеҙ ғәҙәти түгел. Беренсенән, дәрестең формаһы-прес-конференция, икенсенән, беҙҙә бөгөн ҡунаҡтар ҙа бар.
Прес-конференция-ул белгестәрҙең һәм хәбәрселәрҙең махсус аралашыуы. Бына беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләшергә һәм фекер алышырға йыйылдыҡ. Ә хәҙер прес-конференцияла ҡатнашыусылар менән таныштырып үтәм. (Уҡыусыларҙы ике төркөмгэ бүләм: әҙәбиәт белгестәренә һәм хәбәрселәргә).
II. Төп өлөш.
Алып барыусы.
-Һүҙҙе беренсе Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу өсөн әҙәбиәт белгестәренә бирәм.
Әҙәбиәт белгесе: (Шағирҙың тормошо һәм ижады менән таныштыра).
Алып барыусы:
Эйе, М.Ғафуриҙың тормош юлы бик ҡатмарлы, ауыр, күп һикәлтәләрҙән торған. Тик ул ауырлыҡтарға бирешеп ҡалмаған, тормош михнәттәренән еңелеп һынмаған, үҙендә бөйөк кеше булырғакөс тапҡан.
“Асылыкүл” гәзите хәбәрсеһе:
М.Ғафури-Башҡортостандың халыҡ шағиры. Ул шундай ҡатмарлы тормош юлы үтеп, нисек шағир булып китте икән? М.Ғафуриҙың шағир булып китеүенә нимә сәбәпсе булды икән? Шуларға күҙ һалып китәйек әле.
Яуап. Уның шәхес булып формалашыуында атаһының йоғонтоһо ҙур була. Нурғәни ағай ауыл мәҙрәсәһендә балалар уҡытҡан; һүҙгә оҫталығы, дини китаптарҙан тыш халыҡ әкиәттәрен яҡшы белеүе, бер-бер хәлгә ҡарата тиҙ генә таҡмаҡтар сығара алыуы менән ауыл халҡын һәм Мәжитте һоҡландырған. Бәләкәй Мәжиттә уҡырға, белем алырға ынтылыш тыуған.
Әҙәбиәт белгесе:
М.Ғафури «Тормош юлым» тигән автобиографик очергында Еҙем-Ҡаранды уратып алған тәбиғәттең гүзәл күренештәрекескәй Мәжиттең күңелендә иге-сиге булмаған хистәр, тойғолар уятыуын әйтә. Кем белә, бәлки, бына ошо уй-тойғолар уның күңелендә яҙыусылыҡ хыялын уятҡандыр.
«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе:
М.Ғафури ниндәй кеше булған? Уның характерына ниндәй сифаттар хас?
Әҙәбиәт белгесе:
Ул бик зирәк, аҡыллы, һүҙгә тапҡыр, йәшләй сәсән бала була. Егәрле булыуы, эшләнлеге менән айырылып тора. Ул, бик иртә йоҡоһонан тороп, дәрес әҙерләгән.
Мәжит бик яҡшы ойоштороусы булған. Балалар уға тиҙ ылыҡҡандар, сөнки ул төрлө ҡыҙыҡ уйындар ойошторған, мәҙәктәр һойләгән, китаптар уҡыған.
Хеҙмәт һөйөүе, эшсән, ныҡыш булыуы уға алдағы тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам иткән. (Замандаштарының иҫтәлектәренән өҙөктәр килтереү).
«Ватандаш» журналы хәбәрсеһе:
М.Ғафури бик күп мәҙрәсәләр алмаштырған. Хәҙерге ваҡытта уҡыусыларҙың бер мәктәптән икенсе мәктәпкә күсеп йөрөүҙәре маҡталмай. М.Ғафури ниндәй сәбәптәр арҡаһында бер уҡыу йортонан икенсеһенә күсенеп йөрөнө икән?
Яуап. Мәҙрәсәләрҙә дини китаптар ғына уҡылыуы, дәрестәрҙең аңламайынса механик ятлауға ҡоролоуы, тормошҡа бәйләнешһеҙ алып барылыуы Мәжиттә ризаһыҙлыҡ тойғоһо уята. Ул донъяуи фәндәр уҡытаторған мәҙрәсә эҙләй.
«Аманат» журналы хәбәрсеһе:
М. Ғафури үҙ маҡсатына (уҡырға) ирешеү юлында ниндәй ауырлыҡтар күрә? Был ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн ул нисек көрәшкән?
Әҙәбиәт белгесе:
М. Ғафури 13 йәшендә етем ҡала. Башта атаһы, һуңынан әсәһе үлеп китә. Уға рәхәтләнеп уҡырға тура килмәй: түләп уҡыу мөмкҫинлеге булмағас, уға эшләп уҡырға тура килә. Мәжит бай балаларына аш бешерә, мейес яға, самауыр ҡуя, улар өсөн дәрес эшләп бирә, тамаҡ хаҡына күсереп яҙыу менән дә шөғөлләнә.
«Аҡбуҙат» журналы хәбәрсеһе:
Ул ҡасан яҡыша башлай? Тәүге шиғырҙары нимә тип атала?
Яуап. М.Ғафури 1902 йылда Троицк мәҙрәсәһендә уҡығанда, мәҙрәсәләрҙә уҡыу тәртиптәрен тәнҡитләп, ишандың наҙанлығынан, бер төркөм шәкерттәрҙең уға табыныуынан көлөп, «Ишан шәкерттәре» тигән шиғырҙарын яҙа. Был уның беренсе шиғырҙары була.
Алып барыусы.
М.Ғафуриҙы ошо «Ишан шәкерттәре» тигән шиғри юлдары өсөн мәҙрәсә башлыҡтары мәҙрәсәнең дөйөм ятағынан ҡыуып сығаралар.
«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе:
М.Ғафури ниндәй жанрҙарҙа ижад итә?
Әҙәбиәт белгесе:
М.Ғафури һәр ваҡыт эҙләнеүсе була. Ул шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр, повестар, мәҫәлдәр ижад итә.
«Ағиҙел» журналы хәбәрсеһе:
Башҡорт әҙәбиәтендә М.Ғафури иң беренселәрҙән булып мәҫәл жанрына мөрәжәғәт итә. Бының бәлки сәбәптәре барҙыр?
Әҙәбиәт белгесе:
Ҡара реакция йылдарында М.Ғафури утыҙлап мәҫәл ижад итә. Цензура бик көслө була, азатлыҡ идеяларын эҙәрлекләйҙәр. Ошо осорҙа мәҫәл яҙыусы өсөн ҡалҡан ролен үтәй. Сөнки мәҫәлдә асыҡ әйтергә мөмкин булмаған фекерҙәрҙе һүрәттәр араһына йәшереп әйтеү мөмкин була.
Алып барыусы.
Миҫал өсөн әйҙәгеҙ бер мәҫәлде тыңлайыҡ һәм төп мәғәнәһен билдәләйек. («Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлен бер уҡыусы ятҡа һөйләй).
Яуап. «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлендә гонаһы булмаған хеҙмәт массаһы вәкилен (һарыҡты) язалаған байҙарҙың (бүреләрҙең һәм башҡа йыртҡыстарҙың) революцион күтәрелеш йылдарында, хөкөм ителеүҙән ҡурҡып, үҙ енәйәттәрен ғәйепһеҙ кеше (ҡуян) өҫтөндә ауҙарыуҙары күрһәтелә, йыртҡыслыҡтары һәм ғәҙелһеҙлектәре фаш ителә.
«Йәншишмә» гәзите хәбәрсеһе:
М.Ғафури менән Ғ.Туҡай нисә тапҡыр осрашалар? Уларға ниндәй уртаҡ һыҙаттар хас?
Әҙәбиәт белгесе:
1912 йылда Троицк яғына ҡымыҙ эсеп дауаланырға китеп барышлай, бөйөк Ғ.Туҡай Өфөгә тейеп китә.
Ошо уҡ йылдың майында Туҡай Өфөгә икенсе тапҡыр килә. Ике шағир хәҙерге Крупская баҡсаҙында йәшел үләндә аунап, мул һыулы Ағиҙелгә ҡарап, оҙаҡ-оҙаҡ һөйләшеп, күңел аса торған булғандар.
Ғ.Туҡай-татар халҡының талантлы шағиры булһа, М.Ғафури-башҡорт халҡының шундай шағиры. Икеһе лә мәғрифәтсе шағирҙар. Икеһе лә етемлектә үҫеп, тормош михнәттәрен үҙ индәрендә татыйҙар.
Уларҙыҙ ныҡлы дуҫлығы ике ҡәрҙәш татар һәм башҡорт халыҡтарының ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ ептәре символы ла булып тора.
«Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе:
М.Ғафури Февраль революцияһын нисек ҡаршы ала? Уға ҡарата мөнәсәбәтен белдереп ниндәй әҫәр яҙа?
Яуап. М.Ғафури Февраль революцияһын бөтмәҫ шатлыҡтар менән ҡаршылай. Батшаны бәреп төшөргән революцион эшселәргә ул «Ҡыҙыл байраҡ» шиғырын бағышлай. «Ҡыҙыл байраҡ» революцион ода йыры булып китә.
«Асылыкүл» район гәзите хәбәрсеһе:
Бөгөнгө көндә ниндәй урындар һәм ойошмалар М.Ғафури исемен йөрөтә?
Яуап. М.Ғафуриҙың исемен мәңгеләштереү ниәтендә бик урындар һәм ойошмаларға М.Ғафури исеме теркәлә. Өфөләге ял паркы, кинотеатр, йорт-музей, Башҡорт академия драма театры, урам, тыуған ауылындағы ял паркы һ.б.
Алып барыусы.
Тимәк, М.Ғафури үҙе үлһә лә, уның ижады, уның рухы беҙҙең күңелдәрҙә. Хөрмәтле хәбәрселәр, һеҙ үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар таптығыҙ тип уйлайым. М.Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады һеҙҙә ниндәй тәҫир ҡалдырҙы һуң?
Яуаптар.
-М.Ғафури шәхесе менән һоҡландым;
-Тормошта уның кеүек тырыш, ныҡыш булырға кәрәк;
-Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтте;
-М.Ғафуриҙың әҫәрҙәрен уҡырға хыялланам һ.б.;
III. Йомғаҡлау.
М.Ғафури түшәктә ауырып ятҡан ваҡытында, үлер алдынан: «Әгәр ҙә минең тарафтан яҙылған шиғыр юлдары кешеләрҙең яҡшы тойғоларын уятһа, уларҙы хеҙмәткә ҡанатландырһа, мин үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем. Тормош юлдарын дөрөҫ итеп йәшәп үткәнмен тип әйтә алыр инем... Ул саҡ ҡәбергә лә йәшәй белдем тигән фекер менән китәһең...»-ти. Эйе, М.Ғафури йәшәй белде, бәхетле булды.
IV. Баһалау.