kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Һағындыра.Кире ҡайтмай киткәндәр

Нажмите, чтобы узнать подробности

Аңһыҙ ҡаза менән киткәндәр һағындыра.Эххх, ниңә генә киткәндәр кире ҡайтмай икән, ниңә төштә булһа ла нисек булғанын һөйләп бирмәйҙәр икән

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Һағындыра.Кире ҡайтмай киткәндәр»

Алыҫлашҡан һайын аралар,

Тәрәнәйә бара яралар...

Эйе, тағы ла нығыраҡ ҡанһыраған кеүек ул яралар, бер ҡасан да уңалмай ҙа, бөтәшмәй ҙә торған яралар. Эх, Гөлшат һеңлекәйем, белһәң ине, нисек етмәйһең һин беҙгә!...Тик мөхәббәтһеҙ, бәлки “йөрәкһеҙ” яуыз йән арҡаһында йәнкәйең күккә осто шул. Ул ваҡиғаның нисек булғанын башҡа шаһиттар әле теүәл генә итеп һөйләп бирергә теләмәй, “Башлыҡтары”ның ҡушҡанын үтәп барыһы ла бер сценарийҙы ҡабатлай: беҙгә күңелле ине, нисек булғанын күрмәй ҡалдыҡ, ныҡ ҡурҡтыҡ, шок хәлендә йөрөнөк...Яңыраҡ республиканың бер матбуғаты күберәк “просмотр” йыйыр өсөндөр инде шул ваҡиғаға арналған суд ҡарары тураһында мәҡәлә баҫтырып сығарған. Әлбиттә, күптәр һинең исемеңә тап төшөрөргә тырышып иҫ китмәле комментарийҙар яҙған. Үтен алдырыуына яңы ике ай тирәһе генә ваҡыт үтеп, диета менән генә ашап йөрөгән кеше эскән буламы инде? Етмәһә: “Мынауларҙы апҡайтып булмай ҙа ҡуя”- тип шылтыратып әйткән булғанһың бит инде. Берәүҙәрҙең һөйләүенсә, һин ҡайтып киткәнһең, ә теге ен алыштырған “башлыҡ” ҡа был оҡшамай йән асыуына газға баҫып һинең өҫтөңә машинаһы менән менеп тә ултырған. Ә суд ваҡытында нимә тей: “Нейтралкаға ҡуймай, ни өсөндөр беренсе скоростҡа ҡуйған булғанмын. Бер ҡасан да улай итмәй торғайным. Бары тик аккумулятор ултырмаһын өсөн музыканы ғына һүндереп, машинаны эшләтеп алырға теләгәйнем”. Эйе, уға ҡарата ниндәй генә яза бирелһә лә һине ҡайтарып булмаҫты аңлайым, тик барыбер ғәҙеллек булырға тейеш бит?! Әммә юҡ, һәр хәлдә был донъяла түгел. Ғүмерҙе, һаулыҡты һатып алып булмаһа ла, башҡалары һатыла. Ысынында, ул төндә һеҙҙең арала нисек, нимә булғанын белә алмау үҙәкте өҙә. Хут шул “Битва сильнейших экстрасенов” геройҙарын саҡыртып һөйләт. Ул әҙәмдәрҙең намыҫтары ҡайҙалыр...

Гөлшатай, ҡыҫҡа ғына ғүмерең эсендә һин үҙеңдекен генә түгел эргә-тирәңдәгеләрҙең дә тормошон биҙәп йәшәнең бит!Һине шул тиклем йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып, юҡһынып, күҙ йәше түгеүселәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Шундай яҡты хәтирәләр ҡалдырып киткәс, тимәк, әҙ генә ғүмерең бушҡа үтмәгән, туғанҡайым. Һинең өсөн ғорурмын! Шул тиклем дә зауыҡлы булдың! Һинеке кеүектәрҙе осратҡаным юҡ әле, матурым! Бәндәселек менән белмәй ҡылған барлыҡ гонаһтарыңды ла Аллаһым ярлыҡай күрһен! Рухың шат булып, йәнең йәннәттә—Фирҙәүес баҡсаһында булһын, һылыуым! Әмиииин!



Һабыр ғына тигән бер ауылға

Килен булып төшкәйнең...

Төшкәйнең дә таштай-ҡомдай батып,

Сабыр ғына донъя көткәйнең...

Һәр кем менән таптың уртаҡ тел,

Ҡулдарың булды алтын!

Түлле булып яҡты донъяларға

Бер ул менән ике ҡыҙ таптың...

Ҡайҙа ғына эшләһәң дә—

Абруй ҡаҙандың.

Ташып торған дәртең менән

Тормошоңдо биҙәп йәшәнең...

Артабан да шулай булыр ине

Ғүмереңә балта саптылар.

Ғәзиз генә балаларың

Йәтим булып ҡалдылар.

Ҡан-йәш түгә һаман әсәкәйең

Һағына шул һөйгән йәркәйең...

Уйлай һине яҡын туғандарың

Юҡһыналар гөл-сәскәләрең...

Гел шат булып йәшә, Гөлшат

Ожмах баҡсаларында!

Онотмабыҙ, һин һәр саҡ беҙҙең

Иҫтә, уй-йөрәктәрҙә!


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Литература

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Прочее.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Һағындыра.Кире ҡайтмай киткәндәр

Автор: Тувальбаева Р.Н.

Дата: 29.05.2024

Номер свидетельства: 651733


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства