kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Литературный вечер "Птиц выпускаю из груди" по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Литературно-музыкальная композиция на башкирском языке по творчеству  народного поэта Башкортостана Мустая Карима"Птиц выпускаю из груди" ("К?кр?гемд?н ?оштар осорам"),

Вечер посвящён к 95-летию народного поэта.На этом мероприятии участвуют учащиеся  6-11 классов. 

Цели и задачи:

  1. Знакомство учащихся с жизнью и творчеством Мустая Карима.
  2. Формирование чувства гордости за своего национального поэта.
  3. Развитие познавательных способностей учащихся, интерес к познанию родной культуры, родного края.
  4. Формирование толерантности у учащихся.

Наглядность, реквизиты

Выставка книг, стенгазеты,  слайды.

Пояснительная записка.

Мустай Карим – прозаик… Мустай Карим – детский писатель… Мустай Карим – публицист… и в этих областях каждое его слово становится событием не только национальной, но и всей российской литературы.

Его статьи и размышления о творчестве, выступления, беседы и интервью мы всегда читаем с таким же интересом, как и его новые произведения, но и они не оставляют равнодушными. Глубокие мысли, заключенные в них, волнуют каждого.

Накопленный веками поэтический опыт башкирского народа, прошедшего через трудные испытания, его творческий потенциал, уровень современного эстетического сознания, исторические потрясения в его духовной жизни, крутые переломы во взглядах – поэт Мустай Карим взошел на этой почве и в дальнейшем стал одним из определяющих явлений в сложной эволюции своего народа на современном этапе. В каких взаимоотношениях твой народ с прошлым и настоящим человечества, на каком уровне осуществляется, его духовные связи при определении своей творческой программы, с этими вопросами неизбежно сталкивается лицом к лицу каждый художник. И наиболее зоркие из них горизонты будущего видят дальше, чем остальные. И это определяет путь их последующего роста. Творчество Мустая Карима – одно из таких исторических в развитии нашей национальной культуры.

Внеклассное мероприятие задумано с целью ознакомления учащихся с жизнью и творчеством Мустая Карима. Объем содержания материала соответствует возрасту детей, их интеллектуальным способностям, особенностям восприятия.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Күкрәгемдән ҡоштар осорам»



«Күкрәгемдән ҡоштар осорам»

Башҡортостан республикаһы Учалы районы муниципаль районының

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

5-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе.





«Күкрәгемдән ҡоштар осорам»

( Мостай Кәримдең ижадына арналған әҙәби- музыкаль кисә)











Башҡарҙы: Учалы ҡалаһы 5-се урта дөйөм

белем биреү мәктәбенең башҡорт

теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Солтанбаева Луиза Илдар ҡыҙы.









Учалы- 2014

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

(әҙәби – музыкаль кисә)

Маҡсат: 1)Мостай Кәримдең ижады буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау,

2) Телмәр үҫтереү3)Шағирҙың ижадына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу,

әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М.Кәримдең китаптарынан, уҡыусыларҙың яҙған

рефераттарынан төҙөлгән күргәҙмә, проектор, экран,

сценарий буйынса слайдтар.

Әҙерлек барышында уҡыусылар шағирҙың шиғырҙарын ятлайҙар, йырҙарын

өйрәнәләр,«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»әҫәренән өҙөк сәхнәләштереүгә

әҙерләнәләр.

Кисә барышы:

Кисә башланғанда талғын ғына ҡурай моңо ишетелә. Сәхнәгә ике алып

барыусы сыға( ошо урында М.Кәрим «Ҡоштар осорам» шиғырын үҙе уҡыған

аудиояҙманы ҡуйырға була). ( 1- се слайд)

1-се алып барыусы: Ваҡ мәшәҡәт, ығы- зығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,

Ғашиҡтарым һеҙҙең өлөшкә.

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

2- се алып барыусы: Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ-

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ығы- зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

1-се алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар! Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арналған «Күкрәгемдән ҡоштар осорам»тип исемләнгән әҙәби- музыкаль кисәбеҙҙе башлайбыҙ. (2- се слайд)



Бер уҡыусы «Тупрағым, һауам, һыуҙарым» шиғырын ятлай.



2- се алып барыусы: М.Кәрим 1919 йылда Башҡортостандың Шишмә районы

Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылындағы ете

йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ул ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый, 1937-1941 йылдарҙа - Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.( 3 –сө слайд)

1-се алып барыусы: Мостай Кәримдең бала сағы бик күңелле уҙа. Үҙенең тәүге шиғырҙарын 6- сы класта яҙа башлай. 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды »тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығын баҫтыра.Серле мәктәп йылдары, уҡытыусыһына ҡарата һөйөү Мостай Кәрим йөрәгендә шиғыр булып ярала.Күп тә үтмәй,был шиғыр һүҙҙәренә көй яҙыла һәм йыр булып яңғырай.



Уҡыусылар башҡарыуында «Уҡытыусыма» шиғырына яҙылған йыр яңғырай.



2- се алып барыусы : Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим ғәскәри көстәр сафына алына һәм һуғыш бөткәнсе фронтта була.Ул, ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби курстарҙа уҡығас, элемтә бүлеге һәм артиллерия дивизионы штабы начальнигы булып хеҙмәт итә. ( 4 – се слайд)

«Үс алынһын», «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр» шиғырын ятлау.



  1. се алып барыусы: 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, ете ай госпитальдә ята. Рурҙа ҡойолған туп ярсығы М. Кәримдең комсомол билетын тишеп үтә.Ерҙәге сатнау яугир-шағир йөрәге аша үтә.(5 – се слайд)Төҙәлеп сыҡҡас, ул хәрби журналист сифатында фронт газеталарында эшләй.Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн -1945 йылдың 9 майын ул Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.



«Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа »шиғыры.

2-се алып барыусы :

Һуғыштан ҡайтҡас, М.Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона , йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Шағирҙың һәр әҫәрендә Тыуған илгә, тыуған ергә дан йырлана.( 6 –сы слайд)



«Ҡайын япрағы тураһында» , «Иңләнем дә , буйланым да»шиғырҙары.



  1. се алып барыусы:М. Кәримдең«Европа - Азия» , «Вьетнам яҙмалары», «Болғар дәфтәренән»кеүек шиғыр шәлкемдәре, «Үлмәҫбай», «Сер»,«Йылмайыу», «Ҡара һыуҙар»поэмалары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Оҙон – оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау»повестары, «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндө», «Айгөл иле», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей» драмалары киң билдәле.Был әҫәрҙәр рус, татар, украин, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, авар, тажик, грузин, литва, латыш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.(7- сы слайд)

«Оҙон- оҙаҡ бала саҡ » әҫәренән «Ҡалас ашарға барыу »өҙөгөн сәхнәләштереү.

Ҡатнашалар: Кендек

Әсҡәт.

Ибрай

Шәһиҙулла

Вәлетдин

Әсҡәт: Малайҙар! Малайҙар! Әле генә йомро Талип менән атайымһөйләшеп торҙо. Йомро Талип әйтә, ҡалала урыҫтарҙың ҡалас байрамы икән, ти.Шул байрамда бөтә кешегә лә бушҡа ҡалас өләшәләр икән , ти.Бына шундай күпереп торған ап- аҡ ҡалас.Хәтәр тәмле була, ти, ҡаластары.

Ибрай: Кит, инде! Ышанмайым, йә алдайҙыр.

Әсҡәт: Алдаһа, минең атайым ышаныр инеме һуң? Алдағанға тамсы ла ышанмай ул.

Шәһиҙулла: Йомро Талиптың шыттыра торған ғәҙәте барын бар ҙа ул. Әммә ҡалала ҡалас байрамы булыу ҙа ихтимал.

Вәлетдин : Кәнишнә ихтимал. Малайҙар, беләһегеҙме, ҡалас ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Ибрай: Ҡайҙан булһын мейестән инде…

Әсҡәт: Һин үҙең мейестән сыҡҡан, тик ашығыбыраҡ сығарғандар – бешеп етмәҫ борон…

Ибрай: “Ҡалас” һүҙе ул, егеттәр, “ҡала” һүҙенән килеп сыҡҡан.Йәғни, «ҡаласа икмәк», «ҡала ашы»тигәнде аңлата.

Кендек: Ҡасан һуң ул «Ҡалас байрамы»?

Вәлетдин : Иртәгә, ти, иртәгә.

Әсҡәт: Эх, ҡалаға барып, ауыҙ тултырып, ҡорһаҡ күптереп, ҡалас ашап ҡайтһаң, вәт шәп булыр ине, ивет!

Вәлетдин : Тәк, егеттәр, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, эш шулай була… Теҙелегеҙ әле бер рәткә! Мине тыңлағыҙ! Смирно! Иртәгә ҡояш сыҡҡанда уҡ юлға сығабыҙ. Кистән әҙерләнеп ятығыҙ. Йоҡлап ҡалмағыҙ тағы! Аңлашылдымы?

Барыһы ла бергә: Эйе, аңлашылды.

Ибрай: Ә Кендекте алайыҡмы һуң?

Кендек: Әлбиттә,минең дә ҡалас ашайһым килә.Мин бөгөн үк китергә риза.

Вәлетдин : Ярай, улай булғас, алырбыҙ. Ә хәҙер өйҙәргә таралышабыҙ.

Бергәләп йырлайҙар: Беҙ илдәрҙән киткән саҡта,

Күтәрелде томандар.

Йә ҡайтырбыҙ, йә ҡайтмабыҙ,

Һау булығыҙ, туғандар !

2- се алып барыусы: М.Кәрим- әҙәби ижадтың бөтә өлкәләрендә лә актив эшләгән күп яҡлы талант эйәһе. Уның йөҙгә яҡын китабы донъя күргән. Ул – үҙ заманының иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе.Уның тыуған ил алдындағы , башҡорт милли әҙәбиәтен һәм туғандаш халыҡтар менән әҙәби бәйләнеште , дуҫлыҡты үҫтереүҙәге хеҙмәте юғары баһалана.1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелә.(8 – се слайд)

1 – се алып барыусы: М.Кәрим – К.С. Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 2003 йылдан Салауат Юлаев ордены кавалеры.

2- се алып барыусы: М.Кәрим ижады кешеләрҙе уйландырыусы һәм моңландырыусы, рухты ҡанатландырыусы, намыҫты сафландырыусы яҡты моң.

1 – се алып барыусы:Тыуған Башҡортостаныбыҙ ауазын, халҡыбыҙ рухын алыҫ илдәргә , туғандаш халыҡтарға ғына түгел, киләсәккә ҡыйыу еткереүсе ил се ул.

«Уңдым» шиғыры . ( 9- сы слайд)

2- се алып барыусы: Минән уңды микән бүтәндәр? …. Был ширҙы ишеткәс тә

«Уңдыҡ , уңдыҡ һеҙҙән Мостай ағай»,тип бер тауыштан я уап бирәбеҙ, әҙәби оҫталығың алдында баш эйәбеҙ ( 10 – сы слайд)

1 – се алып барыусы: Оло рәхмәт һеҙгә , Мостай ағай!

Кисә М.Кәрим һүҙҙәренә яҙылған “Мәһәрим йыры ” менән тамамлана.









Просмотр содержимого презентации
«Презентация по тв -ву м. карима»

Ккккк Күкрәгемдән ҡоштар осорам. ( әҙәби – музыкаль кисә)

Ккккк

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

( әҙәби – музыкаль кисә)

Башҡор халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арнала.

Башҡор халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижадына арнала.

Шишмә районы Келәш ауылы

Шишмә районы Келәш ауылы

Ер шарының картаһына  Ҡараһаң, яҡшы ғына, -  Башҡортостан шул картала  Бер япраҡ саҡлы ғына .

Ер шарының картаһына

Ҡараһаң, яҡшы ғына, -

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына .

Күп нәмәнән уңдым.  Рәхмәт һеҙгә,  Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!  Эйе, уңдым.Күп нәмәнән уңдым.  Минән уңды микән бүтәндәр ?

Күп нәмәнән уңдым. Рәхмәт һеҙгә, Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр! Эйе, уңдым.Күп нәмәнән уңдым. Минән уңды микән бүтәндәр ?


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Литература

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 9 класс.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Султанбаева Луиза Ильдаровна

Дата: 11.12.2015

Номер свидетельства: 264903


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства