kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Имай Насыри әҙәбиәттә

Нажмите, чтобы узнать подробности

Разработку можно использовать на уроках и на внеклассных мероприятиях

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Имай Насыри әҙәбиәттә»

Заман һәм әҙәбиәт, яҙыусы һәм стиль.

Имай Насыри. ( Кластан тыш сара)

Был төшөнсәләр араһында, әлбиттә, тығыҙ бәйләнеш бар. Һәр заман үҙ яҙыусыларын, үҙ әҙәбиәтен тыуҙыра.

Бөйөк яҙыусыларҙы ғәҙәттә сағылдарҙа үҫкән имән йәки йөҙ йәшәр тирәк менән, ә тотош бер әҙәбиәтте урман йәки баҡса менән сағыштыралар. Урман йә хәстәрле ҡулдар менән тәрбиәләнгән баҡсалар бер-береһенә оҡшамаған кеүек, яҙыусылар ҙа ниндәйҙер бер төҫһөҙ массаны тәшкил итмәйҙәр. Һәр яҙыусы, үҙенә бер шәхес булараҡ, үҙ һәләте, үҙ характеры менән инә.

Имай Насыри ана шулай новаторҙарса эш иткән үҙенсәлекле актив яҙыусыларҙан булды.

Насыриҙың ижады, үҫеше, жанырҙар баҫҡысы буйынса бара. Ул шиғырҙар менән әҙәбиәткә килә. 1922-1924 йылдарҙа 40-п шиғыр яҙа, ,,Дантон“ исемле трагедияһын яҙа, һуңынан проҙаға кусә.

Имай Насыри (Имаметдин Ниҙаметдин улы Насыров) 1898 йылдың 12 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Түбән Усылы ауылында ярлы крәҫтиән ғәйләһендә тыуған. Башланғыс белемде үҙ ауылында ала. Һуңынан 1914 йылға тиклем Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә уҡый, 1911-1915 йылдарҙа китапханала эшләй. 1919 йылда армия сафына алына, ошонда партияға инә, махсус курсты тамамлай, Күҙәй кантонына (хәҙерге Нуриман районы) хәрби комиссариатына агитатор – ойоштороусы итеп ебәрелә.

Буласаҡ яҙыусы Насыригә хатта Күҙәй кантоны милицияһы начальнигы, ә һуңыраҡ Башҡорт АССР-ының милиция идаралығында эшләргә тура килә.

1920-1924 йылдар, революция, съеҙдар ойошҡан мәл. Яңы тормош өсөн көрәштә ҡулына ҡорал тотоп ҡатнашҡан И.Насыри ошо йылдарҙа журналистика һәм художествалы әҙәбиәткә лә мөрәжәғәт итә. Башҡа яҙыусылар шикелле, ул да ижадын шиғырҙар яҙыу менән башлай.







Шиғырҙар шәлкеме“

Поэтик традициялар нигеҙендә тыуған башҡорт проҙаһында егерменсе йылдарҙа нәҫер тип аталған үҙенсәлекле жанр-лирик хикәйә киң таралды. Насыри ҙә ошо жанрҙа ижад итте.

1926 йылда яҙылған ,,Беҙ бит пар түгел“ нәҫерендә, яҙыусы яҡты тормошто, элекке ҡараңғылыҡты асып бирә.

1925-1927 йылдар, яңылыҡ күренешен, ошо күренеште боҙоусыларяла, ялағанлыҡ, ике йөҙлөлөк кеүек сифаттарҙы асыусы әҫәрҙәр ижад ителә. ,,Курортта“, “Ҡояш көлә лә, йылмая ла, ыржая ла”, “Тағы ҡалҡтылар инде” һәм башҡалар.

Насыриҙың 1927 йылда баҫылған ,,Ҡарлуғастар“, “Шомло кул”, “Йәмилә” хикәйәләрендә ошо тарихи процесс сағылдырыла.

Егерменсе йылдарҙың икенсе яртыһында Насыриҙың тормош һәм ижад юлында мөһим бер үҙгәреш була.

1923-1927 йылдарҙа курста уҡып ҡайтҡас Насыри ,,Белем“ журналының редакторы итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта ул 1930 йылға саҡлы ,,Сәнәк“ һәм ,,Керпе“ журналының да редакторы булып эшләй.

Уның ижадында яңы баҫҡысҡа күтәрелеш билдәләнә. Насыри ҙурыраҡ күләмле әҫәрҙәр-повестар яҙыуға күсә һәм, биш йыл эсендә дүрт повесть ижад итеп, был жанрҙың үҫешенә һиҙелерлек өлөш индерә.

Героик заманға тиҙ булырлыҡ әҫәрҙәр ижад итеү-куп яҙыусыларҙың изге теләге. Ошондай уҡ ниәт менән рухланған Насыри ҙә героик характерҙәге әҫәрҙәр яҙырға тотона.

1925 йылда ,,Йәш юҡсыл“ газетаһында, ғәжәп бер хәбәр яҙыла: Польшала Осовец крепосен таҙартҡан саҡта, 1916 йыл, һуғыш барғанда емерелгән крепость казематынан тере бер рус һалдаты килеп сыҡҡан. Туғыҙ йыл ер аҫтында күмелеп йәшәп тә, үҙенең кешелеген юғалтмаған, иҫ киткес ныҡ характерлы был һалдат ты тыуған иленә оҙатҡандар. Ошо кискенә хәбәр ҙә, бай фантаҙиялы яҙыусыға етә ҡала.

Икенсе йылында уҡ (1926) Башҡортостан китап нәшриәтендә ,,Тереләй ҡәбәрҙә“ тигән повесть баҫылып сыға. Бында И.Насыри, һуғышҡа ҡаршы нәфрәт уятыуҙы күҙҙә тотоп, беренсе донъя һуғышы фажиғәләрен күрһәтмәксе була.

1930-1934 йылдар, Ишембай ҡалаһында ,,Башҡортостан вышкаһы“ газетаһында редактор булып эшләй, “Сибай”, “Күҙәй”, “Еңелгән ятыу” кеуек әҫәрҙәр ижад итә.

Бөйөк, ябай, тоғро эшсән Имай Насыри, бик ҡатмарлы тарихи дәүерҙә йәшәп, тормошло юлын намыҫлы итте, халыҡ мәнфәғәтен яҡлап, халыҡ культураһын, әҙәбиәтен үҫтереүгә куп көс һалды.

Эҙләнеүсе, талантлы яҙыусы булараҡ, әҙәбиәткә яңылыҡтар алып килде. Яҙыусының эҙмә-эҙлекле рәүештә шиғыр, нәҫер, хикәйә, повесть, роман жанрҙарында ижад итеүе, әҙәбиәтте уҫтереүгә бер этәргес.

Имай Насыриҙың 1957 йылда “Әҫәрҙәр”енең 2 томлығы 1968 йылда һәм 3-сө томы баҫылып сыҡты.



Эш – көс .

Туҡтале, сеү, нимә булды?

Ник боҙолдо тын һауа,

Ҡурҡыныслы ҙур болоттар

Ниңәлер шәп-шәп аға.

Ник ҡараңғы,әллә юҡһа,

Ай –ҡояш һүнде микән ?

Әллә шартлап Ер шары,

Тупраҡтары күмде микән?

Әллә юҡһа,Ҡаф тауы

Тылсым менән ишелдеме ?

Әллә донъя иҫкереп,

Күктең йөҙө тишелдеме

Аһ, ана бер ҙур ҡыҙыл ут !

Ул кирегә тартыла.

Нимәлер һөжүм ҡылыуҙан

Ни ҡыланып һарыла.

Аһ, ана,бөттө буғай ут,

Баҫты дәрья ташҡыны,

Таптанымы бәдбәхет

Дейеү-йыландар башлығы?

Юҡ, ана , ул сыҡты өҫкә,

Нәҡ көрәшә көс менән.

Ажғыра ла ут сәсә ул

Ҙур, элекке көс менән.

Таң еле

Әкрен генә битем һыйпап, ел иҫә ине,

Шәреҡ ҡырлап ,алһыу матур нур оса ине.

Тәбиғәттең биҙәге – сәскәләрҙе

Йыуыр өсөн кер – туҙандан, ысыҡ төшә ине.



Яр буйында,һыға тейеп үҫкән талда,

Ҡанат ҡағып, моңло былбыл сер түгә ине.

Урман аша тау ҡатлауын урап сыҡҡан

Тауышына бөтә донъя баш эйә ине.



Бөҙрәләнеп баш күрһәткән сәскәләрҙән,

Выжлап осоп,бал ҡорттары бал эҙләй ине,

Ваҡ себендәр оҙон-оҙон өйөрөлөп,

Шатлыҡ менән көслө бер яу геүләй ине.



Шәл аҫтынан ҡарап көлгән матур ҡыҙҙай,

Йылы елдән йылға һыуы йырлай ине.

Томбойоҡ һәм ҡамыштарҙы үбә-үбә,

Ҡыйын ғына ирекһеҙ тип айырыла ине.



Барында ла айырым бер сер,күңеллелек,

Һөйләгәндәй алғы шатлыҡты алдынан.

Һиҙә инем йәшерен хәбәр,йәшерен бәхет

Йылы саба ел арҡылы таң яғынан.

Яңы ауыл.

Заман яңы,ғаләм яңы,

Ләкин

Ауыл иҫке.

Кәрәк уны яңыртырға,

Яңыртырға,ағарртырға,

Тартып алып,таҙа һыуҙа таҙартырға.



Йәш балалар,

Ҙур ағалар,

Ҡарт бабалар,

Ҡара ҡашлы,ҡара күҙле ҡыҙ балалар,

Ҡыҙ балалар,ҡулдарына китап алһын.

Китап алһын

Ил ағаһы,

Һәр балаһы белһен тиҙерәк,

Белһен тиҙерәк.

Иҫкеләрҙән, ялғандарҙан,

Ҡәһҡаһалап,барыһынан көлһөн тиҙерәк.

Яңы ауыл батырҙары

Фәнни юлдан яңы ауыл ҡорһон тиҙерәк.








Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Школьному библиотекарю

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: Прочее.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Имай Насыри әҙәбиәттә

Автор: Валиуллина Илюза Зайнулловна

Дата: 25.10.2018

Номер свидетельства: 482140

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(84) ""?ош бол, балаба?ша" атты ерте?гілікті? сценариі"
    ["seo_title"] => string(47) "koshbolbalabakshaattyiertienghiliktinstsienarii"
    ["file_id"] => string(6) "283367"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1453822246"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(84) ""?ош бол, балаба?ша" атты ерте?гілікті? сценариі"
    ["seo_title"] => string(48) "koshbolbalabakshaattyiertienghiliktinstsienarii1"
    ["file_id"] => string(6) "283368"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1453822258"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(92) "?аза? тілінен сыныптан тыс саба?тарыны? жоспарлары."
    ["seo_title"] => string(54) "k-azak-tilinien-synyptan-tys-sabak-tarynyn-zhosparlary"
    ["file_id"] => string(6) "305998"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1458036457"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(125) "?аза? тілінен сыныптан тыс саба?тарыны? жоспарлары. 21 ?асыр к?шбасшысы"
    ["seo_title"] => string(77) "k-azak-tilinien-synyptan-tys-sabak-tarynyn-zhosparlary-21-g-asyr-koshbasshysy"
    ["file_id"] => string(6) "306002"
    ["category_seo"] => string(10) "vneurochka"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1458036564"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(31) "Патриотты? т?рбие"
    ["seo_title"] => string(16) "patriottyktrbiie"
    ["file_id"] => string(6) "289102"
    ["category_seo"] => string(13) "vsemUchitelam"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1454740518"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства