kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сценарий последнего звонка на башкирском языке

Нажмите, чтобы узнать подробности

     Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар!

“Һуңғы ҡыңғырау” байрамына бағышланған тантананы асыҡ тип иғлан итәбеҙ.

Музыка “Гимн РБ”

Тантаналы линейканың хөрмәтле ҡунаҡтарын –беҙҙең ветерандарыбыҙҙы  өҫтәл  артына  саҡырабыҙ.

Рәхим итегеҙ: Абдрахманов Мозафар Абдулла улы, Хәкимов Хисмәт Кәрим улы, Йыһангирова Гөлниса  Әхмәт ҡыҙы,Ибраһим Ғәлимйән Сабирйән улы, Закирова Рәшиҙә Усман ҡыҙы,мәктәп директоры Шәйбәков Ринат Гәрәй улы, Закирова Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы, Ибраһимова Рәфиға Варгетдин ҡыҙы,Мәһәҙиева Лира Мозафар ҡыҙы,Аитбаева Рауфа Фәрит ҡыҙы.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сценарий последнего звонка на башкирском языке»

Һуңғы Ҡыңғырау

Хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр, ҡунаҡтар!

“Һуңғы ҡыңғырау” байрамына бағышланған тантананы асыҡ тип иғлан итәбеҙ.

Музыка “Гимн РБ”

Тантаналы линейканың хөрмәтле ҡунаҡтарын –беҙҙең ветерандарыбыҙҙы өҫтәл артына саҡырабыҙ.

Рәхим итегеҙ: Абдрахманов Мозафар Абдулла улы, Хәкимов Хисмәт Кәрим улы, Йыһангирова Гөлниса Әхмәт ҡыҙы,Ибраһим Ғәлимйән Сабирйән улы, Закирова Рәшиҙә Усман ҡыҙы,мәктәп директоры Шәйбәков Ринат Гәрәй улы, Закирова Сәүиә Шәрифулла ҡыҙы, Ибраһимова Рәфиға Варгетдин ҡыҙы,Мәһәҙиева Лира Мозафар ҡыҙы,Аитбаева Рауфа Фәрит ҡыҙы.

Хөрмәтле ҡунаҡтар, ата-әсәләр, уҡытыусылар, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә оло байрам, оло тантана! Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең ҡарлуғастарын 9 класс уҡыусыларын-ҙур тормош киңлектәренә осора. Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн.Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф,иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле-бала саҡ менән хушлашыу ; шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.

1 ук.Шундай матур көн бөгөн ,

Һулап туймаҫлыҡ һауа.

Сағыу ҡояш нурҙары

Иркәләп битте йыуа.



2 уҡ. Уҡытыусым яҡын дуҫым

Рәхмәттәрем- сикһеҙ дала.

Һинән алған аң-белемем

Ҙур тормошҡа юлдар һала.

3 ук: Эй, мәктәбем, ишектәрең асып,

ҡосағыңа мине алдың.

Белем осҡодарын күңелемә

Һүнмәҫ усаҡ итеп һалдың





4 уҡ: Яҙ тантана итә урамда

Йөрәктәрҙә шатлыҡ талпына.

Мәктәптәге “Һуңғы ҡыңғырау”

Һағыш өҫтәй саҡ ҡына.



Йыр “Тәнәфес”

5 ук.Нисәнсе ҡат ошо ишек алды

Йыя инде осар ҡоштарын,

Фатихаһын биреп сәләмләй ул

Киләсәккә атлар дуҫтарын.

А.б.Әйҙәгеҙ, майҙанға бөгөнгө тантананың төп сәбәпселәрен -быйылғы Ғәбдөк ауылы мәктәбенең сығарылыш класс уҡыусыларын саҡырайыҡ. Бына улар :(“ Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары” музыкаһы аҫтында 9 класс уҡыусылары.)

Ҡотлау өсөн һүҙ уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары Ибраһимова Рәфиға Вәрғитдин ҡыҙына бирелә!

Алып барыусы: Хушлашаһың бөгөн мәктәп менән,

Ҙур тормошҡа аяҡ баҫаһың.

ә иртәгә яңы бурыс көтә -

донъя серен нисек асаһы.

Ҡәҙерле 9 класс уҡыусылары, һүҙ –һеҙгә. Рәхим итегеҙ!

1. Еремдә яҙ. Ҡоштар тауышынан

Сихырланған барлыҡ тирә-йүн.

Шундай илаһи мәл,был хозурлыҡ

Беҙҙең өсөн генә күрәһең.



2.Ҡасан ғына әле һәр нәмәгә

Аптырашып ҡарай-ҡарай,

Асҡан инек мәктәп ишеген

Беҙ 3 ҡыҙ һәм 3 малай.





3. Мәктәптә уҡыған йылдар-

Беҙҙең алтын бала саҡ

Иң яҡты иҫтәлек булып

Ғүмерлеккә ҡаласаҡ.

Көс еткәнсе белем алдыҡ,

Бының өсөн һөйөнәм.



4. Ҡайһы бер шуҡлыҡтар өсөн

Мин бөгөн дә көйөнәм.

Купме иҫтәлек ҡуҙҙары

Күңелдә әле тере.

Мәктәп йылдары-йөрәктең

Һис юйылмаҫ хәтере.

5.Мәктәп йылдары... Ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре,иң иҫтәлекле ваҡиғалары

менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йылдар уҙғас та әле шул саҡтарға хәтеребеҙҙә тағы,тағы әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ.

(ЙЫР “Уҡытыусым”

6. Икенсе йортобоҙға әйләнгән һөйөклө мәктәбебеҙ һәр көн,һәр сәғәт беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңгегә яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалыр.



1. Һәр баланың йөрәгенә

Урау-урау юлдар илтә

Шул юлдарҙы таба белгән

Һинең аҡыл-ҡөҙрәтеңә

Кем һоҡланмаҫ уҡытыусы,

Кем баш эймәҫ ,уҡытыусы



2. Сығырылыш уҡыусылары

Килде көткән көнөбөҙ,

Ваҡыт үтте, хәтерегеҙҙәлер,

Яңы килгән инек беҙ.

Ә хәҙер беҙ белемлеләр,

Тәрбиәле, үҫкәнбеҙ

Ҙур донъя киләсәгенең

Атып килгән сәскәһе беҙ!



Алып барыусы: . Әле ҡасан ғына мәктәп тупһаһын аша атлап ингән инегеҙ. Туғыҙ йыл буйы һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Һеҙгә бала саҡтан килгән сәләмде 4-се класс уҡыусылары тапшырыр. Уларҙың да һеҙгә әйтер һүҙҙәре бар. Сөнки улар ҙа башланғыс класс менән хушлашып, өлкән класс уҡыусылары буласаҡ.

(4-се синыф уҡыусылары сығышы)



1.Дуҫ йәшәгеҙ яҡшы уҡып,

Тик бишлеләр алығыҙ.

Беҙҙең кеүек бына тигән,

Уҡыусылар булығыҙ.



2.Ҙур тормошҡа аяҡ баҫыр көндө

Ҡалғандыр бит әйтер һүҙҙәрең.

Уҡытыусым,һиңә рәхмәтлемен

Беҙгә баҡҡан һинең күҙҙәрең.



3.Беренсе уҡытыусыбыҙ,Рәүфә Фәрит ҡыҙы! Үҫеп буйға етһәк тә,һеҙ беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө, беҙ әле лә һеҙҙең кәңәшегеҙгә мохтажбыҙ.

Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ,рәхим итегеҙ! Һуҙҙе кәңәш-теләктәрегеҙҙе оло юлға сығыр алдынан тағы ла бер ишетәһебеҙ килә.(Сәскә биреу??)

Зөбәйерова йыры Һуңғы ҡыңғырау.

4.-Шиғырһыҙ ҙа һеҙ бит аңлайһығыҙ

Йөрәгемдең иң саф хистәрен...

Онотмамын,

Һеҙҙе,уҡытыусым

Килгәндә лә ғүмер кистәрем.



5.Һәр һүҙегеҙ миңә алтын булды,

Һис бер килмәй сереү алтынға.

Улар яныр яҡты йондоҙ булып,

Юл күрһәтеп алға барырға.



6. Хөрмәтле класс етәксебеҙ Гөлфиә Шәрифулла ҡыҙы! Үҙегеҙҙең тәрбиәгеҙ, алдан күрә белеү һәләтегеҙ, тәрән аҡылығыҙ менән беҙҙе дөрөҫ юлдан барырға өйрәттегеҙ. Беҙҙең барлыҡ уңыштарҙа, донъяға ҡарашыбыҙҙа һеҙҙең ҙур өлөшөгөҙ бар.Беҙ һеҙҙең түҙемлелегеҙ алдында баш эйәбеҙ.

(сәскәләр шәлкеме тапшырыуы)

1.Уҡытыусым, ниңә һинең битең

Еүешләнгән бөрсөк йәш менән?

Күңелдәрҙә ҡалыр моңһоу был йөҙ

Элеккеләй алсаҡ, йәш гелән



2. Уҡытыусы!Ошо исемдән дә

Бөйөгөрәк ниндәй исем бар.

Күңелем тулы һиңә рәхмәтем бар

Йырҙарға ла һыймаҫ хисем бар.



Тәү ҡыңғырау сыңдарындай

Һуңғы вальс моңдарындай

Хәтерҙәрҙән һаман сыҡмай

Зиһендәрҙе һаман ҙурлай

Аңға һеңгән аҡыл-хисең

Уҡытыусы-бөйөк исем.



3. Беҙ бәхетлебеҙ, беҙ шатбыҙ.Сөнки беҙҙе иң белемле, иң алсаҡ беҙҙең шатлығыбыҙҙы уҙенеке итеп күргән, беҙҙең борсолоуҙарыбыҙҙы үҙ йөрәге аша үткәргән уҡытыусылар уҡытты. Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа ғүмерле бурыслыбыҙ.

(Йыр «Рәхмәт һиңә, уҡытыусым».)

4. Беҙҙең һәр яулаған үрҙәребеҙ, еңеүҙәребеҙ һеҙҙеке булыр.Ошо сәскәләрҙә - беҙҙең күңелебеҙ, һеҙгә әйтергә теләген барлыҡ уйҙарабыҙ, Һеҙгә булған хистәребеҙ.

(Уҡытыусыларға сәскәләр тапшырыу)



- ә хәҙер уҡытыусыларға һүҙ.

бергә :

мең-мең рәхмәт, мәктәбебеҙ

Мең рәхмәт, уҡытыусым!



5. халҡыбыҙға хеҙмәт итеү

Бурысын алып иңебеҙгә

Беҙ аҡларбыҙ өмөттәрҙе

Тоғро булып илебеҙгә.



6. Дуҫтар менән һаубуллашыр был көн

Йәш ғүмерҙең моңһоу көнө ул

Сылтыр-сылтыр көлгән ҡыңғырауҙар

Бала саҡтың һуңғы өнө ул.



- Һүҙ клуб мөдире Әйсәрә Йыһанур ҡыҙына бирелә.

1. 9 йыл буйы ҡыңғырау сыңы

Саҡырыу булды дәрескә

Бөгөн улар – саҡырыу һәм оҙатыу

Алда торған тормошҡа.



2. Бер ғәмһеҙ бала саҡтарым,

Мәктәбем һиндә үтте.

Килдем бөгөн һуңғы тапҡыр

Һаубуллашыр мәл етте.

«Һаубуллашыу» вальсы, шарҙар осороу.

3. Атай һәм Әсәй! Ошо иң ҡәҙерле, иң нәфис, иң гүзәл ике һүҙ беҙҙең күңелебеҙгә сабый саҡтан алып нурҙар менән яҙылып ҡуйылған.

4. ...Атай һәм Әсәй! Беҙ һеҙҙең алда ғүмергә бурыслыбыҙ.Теләгән изге теләктерегеҙ,биргән фатихаларығыҙ тормош юлында беҙгә кәрәк булыр, ауыр мәлдәрҙә ҡурсалаусы булыр.

5. Әсәйемдең наҙлы ҡарашы,

Атайымдың әйткән һүҙҙәре

Һәр саҡ миңә терәк,таяныс,

Һәр саҡ миңә кәрәк үҙҙәре.

6. Бер ни ҡайғы күрмәй шатлыҡ менән

Ерҙә улар мәңге йәшәһен.

Бөтә кеше ғүмер ғүмергә

Ҡәҙерләһен ата-әсәһен!

Хөрмәт итһен ата-әсәһен!

Шатландырһын ата-әсәһен ! (Хором)



1. Шиғыр “Атайыма”(Регина)

2. Ҡәҙерле атай-әсәләребеҙ! Балалыҡ рәхмәтебеҙҙе,йөрәк моңобыҙҙы ҡабул итеп алығыҙ.

(Йыр «Рәхмәт һеҙгә, атай, әсәй!»)

алып барыусы:

Ә хәҙер һүҙҙе ата-әсәләргә бирәбеҙ.Рәхим итегеҙ,

(Ата-әсәлар сығышы,Мәктәпкә буләктәр тапшырыу)

3.Беҙҙең өсөн генә бөгөнгө көн,

Мәктәбемдә «Һуңғы ҡыңғырау»

Уҡып белем алған ул-ҡыҙҙарын

Оло юлға әйҙәп яңғырый.

4. Бала саҡ! Сафлыҡ, ихласлыҡ, тоғролоҡ иле. Ниңә шулай тиҙ китәһең? Бик ауыр һинең менән хушлашыуы. Мин һине төштәремдә күреп һағынасаҡмын, бер-иеке минутҡа булһа ла кирегә ҡайтарғым киләсәк... мәктәп бүлмәләрендә аҙашып ҡалған ғәмһеҙ, шаян баласағыбыҙҙы эҙләп, изге йортобоҙға ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырбыҙ. Бәхетле көндәребеҙ хәтеребеҙҙә ҡәҙерләп һаҡланыр ( Илһөйәр)

Ҙур рәхмәт һиңә, минең мәктәбем” йыры

алып барыусы:

Бөгөн беҙ иң шатлыҡлы, иң тулҡынландырғыс мәлдәр кисерәбеҙ.

Күңелдәребеҙгә илһам, маҡсаттарыбыҙға ынтылыш, хыялдарыбыҙға ҡанат ҡуйған мәктәбебеҙ менән хушлашабыҙ.

Һуңғы ҡыңғырау яңғрай бөгөн

Яңы юл яра ғүмер ағышы.

Һуңғы ҡыңғырау- өләсәй доғаһы,

Изге юл теләй уның тауышы.

алып барыусы:

9 йыл буйына һеҙҙең өсөн иң яғымлы моңға әйләнгән ҡыңғырау бөгөн һеҙҙең өсөн һуңғы тапҡыр сыңлай. Ҡыңғырауҙың ошо һуңғы сыңы өр-яңы донъяның- тормоштоң ишектәрен аса. Был сың бала сағығыҙҙың, онотолмаҫ мәктәп йылдарының моңо булып һәр берегеҙҙең хәтерендә ҡалһын.

Һуңғы ҡыңғырауҙы уҡыу алдынғылары ?????? яңғыратыр.



5. Мәктәбем, хушлашыуы ауыр,

Ураның гел йөрәк түрендә.

Һиндә алған белем, алып менһен

Тормоштоң иң яҡты үренә.



6.хуш, мәктәбем, дуҫтар, уҡытыусым!

Бала сағым, йәшлек, мөхәббәт.

Барлыҡ хистәр бында ихлас, ысын

Барыһы өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! (баш эйәбеҙ)



алып барыусы:

Хушлашыуҙар ниңә ауыр икән?

Талмаҫ ҡанат бар бит иңдәрҙә!

Һау булығыҙ, беҙҙең изге йәндәр,

Һау бул мәктәп, һау бул уҡытыусым!

Һау бул, ҡыңғыраулы йылдарым!

Оло юлға бөгөн бына тағы,

Сыға йәш ҡыҙҙарың, улдарың!

(«Ҡыңғырыулы мәктәп йылдары» моңо аҫтына майҙандан сығарылыш класс уҡыусыларын оҙатыу)

Хәйерле юл, егеттәр!

Уңған, аҡыллы ҡыҙҙар!

Юлдарығыҙ уң булһын!

Аҡ бәхеттәр, аҡ юл һеҙгә!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Классному руководителю

Категория: Мероприятия

Целевая аудитория: 9 класс

Скачать
Сценарий последнего звонка на башкирском языке

Автор: Баязитова Гульфия Шарифулловна

Дата: 12.01.2017

Номер свидетельства: 378346


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства