Бөйөк Еңүгә 75 йыл!
Сценарий
Алина Зәңгәр болондар өҫтөндә
Алһыу нурҙар уйнайҙар.
Азамат. Йырҙар йырлап эшкә бара
Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар.
Ирина. Эх, йәш ҡыҙҙар, эх, йәш егеттәр,
Матурҙар, алтын кеүектәр,
Эштә ялҡын кеүектәр.
Музыка дауам итә.
Рәсим. Малайҙар Чапай, Челюскин, Водопьянов булып уйнап йөрөгән осор ине.
Айгөл. Илебеҙҙә күңелле йырҙар, байрамдар мәле ине.
Беҙҙең көндәребеҙ яҡты һәм тыныс ине.
“Һабантуй” музыкаһы
Ирина. 1941 йылдың 22 июнь көнө салт аяҙ ине. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таратты: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде…
Рәсим. Сәскәле болондарҙа бесән сабып йөрөгән ағайҙар өйҙәренә ашыҡты.
Илсур. Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып Бөйөк Ватан һуғышы башланды.
Левитан тауышы
Һуғыш музыкаһы аҫтында.
Алина.
Һуғыш сыккан көндө хәтерләйем мин,
Бөгөнгөләй асык хәтерләйем.
Күҙе йәшле, hаман көлөп торған
Йөҙө ҡырыҫ ине атайҙың.
Кайһыбыҙҙы ҡосоп йоклаһын ул,
Нисек дүрткә бүлһен бер төндө?!
Әй, һин,тормош, ниңә гел-гел шулай
Аямыйһың икән бер кемде?
Төшөндәме күреп уянды ул
Юлаусылар аттар еккәнде:
«Балаларым,»- тине, бүтән бер һүз
Әйтер өсөн көсө етмәне.
Кабатланы микән айырылғанда:
«Балаларым, бойок булмагыҙ…»
Ә ҡалғанын ауыл башындағы
Яңғыҙ кайындарҙан һорағыҙ.
Р.Гәрәй
Уҡытыусы.
Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡыусылар! Бөгөнгө дәресебеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлайбыҙ. Ул утлы йылдарҙы тағы ла тулыраҡ күҙаллау өсөн, беҙ бөгөн тағын һуғыш йылдарына күҙ һалабыҙ. Был эштә беҙгә ҡунаҡҡа килгән хөрмәтле ветерандарыбыҙ ярҙам итер.Һәр ауыл күренекле кешеләре менән ғорурлана.Шул уҡ ваҡытта был ут шәхестәр бөтә райондың ғорурлығы булып тора.Ул- Айытбаев Таһир Юлай улы. Уның бала саҡтары ла тыуған ауылы Тирәкле лә үтә. Үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 14 йәшенән тиҫтерҙәре менән колхоз баҫыуында һабан һөрә, ҡыш килһә, колхоз малын, бесән, һалам йыла ташый. Етенсе синыфта бөтөүенә әрмегә алалар һәм ул көнсығышта япондар менән һуғышта ҡатнаша. Яугирҙың хеҙмәт юлы урау була, ете йыл, тигәндә генә тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һуғыш ветераны булараҡ һәм эшендә өлгөлө хеҙмәте өсөн Таһир Юлай улының түшен «Ватан һуғышы орден»ы, ике тиҫтәгә яҡын миҙалдар биҙәй.
Ә хәҙер һүҙҙе утты-һыуҙы кискән хөрмәтле ҡунағыбыҙ Айытбаев Таһир Юлай улына бирәбеҙ.
Ирина
-Һуғыш кешеләрҙе ниндәй булырға өйрәтте
Сабый сакта ук йәтим ҡалған, “атай” һүҙен әйтергә тилмереп йәшәгән, бәхетле баласактарын һуғыш урлаған ауылдаштарыбыҙ бар: Фазылов Хәбир Әғзәм улы, Мозафаров Рафаил Имаметдин улы, Гәҙелшин Әнүәр улы. Беҙ уларҙы һуғыш осоро балалары тип йөрөтәбеҙ. Бик йәш килеш кот оскос һуғыштың әсе хәсрәтен үҙ елкәләрендә татыган сабыр йөрәктәр бит улар. Уларҙың ҡайһы берҙәре атайҙарын бер күргәндер. Кайһы берҙәре, кескенә булыу сәбәпле, атаһының йөзөн дә хәтерләмәйҙер, ә ҡайһы берҙәре атайҙары һәләк булғанда хатта тыумаған да булғандыр… Улар әсәй наҙын да бик аҙ татыған, сөнки бөтөн тормош йөгө тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар елкәһендә булған бит. Халҡыбыҙ дошманды еңеү өсөн барыһын да эшләне.Фронттағылар һуңғы һуғышсыларына тиклем көрәштеләр.
Ваҡыт яраларҙы төҙәтә, тиҙәр. Ә уларҙыларҙың яралары нигәлер төзәлмәй…
Һуғыш бөткәнгә лә етмеш йыл. Әммә уның дәhшәте – көл булган ҡалалар, ауылдар өҫтөндә, яу ҡырынан кайтмай ҡалған ир-егеттәр , атай-олатайҙар ҡәберлегендә. Уның һары һағышы – атайһыҙҙар йөҙөндә. Улар һуғыш тигән әсе хәсрәттең фаҗиғәһен тыуғандан уҡ тойоп, үҙ күҙҙәре менән күреп, аслыҡ- яланғаслыктың ни икәнен татып үҫкән. Улар – утлы йылдарҙа тыуған балалар. Шуға күрә сабыр, нык улар.
Ә хәҙер һүҙҙе хөрмәтле Хәбир бабайға бирәбеҙ.
Рәсимә.
-Һуғыш йылдары һеҙҙә ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы
- Эйе, һуғыш сабыйҙарға ла ир-егетләр яуаплығы һалған. Бер аҙ ҡул араһына керә башлаған малайҙар, ҡызҙар өлкәндәр менән бер рәттән хеҙмәт иткән. Һуғыш ғәрәсәте тынғандан һуң байтаҡ йылдар үтһә лә, уларҙың юғалтыу яралары hаман асык, күҙ йәштәре бик кайнар әле… Беҙ тарих итеп тыңлаған хикәйәттәр ҙә уларҙың үҙ баштарынан үткән хәтирә бит.
Артабан һүҙ хөрмәтле Әнүәр бабайға бирелә.
Лиана.
-Еңеү һеҙҙең өйгә нисек килеп керҙе, ул көн һеҙҙә ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы.
-Артабан һүҙ Мозафаров Рафаил Имаметдин улына бирәбеҙ
Бөйөк Ватан һуғышы 4 йыл дауам итә - был 1418 көн һәм төнгә, 34 мең сәғәткә тиң.
Тотош ил буйынса 27 миллион ҡорбан!
Тимәк, көн һайын 19 мең, сәғәтенә 800, минутына 13 кеше һәләк булған тигән һүҙ. Һуғыш үткән СССР биләмәләрендә 1710 ҡала, 70 меңдән артыҡ ауыл яндырыла.
Беҙҙең Башҡортостандан һуғышта 700 меңдән ашыу яугир ҡатнашып,
шуларҙың 300 меңдән ашыуы яу яландарында ятып ҡала. Беҙҙең ауылдан һуғышҡа киткән, уларҙың тик генә тыуған ауылана иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булған.
Һуғыш дауам итә.Тормош көндән-көн ауырая. Фронттан өсмөйөш хаттар килә.Улар һағыныу менән һуғарылған.(Илсур)
Ҡарт олатайым Шәһиев Зиннәт Харис улы 1909 йылда Архангел районы Тирәкле ауылында тыуа. 1941 йылдың авгусында Ҡыҙыл Армия сафына алына.
«Өсмөйөшлө хат»ты ул 1942 йылдың 2 апрелендә ҡарт өләсәйем Шәһиева Фатима Арслан ҡыҙына яҙа. Был уның ғәрәп алфавиты менән яҙылған һуңғы хаты. 1942 йылда Сталининград яуында 33 йәшендә һәләк булған. Быны уның дуҫы Хәйбулла яуҙан алып ҡайтҡан фотоһүрәттәге яҙыу дәлилләй: «1942 йылдың 4 майы, яуҙа Шәһиев Зиннәт һәләк булды». Яҙыу уның 9 йәшлек улы Ғиззәтулланың ҡулы менән яҙылған. Уның 5 балаһы атайһыҙ үҫә һәм ҡарт өләсәйем тол ҡала. Ул ғүмере буйына иренә тоғро ҡалған.
Хаттың эстәлеген һеҙгә лә уҡып ишеттерәм.
«Һаумы, минең ҡәҙерле тормош иптәшем Фатима. Һиңә ҡайнар фронт хәбәре ебәрәм. Ҡыҙҙарым - Ғәйшә, Хәҙисә, улдарым- Ғиззәтулла, Сәитгәрәй һәм Сәйфетдингә лә, туғандарға ла сәләм, бигерәк тә ҡайным менән ҡәйнәмә.
Мин иҫән- һаумын. Беҙ Мәскәү яғына позда китеп барабыҙ. Шәмсетдин, Мирсәйетте осраттым, быға бик шатмын. Улар икенсе вагондалар. Ә беҙҙең вагонда- Батыргәрәй кейәү, Ғәйнислам ҡоҙа, Абҙандан Яныбай, Аҙауҙан Ғибатулла, Хәйбулла, Айтмәмбәттән Дәүләтбай һәм Ҡыҫындынан Мөхәмәтғәле, Үтәгәндән Ғәйнулла ла бар. Хатты һеҙгә 29 март яҙам. Беҙ бөгөн туҡтаныҡ. Ә бөгөн 2 апрелдә хатымды дауам итәм.
Фатима, күршеләргә өндәш - һиңә картуф сәсергә ярҙам итһендәр. Беләм, һиңә донъя көтөүе бик ауыр. Бәлки, һеҙгә башҡаса хат яҙа алмаҫмын. Мин һеҙҙең янға иҫән- һау әйләнеп ҡайтырмын. Фатима, әгәр аҙыҡ менән ҡыйынлыҡтар булһа, военкоматҡа ғариза менән мөрәжәғәт ит.
Ярай, хатымды ошо урында тамамлайым. Иҫән- һау булығыҙ. Һинең ирең Зиннәт»
«Өсмөйөшлө хат» иң изге ҡомартҡыһы булып һанала һәм ҡәҙерләнеп һаҡлана.
Шулай итеп,һуғыштың тиҙ генә бөтөүенә өмөттәр юҡҡа сыға.Тормош ауырлығы тулыһы менән әсәйҙәр һәм әле нығынып та бөтмәгән, бала саҡтарынан да айнымаған балалар елкәһенә төшә.Бер ҡайғыһыҙ туҡ көндәр онытыла.
Гүзәл.
Һибә ҡояш, тама тамсы
Йырғанаҡтар аға, әсәйем.
Тағын етте был яҙ, ниңә ҡайтмай,
Ниңә ҡайтмай инде атайым.
Тиҙҙән беҙгә матур ҡоштар ҡайтыр,
Береһен-береһе ҡыуып уйнарҙар.
Тәҙрәгә ҡунып улар минән:
Атаҡайың ҡайттымы- тип һорарҙар.
Мине яҡын иткән был ҡоштарға
Нисек яуап бирәйем, әсәйем
Тағын етте был яҙ, ниңә ҡайтмай,
Ниңә ҡайтмай инде атайым.
Ауыр ҡыштар, яҙҙар, йәйҙәр, көҙҙәр үтә тора. Фронттан да инде якшы хәбәрҙәр ҙә ишетелә башлай. Һәм ниһайәт Еңеү!
Бөйөк Еңеү! Һин бит беҙҙең өсөн
Яҙғы гөлдәй йәшһең, күркәмһең.
Ләйсән төҫлө сафһың. Ә бит үҙең
Тамуҡ яфалар күргәнһең.
Ҡояш булып балҡып ҡарар өсөн
Күпме күҙ йәштәре түккәнһең.
Шулай ғорур атлап үтер өсөн
Дүрт йыл ғаҙап юлы үткәнһең.
Бына уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән һуғыш йылдарында булдыҡ кеүек. Күрәһегеҙ, был тыныс көндәр беҙгә анһат ҡына килмәгән.
Күп ҡорбандар менән яулап алынған был бөгөнгө тормош.
- Әйҙәгеҙ, һуғышта ҡорбан булғандарҙы, яу яраларынан, әсирлектә, төрлө михнәт-сирҙәрҙән һәләк булғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы, тылдағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәреп йонсоп, арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткән фиҙәкәр йәндәрҙе хәтерләп бер минут тын ҡалайыҡ!
Тынлыҡ.
Рәхмәт! Беҙгә яҡты, тыныс көндәр бүләк итер өсөн ғүмерҙәрен аямай утҡа ингән, ҡанын ҡойған, бөтө көсөн, һаулығын биргән яу һәм тыл батырҙары алдында мәңге бурыслыбыҙ. Улар алдында баш эйәбеҙ.
Видеоролик . Счастливый май
Уҡыусылар,беҙ тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, Ватаныбыҙҙы яратырға, һуғыштың бар ауырлығын үҙ елкәһендә күтәргән ветерандарыбыҙҙы хөрмәт итергә, уларға кәрәк сағында ярҙам итергә лә тейешбеҙ.
Тыуыр көндәребеҙ тыныс, йырлы-һандуғаслы, төндәребеҙ ай-йондоҙло булһын. Күгебеҙҙә тыныслык күгәрсендәре осһон! Бөйөк Еңеүҙең 75 – се яҙы һәммәбеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, йорт – еребеҙгә именлек килтерһен.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ беҙҙең саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп, ҡунаҡҡа килгәндәре өсөн хөрмәтле ветерандарыҙға рәхмәт белдерәйек.
Ғәниев Заһир башҡарыуында йыр