kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Занятие на тему "Ду?лы? йорто"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Ма?сатар:

• балалар?ы? ???леген синоним дар мен?н тулыландырыу; 

• ду?лы? тура?ында м???лд?р ??м ?йтемд?р мен?н белемд?рен конкретлаштырыу;

•социаль- коммуникатив сифаттарын формалаштырыу  (бер- бере?ен? яр?ам ите?, т??емлек ?. б.);

• бер – бере?ен? ду? булыу, й?лл?? той?о?о т?рби?л??;   

•  ду?лы? тура?ында к??аллау?арын формалаштырыу?а ?хл?ки  - социаль ниге???р ?алыу;  

•  аптырау, ?ыуаныу,   к?й??, ?ур?ыу ке?ек эмоциялар?ы  а?латыу буйынса эш алып барыу;  

• ым – ишара яр?амында эмоциональ х?лд?рен белдерерг? ?йр?те?.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Занятие на тему "Ду?лы? йорто" »



Дуҫлыҡ йорто


Маҡсатар:


• балаларҙың һүҙлеген синоним дар менән тулыландырыу;

• дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр менән белемдәрен конкретлаштырыу;

•социаль- коммуникатив сифаттарын формалаштырыу (бер- береһенә ярҙам итеү, түҙемлек һ. б.);

• бер – береһенә дуҫ булыу, йәлләү тойғоһо тәрбиәләү;

• дуҫлыҡ тураһында күҙаллауҙарын формалаштырыуҙа әхләки - социаль нигеҙҙәр һалыу;

• аптырау, ҡыуаныу, көйөү, ҡурҡыу кеүек эмоцияларҙы аңлатыу буйынса эш алып барыу;

• ым – ишара ярҙамында эмоциональ хәлдәрен белдерергә өйрәтеү.

План:

1. Сәләмләү.

2. Һүҙ төҙө.

3. Мейе штурмы.

4. Уйын «Һүҙҙең ғаиләһе».

5. Уйы «Дуҫһыҙ донъя”

6. Уйын «Изге һүҙҙәр селтәре».

7. «Ҡыуаныслы салют».

8. Физкультминутка».

9. Дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр әйтемдәр.

10. Уйын «Кәйефте билдәлә».

11. Уйын «Кәйефте күрһәт».

12. Уйын күнекмәһе«Ҡылығын билдәлә».

13. Ҡағиҙә төҙө.

14. Дуҫымдың портреты.

15. Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеген йомғаҡлау.

Ҡулланылған материалдар:

Хат, картондан кирбестәр, хәрефтәр, акварель, бумала, коктенйл өсөн трубочкалар, балауыҙ аҡбур (восковые мелки) , һүрәт төшөрөү өсөн ҙур һәм бәләкәй түнәрәктәр , кәйефтәр пиктограммаһы

Тәбиғи белем биреү барышы

Балалар төркөмдә уйнап йөрөй, ингән ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашалар.

Ҡунаҡтар килгән беҙгә

Әйләнегеҙ уларға,

Йылмайығыҙ, дуҫлашығыҙ.

Һис ваҡыт юҡ уйларға.

  • Балалар һеҙ иртәнсәк балалар баҡсаһына килгәс бер- беребеҙ менән нисек һаулыҡ һорашаһығыҙ?

  • Һаумыһығыҙ, хәйерле иртә, привет.

  • Әйҙәгеҙ дуҫтарыбыҙ менән һүҙ менән түгел, ә кәүҙәләребеҙ менән һаулыҡ һорашайыҡ. Мин ҡулдарым менән берҙе сәпәкәй итһәм, бер – берегеҙ менән ҡул бирешеп һаулыҡ һорашаһығыҙ. Иеке сәпәкәй – яурындар менән, өс сәпәкәй – арҡалар менән.

Уйын “Һаулыҡ һорашайыҡ”

  • Балалар, кемдер беҙҙең тәәҙрәгә

Серле хат ташлап киткән.

Әллә инде шаян ҡояш

Шулай шаярамы икән?

Бәлки турғайҙар осоп

Төшөрөп китте микән

  • Хаттың кемдән икәнен белгегеҙ киләме? Йырҙы тыңлағыҙ , һәм хат кемдән икәнен белегеҙ.

Чебурашка Йыры ишетелә

  • Хатты Тыр – тыр ебәргән.

  • Афарин дөрөҫ билдәләнегеҙ. Әйҙәгеҙ уҡыйыҡ әле, нимә яҙған икән?

  • Һамыһығыҙ хөрмәтле балалар! Мин һеҙҙең ҡалағыҙға ҡунаҡҡа килергә уйлағайным, әммә мине был ҡалала бер кемде лә белмәйем. Һеҙҙең ҡалағыҙҙа әкиәттә төҙөгән дуҫлыҡ йорто бармы? Миңә дуҫтар табырға ярҙам итегеҙ. Һау булығыҙ, Тыр - тыр.

  • Балалар беҙ уға нисек ярҙам итә алабыҙ.

  • Беҙ ҙә дуҫлыҡ йорто төҙөйөк.

  • Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әл, ниндәй әкиәттә дуҫлыҡ йорто төҙөгәндәр әле? Әйҙәгеҙ беҙ ҙә әкиәт геройҙары төҙөгән дуҫлыҡ йортон төҙөйөк. Тыр – тырҙы ла унда йәшәргә саҡырырбыҙ.

  • Әммә беҙең кирбестәр ябай түгел, беҙ бирелгән эштәрҙе үтәгәс кенә уларҙы алал алабыҙ. Эштәр ҙә еңелдән түгел икәнен аңлайһығыҙҙыр, беҙгә бик алыҫ юл үтергә кәрәк. Һәр эш бер кирбес, ә һәр кирбес Дуҫлыҡ йорттоңоң бер өлөшө.

1 эш. Нимә ул дуҫлыҡ. (“Мейе штурм”)

  • Дуҫлыҡ нимәнән башлана?

  • Кем менән дуҫлашырға мөмкин?

  • Кем һиңә оҡшай, кем һинең менән уйынсыҡтарын бүлешә. Һине рәнйетмәһә.

  • Дуҫтарһыҙ йәшәп буламы?

  • Дуҫтарһыҙ күңелһеҙ, ҡыҙыҡ түгел. Уйнарға , һөйләшергә кеше юҡ.

  • Дуҫтар ауыр саҡтамы әллә ҡыуаныста беленәме?

  • Ауыр саҡта дуҫтар ярҙам итә.

  • Дуҫтар һеҙҙең ҡыуанысты бүлешһә яҡшымы?

  • Дуҫтар бергә нимә эшләй ала?

  • Уйнай, эшләй, көлә, шаяра, һөйләшә, ярҙам итә ала.

  • Афарин, бына беренсе юлды үттек. Йорттоң тәге кирбесен һала алабыҙ.

Уйын “Һүҙҙәр ғаиләһе” Мольберт янына киләләр. Ҙур ағас һүрәте тора, төбөндә дуҫлыҡ һүҙе яҙылған.

  • Был ағас ниндәй һүҙҙе һаҡлай.

  • Дуҫлыҡ һүҙенеү дә туғандары бар. Әйҙәгеҙ әле уларҙы табайыҡ.

  • Дуҫ, әхирәт, туған, дуҫтар, дуҫлашыу, дуҫым.һ.б.

  • Бына икенсе кирбесте лә йортҡа ҡуя алабыҙ.

  • Һеҙҙең менән тағы бер уйын уйнайыҡ” Дуҫһыҙ донъя” тип атала. Мин һөйләмде башлайым, ә һеҙ дауам итегеҙ.

  • Дуҫһыҙ донъя ҡыҙыҡ түгел, сөнки…..

  • Дуҫһыҙ донъя күңелһеҙ, сөнки….

  • Дуҫһыҙ донъя моңһоҙ, сөнки….

  • Дуҫһыҙ донъя, ҡыуанысһыҙ, сөнки….

  • Бына өсөнсө кирбесте лә ҡулыбыҙға алабыҙ, йортобоҙға һалабыҙ. Ары атлайыҡ.

  • Ә хәҙер мин һеҙҙең дуҫлыҡтың ныҡлығын тикшереп ҡарайым.

Уйын “Селтәр”. “«Изге һүҙҙәр селтәре» күнекмәләре.

  • Минең “дуҫлыҡ йомғағым” бар, уны айгөлгә бирәм. Ул үҙенең усына ике тапҡыр йомғаҡтың осон урай ҙа күршеһенә йомғаҡты тәгәрәтә, шул уҡ ваҡытта бер изге һүҙ әйтә. Йомғаҡты алыусы шул уҡ эште ҡабатлай.

  • Ә хәҙер ҡарағыҙ әле, беҙҙең иҙзге һүҙҙәр селтәре ниндәй оҙон һуҙылып китте. Һеҙҙең кәйефтәрегеҙ нисек?

  • Яҡшы кәйефтәр, күңелле булды., яҡшы һүҙҙе тыңлауы ла күңелле.

  • Ә үҙегеҙгә изге һүҙҙәр әйтеүе яҡшыымы?

  • Әйе яҡшы,

  • Бына дүртенсе кирбес тә ҡуйылды. Беҙҙең барыбыҙҙың да күңелдәре күт!әренке, ҡыуанабыҙ. Әйҙәгеҙ бергәләп “ Ҡыуаныс салюты” ебәрәйек. Ултырғыстарға ултырығыҙ һәм бумала, буяуҙар алып ҡағыҙ битенә төҫлө буяҡтар тамыҙып торба менән өрөп салюттар ебәрегеҙ.

  • Бына ниндәй матур салюттар килеп сыҡты. был эш менән дә ҡәнәғәтмен бишенсе кирбесте йортҡа ҡуяйыҡ.

Физкультминутка

“Тирмәкәй” күнегеүҙәре .

Бер тирмәкәй аҡланда,

(Устары менән “йорт” төҙөй)

Ишеге бикле тора.

(бармаҡтарҙы бөкләйҙәр).

Торбанан төтөн сыға

(бармаҡтары менән төтөндөң өрөлгәнен күрһәтәләр)

Тирә яғында ҡойма

(Ҡойма эшләйҙәр бармаҡ менән).

Дошмандар инеп ҡуйма!

( бармаҡ менән янайҙар)

Туҡ – туҡ – туҡ - туҡ!

(усҡа икенсе ҡул менән һуғалар)

Асылығыҙ ишектәр!

(Ике ҡулды ситкә йәйеү).

Беҙ ҙә бит һеҙгә дуҫтар

(Устарҙы берләштереү)

  • Киләһе кирбесте алыу өсөн дуҫлыҡ тураһында әйтемдәр, мәҙәлдәр белергә кәрәк

Мәҡәлдәр:

• Юҡ дуҫың – эҙлә, тапһаң- һаҡла.

• Йөҙ һум аҡсаң булғансы йөҙ дуҫың булһын,.

• Берәү бөтәһе өсөн, бөтәһе берә- өсөн..

• Дуҫһыҙ кеше, тамырһыҙ ағас..

• Алдаҡсы дуҫ була алмай.

• Дуҫыңа ышыныу – бер нәмәнән дә ҡурҡмау.

• Дуҫлыҡты ауырлыҡ нығыта.

• Дуҫты бәләлә ҡалдырған, үҙе бәләгә осрай.

• Дуҫлыҡ быяла һымаҡ- ярылһа йыйып булмай.

• Ҡунаҡтағы дуҫ түгел, ярҙам итеүсе дуҫ.

  • Афарин, бик күп мәҡәлдәр беләһегеҙ. Бына алтынсы кирбесте лә һалабыҙ.

Кәйефте бел” уйыны

  • Кешенең кәйефен нисек белергә була? Дөрөҫ йөҙөнә ҡарап. Бында төрлө кәйефтәр төшөрөлгән һүрәттәр ята. Күңелһеҙ кәйефле кешене табырға кәрәк. Ҡурҡҡан кеше йөҙөн, аптыраған һ. б.

  • Әйҙәгеҙ тағы уйын уйнайыҡ “ бер, ике, өс күрһәт. Мин һеҙгә команда бирәм, ә һеҙ уны үтәгеҙ. Мәҫәлән, миңә асыуланыуҙы, ҡыуанғанды күрһәтегеҙ.. һ.б.

  • Кешенең кәйефен тағы нисек белергә була?

  • Һөйләшеүенән, (Интонацияһында. Мин әйтәм һеҙ минең кәйефемде билдәдәгеҙ..

Фразалар:

- Нисек иламаҫҡа минең өйөм туҙҙан ине, төлкәнәкә боҙҙан ине. Яҙ еткәс төлкөнөң өйө иреп бөттө. Миңә йылынырға инде лә мине ҡыуып сығарҙы.

- Әйҙә мине уны ҡыуып сығарам.

- Сығырмын, сығырмын сыҡһам кҙең башың ҡан булыр,

Кейенәм, кейенәм

- Был эште лә атҡарып сыҡтыҡ, бына киләһе кирбес. Киләһе эш шулай тип атала “бер, ике, өс һүрәт буйынса һөйлә”

- Бына тағы бер дуҫлыҡ йортоноң кирбесен һалдыҡ. Хәҙер дуҫлыҡ тураһында һеҙ бик күп беләһегеҙ. Беҙгә тормошта ҡулланыр өсөн дуҫлыҡ ҡағиҙәләрен төҙөргә кәрәк.Ә мин бул ҡағиҙәләрҙе дуҫлыҡ китабына яҙып торайым.

  • Дуҫыңа ярҙам итеү

  • Тоғро булыу

  • Дуҫыңа юл биреү

  • Ғәфү үтенә белеү

  • Ҡаты бәрелмәү

  • Һаранланмаҫҡа

  • Үсекмәҫкә

  • Бына күпме ауыр эштәр үтәнек, дуҫлыҡ тураһында һеҙ ҙә бик күп нәмәләр беләһегеҙ икән. Шулай булғас, һеҙгә дуҫтар табыуы ла ауыр булмаҫ. һеҙҙең тырышлығығыҙ менән бына ниндәй йорт төҙөнөк. Әммә нимәлер бында етмәй кеүек.

  • Кешеләр, йәшәүселәре етмәй.

  • Был йортта кемдәр йәшәр икән? Күңелле, яҡты булһын өсөн, тәҙрәләренә дуҫтарығыҙҙы урынлаштырға кәрәк.

Балалар дуҫтарының портретын эшләйҙәр, тәҙрәгә йәбештерәләр.

  • Бына бик матур эштәр килеп сыҡты. Бына беҙҙең дуҫлыҡ йорто ҡыуаныстар, шатлыҡтар менән тулды.

  • Әҙңйҙәгеҙ бергә “Хушдашайыҡ “ уйынын уйнайыҡ.

Балалар түңәрәккә торалар һәм ҡулдарын бергә терәйҙәр һәм “Барыҡы менән хушлашабыҙ” тип әйтәләр.




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Занятие на тему "Ду?лы? йорто"

Автор: Зигангирова Гульнара Маратовна

Дата: 25.02.2015

Номер свидетельства: 178650


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства