kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Забор вокруг юрты

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект организованной образовательной деятельности на башкирском языке по конструированию в младшей группе

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Забор вокруг юрты»

Тема: Тирмә тирәләй ҡойма төҙөйбөҙ.


Маҡсат: балаларҙы ҡойма төҙөү ысулдары һәм төҙөлөш

материалдарын төрлө деталдәрен төҙөү мөмкинселектәре менән таныштырыу;

балаларҙы кирбестәрҙе бер-береһенә терәтеп бер рәткә урынлаштырырға өйрәтеүҙе дауам итеү;

кескәйҙәрҙе үҙҙәренең төҙөгән ҡоролмаларын өлгө менән сағыштырырға өйрәтеү;

төҫтәрҙе дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҫтереү;

төҙөү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.


Һүҙлек эше: ҡойма, төҙөйөм, кирбесте кирбескә терәтеп ҡуй, тигеҙ төҙө.


Йыһазландырыу: төп төҫтәге кирбестәр, ярымкирбестәр, ҡойма өлгөһө, уйынсыҡтар: ҡуян, үгеҙ, ат.


Дәрес барышы.


  • Балалар, әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙ Ҡуян, Үгеҙ, Атҡа ҡунаҡҡа барайыҡ. Беҙҙең алда оҙон юл. Поезда барабыҙ. (Хәрәкәтле уйын “Поезд”)

Төркөмдөң бер өлөшөн үтеп, поезд дидактик өҫтәл янына туҡтай.

  • Килеп тә еттек. Балалар, ҡарағыҙ әле, ниндәй матур тирмәкәй. Бында Ҡуян, Үгеҙ, Ат йәшәй. (Балалар тирмәне ҡарай).

  • Балалар, әйҙәгеҙ, дуҫтарға ҡойма эшләргә ярҙам итәйек. (Кескәйҙәр дидактик өҫтәл тирәләп ултырғыстарға ултыралар).

  • Һәр берегеҙҙең алдында төрлө төҫтәге кирбестәр һәм ярымкирбестәр.

  • Был кирбес ниндәй? (Ҡыҙыл). Күмәк һәм айырым яуап биреү.

  • Ә был ярымкирбес ниндәй төҫтә?(Йәшел).

  • Дөрөҫ. (Кирбестәрҙең, ярымкирбестәрҙең төҫтәрен әйтеү, күмәк һәм айырым яуаптар).

  • Бөтә төҫтәрҙе лә ҡабатланыҡ. Мин эшләгән ҡойманы ҡарағыҙ әле. (Балалар өлгөнө ҡарай). Ҡойманың кирбестәрҙән һәм ярымкирбестәрҙән төҙөлөүен аңлатыу. Бер-береһенә терәтеп дөрөҫ урынлаштырыуҙы күрһәтеү.

  • Ҡыҙыл кирбесте алығыҙ ҙа уны нәҙек оҙон яғы менән ҡуйығыҙ. Ә хәҙер йәшел ярымкирбесте алып, ҡыҙыл кирбес өҫтөнә ҡуйығыҙ. Афарин! Күк кирбесте алығыҙ һәм ҡыҙыл кирбестең эргәһенә ҡуйығыҙ ҙа өҫтөнә һары кирбесте ҡуйығыҙ. (Балаларға ярҙам итеү).

  • Тирмә тирәләй ҡойма эшләүҙе дауам итәбеҙ.

  • Был тирмәлә кем йәшәүен беләйек. (Ҡуян йәшәүен әйтәләр).

  • Ҡуян тураһында шиғыр ҙа беләбеҙ. (“Аҡ ҡуян” шиғырын бергә һөйләү).

Танышайыҡ: мин – ҡуян,

Урман эсендә оям.

Бары тик оямда ғына

Үҙемде батыр тоям.

Үгеҙ тураһында шиғырҙы бергәләшеп һөйләйек.

Үгеҙ килә, сайҡала,

Тәрән итеп уфтана.

Ох, таҡта осо,

Мин хәҙер ауам.

  • Был тирмәлә нимә йәшәй? (Ат).

  • Ат тураһында ла шиғыр беләбеҙ. Кем һөйләргә теләй? (Бер баланан һорау).

Топ-топ-топ итә,

Минең атым һоп итә.

Минең атым елдерә,

Бар ергә лә өлгөрә.

  • Афарин, балалар! Бик татыу эшләнегеҙ. Матур ҡойма килеп сыҡты. Ә хәҙер ҡайтырға ваҡыт етте. Поездға ултырығыҙ. “Поезд” хәрәкәтле уйыны ҡабатлана.

  • Һау булығыҙ, дуҫтар!



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Забор вокруг юрты

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 27.03.2018

Номер свидетельства: 463835


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства