kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Украсим сапожок

Нажмите, чтобы узнать подробности

конспект ООД в младшей группе по художественно-эстетическому направлению

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Украсим сапожок»

Тема: Итекте биҙәйбеҙ.

Маҡсат: балаларҙа буяу менән һүрәт төшөрөү теләге уятыу;

һүрәт төшөрөүҙең яңы алымы (уң ҡулдың һуҡ бармаҡ осо менән төшөрөү) таныштырыу;

уң ҡул суғын һәм бармаҡты иркен тотоу, һул ҡул менән итектең силуэтын тотоу;

ҡурсаҡтың итектәрен сағыу төҫтәр менән буярға өйрәтеү;

яңы асыштарға ҡыҙыҡһыныу, етеҙлек һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләү;

ҡыҙыл төҫ тураһында белемдәрен нығытыу.


Һүҙлек эше: итек, биҙәкле, үксә.


Әҙерлек эше: прогулкаға (ял итергә сыҡҡанда) кейенгәндә итектәрҙе ҡарау; дидактик уйын “Һүрәттә нимә төшөрөлгән?”, йыр өйрәнеү “Чок – чок сапожок”


Ҡулланма: мольберт, өлгөләр, ҡурсаҡ Айгөл, ҡыҙыл төҫтәге гуашь, еүеш сепрәктәр, итек силуэттары, силуэттар аҫтына ҡалын ҡағыҙ.


Методик алымдар: уң ҡулдың һуҡ бармаҡ осо менән һүрәт төшөрөү ысулын күрһәтеү; ҡунаҡ – ҡурсаҡ Айгөл менән танышыу, йыр йырлау, балаларҙың итекте үҙ аллы биҙәргә тырышыуын хуплау.


Дәрес барышы .

Тәрбиәсе: - Кемдер ишек туҡылдата. Балалар ҡарағыҙ әле, кем килгән? Бөгөн беҙҙә ҡунаҡ – был ҡурсаҡ Айгөл, ул һеҙҙе сәләмләй. Әйҙәгеҙ, бергәләп һаулыҡ һорашайыҡ. (Айырым мөмкин, бер нисә баланан һорау, маҡтау.)

- Балалар, ҡарағыҙ әле, ҡунаҡтың итектәре һеҙгә оҡшаймы? (Яуаптар).

- Дөрөҫ, ҡунаҡтың итектәре бик матур, ҡупшы, сағыу биҙәкле. Айгөл

үҙенең әхирәттәренең дә итектәрен биҙәүҙе һорай.

- Балалар, дөрөҫ итеп, арҡаларығыҙҙы тура тотоп ултырығыҙ һәм

мине иғтибар менән тыңлағыҙ. Айгөлдө лә, ултырғысҡа ултыртайыҡ, ул һеҙҙе ҡарап ултырһын.

(Мольбертта өлгө - итек силуэты).

- Балалар, миндә матур, сағыу биҙәкле итек бар. Уның биҙәлеше һеҙгә оҡшаймы? (Балаларҙың яуаптары). Итектең үксәһе лә бар, уның тауышы яңғырап тора.

- Ҡарағыҙ, мин итекте ҡыҙыл төҫкә буяным. Төҫтәр бик сағыу, тигеҙ.

- Әйтегеҙ әле, нөктәләр ниндәй төҫтә? (Яуаптар).

- Дөрөҫ ҡыҙыл төҫтә. (Бер нисә баланан ҡабатлатыу, маҡтау).

- Бөгөн беҙ бумала менән эшләмәйбеҙ, ә бармаҡтар менән һүрәт төшөрәбеҙ. Бына минең бармағым. Ә һеҙҙең бармаҡтарығыҙ ҡайҙа? Бармаҡтарығыҙ бәләкәй булһа ла, итектә улар шундай уҡ матур, бәләкәй төртөктәр эшләйәсәктәр.

- Балалар, уйлап ҡына әйтегеҙ әле, был нимә? (Гуашь).

- Дөрөҫ, был буяу – гуашь. Ул ниндәй төҫтә? (Ҡыҙыл).

- Дөрөҫ, гуашь ҡыҙыл төҫтә. Әйҙәгеҙ, бергә әйтәйек. (Бергәләп әйтеү).

- Хәҙер, балалар, минең арттан ҡарап, күҙәтеп ултырығыҙ. Мин итекте биҙәй башлайым.

- Бармағымды гаушҡа тығып алам да итеккә төртөк ҡуям. (Бер нисә төртөк ҡуйыуҙы күрһәтеү). Итекте сағыу биҙәк - ҡыҙыл нөктәләр (төртөктәр) менән биҙәүҙе дауам итәм.

- Бына ниндәй матур, сағыу биҙәкле итек килеп сыҡты. Оҡшаймы һеҙгә? (Яуаптар)

- Мин һүрәт төшөргән бармағымды еүеш сепрәк менән һөртәм, эште тамамлағас, һеҙ ҙә һөртөргә онотмағыҙ.

- Хәҙер бергәләп эшкә тотонайыҡ. Ҡасып китмәһен өсөн һул ҡулығыҙ менән итекте тотоғыҙ, уң ҡулығыҙҙың һуҡ бармағы менән итекте буяйбыҙ. Балалар, тағы бер тапҡыр һүрәт төшөрә торған бармағығыҙҙы, нисек эшләүегеҙҙе күрһәтегеҙ әле. (Һауала).

- Афарин, эшләй башлағыҙ. (Тәрбиәсе һәр балаға ярҙам итә, өйрәтә).

- Балалар, эште тамамлайбыҙ. Бармаҡтарығыҙҙы еүеш сепрәккә һөртөгөҙ.

- Айгөл, һин балаларҙың эшләүен ҙур түҙемлек менән ҡарап ултырҙың. Беҙҙең төркөмдөң балалары һиңә оҡшанымы? (Ҡурсаҡтың яуабы).

- Беҙҙең балалар бәләкәй булһалар ҙа, бик аҡыллы, эшһөйәрҙәр. (Айырып маҡтау).

- Айгөл, балаларҙың һүрәттәрҙең ҡара әле, һинең әхирәттәрең өсөн улар шундай матур, ҡупшы, сағыу төҫтәр менән биҙәлгән итектәр эшләгәндәр. улар бик ҡыуанырҙар һәм итектәрҙе рәхәтләнеп ямғырлы көндө кейеп йөрөрҙәр.

- Балалар, Айгөл һеҙҙе бергә бейергә саҡыра. Әйҙәгеҙ күмәкләп “Итегем” йырын йырлап бейеп алайыҡ.

- Ниндәй шәптәр беҙҙең балалар. Улар бергәләп эшләй ҙә, йырлап бейей ҙә беләләр.

- Балалар, дәрес бөттө. Рәхмәт.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Украсим сапожок

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 10.02.2018

Номер свидетельства: 456336

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(29) "Украсим сапожок"
    ["seo_title"] => string(18) "ukrasim_sapozhok_1"
    ["file_id"] => string(6) "463830"
    ["category_seo"] => string(21) "doshkolnoeObrazovanie"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1522172052"
  }
}
object(ArrayObject)#873 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(40) "«Новогодний сувенир» "
    ["seo_title"] => string(20) "novoghodnii-suvienir"
    ["file_id"] => string(6) "119845"
    ["category_seo"] => string(12) "tehnologiyad"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1413541780"
  }
}
object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(32) "Праздник Николая "
    ["seo_title"] => string(17) "prazdnik-nikolaia"
    ["file_id"] => string(6) "161939"
    ["category_seo"] => string(16) "nachalniyeKlassi"
    ["subcategory_seo"] => string(12) "meropriyatia"
    ["date"] => string(10) "1422288236"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства