Ойошторолған белем бире1 эшм2к2рлеге
тема: «Яратам мин илемде,матур баш7орт телемде»
(м2кт2пк2 26ерлек т0рк0м0)
Маҡсат : Башҡортостан тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу. Телмәрҙәрен үҫтереү.Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү, уның киләсәген ҡайғыртыусы аңлы, белемле, илен, ерен, халҡын яҡларҙай яңы йәш быуынды тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: ҡояш нурҙары, викторинаға һүрәттәр, карта, схема –һүрәт, балаҫ, ноутбук, видеояҙма.
Дәрес барышы:
Тәрбиәсе: Балалар, шундай матур көн бөгөн, тирә – яҡҡа алтын һибелгәндәй көҙгө япраҡтар таралған. Әйҙәгеҙ, әле күңелдәребеҙҙе күтәреп бер – беребеҙҙе сәләмләп алайыҡ. (Балалар торалар)
Һаумы зәңгәр күк йөҙө!
Һаумы алтын ҡояшҡай!
Һаумы, һаумы Ер –әсә!
(Балалар ултыралар)
Ҡояш инә.
Ҡояш: Һаумыһығыҙ! Мине сәләмләгәнегеҙҙе ишетеп ҡалдым да һеҙҙе күрергә килдем. Мин Ҡояш апай булам. Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә етеп килгән Башҡортостан көнө байрамы менән ҡотлайым. Һәм үҙемдең тылсымлы нурҙарымды бүләк итәм. Был нурҙар һеҙгә илебеҙ Башҡортостан тураһында тағы ла күберәк белергә, телебеҙҙең матурлығын, төҙөклөлөгөн күрергә ярҙам итер. (Сығып китә)
Тәрбиәсе: Ҡояштың бер нурын алып ҡарайыҡ әле. Бында шиғыр яҙылған. Уҡыйым әле.
Бейек тауҙар, ҡалын урмандар,
Тыуған илем, бары тик һиндә.
Төрлө милләт халыҡтары
Йәшәйҙәр берҙәм һиндә.
Тәрбиәсе: Балалар, һеҙгә Айгөл Сөләймәнованың шиғыры оҡшанымы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был шиғыр нимә тураһында?
Балалар яуаптары.
Тәрбиәсе: Дөрөҫ, был шиғыр беҙ йәшәгән ил – Башҡортостан тураһында.
Тәрбиәсе икенсе нурҙы ала.
Тәрбиәсе: Ә был нур беҙҙе «Тыуған Башҡортостан тураһында мин нимә беләм?” исемле викторинаға саҡыра. (Ике командаға бүленеү) Мин һеҙгә һорау бирәм, ә һеҙ дөрөҫ яуап табығыҙ.
Был һүрәттә төрлө илдәрҙең флагтары, ә һеҙ Башҡортостандың флагын табығыҙ.
Башҡортостандың гербын табығыҙ.
Башҡортостандың милли музыка ҡоралын табығыҙ.
Башҡорт халҡының милли аш – һыуын табығыҙ.
Башҡортостанда ниндәй ҡала юҡ? ( Салауат, Сибай, Ырымбур, Ишембай)
Башҡортостанда ниндәй йылға аға? (Амур, Обь, Ағиҙел,Волга)
Башҡортостандағы өс тауҙы һайлап алығыҙ. (Ирәндек, Арарат, Урал, Ирәмәл)
Башҡорт халыҡ эсемлеге. (Квас, ҡымыҙ, шубат)
Башҡорт халыҡ кейемендәге кешеләрҙе табығыҙ.
Башҡортостан картаһын яҙыусы Мостай Кәрим ниндәй ағас япрағы менән сағыштырған? (Саған, миләш, ҡайын, имән)
Тәрбиәсе: Афарин балалар. Ә хәҙер ял итеп алайыҡ.
Илем буйлап сәйәхәткә сығайыҡмы?
Сығайыҡ, сығайыҡ. – атлау
Урал тауҙарына барайыҡмы?
Барайыҡ, барайыҡ. – атлау
Урал тауҙары бейек.
Ошолай.
Ағиҙел йылғаһы киң.
Ошолай.
Урманда айыу йөрөй.
Ошолай.
Ҡуяндар һикереп йөрөй.
Ошолай.
Бүреләрҙең теше осло.
Ошолай.
Төрлө ҡоштар һайрай, оса.
Ошолай.
Беҙҙең илебеҙ ниндәй?
Шундай!
Тәрбиәсе өсөнсө нурҙы ала.
Тәрбиәсе: Был нурҙа нимә бар икән? (Карта элә) Балалар, һеҙ нимә күрәһегеҙ?
Балалар яуаптары.
Тәрбиәсе: Балалар, картала республикабыҙҙың баш ҡалаһы ҡайҙа икән? Кем кәрһәтә? Иҫкә төшөрөп китәйек әле, Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала? Эйе, Өфө ҡалаһы Башҡортостан территорияһының үҙәгендә, Ағиҙел менән Уфимка йылғаһы ҡушылған ерҙә.
Тәрбиәсе: Ә Сибай ҡалаһы ҡайҙа урынлашҡан? Эйе, Башҡортостандың көнъяҡ – көнсығыш яғында урынлашҡан.
Тәрбиәсе дүртенсе нурҙы ала.
Тәрбиәсе: Дүртенсе нур беҙгә һүрәт – схема әҙерләгән. Ошо таблицаға ҡарап беҙҙең тыуған ҡалабыҙ тураһында һөйләйек әле. Мин башлайым, ә һеҙ дауам итегеҙ.
Беҙҙең ҡалабыҙ Сибай тип атала.
Был Сибай ҡалаһының гербы. Гербта һыуһар төшөрөлгән. Гербтың төҫтәре күк, аҡ, йәшел. Күк төҫтә ҡурай һүрәте. Йәшел төҫтә орнаменттар һүрәте бар.
Сибай ҡалаһы Ирәндек тауы итәгендә урынлашҡан.
Сибай ҡалаһы эргәһенән ике йылға аға: Төйәләҫ һәм Ҡарағайлы.
Урмандары төрлө йәнлектәргә бай.
Карьерыбыҙ донъяла иң ҙур, тәрән тип һанала.
Беҙҙә баҡыр – көкөрт рудалары бик күп.
Ҡышҡыһын беҙҙә һыуыҡ, әсе елдәр иҫә. Ә йәйгеһен киреһенсә – эҫе, ҡоро.
Ҡалабыҙҙа бейек өйҙәр күп.
Өлкәндәр өсөн, балаларға ла театр бар.
Уҡыр өсөн мәктәптәр, институттар күп.
Һәйкәлдәр күп.
Ҡалабыҙ матур, таҙа.
Беҙҙә бөтә кеше лә дуҫ, татыу йәшәй.
Мин Сибай ҡалаһын яратам.
Тәрбиәсе бишенсе нурҙы ала.
Тәрбиәсе: Ә был нур беҙҙе күңел асырға саҡыра.
Йыр «Ҡунаҡҡа килегеҙ”
Тәрбиәсе алтынсы нурҙы ала.
Тәрбиәсе: Был нур беҙгә әйтә “Башҡортостан республикаһында ҡалалар ғына түгел, бик күп ауылдар ҙа бар икән. Ауылдарҙа эшлекле, дәртле кешеләр йәшәй” Беҙҙең Башҡортостан нимә менән данлыҡлы әле? Эйе, бай игендәре, хуш еҫле балы, йырҙары, бейеүҙәре, кешеләре менән. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән ауылға Асҡарҙың өләсәһенә ҡунаҡҡа барабыҙ. Килештекме?
Башҡорт кейемендә өләсәй ҡаршы ала.
Өләсәй: Һаумыһығыҙ, балалар! Рәхим итегеҙ! Балаҫҡа ултырығыҙ.
Бала: Өләсәй, балаҫығыҙ ниндәй матур!
Тәрбиәсе: Ә был балаҫты нисек һуғалар?
Өләсәй видеояҙманан балаҫ һуғыуын күрһәтә.
Тәрбиәсе: Рәхмәт, өләсәй.
Өләсәй: Мин үҙемдең ейәнемә, ейәнсәремә башҡорт халҡының әкиәттәрен, риүәйәттәрен һөйләйем. Шулай уҡ тыуған ил тураһында бик күп мәҡәлдәр беләм. Береһен һеҙгә лә әйтәйем әле: Алтын – көмөш яуған ерҙән, тыуған – үҫкән ер яҡшы!
Ә һеҙ, балалар тыуған ил тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Һай, афариндар!
Тәрбиәсе: Рәхмәт, өләсәй! Беҙгә ҡайтырға ваҡыт та етте инде.
Өләсәй: Һау булығыҙ, балалар! Юлығыҙға күстәнәскә бауырһаҡ һалайым.
Тәрбиәсе: Балалар беҙ нимәләр эшләнек? Беҙҙең илебеҙ Башҡортостан тураһында һеҙ бик күп беләһегеҙ икән! Тыуған ил ул әсәй кеүек, берәү генә. Уны һаҡлағыҙ, яратығыҙ. Ә хәҙер мин һеҙҙе Башҡортостан тураһында һүрәт төшөрөргә саҡырам.