kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Театрализованное представление "Маҡтансыҡ әтәс"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Театрализованное представление "Маҡтансыҡ әтәс"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Театрализованное представление "Маҡтансыҡ әтәс"»

МӘКТӘПКӘСӘ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

БАЛА ҮҪТЕРЕҮ ҮҘӘГЕ- “АҠБУҘАТ” БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ















Театрлаштырылған тамаша:

МАҠТАНСЫҠ ӘТӘС






МӘКТӘПКӘСӘ УРТА ЙӘШТӘГЕ ТӨРКӨМӨ







ТӘРБИӘСЕ:

ЙЫҺАНГИРОВА ГӨЛНАРА

МАРАТ ҠЫҘЫ





СИБАЙ- 2017

Маҡтансыҡ әтәс

Тауыҡ:- Эй ошо маҡтансыҡ әтәсте. Иртә менән тороп эй маҡтана, эй маҡтана. Ана бит, шул уҡ Кикирикук- кикирикук.

Әтәс осоп сыға

Әтәс Йәйғорғолаҡ: -Ки-ки-ри-күүүүк!Мин торҙом иртүүүк! Мин доньяла иң көслөһө,иң батыры! Мин бер ниҙән дә ҡурҡмайым, хатта йәнлектәр минән ҡурҡа! Минең ҡойроғом да йәйғортөҫлө матур!

Тауыҡтар:

Сәғәттәр буйы маҡтанып

Беҙҙең әтәс маҡтана.

Был маҡтансыҡ әтәскә

Кәрәк хәйлә уйларға.

Бик асыуыбыҙ килә уға

Кәрәк хәйлә уйларға.

Тауыҡ:-беҙгә әтәсте урманға саҡырырға кәрәк.

Һарыҡай әтәс: (телефонын кеҫәһенән сығара һәм төлкөгә шылтырата) Мин төлкөгә шылтыратам.

Ерәнғойроҡ, сәләм! Һиңә йомош бар ине, Килеп беҙҙең әтәс менән һөйләшә алмаҫһыңмы икән? Маҡтанып тәңкәбеҙгә тейеп бөттө.

Төлкө тауышы: Дуҫтарым, мин һеҙгә ярҙам итергә әҙер.

Музыка ишетелә. (Төлкө килеп инә)

Ерәнғойроҡ төлкө: Һаумыһығыҙ. Күптән һеҙҙең менән күрешкәнем юҡ. Бик һағындым әле һеҙҙе.

Тауыҡ: беҙҙең хәйлә бик ябай. Төлкөбикә һин беҙҙең өсәүебеҙҙе урлаған булырһың. Ә беҙ әтәскә ярҙамға йүгерербеҙ.

(Өс тауыҡ ҡала ҡалғандар йүгереп сыға.)

Тауыҡтар бейеп йөрөйҙәр. Ҡыуаналар.

Йәшәгән ти тауыҡтар

Ябай хәйлә ҡорғандар

Әтәсте хәйлә менән

Ҡурҡытырға булғандар

Тауыҡтар һәм төлкө сыға. Әтәскә киткән тауыҡтар йүгереп сыға.

Тауыҡ: хөрмәтле Йәйғорҡойроғобоҙ! Зинһар ярҙам ит! Беҙҙе төлкө урларға килгән..

Тауыҡ: Һин бит бер кемдән дә ҡрҡмайһың. Үҙең әйттең бит минән хатта йәнлектә ҙә ҡурҡа тип.

Әтәс Йәйғорғолаҡ: Әйҙә тиҙерәк ярҙам итәйек һуң. (ситкә китеп) Әҙерәк ҡурҡыта бит әле. Батырлыҡты күрһәтергә кәрәк бит инде.

(күмәкләп йүгереп сығалар, кире йүгереп инәләр)

Төлкө: (тауыҡтаҙы тотоп алған) Бик яҡшы, бик яҡшы. Йорт хужаһы үҙе лә килеп еткән.

Әтәс Йәйғорғолаҡ: Ки –ки - ри- кууук! Кем минең тыныслығымды боҙоп йөрөй ул? Йә төлкө, алышмы, әллә тартышмы. (төлкөгә ташлана, уны суҡый башлай)

Төлкө: Миңә бөгөн төшкө ашҡа бер түгел биш тауыҡ, хатта әтәс ите лә була. Үҙҙәре миңә килгән.Ҡыуана. Көлә.

Әтәс Йәйғорғолаҡ: Ки –ки - ри- кууук! Мин һинең ҡулыңдан тауыҡтарҙы тартып аласаҡмын. Тағы ла барып йәбешә. Суҡый.

Төлкө: Мин һиңә- әтәскә бирешеп тормайым. Бына шулай.

(әтәс төлкөнө ҡолатып һала)

Төлкө: булды, булды мин башҡаса тауыө ите лә әтәс ите лә ашамайым. Мине зинһар ебәр инде.

(саҡ ысҡынып ҡаса)

Тауыҡ: әхирәттәр, беҙ төлкө менән хәйлә ҡорабыҙ тип уның ҡулына үҙебеҙ килеп инергә торғанбыҙ бит.

Тауыҡ: Ғәфү ит, Йәйғорғолаҡ. Беҙ һине һынап ҡарайбыҙ тип бөтәбеҙ ҙә харап була яҙҙыҡ бит.

Әтәс Йәйғорғолаҡ: Ки –ки - ри- кууук! Мине лә ғәфү итегеҙ. Мин дә бит шашып киттем.

Тауыҡ: беҙ бит ҙур ғаилә. Һәр ваҡытта ла дуҫ йәшәйек.

Дуҫлыҡ тигән ябай һүҙҙе

Аңланыҡ һуңлап ҡына.

Ауыр саҡта дуҫың килһә

Дуҫлыҡ та бит нығына

Беҙ бит ябай бер ғаилә

Сөнки беҙ һәр саҡ бергә







































Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Театрализованное представление "Маҡтансыҡ әтәс"

Автор: Зигангирова Гульнара Маратовна

Дата: 28.05.2017

Номер свидетельства: 419105


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства