kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Танып белеү өлкәһе буйынса уртансы төркөм балалары өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге. Тема "Беҙ витаминдар менән дуҫ"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект занятия по познавательной деятельности в средней группе на тему "Наши друзья - витамины" 

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Танып белеү өлкәһе буйынса уртансы төркөм балалары өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге. Тема "Беҙ витаминдар менән дуҫ"»

Уртансы төркөм өсөн кеше һәм тәбиғәт буйынса ОББЭ

Тема: Беҙ витаминдар менән дуҫ.


Маҡсат: балаларҙы Башҡортостанда үҫкән дарыу үләндәре менән таныштырыу, витаминдарға бай уҫемлектәр, дарыу үләндәре тураһында белем биреү. Йәшелсә – емештәрҙең исемдәрен нығытыу, тәмдәре буйынса танып белергә өйратеү. Һиҙеү эшмәкәрлеген үҫтереү,шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә һәм үҙ һаулыҡтарына ҡарата иғтибарлы булырға өйрәтеү.

Һүҙлек эше: витамин, лимон, әлморон, миләш.

Йыһаҙландырыу: йәшелсә – емештәр, ҡурсаҡ Гөлбикә, кипкән дарыу үләндәре, емештәре, гербарийҙар.

  • Ҡараныҡ бер – беребеҙгә, йылмайҙыҡ бергә. Кәйефтәрегеҙ нисек?

Ауырымайһығыҙмы? Хәҙер тел менән күнегеү эшләп алабыҙ. Балалар,телдәрегеҙҙе күрһәтегеҙ әле. Ә хәҙер телегеҙ йәшенде, тағы күренде, тел осоғоҙға ҡағыҙ һалдыҡ, һәм шуны өрөп сығарҙыҡ. Афарин, балалар. (Ишек шаҡыйҙар, ҡурсаҡ инә, йүткерә, тамағын бәйләгән.)

  • Балалар, Гөлбикәгә нимә булған? (Ауырый.)

  • Ни эшләп ауырып киткән? (һыуыҡ тейгән.)

  • Ауырымыҫ өсөн ни эшләргә кәрәк? (йүгереп уйнарға, иртәнсәк

гимнастика эшләргә, ҡулдарҙы һәр ваҡыт йыуып йөрөргә, дөрөҫ итеп танау менән тын алырға, витаминдар ашарға кәрәк.)

  • Дөрөҫ,балалар, әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ.


Ял минуты.

Ел иҫә беҙҙең биткә,

Ағастарҙы һелкетә.

Ел бөтә,бөтә,бөтә.

Ағастар үҫә,үҫә,үҫә.


  • Балалар, йылдың миҙгеле? Көҙҙөң ниндәй айы? Көҙ тураһында ниндәй

шиғырҙар беләһегеҙ, һөйләп күрһәтегеҙ әле.

Көҙ килгән.

Көҙ килгән, көҙ килгән.

Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.

Ҡайындар, тирәктәр, талдар

Һарынан күлдәк кейгән.

Көҙ килгән, тиҙ килгән,

Тиҙ килгәнен кем белгән,

Ул бит һорап та тормайынса

Баҡсаға барып ингән. (Г.Юнысова)


  • Көҙ ни өсөн витаминдарға бай?

  • Көҙ көнө емештәр бешә,йәшелсәләр өлгөрә.

  • Балалар, һеҙ йомаҡтар беләһегеҙме? Гөлбикә һеҙгә йомаҡ ҡоям,ти.

(тәрбиәсе йәшелсәләр тураһында бер нисә йомаҡ әйтә.)

  • Бына ниндәй витаминдар алып килдем мин һеҙгә бөгөн.

  • Уйнап алайыҡ әле. Хаҙер мин һеҙгә уларҙы тәмләп ҡаратам, ә һеҙ миңә

ниндәй йәшелсә йәки емеш икәнен әйтергә тейешһегеҙ.

Уйын: «Тәмен бел”.

  • Алма нимә?(емеш.) Ҡайҙа үҫә? (Ағаста.) Алманан нимә эшләйҙәр? (һут,

компот, ҡайнатма, повидло.)

  • Лимон. (Емеш, ағастар үҫә, ҡайнатма, джем һ.б.)

  • Помидор. ( Йәшелсә, түтәлдә үҫә, тамыр яғын ашайҙар, икра эшләйҙәр,

аш бешерергә һалалар, тоҙлайҙар.)

  • Кишер. (йәшелсә, түтәлдә үҫә, тамыр яғын ашайҙар, икра эшләйҙәр, аш

бешерәләр.)

  • Балалар, бында ҡарағыҙ әле. Былар нимә ул? (Өҫтәлдә сынаяҡ аҫтында

миләш, еләк, әлморон емештәре.) Был кипкән емештәр,балалар, барыһы ла витаминдарға бай. Уларҙан компот ҡайнаталар, кеҫәл эшләйҙәр, сәйгә һалалар. Улар кеше һаулығы өсөн бик файҙалы.

  • Гербарийҙар. Ромашка, ҡарағат япрағы, еләк япрағы, мәтрүшкә япрағы.

Был, балалар, кипкән дарыу үләндәре. Улар бик файҙалы, витаминдарға бай үләндәр. Уларҙы йәйгеһен йыйып киптерәләр, ҡышҡыһын сәйгә һалып эсәләр.

  • Балалар, ә һеҙ үләндәр тураһында шиғырҙар беләһегеҙме?


Гөлйемеш.

Был емештең шифаларын

Белгәндәр борон-борон.

  • Мин витамин ҡапсығы, - ти,

Ҡыҙыл йөҙлө әлморо.


Мәтрүшкә

Мине белә ҡарты-йәше,

Буй-һыным еҫле була.

Шифа сәйем эскән бала,

Таҙа һәм көслө була.


Ҡуҙғалаҡ

Ҡай берәүҙәр дарыу эсә

Ҡалаҡ артынан ҡалаҡ.

Миндә барлыҡ витаминдар-

Аша күпләп ҡуҙғалаҡ.


  • Был ниндәй дарыу үләндәре, беләһегеҙ икән, хәҙер йомаҡ ҡоям.


Мин һары сәскә атам,

Һыулы ерҙе яратам.

Тын юлы ауырыған бала

Мине көҙ ҡаҙып ала. (Андыҙ.)


Ҡыҙыл матдәләр етмәһә

Һинең ҡан тамырында,

Тырыҙ тотоп урманға кил

Шифалы ... әлморонға.


Йомғаҡлау.



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Сабитова Айгөл Фәррәх ҡыҙы

Дата: 26.10.2019

Номер свидетельства: 524225


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства