kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Танып белеү өлкәһе буйынса уртансы төркөм балалары өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге. Тема "Көҙгө урман"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект ООД по познавательной деятельности в средней группе на тему "Осенний лес"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Танып белеү өлкәһе буйынса уртансы төркөм балалары өсөн ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге. Тема "Көҙгө урман"»

Уртансы төркөм өсөн кеше һәм тәбиғәт буйынса ОББЭ

Тема: “Көҙгө урман”


Маҡсат: көҙ миҙгеленең үҙенө хас үҙенсәлектәрен билдәләп күрә белеү. Көҙгө тәбиғәттәге дарыу үләндәренең файҙаһы менән таныштырыу. Балаларҙа күҙәтеүсәнлек һәм тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш үҫтереү, файҙалы ҡуллана белеү.

Һүҙлек эше: көҙ, йәй, юл япрағы, кесерткән, аөсәскә, мәтрүшкә.

Йыһазландырыу: башлыҡтар, дарыу үләндәре.

Әйҙәгеҙ урманға һәм яланға

Тәбиғәт китабын уҡырға.

Был китап ғәйәт ҙур һәм бай,

Унда бар: Ер, һыу,күк, ҡояш, ай.

  • Балалар, беҙ һеҙҙең менән тәбиҡәт ҡосағына килдек. Һеҙ тәбиғәтте

яратаһығыҙмы? (Яратабыҙ.)

  • Эйе,тәбиғәт – тинһеҙ хазина. Ул беҙҙе йылыта, кейендерә, ашата,

һоҡландыра, һыйындыра. Элек – электән кешеләр урманда саф һауа һулап, ағастарҙың серләшкәнен тыңлап, рәхәтләнеп ял иткәндәр; саф һыулы шишмә һыуҙары эсеп көс алғандар. Йә, әйтегеҙ әле, хәҙер йылдың ниндәй миҙгеле?

  • Көҙ.

  • Эйе, көҙ килеп тә еткән. Ә көҙ килгәнен ҡайҙан белдегеҙ? Тирә – яҡҡа ҡарағыҙ әле.

Балалар көҙ тураһында һәйләйҙәр.

  • Йәгеҙ әле, кемдәр көҙ тураһында шиғырҙар белә?

Тын ғына һиҙҙермәйсә

Йәй үтеп барғанда,

Һары буяу алып

Көҙ килгән урманға.

Өлгөргән дә буяп,

Ағастар һап – һары.

Һағыналарҙыр улар

Йәм – йәшел саҡтарын.

Буялмайса ҡалған

Шаршының ылыҫы,

Һаҡлағандай һаман

Ҡояштың йылыһын.

Әҙ генә ваҡытҡа

Ҡауышып торғандай,

Йәй менән көҙ шулай

Осрашҡан урманда.

  • Балалар, ә һеҙ көҙҙө яратаһығыҙмы һуң?

Бигерәк етеҙ һары көҙ,

Килә лә етә тыз-быз.

Йәйҙең уҙып киткәнен

Һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ беҙ.

Мәктәптәргә туплай көҙ,

Уҡыу менән ҡотлай көҙ.

Шуға күрә яратабыҙ

Гәрәбәләй көҙҙө беҙ.

  • Әйҙәгеҙ, балалар, бындараҡ килегеҙ әле. Күрәһегеҙме, урман ниндәй

матур! Бына зифа ҡайындар, мөһабәт имәндәр, йәшел шыршылар. Беренсе ҡарашҡа,урман тып-тын. Ә инде иғтибар ауаздарҙы тыңлайыҡ әле.

  • Ҡош тауыштары ла әҙәйгән. Улар йылы яҡҡа китергә әҙерләнәләр. Ә

ниндәй ҡоштар беҙҙең яҡта ҡышлайҙар?

  • Турғайҙар, ҡарабаш турғайҙар, ҡыҙылтүштәр, күгәрсендәр, ҡарғалар һ.б.

  • Тиҙҙән улар аҙыҡ эҙләп ауылға килер. Ҡоштарға ярҙам итергә кәрәк.

  • Ә нисек?

  • Тағараҡтар яһап, ем һалабыҙ.

  • Урманда бөжәктәр бармы һуң?

  • Улар күренмәйҙәр, берәүҙәре йоҡоға талған, икенселәре үҙ эштәре менән

мәшғүл.

  • Урманда тәртип булырға тейеш. Беҙ бөгөн урмандың ҡунаҡтары, уларҙы

борсомайынса ипләп кенә күҙәтәйекю

  • Ә урманда йәлектәр күрәһегеҙме?

  • Улар ҙа ҡышҡа әҙерләнә. Ә хәҙер табышмаҡтарҙың яуабын дөрөҫ

әйтһәгеҙ, беҙҙең урманда ниндәй йәнлектәр йәшәгәнен белерһегеҙ.


Ул өҫтөнә йәй ҙә, ҡыш та

Энәле күлмәк кейә.

Шулай ҙа уны әсәһе,

Йомшағын, тиеп һөйә. (Терпе.)


Урмандан сығыр,

Ҡорһаҡ менән шыуыр.

Ҡойроғо һырлы,

Хәйләһе күп төрлө. (Төлкө.)


Төҫө һоро, ләкин бүре түгел,

Ҡолаҡтары ҙур, ҡуян да түгел,

Урманда йәшәй, бесән ашай.

Ҡош түгел – оса. (Тейен.)


  • Урманда төрлө дарыу үләндәре лә үҫә. Балалар, ниндәй дарыу үләндәрен беләһегеҙ?

Мин-мәтрүшкә

Мәтрүшкәнең көрәнен

Барҙыр әле күргәнең.

Ә мин булам һарыһы.

Шәп доктор, ти, кешеләр.

Маҡтай мине барыһы.

  • Эйе,өләсәй – олатай мәтрүшкәне йөҙ сирҙән дауа,тигәндәр.


Ә мин-бәпембә.

Яратам мин таң нурын,

Дарыу минең тамырым.

Шәкәре лә етерлек,

Сәй яһаһаң, киптереп,

Тәме иҫең китерлек.

  • Яҙ башында бәпембә һары сәскә ата. Беҙ ул сәскәләрҙе өҙөп таҡыя

үрәбеҙ. Бик матур була. Бер аҙҙан улар шиңәләр, уларҙы ташлаәбыҙ. Йә, дөрөҫ эшләйбеҙме?

Аҡсәскә минең исемем

Минең сәскәләрҙе йыйып

Сәсегеҙҙе йыуһағыҙ,

Хелден шолдерс шампунын

Ситкә алып ҡуйығыҙ.

  • Ысынлап та, аҡсәскә сәскәләре менән сәсегеҙҙе йыуығыҙ. Сәсегеҙ

ялтырап китер.

Ә мин-юл япрағы.

Урмансының юлдашы мин.

Бәләгә ул юлыҡһа,

Ярҙам ҡулымды һуҙамын

Киҫелһә, йә йығылһа.

“Бальзам Битнерҙан ҡалышмай

Тырышам дауаларға.

Сәйгә һалып эсерегеҙ

Ауырыған балаларға.

  • Был үләнде мин беләм. Аяғым киҫелгәс юл япрағын ябып ҡуйғас,

төҙөлде. Бейеп тә күрһәтә алам.

Бик күп дарыу үләндәрен ҡулланабыҙ, юҡҡа өҙмәгеҙ. Тәбиғәтте һаҡлағыҙ! Кешеләр урмандың йомартлығынна яҡшылыҡ менән яуап ҡайтарырҙар тип ышанып ҡалаһы килә.

Балалар, урманда ниндәй хуш еҫле саф һауа. Тәрән итеп тын алығыҙ әле. Ниндәй рәхәт, ниндәй куңелле! Беҙгә ул ни ҡәҙәр шатлыҡ бүләк итте. Ә хәҙер рәхмәт әйтеп, ҡайтып юлға сығайыҡ.

Рәхмәт, урманҡай! (“ Урман” йыры йырлана.)






Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Сабитова Айгөл Фәррәх ҡыҙы

Дата: 26.10.2019

Номер свидетельства: 524226


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства