Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү бюджет учреждениеһы
Бала үҫтереү үҙәге – “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы
Ҡурсаҡ театры:
“Сыбар тауыҡ” Беренсе кескәйҙәр төркөмө
( 3 - сө төркөм)
Тәрбиәселәр:
Ниғәмәтова А.И.
Сибай - 2015
Тема: Сыбар тауыҡ
Маҡсат: әкиәттең йөкмәткеһен нығытыу.
Бурыстар:
һорауҙарға яуап биреү күнекмәләре формалаштырыуҙы дауам итеү;
күреүҙе ҡабул итеү һәләте, хәтер үҫтереүгә булышлыҡ итеү;
һүҙлек байытыу;
эшмәкәрлектә ыңғай эмоциональ аралашыу теләге булдырыу;
Йыһазландырыу: өй, ҡурсаҡтар: әбей, бабай, сысҡан, тауыҡ., ширма, пластилин, әүәләү өсөн таҡталар.
Һүҙлек эше: сысҡан, тауыҡ, сыбар, ярылған, һуҡҡан.
Методик алымдар: әңгәмә, һорауҙар, яуаптар,
Технологиялар: уйын, ҡурсаҡ театры.
Эшмәкәрлек төрҙәре: аралашыу, уйын, танып белеү эшмәкәрлеге.
Әҙерлек эше: әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, иллюстрациялар, һүрәттәр ҡарау.
Индивидуаль эш: һәр баланы активлаштырыу.
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
Ойоштороу моменты
Тәрбиәсе: Балалар, бөгөн мин һеҙҙе театрға саҡырам. Һеҙ театрҙа булғанығыҙ бармы?
Балаларҙың яуаптары.
Тәрбиәсе: Улай булғас уңайлы ултырығыҙ, театҙа төрлө әкиәттәрҙе күрергә мөмкин. Ә бөгөн беҙ үҙебеҙҙең яратҡан әкиәтебеҙҙең геройҙары менән осрашасаҡбыҙ. Иғтибарлы булығыҙ, сәхнәнең шаршауы асыла.
2. Төп өлөш
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарағыҙ әле, был нимә?
Балалар: Өй.
Тәрбиәсе: Туғайҙа өй тора. Был тәпәш кенә өйҙә кем йәшәй икән? Ишегенә туҡылдатайым әле: туҡ – туҡ.Әйҙәгеҙ, балалар бергәләп туҡылдатайыҡ: туҡ – туҡ.
Балалар: Туҡ – туҡ.
Тәрбиәсе: Балалар, ҡарайыҡ әле, өйҙә кем йәшәй икән. Был кем?
Балалар: Бабай.
Тәрбиәсе: Ә был кем?
Балалар: Әбей.
Тәрбиәсе: Өйҙә тағы нимә йәшәй икән? Ҡарағыҙ әле, балалар, был нимә? (тауыҡты күрһәтә).
Балалар: Тауыҡ.
Тәрбиәсе: Эйе, сыбар тауыҡ. Тауыҡ нисек ҡысҡыра?
Балалар: Ҡыт – ҡыт - ҡыт.
Тәрбиәсе: Ә был нимә? (сысҡанды күрһәтә).
Балалар: Сысҡан.
Тәрбиәсе: Эйе, дөрөҫ яуап бирҙегеҙ, афарин! Ә сысҡан нисек итеп тауышлана?
Балалар: Пи – пи – пи.
Тәрбиәсе: Балалар, әйҙәгеҙ тороп сысҡандар булып уйнап алайыҡ. ( балалар битлек кейәләр).
Уйын: Сысҡандар”
Сысҡандар юлда бейейҙәр: (түңәрәк буйлап йөрөйҙәр)
Пи – пи – пи, пи – пи – пи.
Аяҡтарын күрһәтәләр: (аяҡтарҙың үксәһен күрһәтәләр).
Пи – пи – пи, пи – пи – пи.
Сысҡандар сәпәкәй уйнайҙар: (уң һәм һул биттәренең эргәһендә сәпәкәй итәләр).
Пи – пи – пи, пи – пи – пи.
Сысҡандар ҡойроҡ болғайҙар: (еңелсә сүкәйәләр).
Пи – пи – пи, пи – пи – пи.
Ниндәйҙер тауыш ишетеп,
Йәшенешеп боҫтолар. (урындарға ултыралар).
Ҡурсаҡ театры”Сыбар тауыҡ”.
Тәрбиәсе: Балалар, хәҙер мин һеҙгә сыбар тауыҡ тураһында әкиәт күрһәтәм. Борон – борон заманда йәшәгән, ти әбей менән бабай. Уларҙың сыбар тауығы булған. Бер көндө сыбар тауыҡ йомортҡа һалған, ябайҙан түгел, ә алтындан. Бабай һуҡҡан – һуҡҡан, һуғып яра алмаған, әбей һуҡҡан – һуҡҡан, һуғып яра алмаған. Сысҡан килеп сыҡҡан да ҡойроғо менән йомортҡаға тейгән, йомортҡа төшөп ярылған. Бабай илай, әбей илай, ә сыбар тауыҡ әйтә: илама бабай, илама әбей, мин һеҙгә йомортҡаны алтындан түгел ябайҙан һалам. Әкиәт оҡшанымы?
3. Йомғаҡлау
Балалар: Оҡшаны.
Тәрбиәсе: Балалар, тауыҡ нисек ҡысҡыра?
Балалар: Ҡыт – ҡыт - ҡыт.
Тәрбиәсе: Ә сысҡан нисек тауышлана?
Балалар: Пи – пи – пи.
Тәрбиәсе: Әбей менән бабай нисек итеп йомортҡаны һуғалар?
Балалар: Туҡ –туҡ. (йоҙроҡ менән тубыҡҡа һуғыу).
Тәрбиәсе: Әбей менән бабай нисек итеп илайҙар?
Балалар: Э – э – э.
Тәрбиәсе: Балалар, беҙ нимәләр тураһында һөйләштек?
Балалар: Әбей, бабай, сыбар тауыҡ, сысҡан тураһында һөйләштек, әкиәт ҡараныҡ.
Тәрбиәсе: Эйе, һеҙ матур итеп уйнанығыҙ. Дөрөҫ итеп яуап бирҙегеҙ.Афарин!
Һеҙ бик тырыш, аҡыллы балалар. Ә хәҙер, балалар, әйҙәгеҙ әбей менән бабайға йомортҡа әүәләйек.
Занятие «Курочка Ряба»
Цель:
1. Продолжать учить детей отвечать на вопросы что это? кто это? Звукоподражание «пи-пи-пи», «ко-ко-ко» и др.
2. Учить вступать в общение со взрослым при помощи речи и игровых действий.
3. Побуждать детей эмоционально откликаться на происходящие события в процессе знакомства со сказками и потешками.
4. Воспитывать у детей интерес к русскому народному творчеству.