kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Сюжетлы-ролле уйын "Йәнле тәбиғәт донъяһында" телетапшырыу әҙерләү"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект сюжетно-ролевой игры "Телепередача в мире живой природы" для детей старшего дошкольного возраста

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Сюжетлы-ролле уйын "Йәнле тәбиғәт донъяһында" телетапшырыу әҙерләү"»

Башҡортостан Республикаһы Сибай ҡалаһы ҡала округының

«Сулпылар» берләштерелгән балалар баҡсаһы муниципаль

мәктәпкә тиклемге белем биреү бюджет учреждениеһы









“Йәнле тәбиғәт донъяһында” телетапшырыу әҙерләү”

сюжетлы – ролле уйынының конспекты

(өлкән төркөм балалары)





Әҙерләне:

тәрбиәсе Маннанова Г.У.
















2022 йыл


Маҡсат: сюжетлы-ролле уйын аша йәнле тәбиғәт тураһында балаларҙың белемдәрен арттырыу.

Бурыстар.

Өйрәтеүсе: Балаларға үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы тураһында төшөнсә биреү. Телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәрҙәре менән таныштырыу. Уйынға яңы уйын ролдәрен индерергә: ғалим-зоолог, дәүләт инспекторы. 

Үҫтереүсе: Балаларҙа аралашыу культураһын, сюжет эстәлеген аңлап уйын күнемәләрен башҡара белеүҙе, диалог алып бара белеү һәләттәрен  үҫтереү.

 Тәрбиәүи: Йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштәр тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мәмерйә һәм тәбиғәт макеттары, камера, фотоаппарат, блокнот, ручка, материал йыйыу өсөн сумка, автобус макеты, руль, орлоҡтар, һауыттар, “кинотаҫма”, бейджиктар, фотоһүрәттәр, указка.

Уйын барышы.

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ! Мин Гөлдәр Ураловна булам. Балалар,  бөгөн һеҙгә ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итәм - «Йәнле тәбиғәт тураһында телетапшырыу әҙерләү». Һеҙ, ризамы? Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: телетапшырыуҙар төшөрөүҙә ниндәй һөнәр эйәләре ҡатнаша?

Балалар яуаптары: режиссёр, оператор, оператор ассистенты, фотограф, журналист. 

Тәрбиәсе: Фильм төшөрөү майҙансығында улар нимә эшләй?

Балалар яуаптары: Режиссер – телетапшырыуҙа иң яуаплы кеше, видеоның сюжетын уйлай, һәр кемгә эш бүлеп бирә. Фотограф фото төшөрә. Журналист кешеләрҙән интервью ала, оператор видеога төшөрә, оператор ярҙамсыһы операторға сюжет төшөрөүҙә ярҙам итә.  

Тәрбиәсе: Тапшырыуҙы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында – заповеднигында төшөрәбеҙ. Балалар, ә һеҙ «Шүлгәнташ» заповеднигы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Был заповедник Башҡортостан республикаһының Бөрйән районында урынлашҡан. Заповедникка барып беҙ унда эшләгән ғалим-зоологтарҙан (улар төрлө тикшеренеү, эҙләнеү эштәрен алып баралар), дәүләт инспекторынан (ул заповедникта, ғөмүмән тәбиғәттә тәртип һаҡлай) интервью алырбыҙ, тәбиғәтен видеоға төшөрөрбөҙ һәм ҡайтҡас тапшырыу яһарбыҙ. Беҙҙе заповедникка  шофер алып барасаҡ. Балалар,  һеҙ уйында кем булырға теләйһегеҙ, ролдәрҙе нисек бүлеүебеҙ хаҡында уйлашайыҡ (ролдәрҙе бүлеү, хеҙмәт хәрәкәттәрен нығытыу,  бейджиктар тағыу).

Тәрбиәсе: Ролдәр бүленде, юлға сығайыҡ. Шофер үҙ урынын алһын, беҙ ҙә урынлашайыҡ.

Шофер: Автобус ҡуҙғала, урындарға ултырығыҙ.

Тәрбиәсе:Бөтәгеҙҙә ултырҙығыҙмы? Хәүефһеҙлек ҡайышын элдегеҙме? Яҡшы, ҡуҙғалдыҡ! Балалар, тәбиғәт тураһында телевизорҙан ниндәй тапшырыуҙар ҡарағанығыҙ бар?

Балалар яуаптары: “Хайуандар доньяһында”, “Һыу аҫты донъяһы”, балыҡсылар тураһында телетапшырыуҙар ҡараныҡ.

Тәрбиәсе:Бына заповедникка килеп тә еттек. Хәүефһеҙлек ҡайышын сисәйек, автобустан төшәйек. Ҡарағыҙ әле, бында ниндәй матур тәбиғәт, тын алыуҙары иркен, саф һауа. Әйҙәгеҙ әле бергәләп тын алайыҡ. (дөрөҫ итеп тын алабыҙ: танауҙан тын алдыҡ һәм ауыҙҙан сығарабыҙ) Афарин балалар!

Иҫкә төшөрәйек әле, был заповедниктың исеме нисек? Кем иҫләй?

Балалар яуаптары: «Шүлгәнташ» заповеднигы.

Тәрбиәсе:Афарин! «Шүлгәнташ» заповеднигы тау-урман яҡтарында, Ағиҙел йылғаһы янында урынлашҡан, хата мәмерйә – пещераһы ла бар. Һәм беҙҙең беренсе сюжет  мәмерйә тураһында була. Ҡайҙа минең ярҙамсыларым, видео төшөрөргә әҙерһегеҙме? Башланыҡ!

Оператор, төшөрөп өлгөрҙөгөҙме, видеоға нимәләр төштө? Ә фотограф нимәләрҙең фотоларын төшөрҙө? Шулай итеп, һеҙҙең менән боронғо мәмерйә тураһында видео эшләнек.

Тәрбиәсе: Киләһе сюжетыбыҙ «Шүлгәнташ» заповеднигының урманы тураһында буласаҡ. Бөтәбеҙ ҙә видео төшөрөргә әҙерләндек. Журналист һеҙ ишеткәндәрегеҙҙе блокнотығыҙға яҙып барығыҙ.  Заповедникта йөҙгә яҡын кеше эшләй. Шуларҙың араһында ғалимдар – зоологтар ҙа бар. Әйҙәгеҙ улар менән танышайыҡ. Һаумыһығыҙ! Журналист Алина, һин ғалимдарға урман тураһында ниндәй һорау бирер инең, мәҫәлән, урманда йәшәгән хайуандар тураһында һорашайыҡ.

Журналист интервью ала: Һаумыһығыҙ, һеҙҙең урманда ниндәй хайуандар йәшәй? Ҡышҡыһын ниндәй хайуандар йоҡоға тала? Заповедникта ниндәй ҡоштар бар? Улар ҡышҡыһын нимәләр менән туҡланалар?

Тәрбиәсе: Стоп - кадр! Урман тураһында видео әҙер. Оператор һин барыһын да төшөрөп өлгөрҙеңме, нимәләрҙе төшөрҙөк?

Арынығыҙмы, балалар? Ял итеп алайыҡ. 

(Ял минуты)

Ҡулдарҙы күтәрҙек һәм болғайбыҙ,

Был – урман ағастары.

Беләкте бөгәбеҙ, устарҙы ҡағабыҙ-

Ел ысыҡты осорҙо.

Ипләп кенә ҡул болғайбыҙ-

Беҙгә ҡоштар осалар.

Ә был – таждары үрелеп

Гөлдәр сәскә аталар.

Ә был балыҡ, һыуҙа йөҙә.

Ҡойроғон болғай-болғай

Сәләмдәрен еткерә.

Тәрбиәсе:Ял итеп алдыҡ, тапшырыу төшөрөүҙе дауам итәйек. Артабан Ағиҙел йылғаһына барайыҡ. Әйҙәгеҙ, дәүләт инспекторынан интервью алайыҡ. Ул заповедникта тәртип һаҡлай. Ағиҙел йылғаһы тураһында һеҙ нимәләр әйтә алаһығыҙ?

Дәүләт инспекторы:Ағиҙел – Башҡортостанда иң ҙурйылға. Суртан, алабуға, сабаҡ һәм башҡа балыҡтарға бай йылға. 

 Тәрбиәсе: Стоп, төшөрөлдө! Рәхмәт! Был сюжетыбыҙ нимә тураһында булды? Эйе афарин, был сюжетыбыҙ беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙың иң ҙур йылғаһы Ағиҙел тураһында.

Ә беҙ инде артабанғы видеобыҙҙы музейға инеп заповедниктың үҫемлектәре тураһында видео төшөрәйек. Бында беҙҙе үҫемлектәр буйынса ғалим көтөп тора икән, әйҙәгеҙ унан да интервью алып үтәйек. Ниндәй үҫемлектәр күрәһегеҙ? Был үҫемлекте таныйһығыҙмы? Эйе, ҡурай үҫемлеге, унан милли музыка ҡоралы эшләйҙәр. Үҫемлектәрҙе төшөрҙөгөҙме? Стоп кадр сюжет төшөрөлдө. Фотограф Дамир, һин был сюжетта нимәләрҙе төшөрөп алдың?

Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте шундай матур, бай икәнлеге тураһында ла белдек! Тәбиғәтте һаҡларға, яратырға кәрәк, ошо маҡсат менән мин һеҙгә шыршы ағасын ултыртырға тәҡдим итәм, Шүлгәнташ ҡурсаулығы тағы ла йәшәреп матурайып китһен, балалар.

Шыршы орлоғо  ултыртыу, һыу ҡойоу.

Киләһе килеүебеҙгә шаулап үҫеп ултырыр. Шулай итеп, беҙҙең съемка тамам! Бөтәгеҙгә ҙур рәхмәт! Ғалим-зоологтарҙы ла беҙ студияға саҡырабыҙ, бергәләп видеомонтаж яһарбыҙ һәмтапшырыу ҡарарбыҙ.

Шофер:Автобусҡа ултырығыҙ, урындарға урынлашығыҙ.  

Тәрбиәсе:Беҙ ниндәй заповедникта булдыҡ? Һеҙгә нимә тураһында видео төшөрөү ҡыҙыҡлы булды?

Бына беҙ студияға ҡайтып еттек. Кинопленканы монтажлайыҡ, ошо таҫмаға фотолар йәбештерәйек. Иң беренсе беҙ нимәнең фотоһын йәбештерәбеҙ? Шунан ҡайһы ерҙе  видеоға төшөрҙөк әле?

Балаларҙың коллектив эше.

Тәрбиәсе:Беҙҙең тапшырыу әҙер. Тапшырыуға исем уйлайыҡ.

Балалар яуаптары.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙгә уйын оҡшанымы? Бөтәбеҙ ҙә тырышҡас, бына ниндәй ҡыҙыҡ тапшырыу килеп сыҡты! Тағы был уйынды уйнар инегеҙме? Нимә тураһында тапшырыу төшөрөргә теләйһегеҙ? Киләһе тапшырыуҙы тәрбиәсе апайығыҙ менән төшөрөрһөгөҙ, мине тапшырыу ҡарарға саҡырырһығыҙ.

 

 




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Сюжетлы-ролле уйын "Йәнле тәбиғәт донъяһында" телетапшырыу әҙерләү"

Автор: Маннанова Гөлдәр Урал ҡыҙы

Дата: 02.02.2022

Номер свидетельства: 599405


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства