kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

ООБЭ конспекты "Китаптар иленд?"

Нажмите, чтобы узнать подробности

Тема: “ Китаптар иленд?”

Ма?сат:  модель- схемалар, уйындар аша  балалар?ы?  б?йл?нешле телм?р м???ни?тен ??тере? эше алынды.

Бурыстар:

-китап тура?ында белемд?рен ки??йте?;

-китап ??еш юлын ны?ытыу;

-балалар?ы? фекерл?? ?е???ен, х?тер??рен,ихтибар?арын ??тере?;

-балалар?ы? ???леген байытыу;

-китап?а ?арата ?а?сыл ?араш т?рби?л??.

Методик алымдар: ??г?м?, уйын, ял минуты, барма? уйындары, схемалар мен?н эшл??.

Йы?азландырыу: икт, модель - схемалар, туп, а?ас предметтар, китап.

ОББЭ барышы:

Т: ( балалар зал?а ин?л?р)

Т:?ара?ы? к?пме бе?г? ?уна?тар килг?нд?р, ?й??ге? б?т??ен? л? х?йерле ирт? тел?йек.:

Х?йерле ирт?, к????рем,?е?  уянды?ы?мы?

Х?йерле ирт?, битт?рем, ?е?  уянды?ы?мы?

Х?йерле ирт?, ?ола?тарым, ?е?  уянды?ы?мы?

Х?йерле ирт?,?улдарым, ?е?  уянды?ы?мы?

Х?йерле ирт?, ая?тарым, ?е?  уянды?ы?мы?

Х?йерле ирт? ?уна?тар! ?е?  уянды?ы?мы?

Т-Уян?а?ы?, б?г?н бе??е? мен?н берг? булы?ы?!

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«ООБЭ конспекты "Китаптар иленд?" »

Тема: “ Китаптар илендә”


Маҡсат: модель- схемалар, уйындар аша балаларҙың бәйләнешле телмәр мәҙәниәтен үҫтереү эше алынды.

Бурыстар:

-китап тураһында белемдәрен киңәйтеү;

-китап үҫеш юлын нығытыу;

-балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, хәтерҙәрен,ихтибарҙарын үҫтереү;

-балаларҙың һүҙлеген байытыу;

-китапҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Методик алымдар: әңгәмә, уйын, ял минуты, бармаҡ уйындары, схемалар менән эшләү.

Йыһазландырыу: икт, модель - схемалар, туп, ағас предметтар, китап.


ОББЭ барышы:


Т: ( балалар залға инәләр)

Т:Ҡарағыҙ күпме беҙгә ҡунаҡтар килгәндәр, әйҙәгеҙ бөтәһенә лә хәйерле иртә теләйек.:

Хәйерле иртә, күҙҙәрем,һеҙ уяндығыҙмы?

Хәйерле иртә, биттәрем, һеҙ уяндығыҙмы?

Хәйерле иртә, ҡолаҡтарым, һеҙ уяндығыҙмы?

Хәйерле иртә ,ҡулдарым, һеҙ уяндығыҙмы?

Хәйерле иртә, аяҡтарым , һеҙ уяндығыҙмы?

Хәйерле иртә ҡунаҡтар! һеҙ уяндығыҙмы?

Т-Уянһағыҙ , бөгөн беҙҙең менән бергә булығыҙ!


(-Өҫтәл артына баралар, өҫтәлдә ағастан эшләнгән предметтар һәм китап ята)

Т: балалар өҫтәлдә нимәләр күрәгеҙ?( предметтарҙы әйтеп сығалар)

Т: Балалар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн уларҙы бер урынға йыйылғандар?

- улар ағастан эшләнгәндәр.

Т: Китап ни өсөн улар араһында ята?

--сөнки китапты ағастан эшләйҙәр

Т:тимәк, китапты ағастан эшләйҙәр , тип уйлайһығымы? Улай булһа, һеҙ миңә уны иҫбатлап үтегеҙ.( урындарына үтәләр)

Т: Был эштә ошо схемалар һеҙгә ярҙам итер.Һүҙҙе һеҙгә бирәм, кем башлайым, ти?

( схема менән эш)


-Китап – ағас булған.(Айгиз)

-Ағастарҙы ҡырҡып ,ҡағыҙ комбинатына алып киләләр.(Әминә)

-Ҡағыҙ комбинатында ағастарҙыт эшкәртәләр.(Камилла)

-Әҙер ҡағыҙҙы типографияға ебәрәләр.(Нургиз)

-Типографияла китап баҫтырып сығаралар.

-Мин китап ҡарарға яратам.(Азалина). Мин китапты ҡәҙерләйем.( Ғаиләбеҙҙә бөтәһе лә китап уҡырға яраталар…)

Т: Рәхмәт балалар, ысынлап та китап беҙҙең ҡулға элләкәнсе бик оҙн юл үтә. Китапты ҡәҙерләргә кәрәк, сөнки кешеләрҙең бик күп көстәре һалына. Һеҙ белеүегеҙсә ер йөҙөндә төрлө китаптар бар. Китаптарҙың төрлөлөгөн асыҡлар өсөн беҙгә туп ярҙам итер. Мин һеҙгә һүҙҙәр әйтәм ә һеҙ миңә киреһен әйтегеҙ.


Дидактик уйын “ Киреһен әйт”


-Иҫке китап –яңы китап.

-Йоҡа китап- ҡалын китап.

-Ҙур китап –бәләкәй китап.

-Сағыу китап- төҫһөҙ китап.

-Еңел китап – ауыр китап.

-Ҡыҙыҡлы китап- күңелһеҙ китап.

-Балалар өсөн китап- өлкәндәр өсөн китап.

-Боронғо китап –заманса китап.

-Ҡыҙҙар өсөн китап – малайҙар өсөн китап.

Т: балалар китаптар тураһында ниндәй матур һүҙҙәр беләгеҙ?(шиғырҙар, йомаҡтар, мәҡәлдәр)

Т:кем миңә китап тураһында мәҡәл әйтеп ишеттерер?

-Китап –белем шишмәһе.(Камилла)

-Китапһыҙ йорт – ҡошһоҙ урман. (Алтынай)

-Китапһыҙ өй-тәҙрәһеҙ бүлмә.(Азалина)

-Яҡшы китап –Ғәҙел дуҫ.(Альбина)

-Китап уҡыһаң белемең артыр- уҡымаһаң белгәнең дә онотолор.(Эвелина)

Т:Балалар, мәҡәлдәрҙе, мин схемалар эсенә йәшерҙем. Һеҙ уларҙы экранда күрәһегеҙ.

Т: беренсе схемала нимә күрәһегеҙ?(китап – шишмә) Был ниндәй мәҡәлгә тап килә.?

Т:Китап- тормошбоҙҙа иң кәрәклеһе.Ул кәңәшсе лә беҙҙең, серҙәшебеҙҙҙә .Яҡшы китап һәр ваҡыт күңелде күтәрә.Ул хазина, китап менән дуҫ булырға һәм уны һаҡларға кәрәк.

-Балалар, әйҙәгеҙ был ҡағиҙәләрҙе уйын аша иҫкә төшөрәйек.


Уйын “ Эйе, юҡ”


- Т.Мин биргән һорауға “Эйе” яуабы тап килһә сәпәкәй итәбеҙ, “ Юҡ” яуабы тап килһә аяҡтар менән тыпырлайбыҙ. Ихтибарлы булығыҙ.

-Китап яратаһығыҙмы? ( Эйе)

-Китапты бысратаһығыҙмы? ( Юҡ)

-Өйҙә китапатар бармы?( Эйе)

-Китап – битен бөкләгәнде яратамы?( Юҡ)

-Китап- ямғырҙан, һыуҙан ҡурҡамы?( Эйе)

-Китап- битенә ҡәләм менән яҙғанды яратамы?( Юҡ)

-Китап –беҙҙең дуҫмы?( эйе)

Т: рәхмәт балалар, китап менән һеҙ ысынлап та дуҫ икәнһегеҙ?

Балалар, һеҙҙең өйөгөҙҙә ниндәй китаптар бар?( Минең әкиәт китабым бар энциклопедия китабым бар…..)

Т.Кемдең компьютерҙа китап ҡарағаны бар?

Т: Электрон китап менән ябай китап нимәһе менән оҡшағандар. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ.Оҡшашлыҡтарын табып йәшел фишка менән билдәләп үтәйек:

-Икеһе лә китап

-икеһенең дә тышы бар,

-икеһенең дә биттәре була,

-Икеһенең дә һүрәттәре бар,

-Т.Балалар, ә нимәһе менән улар айырылып торалар? Айырмаларын табып ҡыҙыл фишка менән билдәләп үтәйек.

-Электрон китапты компьютерҙан ғына ҡарап була, ә ябай китапты ҡулға алып уҡыйбыҙ,

-Электрон китаптың биттәрен кнопкаға баҫып асабыҙ, ябай китаптың биттәрен бармаҡ менән тотоп асабыҙ,

-Ябай китап китап мөйөшөндә һаҡлана. Электрон китап флешкала, йәки компьютерҙа һаҡлана...

Т:Рәхмәт балалар, электрон китап менән ябай китаптың күпме оҡшашлыҡтарын һәм айырмаларын таптыҡ.

Т: китап тураһында беҙ бөгөн бик күп һөйләштек. Китап –ул белем шишмәһе, китап – беҙҙең яҡын дуҫыбыҙ тинегеҙ. Ә һеҙ китап һүҙе менән ниндәй матур һөйләмдәр төҙөр инегеҙ.( балаларҙың һөйләмдәре)

Схемалар менән эш:


-Мин китап яратам.(Нургиз)

-Әсәйем китап уҡый.(Нурия)

-Мин яңы китап ҡарайым.(Әминә)

-Китап кәштәлә тора.(Элина)

- Өҫтәлдә яңы китап ята. (Айгиз)

Т. Рәхмәт, һөйләмдәрегеҙ бик матур, кем үҙенең һөйләмен таҡтала төҙөп күрһәтә?

Т:Афарин, таҡталағы схемалар һеҙгә һөйләмде дөрөҫ яҙырға ярҙам итте.

Балалар, һеҙ китаптар тураһында бик күпте беләһегеҙ, китап тураһында белемдәрегеҙ бай.Рәхмәт һеҙгә .

Әйтегеҙ әле миңә,һеҙ ниндәй балалар?

Дуҫ балалар!

Бармаҡ уйыны”Дуҫ балалар”

Беҙҙең төркөмдә күңелле ,

Дуҫ балалар йәшәйҙәр.

Әкиәттәр һөйләйҙәр,

Хиҡәйәләр тыңлайҙар,

Тел төҙәткес ятлайҙар,

Йомағын да сисәләр,

Мәҡәлен дә беләләр.

Бына шундай балалар,

Китапты яраталар!





































Китап – кәңәшсе һинең,

Дуҫың ,ярҙамың һинең.

Ул хөрмәткә , бик хаҡлы,

Ҡәҙерлә һин, китапты!

Ошо девиз аҫтында , һеҙ китап тураһында асыҡ сара ҡаранығыҙ.

Был сараның маҡсаты: модель- схемалар, уйындар аша балаларҙың бәйләнешле телмәр мәҙәниәтен үҫтереү эше алынды.

Был сараның бурыстары булып:

-китап тураһында белемдәрен киңәйтеү;

-китап үҫеш юлын нығытыу;

-балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, хәтерҙәрен,ихтибарҙарын үҫтереү;

-балаларҙың һүҙлеген байытыу;

-китапҡа ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.



-һеҙ нисек уйлайһығыҙ ,был сарала ниндәй технологиялар ҡулланылды.

-Уйын технологияһы,

-Триз технологияһы( Уйын” Эйе, юҡ”)

-Модель – схемалар технологияһы,

-Һаулыҡ ҡурсалау технологияһы( психогимнастика,үҙ-аллы массаж,)

-Биоэнерго пластик технология( Бармаҡ уйындары)



Күреүегеҙсә, дөйөм телмәрҙәре үҫешеп етмәгән балалар менән эшләгәндә уйындарға күп урын бирелә.Иң беренсе уйын аша балаларҙың һүҙлек запасын байытабыҙ, бәйләнешле телмәр үҫешен камиллаштырабыҙ.

Был сарала бөтә эшмәкәрлек төрҙәре уйын формаһында үткәрелде.



Эшемдә модель – схемалар технологияһын киң ҡулланам.Телмәр төҙәтеү төркөмөнә йөрөгән балаларҙың белеүегеҙсәтелмәр етешһеҙлектәре, психик процестары етәрлек кимәлдә формалашмаған. Модель схемалар ярҙамында бала бирелгән материалды тиҙерәк үҙләштерә, хәтерендә ҡала, баланың ихтибары, уйлай белеү һәләте,бәйләнешле телмәре үҫешә.Бала үҙен ышаныслы тоя һәм матур итеп һөйләшергә тырыша башлай.

Моделдәр, схемалар аша балаларға белем биреү иң перспективалы алымдарҙың береһе тип уйлайым. Сөнки баланың аңы предметлы образлылығы менән йыһазлы конкретлығы менән айырылып тора һәм тәрбиә эшендә балаға бик күп информацияны үҙләштерергә тура килә һәм моделләштереү алымы балаларға ярҙам итә. Күренекле психологтарҙың Л.А.Венгер,Д.Б.Эльконин тикшереүенсә, моделләштереү алымы балалар өсөн аңлайышлы , аң – зиһенә үтеп инә тип иҫәпләнә.

Модель схемаларҙы заман талабына ярашлы үҙгәртеп торабыҙ модель – схемалар алымына ижади ҡарайбыҙ.

Был сарала китап үҫеш юлын һөйләгәндә модель –схема карточкалар формаһында ҡулланылды. Был алым балаларға һайлап алыу, эҙмә-эҙлекле итеп күрә белеү һәләтен үҫтерергә ярҙам итә.Балалар ошо модель- схемаларға ҡарап дөрөҫ ябай һөйләм төҙөргә өйрәнәләр.



Балаларҙың бәйләнешле телмәрҙәрен үҫтереү өсөн халыҡ ижадын киң ҡулланам.Бөгөн беҙ һеҙгә халыҡ мәҡәлдәрен шул модель – схемалар аша һөйләп ишеттерҙек.Был алым мәҡәлдәрҙе тиҙерәк хәтерҙә ҡалдырыға ныҡ ярҙам итә.

Модель – схемаларҙы замана талаптарына ярашлы итеп үҙгәртеп торабыҙ, вариатив, мөғлүмәти принцибына таянып эш ителә, шул уҡ ваҡытта балаларҙың йәш һәм индивидуаль үҙенсәлектәрен күҙ алдында тотабыҙ.



Үҙ эшемдә ижади ижади эҙләнеүҙәр аша балаларҙа үҙ аллылыҡ һәм инициативалылыҡ формалаштырам, һәм балаларҙы ФГОС талаптарына тап килтереп тәрбиәләйбеҙ.





























































































































6


Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: 1 класс.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
ООБЭ конспекты "Китаптар иленд?"

Автор: Языкбаева Гульдар Галиевна

Дата: 30.10.2015

Номер свидетельства: 245796


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Ваш личный кабинет
Проверка свидетельства