“Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр” ярыш- эстафета
Маҡсат: балаларҙың хәрәкәт активлығын арттырыу, көслөләрҙе, ҡыйыуҙарҙы, етеҙҙәрҙе асыҡлау;
Бурыстар:
- татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү;
Алып барыусы: Балалар, беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылғанбыҙ. Бөгөнгө байрамыбыҙ ябай түгел, беҙ унда төрлө уйындар аша үҙебеҙҙең сослоҡ, етеҙлекте һынап күңел асасаҡбыҙ. Ә етеҙ, сос булыр өсөн һау-сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу мотлаҡ.
Алып барыусы: Һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк?
Балалар: Саф һауала күберәк йөрөргә.
Алып барыусы: Афарин! Һаулыҡ өсөн кешегә тағы нимәләр кәрәк?
Балалар: Витаминдар, йәшелсә-емештәр ашарға кәрәк.
Алып барыусы: Ә көслө, етеҙ булыр өсөн тағы нимә эшләргә кәрәк?
Балалар: Спорт менән шөғөлләнергә кәрәк.
Алып барыусы: Афарин, балалар, дөрөҫ уйлайһығыҙ. Ә
һеҙ ниндәй спорт төрҙәре беләһегеҙ?
Балаларҙың яуабы: Баскетбол, футбол, хоккей, йөҙөү (плавание)...
Алып барыусы: Балалар, атта сабыу ҙа спорт төрөнә инә.
Балалар: Бының өсөн ике командаға бүленергә кәрәк.
Көй аҫтында разминка
Алып барыусы: Шатлыҡтар күңелебеҙҙә,
Ал ҡояш күгебеҙҙә.
Килегеҙ дустар беҙгә
Ярыштар бөгөн беҙҙә!
-Ә хәҙер бер аҙ кәүҙәне яҙайыҡ, күнегеүҙәр яһайыҡ. (музыка аҫтында күнегеүҙәр яһау)
Алып барыусы: Бына бер аҙ ял иттек балалар, «Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух» тип халыҡ юҡҡа әйтмәй бит.
Алып барыусы: Афарин, балалар!
Уңыш һеҙгә, балалар,
Йылмайып- көлөп торһон!
Ошо бәйге беҙҙең арала
Дуҫлыҡ нигеҙен ҡорһон!
(Командаларға бүленеү, исем һайлау)
“Кем мәргән ?”
Маҡсат:
Уйын ҡағиҙәһе: командалар бер-бер артлы теҙелеп торалар һәм сафта беренсе торған бала ерҙә ятҡан дүңгәләк эсенә тупты ташлай ҙа артҡа барып тора. Дүңгәләк эсенә туп төшһә командаға мәрәй яҙыла. Уйын бөтә балалар туп ташлағансы дауам итә.
“Шайбаны ҡапҡаға индер”
Маҡсат:
Уйын ҡағиҙәһе: балалар ике сафҡа теҙелеп торалар һәм сәкән менән шайбаны ҡапҡаға индерәләр. Ҡапҡаға күп шайба индергән команда еңеүсе.
“Ҡайһы команда етеҙерәк?”
Маҡсат:
Уйын ҡағиҙәһе: командалар теҙелеп торалар һәм тупты ергә төшөрмәй бер-береһенә бирергә тейештәр. Ҡайһы команда тиҙерәк бирә шул еңеүсе.
“ Кем шәберәк тупты ташый?”
Маҡсат:
йүгереү һәләтен үҫтереү; етеҙлек, сослоҡ тәрбиәләүҙе дауам итеү;
Уйын ҡағиҙәһе: Балалар ике рәткә теҙелеп торалар. Сафта беренсе торған бала эргәһендә торған кәрзиндән тәпты ала һәм билдәле ергә йүгереп барып тупты кәрзингә һалып, кире килеп икенсе торған балаға ҡул менән һәм үҙҙәре артҡа торорға тейештәр. Уйын бөтә балалар йүгергәнсе дауам итә.
“Бассейн”
Маҡсат:
“Флагты тиҙерәк бир!”
Маҡсат:
иғтибарын, йүгереү һәләтен үҫтереү;
координацияһын үҫтереү;
Уйын ҡағиҙәһе: балалар ике рәткә торалар. Беренсе торған балалар флаг тотоп билдәле ергә тиклем йүгереп барып урап килергә һәм флагты артабан икенсе балаға бирергә тейеш, уйын шулай дауам итә.
Хәрәкәтле уйын: “Ҡаҙҙар, ҡаҙҙар , ҡайтығыҙ!”
Маҡсат:
Уйын ҡағиҙәһе: һанашмаҡ әйтеп “хужа”, “бүре” билдәләйҙәр, ҡалғандары “ҡаҙҙар” булалар. “Ҡаҙҙар” “бүреләр”ҙең бер яғында, “хужа” икенсе яғында ҡала.
“Хужа”: “ Ҡаҙҙар ”, “Ҡаҙҙар”, ҡайтығыҙ!- тип ҡысҡыра.
Ә “ҡаҙҙар” : - Беҙ ҡайтырға ҡурҡабыҙ,- тип яуаплайҙар.
-Һеҙ нимәнән ҡурҡаһығыҙ?
-Яман күҙле “бүре
-“Бүре” нишләп ултыра?
-Тешен ҡайрап ултыра ...
-Дәртегеҙ булһа, осоғоҙ ҙа ҡайтығыҙ, тип хужа әйтһә, “ ҡаҙҙар” “хужа” янына осоп киләләр, ә “бүре” уларҙы тоторға тырыша.
Уйын “ ҡаҙҙар” тотолоп бөткәнсе дауам итә.
Алып барыусы: Һеҙ ярышта зирәктәр,
Тормошта сәләмәт бала,
Бик ныҡ аҡыллыһығыҙ
Дуҫтарға һеҙ ныҡ терәк!
Балалар: Физкультура һәм спорт,
Тәнгә файҙа, бик файҙа.
Беҙҙең кеүек көслөләр юҡ
Һис бер ҡайҙа, юҡ бер ҡайҙа!
Алып барыусы:
Саф, пак күңел, һәм шат йөҙ менән
Был бәйгелә ҡатнаштыҡ беҙ!
Әйҙә, дуҫтар, дуҫлыҡ еңһен-
Беҙ ошоны бик теләйбеҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлау.