kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Конспект занятия на тему"Семья".

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект предназначен для педагогов младших групп.

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Конспект занятия на тему"Семья".»

Кескәйҙәр төркөмөндә ойошторолған белем биреү эшмәкәрлеге. Әҙерләне : Хәсәнова М.Ә

Тема: Ғаилә.

Төп белем биреү эшмәкәрлеге өлкәһе: Телмәр үҫтереү.


Маҡсат:балаларҙың телмәрен үҫтереү,ғаилә тураһындағы белемдәрҙе арттырыу.

Бурыстар:

Белем биреүсе:  Балаларға ғаилә һәм ғаилә ағзалары тураһында төшөнсә биреү, ғаилә ағзаларын дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнеү,

- Минең өйөм, минең ғаиләм – төшөнсөләренә аңлатма биреү.

Үҫтереүсе: Бер өйҙә йәшәп, бер-береһен яратып, ярҙам итеп йәшәүселәр “Ғаилә”төшөнсәһен аңлатыу, тәрбиәсене иғтибар менән тыңлау, һорауҙарға яуап биреү;

Тәрбиәүи: ғаилә ағзаларына ҡарата һөйөү, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү. Балала, ғаиләлә йәшәүе,туғандары булыуы өсөн ҡыуаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу: йомаҡтар яҙылған хат, ғаилә ағзаларының айырым һүрәттәре, ғаилә ағзаларының бергә төшкән һүрәттәре, кеҫәле “өй”панноһы, сәй эсеү өсөн кәрәкле әйберҙәр, ҙур ҡағыҙҙа өҫтәл һүрәте.

Һүҙлек эше: атай, әсәй, олатай, өләсәй, ғаилә, татыу.

Алдан алып барылған әҙерлек:

Исем, фамилия, ғаилә ағзаларының исемдәрен өйрәнеү

Сюжетлы-ролле уйын «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр»

Ғаилә альбомын ҡарау

Белем биреү эшмәкәрлеге барышы:

1.Ойоштороу өлөшө.

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, балалар! Балалар беҙгә хат ташыусы конверт ҡалдырып киткән. Әйҙәгеҙ әле, ҡарайыҡ, нимә бар икән конвертта? (тәрбиәсе конвертты аса)


2.Әңгәмә. Ғаилә тураһында йомаҡтар

Тәрбиәсе: Конверт эсендә йомаҡтар икән. Балалар, иғтибар менән тыңлайбыҙ:


Ул булмаһа, өй ҡараңғы,

Ул булмаһа, аш тәмһеҙ.

Ул-иң ҡәҙерле кеше,

Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ. (Балаларҙың яуаптары: Әсәй)


Тәрбиәсе: Афарин балалар ,дөрөҫ .

(тәрбиәсе әсәй һүрәтен алып «өй» панноһына ҡуя)

Әңгәмә (2-3 бала менән)

-Әсәйеңдең исеме нисек(балаларҙың яуаптары)

-Әсәйең һине нисек матур итеп әйтә (аҡыллым, матурым, уңғаным)

-Әсәйеңә өйҙә нисек ярҙам итәһең? (балаларҙың яуабы: уйынсыҡтарҙы йыйыштырам, посуда йыуам, саң һөртәм)

Тәрбиәсе: Афарин,балалар.Артабанғы йомаҡты тыңлайбыҙ

- Беҙҙең арала ул бигерәк көслө,

Белмәгән эше юҡтыр ҙа төҫлө.

Уның кеүек иртүк торормон,

Төрлө һөнәргә эйә булырмын. (Балаларҙың яуаптары: атай)

Тәрбиәсе: Дөрөҫ балалар, бик һәйбәт.(панноға атай һүрәтен ҡуя)

Әңгәмә (2-3 бала менән)

-Атайыңдың исеме нисек?(балаларҙың яуабы)

-Атайың һине нисек атай?(балаларҙың яуабы: үҫкәнем, аҡҡыллым)

-Атайың ниндәй ул?(балаларҙың яуаптары: көслө, батыр, эшсән, аҡыллы )

Тәрбиәсе: Афарин,тағы бер йомаҡты тыңлайбыҙ

-Тәмле аштар бешерә,

Матур гөлдәр үҫтерә.

Өйөбеҙҙең нуры ул,

Барыбыҙҙан оло ул.(балаларҙың яуаптары: өләсәй )

Тәрбиәсе: Эйе, дөрөҫ балалар (панноға өләсәй һүрәтен ҡуя)

-Өләсәй һеҙгә ниндәй тәмлекәс бешерә?(балаларҙың яуаптары: ҡоймаҡ, бишбармаҡ, бәлеш )

-Өләсәйегеҙ менән ни эшләргә яратаһығыҙ?(балаларҙың яуаптары: әкиәт тыңларға, гөлдәр тәрбиәләргә, саф һауала йөрөргә )

Тәрбиәсе:

-Уның сәскәйҙәре аҡтан -аҡ,

Һырлы-һырлы маңлайы.

Минең атай ҙур булһа ла ,

Уның кесе малайы.(балаларҙың яуабы: олатай, балалар ҡыйынһынһа тәрбиәсе ярҙам итә)

Тәрбиәсе: Эйе, дөрөҫ, ул беҙҙең олатай( панноға олатай һүрәтен ҡуя)

Әңгәмә (2-3 бала менән)

-Олатайыңдың исеме нисек?(балаларҙың яуабы)

-Кем олатайы тураһында һөйләргә теләй? (теләк буйынса 2 -3 баланы тыңлау)

Тәрбиәсе:Эйе, балалар, һәр беребеһенең атаһы, әсәһе, өләсәһе, олатаһы бар. Был - ғаилә тип атала. Һәр кешенең үҙ ғаиләһе була.(Тәрбиәсе паннолағы өйҙө күрһәтә)Улар бергә, бер өйҙә йәшәйҙәр. Балалар,әйҙәгеҙ ғаиләне бармаҡтарыбыҙҙа күрһәтәйек.

3.«Ғаилә» бармаҡ уйыны

Был бармаҡ – олатай,

Был бармаҡ - өләсәй,

Был бармаҡ – атай,

Был бармаҡ - әсәй,

Был бармаҡ – мин,

Был – минең ғаиләм!


(Тәрбиәсе «Өй» панноһын икенсе яғына әйләндерә, унда бөтә ғаилә бергә булған һүрәт.)

Тәрбиәсе: Балалар , ҡарағыҙ әле, бында кемдәр һүрәтләнгән?

Балалар: ғаилә (ғаилә ағзаларын һанайҙар)

Тәрбиәсе: Дөрөҫ.Әйҙәгеҙ,балалар ял итеп алайыҡ.

4.Физкультминутка «Беҙҙең ғаилә»


Уң ҡулым әсәй булһа (ҡулды беләктә бөгәбеҙ)

Һул ҡулым атай булыр, (һул ҡулды беләктә бөгәбеҙ)

Уң аяҡ ағай булһа, (уң аяҡта , һул аяҡта маршировать итәбеҙ)

Һул аяҡ апай булыр.

Шунан уйлап ҡараһам

Барыһы кәрәк булыр,

Бер-береһенә терәк булыр.(Сәпәкәйләйбеҙ).


-Афарин, балалар! Ял иттек, урындарға ултырабыҙ

Тәрбиәсе: Балалар, бөтөһелә өйҙә булғанда беҙгә күңелле. Ғаиләгеҙ менән бергә нимәләр эшләргә яратаһығыҙ ,балалар? (балаларҙың яуаптары: ҡырға сығабыҙ, ял итергә барабыҙ, киноға йөрөйбеҙ)

Тәрбиәсе:эйе,дөрөҫ балалар.Тағы ла ғаиләбеҙ менән ҙур өҫтәл янына йыйылып сәй эсергә лә яратабыҙ. Әйҙәгеҙ әле бергәләп сәй табыны ойошторайыҡ. («Сәй табыны» ҡорама йәбештереү)

Тәрбиәсе:ҡарағыҙ әле, балалар, ниндәй матур сәй табыны килеп сыҡты.

6.Рефлексия.










Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Конспект занятия на тему"Семья".

Автор: Хасанова Мадина Адигамовна

Дата: 08.11.2022

Номер свидетельства: 616982


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства