Маҡсат: балаларға волонтерҙарҙың эштәре, эштәренең төп йүнәлештәре, тормоштағы әһәмиәте тураһында төшөнсә биреү.
Бурыстар:
Өйрәтеүсе: балаларҙы волонтерҙар эшмәкәрлегенең төп төшөнсәһе,
волонтерҙарҙың ижтимағи – файҙалы эшмәкәрлектәренең төрҙәре менән таныштырыу;
Үҫтереүсе: балаларҙың бәйләнешле телмәрен, фекерен, һүҙбайлығын, иғтибарын , бер-береһе һәм тәрбиәсе менән аралашыу әүҙемлеген үҫтереү;
Тәрбиәүи: балаларҙа әхлаҡи дөйөм кешелек ҡиммәттәренә ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: проектор, экран, ноутбук, телефон, блокнот, ирекмәндәр кейеме, дисктар, төҫлө ҡағыҙ, ҡайсы, бумала, елем, бумала.
Эшмәкәрлек барышы.
Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, балалар! Мин – Нәсимә Зиннур ҡыҙы, “Сулпылар” балалар баҡсаһынан килдем. Һеҙҙе күреүемә бик шатмын! Һәм хәҙер мин һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс эшмәкәрлеккә саҡырам!
Әйҙәгеҙ, балалар, түңәрәккә торайыҡ һәм уйнап алайыҡ.
Уйын.
Мин мөғжизә, мин – кеше,
Донъяның миндә эше.
Ер шарына ныҡ баҫам,
Донъяны көн дә асам!
Телефон шылтырай.
Тәрбиәсе: Балалар, миңә шылтыраталар.
Һаумыһығыҙ! Эйе, мин һеҙҙең блокнотығыҙҙы таптым тип белдереү биргәйнем. Әлбиттә, ярҙам итербеҙ. Бөтәһенә лә шылтыратырбыҙ. Минең янымда бик шәп ярҙамсыларым бар! Һау булығыҙ!
Балалар, беҙҙән ярҙам һорайҙар. Ярҙам итәйекме? Әйҙәгеҙ, балалар, ултырғыстарға ултырышайыҡ. Мин һеҙгә кем шылтыратҡанын, хәлдең нисек булыуын һөйләп ишеттерәйем әле.
Балалар ултырғыстарға ултыралар.
Тәрбиәсе: Бер көнө мин блокнот табып алдым.Ул блокнот ирекмәндең блокноты булып сыҡҡан. Ә һеҙ беләһегеҙме, кем ул ирекмән? Ирекмән ул рус телендә волонтер була. Волонтер һүҙен ишеткәнегеҙ бармы? Ирекмәндәр (волонтерҙар) үҙ теләктәре менән кешеләргә ярҙам итәләр. (Слайд 1).
Улар бер төрлө кейем кейәләр, үҙҙәренең девиздары ла була.
Беҙҙең “Сулпылар” балалар баҡсаһында ла бәләкәй ирекмәндәр (волонтерҙар) бар. (Слайд 2)
Уларҙың девиздары ошолай яңғырай:
Беҙ балалар – был бер!
Беҙ волонтерҙар – был ике!
Беҙҙе һынауҙар көтә, ҡурҡмайбыҙ!
Беҙ бит “Сулпылар”
Һәм беҙ гел алда!
Балалар, һеҙгә “Сулпылар” ирекмәндәренең девизы оҡшаймы? Ирекмәндәр (волонтерҙар) ниндәй эштәр башҡаралар икән? Әйҙәгеҙ, танышып китәйек.
(Слайд 3)
Тәбиғәтте һаҡлауҙа ярҙам итәләр.
Ә был һүрәттә нимә эшләйҙәр? (Слайд 4)
Өлкәндәргә ярҙам итәләр.
Бында нимәләрҙе күрәһегеҙ? Улар ни эшләйҙәр?
Урамда ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға ярҙам итәләр. (Слайд 5)
Ә был фотола “Сулпылар” балалар баҡсаһының йәш ирекмәндәре өлкәндәргә концерт күрһәтәләр. (Слайд 6)
Тәрбиәсе: Тимәк, ирекмәндәрҙең төп девизы – яҡшылыҡ эшләргә ашығайыҡ! Был ирекмәндең (волонтерҙың) блокнотында ярҙам һораусыларҙың телефон номерҙары яҙылған. Балалар, ә һеҙ ирекмәндәр булып уларға ярҙам иткегеҙ киләме? Беҙ һөйләшкәйнек бит, ирекмәндәрҙең бер иш кейемдәре була тип, әйҙәгеҙ уларҙы кейәйек. (Тәрбиәсе балаларға ирекмәндәрҙең кейемдәрен кейҙерә)
Тәрбиәсе: Бына беҙ ирекмәндәр (волонтерҙар) булдыҡ. Изге эштәр башҡарырға әҙерһегеҙме? Әлиә, әйҙә блокнотта күрһәтелгән беренсе телефон номерын йый әле. Ә мин тыңлайым, кемгә беҙҙең ярҙам кәрәк икән.
Рәхмәт, аңлашылды. (Телефон трубкаһын һала)
Беҙгә Ислам исемле малай шылтырата. Ул беҙгә дисктар ебәргән икән. Беҙҙән ярҙам һорай, дискта булған фильмдарҙың ҡайһыһы балалар өсөн икәнен белмәй. Әйҙәгеҙ, балалар, уға ярҙам итәйек. (Тәрбиәсе беренсе дискты күрһәтә) Балалар, был фильм нимә тураһында икән? (һуғыш, яуызлыҡ тураһында) Тимәк, был фильмды һеҙгә ҡарарға яраймы? Юҡ, ярамай. Ни өсөн? Һуғышыу- ул насар. (Тәрбиәсе икенсе дискты күрһәтә). Балалар, ә был фильм һеҙгә танышмы? Нимә тураһында ул? Эйе, афарин. Лунтик – балаларҙың яратып ҡараған геройы. Тимәк, ҡайһы фильмды Исламға ҡарарға ярай? Дөрөҫ әйтәһегеҙ, балалар! Бына беҙ ысын волонтерҙар булып, Исламға ярҙам иттек.
Артабан шылтыратайыҡ. Сәлимә, блокноттағы артабанғы һандарҙы йый әле. Беҙгә Айгөл исемле ҡыҙ шалтырата. Уның ике бәләкәй һеңлеһе һәм ҡустыһы бар. Айгөл үҙенең туғандарын уйнатырға теләй. Ләкин ниндәй уйын уйнатырға белмәй. Беҙҙән ярҙам һорай. Әйҙәгеҙ, балалар, бер уйынды видеоға төшөрәйек тә Айгөлгә ебәрәйек. Килегеҙ, минең яныма. Түңәрәккә ултырайыҡ. Беҙ һеҙҙең менән башҡорт халыҡ уйыны “Йәшерәм яулыҡ” исемле уйын уйнайбыҙ. Беҙгә уйынды башлаусы кәрәк. Уны һанашмаҡ әйтеп билдәләйек. (Һанашмаҡ әйтеү)
Аҡ суҡ, ҡара суҡ
Бында торма, бар сыҡ.
( “Йәшерәм яулыҡ” уйыны).
Афарин, балалар! Уйын һеҙгә оҡшанымы? Айгөлгә лә был уйын оҡшар тип ышанам. Ә хәҙер мин һеҙҙе өҫтәл артына саҡырам. Тағы ла блокноттағы яҙыуға күҙ һалайыҡ, телефон номерын йыяйыҡ. Балалар, ниндәй ҙур байрам яҡынлаша? Эйе, тиҙҙән Бөйөк Еңеү көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Беҙҙе ҡарттар йортона Еңеү байрамына саҡыралар. Барабыҙмы? Әйҙәгеҙ, беҙ уларға бүләктәр ҙә әҙерләйек.
“Тюльпан” - оригами эшләү.
Афарин, балалар, бүләктәр бик матур килеп сыҡты. Олатай – инәйҙәр бүләктәребеҙгә бик шат булырҙар. Ирекмәндең блокнотында яҙылған бөтә эштәрҙе лә башҡарҙыҡ, хәҙер блокноттың хужаһына шылтыратып, ниндәй эштәр башҡарыуыбыҙҙы һөйләйек.
Балаларҙың яуаптары.
Тауыш: Афарин, балалар! Һеҙ ысын йәш ирекмәндәр икәнһегеҙ.
Тәрбиәсе: Рәхмәт, һеҙгә йәш ирекмәндәр! Блокнотты мин эйәһенә тапшырырмын. Ә һеҙҙе ял итергә саҡырам.