kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Башкорт халкының кәсебе

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект организованной образовательной деятельности на башкирском языке

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Башкорт халкының кәсебе»

Башҡорт халҡының кәсебе. Солоҡсолоҡ”.


Программаның йөкмәткеһе:


  • Туған илгә, тыуған ергә, уның тәбиғәтенә, туған телгә мөхәббәт хисе тәрбиәләү.

  • Башҡорт халҡының көнкүрешенә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо тәрбиәләү.

  • Башҡорт халҡының боронғо кәсептәре менән таныштырыу.


Һүҙлек эше: умартасы, умартасылыҡ, умарта, солоҡ, солоҡсо, солоҡсолоҡ.


(Балалар төркөмдә түңәрәктә торалар.)


Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ балалар! Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, иғтибар менән тыңлайбыҙ;

Таң менән үҙе тора,

Эш эшләйем тип тора,

Сәскәнән, сәскәгә ҡунып,

Балды тиҙ генә йыя. (Бал ҡорто.)

  • Был нимә? Дөрөҫ, бал ҡорто.

Артикуляция күнегеүҙәре: - Бал ҡорто ниндәй тауыш сығара?

( ҙ-ҙ, ж-ж,з-з)

- Бал ҡортон ҡулдарға һалдыҡ, осорға ярҙам итәбеҙ (өрәбеҙ.)

(Балалар урындарына ултыралар.)

Тәрбиәсе: Был һүрәттә нимә һүрәтләнгән? Бал ҡортоноң нимәләре бар? (башы,кәүҙәһе, алты аяғы…һ.б)

- Дөрөҫ, ә хәҙер әйҙәгеҙ бергәләп уйын уйнап алайыҡ:


Д/У: Бал ҡортон өлөштәрҙән төҙ.


Тәрбиәсе: Бал ҡортон эшсән тип йөрөтәбеҙ, ниндәй эш эшләй бал ҡорто? (Сәскәнән,сәскәгә оса; бал йыя, һ.б)

  • Балалар, һеҙ бал ашағанығыҙ бармы? Әйҙәгеҙ балалар бергәләшеп балдан ауыҙ итәйек. (Балды тәмләп ҡарау.)

  • Балалар бал һеҙҙең өсөн ниндәй? ( тәмле, шәкәрле, һары төҫтә, тәмле еҫле, шифалы…..)

  • Балалар бал ҡорто менән шөғөлләнгән кешене кем тип әйтәләр?(Умартасы.)

  • Бал ҡортоноң өйө нисек атала? (Умарта.)

  • Бал ҡорто балды ҡайҙа йыя? (Кәрәҙгә.)

Тәрбиәсе: Балалар афарин, бал ҡорто тураһында бик күп беләһегеҙ, ә хәҙер әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

Физ. минутка:

Бал ҡорто уянды (түңәрәктә атлайбыҙ)

Йылмайҙы, кирелде (ҡулдарҙы күтәрәбеҙ)

Ысыҡ менән йыуынды (алға эйелеп битте йыуыу)

Тиҙ генә өрөлдө. (урында өрөлөү)


Тәрбиәсе: Балалар башҡорттар борон-борондан умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ә хәҙер әйҙәгеҙ беҙ һеҙҙең менән фильм ҡарайыҡ.


Фильм ҡарау.


Тәрбиәсе: Был фильмда нимәләр күрҙегеҙ? (Балаларҙың яуаптары.) Ҡырағай бал ҡорттары бейек ағаста йәшәй. Был оя «Солоҡ» тип атала. Ағасҡа менеп балды йыйған умартасыны «Солоҡсо» тип атайҙар. Был боронғо башҡорт халҡының шөғөлө. Хәҙерге ваҡытта ла был кәсеп менән Бөрйән районында шөғөлләнәләр. Был кәсепте «Солҡсолоҡ» тип йөрөтәләр.

( Яңы һүҙҙәрҙе ҡабатлау, дөрөҫ әйтергә өйрәтеү.)


Тәрбиәсе: Балалар, беҙ йәй көндәрендә бал ҡортон күҙәттек.

Ә хәҙер әйҙәгеҙ ҡағыҙҙан бал ҡортон эшләйек.


Оригами «Бал ҡорто».



Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Башкорт халкының кәсебе

Автор: Гульназ Билаловна Исламгулова

Дата: 16.11.2021

Номер свидетельства: 591638


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства