kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Башкирские традиции в воспитании мальчиков и девочек

Нажмите, чтобы узнать подробности

Конспект ООД по теме "Башкирские традиции в воспитании мальчиков и девочек"

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Башкирские традиции в воспитании мальчиков и девочек»

Малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиәләүҙә башҡорт халыҡ традициялары



Эшмәкәрлек төрө: танып белеү

Интеграция: социаль – коммуникатив үҫеш, телмәр үҫеше, танып белеү үҫеше.

Маҡсат: балаларҙа башҡорт мәҙәниәте аша малайҙар һәм ҡыҙҙар араһында

Бурыстар:

Балаларҙың башҡорт халҡының элекке көнкүреше, тормош үҙенсәлеге тураһында белемдәрен тәрәнәйтеү. Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарының, ирҙәрҙең кейемдәре, тирмә, уның төҙөлөшө, ҡоролошо, бүленеше менән таныштырыуҙы дауам итеү.

Әсәнең балаға һөйөүе, ҡыйыулыҡ, сабырлыҡ, изге күңеллелек, яуаплылыҡ, көс, етеҙлек кеүек әхлаҡи сифаттар формалаштырыу.

Балаларҙың ижади ҡарашын, телмәрен үҫтереү, һүҙбайлығын арттырыу, ҡағыҙ, елем менән эш итеү күнекмәләрен нығытыу.

Үҙ халҡыңдың тарихына, үткәненә ихтирам, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: тирмә макеты, проектор, ноутбук, ҡурсаҡтар, коляска, башҡорт орнаменттары шаблондары, бумалалар, елем, салфеткалар.

Һүҙлек эше:

Һүҙлекте байытыу: шаршау, түшәк тартма, күсмә тормош, сәкмән.

Һүҙлекте әүҙемләштереү: тирмә, исем, ҡашмау, елән.

Методтар һәм алымдар: әңгәмә, практик эш, презентация ҡарау, һорауҙарға яуап биреү, педагогик ситуация, схемалар менән эшләү, нәфис һүҙ, художество – продуктив эшмәкәрлек, макет төҙөү, сюрприз момент, дидактик уйындар.

Алдан башҡарылған эш: мәҡәлдәр өйрәнеү, шиғырҙар ятлау, уҡыу, йомаҡтар сисеү, схема буйынса һөйләү, башҡорт орнаменты, кейемдәре тураһында әңгәмә, “Башҡорт кейемдәре” альбомы төҙөү.







Тәбиғи белем биреү эшмәкәрлеге барышы:

Тәрбиәсе: Һаумыһығыҙ, балалар!

Ҡояш нурҙарын һибә,

Ниндәй күңелле беҙгә.

Алһыу нурҙар һибелә

Беҙҙең бөтәбеҙгә лә.

Тәрбиәсе: Әйҙәгеҙ, балалар, бер – беребеҙгә, ҡунаҡтарға, көҙгө көнгә ҡарап йылмаяйыҡ. Беҙҙең бөгөнгө дәрес бик әүҙем үтер тип ышанам.

Миңә лә йәбешкән,
Һиңә лә йәбешкән,
Уға ла йәбешкән.
Нимә ул?                  (Исем.)

Тәрбиәсе: Балалар, бала тыуғас та, ата- әсәһе уға исем һайлап ҡуша. Яңы тыуган балаға исем ҡушыу иң матур йола - байрам булып һанала. Һеҙ ундай байрамдың нисек үткәнен күргәнегеҙ бармы? (Балаларҙың яуаптары. Әгәр күргән бала булһа, һөйләтеү.)

Мәжлескә яҡын туғандар, мулла саҡырыла. Милли ризыҡтар бешерелә. Баланың битен ябып, мендәргә һалып мулланың янына килтерәләр. Мулла аҙан уҡып, баланың ҡолағына исем әйтә, доға уҡый. (Презентацияла күрһәтелә).

Ата – әсә балаһына исем ҡушҡанда тыйнаҡ, матур, еңел әйтелешле, мәғәнәле исем ҡушырға тырышалар.

Диалог төҙөү.

– Һаумы, Динислам!
– Һаумы, Рәил!
– Динислам, һин исемеңдең мәғәнәһен беләһеңме?
– Беләм, «ислам динендә” тигәнде белдерә. Ә һинең исемең нимәне аңлата?
– Минең исемем “нигеҙ ҡороусы, нигеҙ һалыусы” тигәнде белдерә.

Тағы ла бер - ике диалог тыңлана. Ҡалған балалар үҙҙәренең исемдәренең мәғәнәһен аңлата.

Тәрбиәсе: Балалар, уйлап ҡарағыҙ әле, малайҙарҙың исемдәре һәм ҡыҙҙарҙың исемдәре мәғәнәләре буйынса айырыламы? (Яуаптар: айырыла). Нимәһе менән айырыла, тип уйлайһығыҙ? (Яуаптар: Малайҙарҙың исемдәре көслө, батыр, ҡаты кеүек мәғәнәләр бирә. Ҡыҙҙарҙың исемдәре – сәскә, нәзәҡәтле, һөйкөмлө мәғәнәләрен белдерә.

Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә “Исемем нимә аңлата?” тигән буклеттар әҙерләнем, ошоларҙы ҡарап, өйҙә ата – әсәйҙәрегеҙ менән исемегеҙҙең серен сисеп ҡарарһығыҙ.

Тәрбиәсе: Балалар, яңыраҡ беҙ ниндәй байрам билдәләнек? (Яуаптар: Башҡортостан республикаһының тыуған көнөн билдәләнек).

Беҙҙең республиканың төп халҡы ниндәй? (Яуап: башҡорттар)

Тәрбиәсе: Балалар, башҡорт халҡы электән төрлө шөғөлдәр менән шөғөлләнгәндәр: солоҡсолоҡ, мал көтөү, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ – был эштәр менән ир – егеттәр шөғөлләнгәндәр. Ә ҡатын – ҡыҙҙар йортта булышҡандар: ҡул эштәре менән, бала ҡарау, йорт эштәре менән шөғөлләнгәндәр. (Һүрәттәр күрһәтеү). Элек башҡорттар күсмә тормош алып барғандар. Шулай булғас улар ҡайҙа йәшәгәндәр тип уйлайһығыҙ. (Яуаптар: Тирмәләрҙә йәшәгәндәр.)

(Тирмә тураһында презентация ҡарау.)

Тирмә бик уңайлы булған. Йәйен һалҡынса, ҡышын йылы булған. Тирмә хәҙерге квартираларҙың бер бүлмәһе ҙурлығында булған. Тирмә тиҙ генә йыйылған һәм ҡоролған. Ағас тирәстең өҫтөн кейеҙ менән япҡандар. Тирмә эсендәге бөтә әйберҙәр ҙә билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған. Тирмәне сағыу биҙәкле балаҫтар һәм келәмдәр биҙәгән.

Тәрбиәсе: Балалар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн балаҫтар һәм яҫтыҡтар күп булған икән? (Яуаптар: Сөнки башҡорттар иҙәндә ашағандар, балаҫтарҙы йоҡлағандар.) Тирмәлә иң ҡәҙерле нәмә һандыҡ булған. Унда ҡунаҡҡа ғына кейгән кейемдәр, биҙәүестәр һаҡланған. Һандыҡ өҫтөнә буй юрғандарҙы, яҫтыҡтарҙы өйөп ҡуйғандар. Һәм ошо юрған – яҫтыҡтарҙы матур итеп сигелгән түшәк тартма менән тарттырып ҡуйғандар.

  • Әйҙәгеҙ, бергәләп һандыҡ, түшәк тартма һүҙҙәрен ҡабатлайыҡ әле. (айырым).

Башҡорттарҙың тирмәһе ике яртыға бүленгән. Уны хәҙерге кеүек ишек түгел, ә шаршау бүлгән. (Бергә ҡабатлау: шаршау).

Тирмәнең бер яғы, ингәс тә һулда, ирҙәр яғы урынлашҡан. Унда ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйлағандар. Икенсе яртыһы ҡатын – ҡыҙҙар яғы тип һаналған. Унда хужалыҡ кәрәк – яраҡтары урынлашҡан. Ағас һауытта иген, он һаҡланған. Сәйҙе самауырҙа эскәндәр. Ҡатын – ҡыҙҙар яғында башҡорт милли аштары бешергәндәр. Балалар, ә һеҙ ниндәй милли ризыҡтар беләһегеҙ? (Яуаптар: буҙа, ҡаҙы, сәк – сәк, бәлеш, туҡмас, ҡымыҙ, бишбармаҡ.)

Ирҙәр яғында бәләкәй балалар уйнағандар, ә өлкәнерәктәре хужалыҡта ярҙам иткәндәр.

Балалар, башҡорттар бик моңло, сәнғәткә ғашиҡ халыҡ. Улар гел эш менән генә булмаған, ә күңел аса ла белгән. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә һеҙҙең менән бергәләп бейешеп алайыҡ.

Ял минуты.

Ҡыҙҙар тыпырлау - бармаҡ сиртеү, тыпырлау - ҡулды алға елпетеү, малайҙар – тыпырлау – ҡулдар билдә, тыпырлау – ҡулдарҙы алмаш – тилмәш алға йөрөтөү хәрәкәттәре яһай.

Тәрбиәсе: Балалар, мин һеҙгә уйын тәҡдим итәм. Бына беҙҙең тирмә. Берешәр предмет алып, уларҙы тирмәгә урынлаштырығыҙ. (Тирмәнең макеты. Уйынсыҡтар: малай, ҡыҙ ҡурсаҡ, самауыр, һандыҡ, балаҫ.)

Тәрбиәсе: Ирҙәр кисен ял иткәндә ҡатын – ҡыҙҙар ҡул эше менән булышҡандар һәм балаларына бишек йырҙары йырлағандар. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар Айгөлдө бишек йыры йырлап бәүетеге әле. (Сәңгелдәк янында йырлау).

Йом – йом күҙең, йондоҙом,

Минең бәләкәй ҡыҙым.

Йоҡла тыныс, былбылым,

Йоҡла рәхәт, күҙ нурым.



Тәрбиәсе: Балар, нисек уйлайһығыҙ, малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла бер үк бишек йыры йырлағандармы икән? (Яуап: Юҡ)

Малайҙарға әсәләре көслө, батыр, зирәк булһын тип теләктәр әйтеп йырлағандар. Ҡыҙҙарға матурлыҡ, сафлыҡ, аҡыл тураһында йырлаған.

Тәрбиәсе: Ирҙәрҙең дә, ҡатын – ҡыҙҙарҙың да бик матур, үҙенсәлекле кейемдәре булған. Беҙ һеҙҙең менән ул турала һөйләшкәнебеҙ бар. Әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп алайыҡ әле: ҡатын – ҡыҙҙар нимәләр кейгән? (Яуаптар: елән, күлдәк, түшелдерек, ҡашмау, камзол)

Ир – егеттәрҙең кейеме ниндәй? (Сәкмән, елән, ыштан, бүрек)

Тәрбиәсе: Балалар, бөгөн мин һеҙгә матур биҙәктәр менән кейемдәрҙе биҙәргә тәҡдим итәм. Ошо әҙер еләндәрҙе ҡыҙҙар, сәкмәндәрҙе – малайҙар биҙәй. (Орнаменттарҙы күрһәтәм, балаларҙан әйттерәм). Балаларға әҙер һүрәттәр, ҡырҡып әҙерләнгән орнаменттар, пайеткалар тәҡдим ителә.

Эшләп бөткәс бер нисә бала үҙенең эшләгән эшен күрһәтә, ни өсөн шул биҙәкте һайлауын һөйләй.












Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Уроки

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Скачать
Башкирские традиции в воспитании мальчиков и девочек

Автор: Исламгулова Гульназ Билаловна

Дата: 30.10.2017

Номер свидетельства: 435500

Похожие файлы

object(ArrayObject)#851 (1) {
  ["storage":"ArrayObject":private] => array(6) {
    ["title"] => string(172) "Конспект урока по математике, посвященный  Дню Республики Башкортостан "Башкирский орнамент" "
    ["seo_title"] => string(101) "konspiekt-uroka-po-matiematikie-posviashchiennyi-dniu-riespubliki-bashkortostan-bashkirskii-ornamient"
    ["file_id"] => string(6) "128783"
    ["category_seo"] => string(10) "matematika"
    ["subcategory_seo"] => string(5) "uroki"
    ["date"] => string(10) "1415559673"
  }
}


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства