Муниципаль автономлы белем биреү учреждениеһы
  «Сулпылар» балалар баҡсаһы
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  “3 һаны һәм цифры менән таныштырыу”  
  ( уртансылар төркөмө)
  
 
  
 
  
  Тәрбиәсе :  
  Әбдрәшитова Р. Х.  
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  
 
  Сибай, 2016 йыл
  
 
  
 
  
 
  
 
 Маҡсат: 3 һанының барлыҡҡа килеүен аңлатыу һәм уның тамғаһы булған 3 цифры менән таныштырыу.1ҙән 3кә тиклем һанарға һәм предметтарҙы уң ҡул ярҙамында һулдан уңға табан һала белергә өйрәтеү; арауыҡта йүнәлеште билдәләү күнекмәләре.  
 Һүҙлек эше: уңда – һулда, машина, төҙөлөш  
 Йыһазландырыу: йөк һәм еңел машиналар һүрәттәре, төрлө төҫтә геометрик фигуралар, 1-ҙән 4- кә тиклем һандар, Доман карточкалары, «Танграмм» уйыны.
 Таратма материал: һәр балаға математик полотно, геометрик фигуралар – өсмөйөш, дүртмөйөш, 1-ҙән 4- кә тиклем һандар, төҫлө ҡәләм һәм геометрик фигуралар, һандар рәте төшөрөлгән бит, «Танграмм» уйыны.
  
 
  Дәрес барышы:  
 Тәрбиәсе: балалар, әйҙәгеҙ уйын уйнап алайыҡ.
 Уйын «Пантомима»
 Балаларҙың кәйефтәре нисек? – йылмаялар.
 Балалар мине нисек ишетәләр? – ҡулды алға һуҙып баш бармаҡты күрһәтәләр.  
 Иртәнсәк балалар баҡсаға нисек киләләр? – урында йүгерәләр.
 Балалар бер-береһен нисек һағынғандар? – бер-береһен ҡосаҡлап һөйәләр.
 Тәрбиәсе: афарин. Балалар, бөгөн йома, нисек уйлайһығыҙ аҙнаның нисәнсе көнө?
 Балалар: аҙнаның бишенсе көнө.  
 Тәрбиәсе: дөрөҫ. Ильнар ҡабатла әле.
 Бала: бөгөн йома, аҙнаның бишенсе көнө.
 Тәрбиәсе: афарин. Бөгөн беҙ нисек 3 һаны барлыҡҡа килеүе һәм 3 цифры менән танышабыҙ. Өҫтәлдәр артына рәхим итегеҙ.
  Тәрбиәсе: ҡала урамдарында төрлө машиналар йөрөйҙәр. Беренсе-йөк машинаһы, икенсе-еңел машина, тағы спорт машинаһы ла осрай, бөтәһе өс машина.Әйҙәгеҙ бергә һанайыҡ әле.  
 Балалар: бер, ике, өс, бөтөһе өс машина.
 Тәрбиәсе: Кем таҡта янына сығырға теләй?
 Бала: бер, ике, өс, бөтөһе өс машина.
 Тәрбиәсе: афарин Нәилә.Балалар, Нәилә нисек һананы?
 Балалар: дөрөҫ һананы.
 Тәрбиәсе: афарин. Ә хәҙер, балалар геометрик фигуралар, һандар рәте бирелгән ҡағыҙ битендә: нисә машина бар, шул тиклем өсмөйөштө буяғыҙ. Афарин, һандар рәтенән өс цифрын табып яҙып ҡуйығыҙ.Ильгинә, һин нисә өсмөйөштө буяның?
 Бала: өс өсмөйөштө.
 Тәрбиәсе: дөрөҫ, афарин. Тимур, һин ниндәй цифрҙы яҙҙың?
  Бала: өс цифрын.
 Тәрбиәсе: афарин.Иғтибар, карточкалар менән эшләйбеҙ. Карточкала нисә нөктә һанайһығыҙ, шуны цифр менән күрһәтегеҙ.  
 Балалар: бер, ике, өс.  
 Тәрбиәсе: афарин балалар, иғтибарлы булдығыҙ. Ә хәҙер һеҙгә математик полотно һәм ваҡ геометрик фигуралар кәрәк. Иғтибар, өҫкө юлға ике өсмөйөш фигураһын уң ҡул менән һулдан уңға һалырға кәрәк. Регина, һин нисә өсмөйөш һалдың?
 Бала: ике өсмөйөш һалдым.
 Тәрбиәсе: афарин. Рафаэль, һин ниндәй ҡул менән һалдың?
 Бала: уң ҡул менән.
 Тәрбиәсе: Тимур, һин полотноның ҡайһы яғынан һала башланың?
 Бала: һул яғынан.
 Тәрбиәсе: афарин Тимур. Аҫҡы юлға өс дүртмөйөштө һалығыҙ. Фидан һинең дүртмөйөштәрең ниндәй төҫтә?
 Бала: дүртмөйөштәр ҡыҙыл төҫтә.
 Тәрбиәсе:афарин. Розалина,аҫҡы юлда нисә дүртмөйөш һалдың?
 Бала: өс дүртмөйөш һалдым.
 Тәрбиәсе: балалар, әйтегеҙ әле, ниндәй фигура күп?
 Балалар: дүртмөйөш күп.
 Тәрбиәсе: дөрөҫ. Нисек уйлайһығыҙ, нисәгә күп?
 Балалар: бергә.
 Тәрбиәсе: афарин. Тимәк, өс икенән бергә ҙур. Бергә ҡабатлайыҡ әле .
 Балалар: өс икенән ҙур.
 Тәрбиәсе: Алина, ҡабатла әле иҫбатлағанды.
 Бала: өс икенән ҙур.
 Тәрбиәсе: Алина, дөрөҫ ҡабатланымы?
 Балалар: дөрөҫ ҡабатланы.
 Тәрбиәсе: афарин Алина, афарин балалар. Беҙҙең машиналар юлға сыға, уйнап алырға саҡыра.
 Уйын «Күңелле машиналар»
 Моторҙарҙы ҡабыҙабыҙ, урындан ҡуҙғалабыҙ (ҡулдарҙы әйләндерәләр)
 Уңға, һулға боролабыҙ, һикереп тә алабыҙ-бер, ике, өс (һикерәләр)
 Тигеҙ ерҙә йүгерәбеҙ, бик күңелле еләбеҙ (йүгерәләр)
 Бына килеп тә еттек, хәл йыйҙыҡ – бер, ике, өс.
  Машина килеп туҡтаған тауыш ишетелә. Төҙөүсе килеп инә.
 Төҙөүсе: һаумыһығыҙ балалар.
 Балалар: һаумыһығыҙ.
 Төҙөүсе: һеҙ аҡыллы балалар, миңә ярҙамығыҙ кәрәк.
 Тәрбиәсе: балалар, һеҙгә нисек ярҙам итә алырҙар икән?
 Төҙөүсе: көндәр һыуынып китте, эште тиҙерәк бөтөрөр инек, төҙөлөш материалдары ташырға машиналар етмәй. Зинһар, машиналар эшләп бирегеҙ!
 Тәрбиәсе: балалар, ярҙам итәйекме?
 Балалар: ярҙам итәйек.
 Тәрбиәсе: төҙөүсе, хәҙер балалар «Танграмм» уйынын ҡулланып йөк машиналары төҙөп бирерҙәр. Балалар, әйҙәгеҙ бергәләп уйындың атамаһын ҡабатлайыҡ әле.
 Балалар: «Танграмм» уйыны.
 Тәрбиәсе: афарин. Тимур, машина ниндәй өлөштәрҙән тора, әйтеп үт әле? балалар иғтибар менән тыңлағыҙ!
 Бала: кузов, кабина, тәгәрмәстәр, руль.
 Тәрбиәсе: балалар. Тимур машинаның бар өлөштәрен һанап үттеме?
 Балалар: эйе, бар өлөштәрен һананы.
 Тәрбиәсе: афарин Тимур. Иғтибар. Беҙ машинаның кузвынан эшләй башлайбыҙ, ул ҙур өсмөйөш. Кабина бер ҙур, бер бәләкәй өсмөйөшөтән һәм бер дүртмөйөштән тора. Балалар, нисек уйлайһығыҙ, квадратты ниндәй фигураларҙан эшләргә була?
 Балалар: ике өсмөйөштән.
 Тәрбиәсе: дөрөҫ, афарин балалар.
 Төҙөүсе: афарин балалар, һеҙ барыһында дөрөҫ эшләнегеҙ. Балалар, һеҙ ниндәй юл ҡағиҙәләрен беләһегеҙме?
 Балалар: тротуарҙан йөрөргә кәрәк. Юл аша сыҡҡанда светофорға ҡарарға кәрәк. Юлда йүгерергә ярамай.Өлкәндәрҙең ҡулдарына тотоноп атларға кәрәк.
 Төҙөүсе: бик аҡыллы балалар икәнһегеҙ. Рәхмәт, шәп йөк машиналары килеп сыҡты. Миңә эшкә барырға ваҡыт етте, һау булығыҙ.
 Балалар: һау булығыҙ.  
 Тәрбиәсе: афарин. Беҙ бөгөн эшмәкәрлектә нимәләр эшләнек?
 Балалар: нисек 3 һаны, 3 цифры менән таныштыҡ. Һананыҡ, өсмөйөштәр буяныҡ, өс цифрын яҙҙыҡ, уйнаныҡ.
  Тәрбиәсе: афарин аҡыллыларым, рәхмәт.