kopilkaurokov.ru - сайт для учителей

Создайте Ваш сайт учителя Курсы ПК и ППК Видеоуроки Олимпиады Вебинары для учителей

Театрализованное представление с ростовыми куклами.Русская народная сказка "Колобок" на башкирском языке.

Нажмите, чтобы узнать подробности

Сценарий.Театрализованное представление для старших-подготовительных групп

Вы уже знаете о суперспособностях современного учителя?
Тратить минимум сил на подготовку и проведение уроков.
Быстро и объективно проверять знания учащихся.
Сделать изучение нового материала максимально понятным.
Избавить себя от подбора заданий и их проверки после уроков.
Наладить дисциплину на своих уроках.
Получить возможность работать творчески.

Просмотр содержимого документа
«Театрализованное представление с ростовыми куклами.Русская народная сказка "Колобок" на башкирском языке.»

Муниципальное автономное дошкольное образовательное учреждение

Детский сад № 63 городского округа город Уфа Республики Башкортостан














Театрализованное представление с использованием национально – регионального компонента

Колобок (Йомро икмак)










Подготовила

музыкальный руководитель

МАДОУ Детский сад №63

Мустафина А.А.











Уфа - 2017



Цель: доставить детям радость музыкой и веселой театральной игрой;

Вызвать интерес к театральной культуре, к национальной и композиторской музыке родного края.

Задачи: Формировать любовь к родной земле и уважение к традициям

своего народа;

Прививать любовь к музыке башкирского народа,

Развивать Музыкально - театральное творчество .

Оборудование: юрта, убранство юрты, башкирские костюмы, ростовые куклы.

Йомро икмәк


(Башҡорт көйө уйнай)

Алып барыусы: Башҡорт ауыл өйө. Икеһе ике яҡта моңайып ҡына ҡарт менән ҡарсыҡ ултыралар. Бабай башын күтәреп, уфтанып әбейгә өндәшә:

Бабай: Ҡартаябыҙ инде, ҡарсыҡ,

Яңғыҙ ғына икебеҙ.

Бойоғоп ике яҡта,

Ултырабыҙ инде беҙ.

Нисек шәп булыр ине лә,

Әгәр шунда бер малай

Яныбыҙҙа уйнап йөрөһә:

- Әбей, тиеп, - йә Бабай.

Әбей: Әй, атаһы, үҙем дә гел

Шул уйҙы уйлап йөрөйөм,

Әллә һуң һиңә ҡамырҙан

Йомро икмәк яһап бирәйем?

Әйҙә, атаһы, он индереп киләйек.

(Әбей менән бабай китәләр)

Алып барыусы: Һауыттарҙың төбөн ҡырып, һуңғы ондо алып, Әбей йырлай-йырлай ҡамыр баҫа.

(Башҡорт көйө уйнай)

Аҡлы ситса яулығымды,

Ап-аҡ итеп бәйләнем.

Эй, ҡамырым, ҡабарып беш

Булырһың Йомро икмәгем.

Унан һуң ул ҡамырҙан түп-түңәрәк йомро икмәк яһап мейескә тыҡҡан. Ул бер аҙ йөн иләп ултырған арала, Йомро икмәк бешеп тә сыҡҡан. Әбей мейестән йомро икмәкте алып, һыуытырға тәҙрә төбөнә ҡуйған. Ҡыҙарып бешкән Йомро икмәк тәҙрә төбөндә еләҫтә ултырған. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен асҡан да, үҙенең шул тиклем матур, шул тиклем түңәрәк булыуына һоҡланған.

(Башҡорт көйө уйнай. Йомро икмәк йүгереп сыға)

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк

Тәгәрәп йөрөй алам.

Мин бик матур йомро икмәк,

Ҡасайым әле, тәгәрәп.

Алып барыусы: Шулай итеп Йомро икмәк тәҙрә төбөнән эскәмйәгә, эскәмйәнән иҙәнгә һикереп төшкән. Асыҡ ишектән сығып, урман яғына уҡ тәгәрәп киткән.

Йомро икмәк: Мин йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Бер үҙем был урманда

Һис бер кем юҡ янымда.

Алып барыусы: Ҡаршыһына айыу килеп сыға.

Айыу: Нисек һис кем булмаһын,

Мине ҡайҙа ҡуяһың?

Хуш еҫле йомро икмәкте

Килә тотоп ашайһым.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк

Тәгәрәп йөрөй алам,

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Ҡасам, хәҙер һинән дә.

Алып барыусы: «Һау бу-у-ул, айыу ба-а-ай!» - тигән дә, Йомро икмәк айыуҙан ҡасҡан. Тағын урман буйлап тәгәрәп киткән.

(Башҡорт көйө уйнай)

Йомро икмәк: Бер үҙем был урманда,

Һис бер кем юҡ янымда.

(Ҡаршыһына бүре килеп сыға)

Бүре: Тамаҡ ялғап алырға

Ваҡыт та етеп килә.

Ашағымды килтереп,

Бик тәмле бер еҫ килә.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым

Ҡасам хәҙер һинән дә.

(Йомро икмәк бүренән ҡаса)

Алып барыусы: Шырҡылдап көлөп, тәгәрәп китеп тә бара. Ҡурҡа-ҡурҡа ғына ҡуян килеп сыға.

Ҡуян: Ай, ҡурҡыттың, кем икән тиһәм.

Тәмле Йомро икмәк икән.

Үпкәләмә, һин, Йомро икмәк,

Бик тә ашағым килә.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым,

Бүрене алдап ҡастым,

Ҡасам инде һинән дә.

Алып барыусы: Йомро икмәк ҡуян тирәһендә бер нисә тапҡыр әйләнеп сыға. Ҡуян уңға-һулға ҡаранған арала Йомро икмәк китеп тә бара. Йомро икмәккә урманда былай йөрөү бик тә оҡшап китә. Ҡаршыһына төлкө килеп сыҡҡанын, һиҙмәй ҙә ҡала.

(Төлкө килеп сыға)

Төлкө: Мин, төлкө, ерән Төлкө

Мин был урмандың күрке.

Ниндәй матур тәгәрәй,

Ниндәй матур көй көйләй.

Әй, Йомро икмәк, йомро икмәк,

Йырла был тирәләрәк.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам.

Әбейҙе алдап ҡастым,

Бабайҙы алдап ҡастым,

Айыуҙы алдап ҡастым,

Бүрене алдап ҡастым,

Ҡуянды алдап ҡастым,

Төлкө апайға ҡаптым.

Алып барыусы: Төлкө һаман татлы телләнеп дауам иткән.

Төлкө: Әй, Йомро икмәк,

Бигрәк моңло тауышың,

Ҡолағым насар ишетә,

Йырла был тирәләрәк.

Алып барыусы: Шулай итеп, Төлкө үҙенең моронона күрһәткән.

Йомро икмәк: Мин Йомро икмәк,

Тәгәрәп йөрөй алам...

(Төлкө Йомро икмәкте тотоп ала)

Алып барыусы: Төлкө уны ҡабып йотам тип, ауыҙын асҡан икән, артынан сабып, Әбей менән Бабай килеп еткән.

(Әбей менән бабай килеп сыға)

Әбей: Эй, Аллам, вәт бәхет!

Бөтөрә бит бәпкәмде

Әй, Бабаһы, ҡыу Төлкөнө

Ҡотҡар Йомро икмәкте!

Бабай: Әй, һин ерән хәйләкәр,

Кит һин бынан алыҫҡа,

Алыҫҡа, бүтән яҡҡа!

(Бабай Төлкөнө ҡыуып ебәрә)

Йомро икмәк: Ғәфү ит һин, Әбейем,

Ғәфү ит һин, Бабайым!

Башҡа эшләмәм улай,

Булырмын тыйнаҡ малай!

Алып барыусы: Әбей менән Бабай Йомро икмәкте өйҙәренә алып ҡайтып киткәндәр. Йомро икмәк Әбейгә, Бабайға ярҙам итешә, һүҙҙәрен гел тыңлап ҡына йөрөй. Бөгөнгө көндә бергәләп, гөрләшеп йәшәйҙәр икән.

(Ҡатнашыусылар баш эйергә сығалар. «Бәхет» йырын йырлайҙар)

Алып барыусы: Һау булығыҙ, балалар. Дуҫ һәм татыу йәшәгеҙ, өлкәндәрҙе тыңлағыҙ!




Получите в подарок сайт учителя

Предмет: Дошкольное образование

Категория: Прочее

Целевая аудитория: Дошкольникам.
Урок соответствует ФГОС

Автор: Мустафина Альмира Алиевна

Дата: 24.11.2017

Номер свидетельства: 440508


Получите в подарок сайт учителя

Видеоуроки для учителей

Курсы для учителей

ПОЛУЧИТЕ СВИДЕТЕЛЬСТВО МГНОВЕННО

Добавить свою работу

* Свидетельство о публикации выдается БЕСПЛАТНО, СРАЗУ же после добавления Вами Вашей работы на сайт

Удобный поиск материалов для учителей

Проверка свидетельства